«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

[12]. Төркиҙәрҙең телен аңлатыу.
Кемдәр тик бер генә телде белә, фарсылар менән буталмаған һәм ҡалаларҙа йәшәргә күнекмәгән, шуларҙың теле иң дөрөҫө. Ә кемдәрҙең теле икәү һәм кемдәр ҡала кешеләре менән ҡатышҡан, уларҙың һөйләше йомшара биргән, былар, мәҫәлән, соғдийҙар (sogdaq), кенчектар (kencek), apгyлар (arгu). Икенсе төркөм - хотандар (xotan), тибеттар (tibet) кеүек булғандар, һәм танғуттарҙың ҡайһылары (tagut), былар - төрки илдәренә килеүселәр ҡатламы. Мин һәр бер ырыуҙың теле хаҡында яҙасаҡмын. Ә Японияла (Jabarqa) йәшәүселәр хаҡында әйткәндә, уларҙың теле алыҫта йәшәүҙәре һәм уның (Японияның) Мачиндан ҙур диңгеҙ ашаһында ятыуы айҡанлы билдәһеҙ. Мачин һәм Чиндың үҙ теле бар, әммә ҡалала йәшәүселәр төрки телен дә яҡшы белә. Беҙҙең менән төрки яҙмаһында хат алышалар. Гог һәм Магогтың телдәре шулай уҡ билдәһеҙ, сөнки улар бөйөк стена менән уратып алынған һәм Мачинға яҡын булған тауҙар һәм диңгеҙ ашаһында йәшәй. Һәм Тибетта ла үҙҙәренең айырым теле [бар], тап шулай уҡ Хотанда ла айырым яҙма һәм тел, ә төрки телен яҡшы белмәйҙәр.
Уйғырҙарҙың теле саф төркисә (lisan), әммә уларҙың башҡа лөғәте (luga) лә бар, улар үҙ-ара ошо лөғәттә һөйләшәләр. Уларҙың егерме дүрт хәрефтән торған [бер] яҙмаһы төркисә, мин был хаҡта китабымдың башында яҙған инем. Был яҙмала улар китаптар яҙа һәм хат алыша. Ә башҡа бер, Чин [яҙмаһына] оҡшағанында, эш һәм канцеляр ҡағыҙҙары яҙыла, уны, жрецтарҙан башҡа, бер кем дә уҡый алмай. Былары мин ҡала кешеләре тип атағандарҙан. Күскенселәргә ҡағылғанда, улар араһында чомулдар бар; уларҙың аҙ аңлайышлы айырым һөйләше (ratana) бар, әммә улар төрки телен дә белә. Ҡай, ябаку, татарҙар һәм басмылдар шундайҙар, уларҙан һәр берләшмәнең айырым һөйләше (luga) бар һәм шул уҡ ваҡытта төрки телен дә яҡшы беләләр. Ә ҡырғыҙҙарҙың, ҡыпсаҡтарҙың, уғыҙҙарҙың, тухсиларҙың, яғмаларҙың, чигилдәрҙең, оғраҡтарҙың, чаруктарҙың телдәре саф һәм берҙән-бер төрки теле; емек һәм башҡорттарҙың теле уларҙың теленә яҡын. Булғарҙарҙың, суварҙарҙың, Румға яҡын [йәшәгән] бәшәнәктәрҙең теле төркисә, [һүҙҙәрҙең] бер үк төрлө ҡыҫҡартыла биргән аҙағы менән. Телдәрҙән иң еңеле - уғыҙ теле, иң дөрөҫө - яғма теле, тухсиҙарҙың һәм кемдәр Илә (Ilа), Иртыш (Artis), Обь (Jamar), Волга (Atil) үҙәндәрендә йәшәй - уйғыр иленә тиклем. Ә иң матуры - хаҡан биләмәләрендә һәм уларға йәнәш йәшәгәндәрҙә. Баласағун халҡы соғдийса ла, төркисә лә һөйләшә, тап Тараз (Tiraz) һәм Аҡ ҡала (madinat al-bajda) кешеләре кеүек. Исфиджабтан (ispijab) Баласағунға тиклемге аргу өлкәләрендә йәшәүсе халыҡтың телендә нескәлек (яңғырауыҡлылыҡ) бар. Ҡашғарҙа кенчексә һөйләшкән ауылдар бар, ә ил үҙәгендә - хаҡан-төрки [телендә]. Төрки өлкәләренең күп өлөшөнөң Румдан Мачинға тиклемге араһы - биш мең фарсах (фарсах= 2,25 км) һәм киңлеге өс мең фарсах, барлығы һигеҙ мең фарсах. Мин уларҙың барыһын да белһендәр өсөн түңәрәк эсендә - ер картаһында күрһәттем.

(Дауамы. Башы 42-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 380

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru