«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

"Оt" - үлән. "Оt undi" - Ҡашғариҙан руссаға "трава выросла (үлән үҫте)", - тип тәржемә ителгән. Башҡортса - үлән уңды. Хәҙерге башҡорт телендә боронғо төрки телендәге "от" һүҙе урынына "үлән" тип әйтелә.
Әммә башҡорт телендә аҙ ғына үҙгәртелә биргән "ут" һүҙе лә һаҡланып ҡалған, ул мәғәнәһе буйынса шул уҡ "от" һүҙе менән бер иш.

"Утлау" - үләнле ялан, көтөүлек. "Аттар утлап йөрөй", - тибеҙ. Йәнә "утау" тигәнебеҙ сүп үләндәрен йолҡоп ташлау. Ҡыштарын малдарға бесәнде "утлыҡ"ҡа һалабыҙ. Төп ауылдан ситкәрәк китеп, үҙҙәренә оҡшаған урында йорт һалып йәшәгән урынды утар, тип аталғаны мәғлүм. Әммә был һүҙҙең тәү мәғәнәһе шул уҡ боронғо "от" йә иһә "ут" һүҙе менән мәғәнәләш - ул малдарҙы ҡышлата йә иһә йәйләүгә сығара торған урынды, шул урындағы ҡоролмаларға, мал аҫрай торған махсус аҙбарҙарға ҡарата ла берҙәй ҡулланылған. Шул ыңғайы рустарҙың "хутор", украиндарҙың "хутiр" тигән һүҙҙәренең боронғо төрки ерлегендә хасил булыуына ышанып була. Шулай ҙа Европа этимологтары был һүҙҙәрҙең йә боронғо үрге немец һөйләшендәге "huntari", йә иһә боронғо швед телендәге "hundari" тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан, тип фекер йөрөтә. Әммә ошо һүҙҙәр "округтың бер өлөшө" тигәнде генә белдерә. Рустарҙың да, украиндарҙың да "хутор"ҙары нәҡ башҡаларҙан айырымланып көн иткән кешеләрҙең бәләкәй генә торлаҡтарына ҡарата ҡулланыла. Сит ил лингвистары төрки телдәрен һәйбәт белмәгәс, һүҙ тамырын яңылыш аңлата.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, башҡорт телендә "ут" һүҙенең икенсе мәғәнәһе лә бар: ут яндырыу, ут алыу, ут сығыу, ут төртөү һ.б. Иң яҡын күршең "ут күрше" була, был әүәл шырпы һирәк осрай торған замандарҙан ҡалған - утлы, ҡуҙлы күмер алыр өсөн күршеңә барырға тура килгән. Ошо омонимдар араһында лә мәғәнәүи ерлек бар: ут - үлән һәм ут - ялҡын сығарыу. Боронғо дәүерҙәрҙә кешеләр ут табыуҙың бер нисә әмәлен ҡулланған. Иң отошлоһо - саҡматаш сағып, осҡон сығара белеү. Әлбиттә, осҡондан ялҡын сығарыу өсөн дә оҫталыҡ кәрәк булғандыр. Бының өсөн ошо архаик замандарҙа ныҡ итеп киптерелеп, осҡон тейеү менән янып китерлек бер генә нәмә - әлеге лә баяғы "от - ут - үлән" ҡулланылыуына шик юҡтыр.

Бәҙри ӘхмӘтов әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-46-сы һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.23 | Ҡаралған: 264

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru