Өфөлә йәшәгәс, баш ҡалала барған үҙгәрештәр шунда уҡ күҙгә ташланып-күренеп тора. Ә улар, әйтергә кәрәк, ярайһы ғына.
Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллыҡ оло юбилейын ҡаршы алырға йыйынған баш ҡалабыҙ үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора. Миллионлап халыҡ йәшәгән ҡала булһа ла, ул нисектер ыҡсым ғына. Үҙәктә йөрөгәндә мотлаҡ берәй танышты осратаһың, хатта өфөләр үҙҙәре үк күптәнге таныштар һымаҡ күңелгә яҡын.
Өфө лайыҡлы рәүештә "йәшел ҡала" исемен йөрөтә. Ысынлап та, баш ҡала урамдарын йәмләп ултырған ағастар, ҡуйы урманлы парктары һәр кемдең йөрәгенә яҡын. Ҡайһы берҙә интернет киңлектәрендә урамдағы ағастарҙың ҡырҡылыуына бәйле хәүефләнеүҙәрҙе уҡыйым. Ләкин, минеңсә, был урынһыҙ. Ағастар мәңгелек түгел, улар ҙа яңыртыуҙы талап итә, шуға күрә ҡала хакимиәтенең иҫке ағастарҙы ҡырҡыуҙарын хуплайым. Мәҫәлән, Октябрь революцияһы урамындағы йәшәрен йәшәгән ағастар урынына яңылары ултыртыласаҡ, тип уҡыным. Әлеге ваҡытта бында 200-ҙән ашыу ағас үҫә һәм уларҙың уртаса йәше 70-те уҙған. Уларҙың урынына 600 төптән ашыу йәш ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ, тип хәбәр иттеләр. Был бит бик яҡшы, оҙаҡламай улар ҙурайып, урамды йәшеллеккә төрөндөрөп үҫеп ултырасаҡ. Иң мөһиме, был башланғыс һүҙҙә йәки ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын.
Былтыр йәй Өфөнөң Ленин һәм Пушкин урамдарында киң ҡоласлы төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Быйыл шулай уҡ Цюрупа, Коммунистик, Карл Маркс урамдарында юлдарға гранит түшәләсәк, мәҙәни мираҫ объекттарының йөҙлөктәре төҙөкләндереләсәк, йәшелләндереү эше башҡарыласаҡ һәм велосипедсылар өсөн махсус юлдар төҙөләсәк, тип көтөлә. Ҡала халҡы өсөн тағы ла мәшәҡәттәр тыуасаҡ, ләкин быларҙың барыһы ла кәрәкле һәм үҙ ваҡытында башҡарыласаҡ эштәр икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай. Ҡунаҡ килер алдынан һәр кем үҙ өйөн йыйыштырған кеүек, Өфөбөҙ ҙә төрлө тарафтан йыйыласаҡ ҡунаҡтарын тағы ла матурыраҡ булып ҡаршыларға тейеш.
Спортҡа ҙур иғтибар бүленә Өфөлә. Менделеев урамында яңы асылған физкультура-һауыҡтырыу үҙәген күреп ҡайтырға насип булды. Боҙ һарайы, спорт һәм тренажер залдары, ике бассейны, көрәш өсөн махсус залы булған был комплекстан кеше өҙөлмәҫе көн кеүек асыҡ.
Беләһегеҙме Өфөлә миңә тағы нимә оҡшай? Ҡалалағы ҡайнап торған тормош. Бында һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба ала, күңеленә ятҡан сараларға йөрөргә мөмкин. Ике көнлөк ялдарҙа ғына ла әллә күпме сара уҙа Өфөлә. Шулай февраль ялдарында улыбыҙ өҫтәл теннисы буйынса турнирҙа ҡатнашты, ә беҙ Локотки ауылында уҙған "Ҡышҡы спорт фестивале"нә барып ял итеп ҡайттыҡ, унан һуң бергәләп "Арт-квадрат" майҙанындағы музейҙа ойошторолған шәп күргәҙмәне барып ҡараныҡ. Барыбыҙға ла бик оҡшаны, "Ғаилә йылы"нда бөтә ғаиләбеҙ менән төрлө сараларға йышыраҡ йөрөргә килештек.
Һәр ҡаланың йөҙө - автобус, тимер юл вокзалдары, аэропорт. Поезд менән килеүселәрҙе яңыртылған тимер юл вокзалы ҡаршы ала. Бында, әлбиттә, башҡараһы эштәр етерлек, шулай ҙа ҡунаҡтар ҡаршы алғанда йөҙгә ҡыҙыллыҡ килерҙәй түгел. Туҡталҡа мәсьәләһе ҡырҡыу тора, әлбиттә, ләкин вокзал урынлашҡан урындың бик үҙенсәлекле булыуын иҫәпкә алғанда, быныһына ғына түҙергә була.
Аэропорт та күҙгә күренеп үҙгәрә. Эске авиалиния терминалына барыу өсөн яңы юлдың асылыуын күптән көтә инек, яңыраҡ ул эшләй башланы. Шулай уҡ аэропорттың эсендәге үҙгәрештәр ҙә ҡыуандыра.
Ә бына Көньяҡ автовокзал хаҡында маҡтау һүҙҙәрен әйтергә телем әйләнмәй, ҡыҙғанысҡа күрә. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында тороп ҡалған кеүек был урын. Ремонт күрмәгән бина, үҙ эштәрен теләр-теләмәҫ башҡарған кассирҙар, әле булһа түләүле һәм, иң ояты, бысраҡ, һаҫыҡ бәҙрәф - быларҙың барыһы бергә автовокзалды тик алама яҡтан ғына һүрәтләй. Автовокзал кем ҡарамағындалыр, белмәйем, ләкин был хәл тиҙ арала үҙгәреш талап итә.
Гүзәл ҡалам - баш ҡалам Өфөм. Яҙмышым һинең менән бәйле булыуына, һиндә барған үҙгәрештәрҙе күреүемә, һинең тарихыңда миңә лә урын булыуына ғорурланам. Юбилейың менән, Өфөм!
Рәжәп ФӘТТӘХОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА