Радий Хәбиров Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарындағы Фәйзулла майҙанында эҙләнеү эштәрен үткәреүҙе контролдә тотоу йәһәтенән ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эшенә ыңғай баһа бирҙе.
"Ошо райондарҙа һәм дөйөм Башҡортостанда йәшәүселәрҙе әлеге биләмәлә алып барылған эштәр борсой ине. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән байтаҡ һөйләшеү үткәрелде, беҙҙе ишеттеләр. Республикала ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү эштәре әүҙем бара, ләкин беҙ ниндәй урындарға бөтөнләй тейергә ярамағанлығын аңларға тейешбеҙ", - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов аңлатыуынса, 1 мартта Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ һәм подрядсы араһында Баймаҡ, Әбйәлил райондарындағы Фәйзулла майҙанында оксидлы марганец мәғдәндәрен эҙләү эштәре үткәреү өсөн контракт төҙөлдө.
"Килешеү шарттарына ярашлы, подрядсы 2025 йылға тиклем Фәйзулла майҙанының геологик төҙөлөшөн тикшерергә тейеш ине. Беҙҙең республикала марганец уҙған быуаттың 30-40-сы йылдарында уҡ асыҡланған. 60-70-се йылдарҙа геофизик, геологик һәм тематик тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Дәүләт 30-40 йыл һайын тәбиғәт ресурстары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе рәсмиләштереп тора. Шулай итеп, подрядсы был эштәрҙе Рәсәйҙең ер аҫты байлыҡтарын инвентаризациялау дөйөм дәүләт программаһы сиктәрендә башҡарған. Әлеге ваҡытта илдең 10 участкаһында, шул иҫәптән Тымыҡ океанда шундай эштәр бара. Шуныһы мөһим: лицензия файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы күҙ уңында тотмай ине. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса геологик отчет бирелгән. Унда марганец мәғдәндәре сифатлы булмағас, артабанғы эштәрҙе башҡарыу мөмкин түгеллеге билдәләнгән. Әбйәлил районында Көньяҡ Нияҙғол майҙанына быйыл июндә тейешле аукциондың үткәрелмәүе лә шуның менән аңлатыла. Бер заявка ла бирелмәне. Шуға күрә, ҡануниәткә ярашлы, Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ һәм подрядсылар менән ағымдағы йылдың 29 авгусынан яҡтарҙың үҙ-ара килешеүе буйынса дәүләт контрактын тарҡатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде", - тип белдерҙе вице-премьер Азамат Абдрахманов.
Уның әйтеүенсә, килешеүҙе өҙөүҙең мөһим факторҙарының береһе булып республика Башлығының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығына былтыр сентябрҙә Ирәндек һыртын махсус һаҡланған биләмә булдырыу тураһындағы бойороғо тора.
Фәйзулла майҙанындағы бөтә эштәр ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу буйынса ведомство-ара комиссия контроле аҫтында башҡарылды, ул артабан да ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса эште дауам итәсәк.
"Ирәндек һыртындағы геологик тикшеренеүҙәрҙе ғәмәлдән сығарыу тураһында ҡарарҙы дөрөҫ һәм нигеҙле тип атарға мөмкин", - тине Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, сәйәси фәндәр кандидаты Марат Мәрҙәнов. - Был биологик төрлөлөктө һәм тарихи-мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк. Был ҡарарҙың республикала социаль-иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлау шарттарында әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Этнополитолог һәм тарихсы булараҡ шуны билдәләп үтергә теләйем: Ирәндек һырты башҡорт фольклорында һәм хәҙерге заман әҫәрҙәрендә йыш осрай".
"Башҡортостандың Баймаҡ районында һүҙ эшкәртеү түгел, ә Ирәндек һырты янында урынлашҡан Фәйзулла майҙанындағы марганец мәғдәне запасын баһалау буйынса геологик тикшеренеүҙәр үткәреү тураһында барҙы", - ти Өфө фән һәм технология университетының Сибай филиалы өлкән ғилми хеҙмәткәре Йәлил Һөйөндөков. - Эш Роснедрҙың "Тәбиғәт ресурстарын ҡайтанан эшкәртеү һәм файҙаланыу" дәүләт программаһы сиктәрендә планлаштырылған. Әммә был пландар урындағы халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, бында уларҙы аңларға мөмкин. Эш шунда: участкаға йыш ҡына разведка маҡсатында алтын сығарыусы компаниялар инә, әммә ғәмәлдә шунда уҡ мәғдән сығара башлайҙар.
Марганец запасы буйынса планлаштырылған тикшеренеүҙәргә килгәндә, улар быға тиклем дә үткәрелгән булған һәм геологик минералдар запасының үҙгәрмәүен иҫәпкә алып, Ирәндек һыртында алдан әйтелгән тикшереүҙәр тураһында отчеттарҙы күтәреү генә лә етә ине. Ошонан сығып, урындағы халыҡтың фекерен һәм экосистеманы һаҡлауҙы иҫәпкә алып, тикшеренеү эштәрен ғәмәлдән сығарыу һәм подрядсы ойошма менән килешеүҙе өҙөү тураһындағы ҡарарҙы нигеҙле тип атарға мөмкин. Был шулай уҡ Әбйәлил районында марганец мәғдәне запасын тикшереүгә лә ҡағыла. Был объект өсөн подрядсы ойошманы һайлау буйынса аукцион үткәрелмәгән. Киләсәктә бындай тендерҙар, минеңсә, республика һәм муниципалитеттар етәкселеге менән кәңәшләшкәндән һуң ғына иғлан ителергә тейеш".
Шулай итеп...
Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия Башҡортостан Башлығының 2021 йылдағы указы менән республика территорияһында намыҫһыҙ ер аҫтын эшкәртеүселәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатыу маҡсатында ойошторола. Был структура үҙенең һөҙөмтәле булыуын иҫбатланы. Эшләгән дәүерҙә комиссия ғәмәлдә булған 355 һәм ташландыҡ 96 файҙалы ҡаҙылмалар етештереү урынын асыҡланы. Тәбиғәт ресурстарын вәхшиҙәрсә ҡаҙыған компаниялар лицензияларынан мәхрүм ителде. Ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу өлкәһендә тәртип булдырыу һалым йыйыуҙы һиҙелерлек арттырырға мөмкинлек бирҙе. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 47 процентҡа артты, бюджеттың өҫтәмә килеме 250 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН, Сергей НИКОЛАЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|