Өфө сауҙа-иҡтисад коллежды Туған телдәр көнө айҡанлы матур сараға нигеҙ һалып, Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары араһында "Осҡон" Асыҡ интеллектуаль уйындары үткәрҙе.
Ҙур йылғалар инештәр менән тулыланған кеүек, туған телде һаҡлау, уны үҫтереү ҙә бәләкәй генә эштәрҙән башлана - һәр кем өсөн был сараның төп һабағы ошоно аңлауҙа булғандыр. "Һәр башҡорт үҙенең иле, халҡы өсөн нимәлер эшләргә тейеш. Беҙ ҙә ошо ябай ғына хәҡиҡәтте тормошҡа ашырыу өсөн колледжда бәләкәй генә эштәр алып барабыҙ. Башҡорт телен өйрәнәбеҙ, башҡортса сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, "Родина" кинотеатры менән килешеү төҙөлгән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре кинотеатрҙа башҡорт фильмдарын ҡарау, актерҙар һәм режиссерҙар менән осрашыу форматында үтә - уларҙың тәүгеһе "Рәми дәресе" тигән проект булды. Хәҙер М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры менән дә ошо тәжрибәне дауам итәбеҙ. Бөгөн уйынға килгән балаларға ла, һәр берегеҙ башҡорт телен үҫтереү өсөн бәләкәй эштәр башҡарып йәшәгеҙ, тип әйтәбеҙ", - тип мөрәжәғәт итте студенттарға Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов. Шулай ҙа Ришат Хажғәле улының: "Туған телебеҙҙе һаҡлауҙағы иң бәләкәй эштәрҙең береһе нимә тип уйлайһығыҙ?" - тигән һорауына: "Башҡортса һөйләшеү!"- тип дәррәү яуап биреүҙәре күңелгә май булып яғылды. Йәштәребеҙ хәҡиҡәттең ошоноһон йәшәйеш ҡануны итеп алып, киләсәктә үҙ ғаиләләрендә үҙ телендә һөйләшеп, үҙ милләтенә балалар үҫтереп, уларҙы туған телле итһен ине инде.
Уйын үтәсәк залда баш ҡалала төрлө һөнәр үҙләштереп йөрөүсе башҡорт йәштәренең бер-береһен: "Һин - Бөрйәндәнме?", "О, бында ла әбйәлилдәр!" - тигәнерәк сәләмләүен ишетеү генә лә уның әһәмиәтен билдәләгәндер, моғайын. Баһалама рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Эльвира Рәхимова ла уйындың уларға бер-береһе менән танышырға, туған телендә аралашырға мөмкинлек биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды: "Күңелдәре үҫеп, байып ҡайтырҙар, тигән өмөттәмен. Ошонда килеү өсөн генә лә улар күпме әҙерләнде, китаптар аҡтарҙы, белгәнен ҡабаттан иҫкә төшөрҙө. Был ысынында ла тел байрамына әүерелде", - тине ул. Һуңғы арала популярлашып киткән квиздарҙан айырмалы рәүештә, ойоштороусылар видеояҙма, әкиәт сәхнәләштереү кеүек талаптар ҙа өҫтәгән, был да уйынға үҙенсәлек бирҙе. Һәр хәлдә, был сара колледж студенттарын берләштерер бер интеллектуаль майҙансыҡҡа әүерелә алды. "Осҡон" әлегә баш ҡаланың 6 уҡыу йортоноң студенттарын ғына йыйһа, киләсәктә республиканың бөтөн төбәктәре йәштәре лә уның усағы янына тупланыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Еңеүселәргә килгәндә иһә, 1-се урынды Өфө күп профилле һөнәр биреү колледжының "Ете ырыу", 2-се урынды Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының "Теге етәү", 3-сө урынды Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының "Рухлылар" командалары яуланы. Шулай уҡ төрлө номинациялар ҙа билдәләнде.
Ләйсән ВӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|