Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Өфөлә "Таҡыя" 1-се Халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде. Өс турҙан торған конкурста "Балалар традицион кейеме коллекцияһы" авторы, Салауат районы Комсомол ауылында йәшәүсе оҫта Гөлдәр Шәбиева еңеү яуланы.
Милли кейемдә сағылған традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау, популярлаштырыу, этник элементтарҙы заманса кейемдәргә интеграциялау һәм милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында уҙғарылған конкурс Педагог һәм остаз йылына арналды. Беренсе тапҡыр ғына ойошторолған булыуына ҡарамаҫтан, "Таҡыя" халыҡ-ара кимәлгә сығып, Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдән 70-тән ашыу оҫтаны үҙенә йәлеп итте. Ижади ҡараш, халыҡ тарихына булған иғтибар, оҙайлы эҙләнеүҙәр, милли кейемдең тәбиғилеген һаҡлау менән бер рәттән, уны заманға яраҡлаштырыу оҫталығы - быларҙың барыһы ла финалға сыҡҡан 44 ҡатнашыусының эштәрендә сағылыш тапты.
Милли костюм һәм уның менән бәйле булған һәр аксессуар - халыҡтың тарихын сағылдырған, милли үҙаңын һаҡлаған, мәҙәни үҙенсәлеген күрһәткән уникаль күренеш. Милли кейемдең һәр биҙәге, элементтары ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә. Шуға күрә уларҙың быуындан-быуынға тапшырылып килеүе мөһимлеге менән бер рәттән, милли кейемдәрҙең алдағы йылдарға төп нөсхәһендә, үҙгәртелмәйенсә барып етеүе лә шарт. Конкурста "Балалар кейеме - реконструкция" һәм "Милли балалар костюмы аксессуарҙар реконструкцияһы" номинацияһында ҡатнашыусылар жюри һәм тамашасылар иғтибарына ғаиләләрендә һаҡланған шәхси фотоһүрәттәр, крайҙы өйрәнеү материалдары һәм музей экспонаттарын ҡуллланып ижад иткән коллекциялар тәҡдим итте. Мәҫәлән, конкурс еңеүсеһе Гөлдәр Шәбиева белдереүенсә, үҙенең коллекцияһындағы балалар баш кейемен ул Михаил Антонович Круковскийҙың "Мосабайҙан башҡорт ҡатын-ҡыҙы балалар менән" исемле фотоһүрәтенән ҡарап эшләгән. Фотоһүрәт әлеге мәлдә Рәсәй Фәндәр академияһының Бөйөк Петр исемендәге антропология һәм этнография музейында һаҡлана. Ә күлдәк өлгөһөн Екатеринбург тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡланған уникаль башҡорт милли кейеме коллекцияһынан алған. Нәҡ ошо рәүешле, йәғни электән килгән бесеү элементтары традицияларына, биҙәү ысулдарына ҙур иғтибар бүлеп, тәбиғи материалдар ҡулланып тегелгән милли костюмдар бөгөнгө мәлдә генә түгел, ә киләсәктә лә йәшәүен дауам итәсәк, йәмғиәттә үҙенең лайыҡлы урынын тотоп торасаҡ.
"Балалар кейеме - реконструкция" һәм "Милли балалар костюмы аксессуарҙар реконструкцияһы" номинацияларына тәҡдим ителгән эштәр, ысынлап та, һоҡланыуға лайыҡ, сөнки улар үткән менән киләсәкте тоташтырыусы күпер, милләттең булмышын сағылдырыусы сығанаҡ, быуаттар төпкөлөнән саф килеш беҙҙең көндәргә килеп еткән тарих ролен үтәй. Шулай уҡ конкурс оҫталарының үҙ тамырҙарына иғтибарлы һәм яуаплы ҡарауҙарын, тарихи өлгөләргә һаҡ ҡағылыуҙарын да билдәләп үтергә кәрәктер. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөнгө көндә ҡайһы берәүҙәр сәхнәләштерелгән, хатта төрлө халыҡтың милли биҙәктәрен берләштереп тегелгән милли кейемде үткән замандарҙан килеп еткән кейем өлгөһө итеп күрһәтергә тырыша. Шуға күрә "Таҡыя" конкурсының һәм унда ҡатнашыусылар әҙерләп, киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарған эштәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
"Милли музейҙың уникаль ҡомартҡыларының фондтарҙа ғына һаҡланып, күргәҙмәләрҙә генә күрһәтелеп ҡалмайынса, урамға, кеше араһына "сығыуы"н күреү беҙгә, музей хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса ҙур шатлыҡ өҫтәй", - тине Башҡортостан Милли музейының күргәҙмәләр ойоштороу бүлеге мөдире Элвира Хәмиҙуллина. Ысынлап та, музейҙарҙың тарихты һаҡлаусы мәҙәни үҙәк кенә түгел, ә тарихи йәһәттән дөрөҫ мәғлүмәт биреүсе сығанаҡ ролендә булыуын да онотмаҫҡа кәрәк.
Кейемдәрҙә милли элементтарҙы ҡулланыуҙы һуңғы йылдарҙың популяр тенденциялары рәтенә ҡуйырға мөмкин. "Таҡыя" конкурсының "Балалар костюмының автор интерпретацияһы" номинацияһында финалға сығып, еңеүгә дәғүә итеүселәрҙең заманса кейемдәрҙе һәм традицион милли элементтарҙы, аксессуарҙарҙы ҡулланыуҙың алтын урталығын табыуы һөйөндөрә. Этнобиҙәк, ысынлап та, йәшәйешебеҙгә ныҡлы үтеп инде, быны беҙ республикала милли биҙәкле кейемдәргә өҫтөнлөк биреүселәрҙең артыуынан, милли биҙәүестәр тағыусыларҙың күбәйеүенән асыҡ күрәбеҙ. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәр араһында ла нәзәкәтле, юғары стилле, матур эштәр күп булды. Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең күңелдәренә үтеп инерлек, уларҙың һорауҙарына тап килерлек, ҡыҙыҡтырырлыҡ, башҡаларҙан айырылып торған милли биҙәкле кейем - уларға үҙ халҡының булмышын аңларға, уның менән бер бөтөн икәнлеген төшөнөргә булышлыҡ итеүсе сараларҙың береһе ул. Шуға күрә был өлкәлә эшләгән оҫталарҙы күреп, күтәрмәләп, рухи һәм матди ярҙам күрһәтеп тороу мотлаҡ. "Таҡыя" кеүек конкурстар ошондай ярҙамдың бер төрө лә инде.
Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА