М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Башҡорт шәле һәм студент йәштәр: йолаларҙы тергеҙеп" тип аталған төбәк конкурс-фестивале үтте. Мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив (ижади) индустрия өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыусы Рәсәй Федерацияһы Президентының мәҙәни инициативалар гранты конкурсында еңеүсе булған был үҙенсәлекле сараны уҡыу йортоноң Башҡорт фольклоры фәнни-тикшеренеү үҙәге һәм башҡорт филологияһы факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары уйлап сығарған.
Башҡорт халыҡ кәсептәренә, уларҙы яңынан тергеҙеүгә, башҡаларға өйрәтеүгә арналған саралар республикала йыш үтә. Райондарҙа ағинәйҙәр хәрәкәте лә был йәһәттән күп эш башҡара, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады йорто ла йыл һайын ҙур фестивалдәр ойоштороп тора. Башҡорт шәлен популярлаштырыу тураһында һөйләгәндә "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһын (хәҙер ул этноүҙәк тип атала) асылған көнөнән үҙе хаҡлы ялға сыҡҡансы етәкләгән Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалованы телгә алмайынса мөмкин түгел. Республикала ул башлап ебәргән "Башҡорт шәле" фестивале бөгөн дә ойошторола, йыл да оҫталар баш ҡалаға йыйылып, бәйгелә ҡатнаша.
"Башҡорт шәле һәм студент йәштәр: йолаларҙы тергеҙеп" төбәк конкурс-фестиваленең тәғәйенләнеше башҡараҡ - ул йәштәргә йүнәлтелгән. Юғары уҡыу йорто студенттары һәм оҫталар араһында бәйләнеш булдырыу әле беренсе генә тәжрибә. "Ағиҙел" башҡорт художестволы кәсептәр берекмәһе генераль директоры Гүзәл Кәримова әйтеүенсә, был проекттың төп маҡсаты - башҡорт шәле брендын фәнни яҡтан тикшереү. "Киләсәктә студенттарҙың башҡорт шәле буйынса курс эштәре, дипломдар, диссертациялар яҙыуын теләр инем. Үҙебеҙ ошо шәлдәрҙе күреп, бәйләп, ябынып үҫкәс, бының кәрәклеге хаҡында уйламайбыҙ ҙа. Әйтәйек, беҙҙең берекмә төрлө илдәрҙә үткән сараларҙа ла ҡатнаша. Унда теге йәки был милли кәсеп тураһында сығыш та яһарға тура килә. Сикле ваҡыт эсендә үҙемә уны фәнни яҡтан өйрәнеп, бар мәғлүмәтте бергә тупларға тура килә. Ошо йәштәр кәсептәребеҙҙе донъя кимәлендә фәнни яҡтан күрһәтһен ине", - ти Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы.
Унан һуң, эшмәкәрлеге нигеҙендә милли кәсептәребеҙ ятҡан был берекмә оҫталарға өйҙәрендә генә ултырып эшләү мөмкинлеген кире тергеҙеү мәсьәләһен дә тормошҡа ашырырға ниәтләй. Совет осоронда берекмәнең балаҫ һуғыусы оҫталарының эш урыны үҙ өйөндә булған, берекмә уларға заказ ебәреп торған. "Ағиҙел"дең тарихында бейәләй бәйләүселәр ҙә бар, улар экспортҡа йылына 4 мең пар бейәләй бәйләгән. Башҡорт шәле буйынса ла ошо йүнәлеште булдырып була, тигән фекерҙә Гүзәл Кәримова. Тимәк, ошо проект артабанғы үҫешкә лә башланғыс булып тора.
Сараны күтәрмәләп, Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарынан килеп еткән оҫталар һәм уларҙың күҙ нуры түгеп бәйләгән, һуҡҡан шәлдәре был байрамды тағы ла йәмләне. Хәйер, шәл генә түгел, иҫ киткес зауыҡлы дебет бейәләйҙәр, бирсәткәләр, жилеттар ҙа алып килгәйне улар. Сауҙа ла ҡыҙыу ғына барҙы. Хәйбулла мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова әйтеүенсә, "Вәзәм шәле" тигән бренд булдырған хәйбуллалар хәҙер дебет балаҫтар ҙа һуға башлаған. Йәштәргә оҫталыҡ дәрестәрен дә ошо апайҙар ойошторҙо, дебет һуғырға, иләргә, шәл сите бәйләргә өйрәтте.
Шулай итеп...
Халыҡтың көн күргән шөғөлдәренең береһе инде ул - шәл бәйләү. Әле лә ул башҡорт ҡатын-ҡыҙының ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеүҙең, балаларына белем биреүҙең бер мөмкинлеге булып тора. Ырымбур баҙарҙарында һатылып, шул арҡылы "Ырымбур дебет шәле" булып тарихҡа инеп киткән шәлдең ғилми йәһәттән өйрәнер яҡтары бихисап. Йәштәр ошоно ҡәләм осона эләктереп, ҡағыҙға төшөрөр, тигән ниәттә ҡалайыҡ.
Ләйсән НАФИҠОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|