Иран иле Евразия күсмә цивилизациялар музейына ғәрәп яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙландың башҡорттар тураһында тәүге этнографик яҙмаһы бирелгән "Рисәлә" күсермәһен бүләк итте.
Цифрлы күсермәне музейға Ирандың Мешхед ҡалаһындағы "Астан Кудс Разави" фондының үҙәк китапханаһында бирҙеләр. Фонд етәкселеге менән осрашыу Евразия күсмә цивилизациялар музейы проекты өҫтөндә эшләү өсөн йәлеп ителгән тикшеренеү төркөмөнөң Иранға сәфәре сиктәрендә ойошторола. Башҡортостан ғалимдары, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәрҙәре Әхәт Сәлихов һәм Илнур Бүләков Иран ҡалаларының ғилми-тикшеренеү һәм архив учреждениеларында булды.
Илнур Бүләков хәбәр итеүенсә, Башҡортостан делегацияһын китапхана директоры доктор Әбүлфәз Хәсәнабади ҡаршы алған һәм, боронғо ҡулъяҙмаларҙы килеүселәргә биреү ҡәтғи тыйылһа ла, уларға танышыу өсөн "Рисәлә"нең төп нөсхәһен биргән. "Проект етәксеһе Данир Ғәйнуллин беҙҙе Иранға "Рисәлә"нең цифрлы күсермәһен республикаға алып ҡайтыу бурысы менән ебәрҙе, - ти ул. - Беҙгә бәхет йылмайҙы! Иран яғы был күсермәне республикаға бүләк итеп кенә ҡалманы, ә боронғо ҡулъяҙмаға ҡағылырға һәм беҙҙе ҡыҙыҡһындырған бүлектәрҙе уҡырға мөмкинлек бирҙе. Төп нөсхәне, ғәҙәттә, бер кемгә лә күрһәтмәйҙәр. Беҙгә Рәсәйгә һәм Башҡортостанға ҡарата дуҫлыҡ, ихтирам билдәһе итеп ташлама яһалды".
Имам Риза исемендәге комплекс етәкселеге менән осрашыу файҙалы булды.
Башҡорт ғалимдары башҡорт халҡының тарихына ҡағылышлы мәғлүмәт, Урал тауҙары һәм башҡорт ерҙәре телгә алынған ҡулъяҙмалар эҙләүҙәре хаҡында һөйләне. Иран яғы Башҡортостан, Евразия далаһы тарихына ҡағылған яңы музей проекты хаҡында ҡыҙыҡһынып тыңланы. Осрашыу йомғаҡтары буйынса яҡтар документтар, цифрланған материалдар менән алмашыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште.
Илнур Бүләков билдәләүенсә, фонд директоры киләсәктә улар өсөн кәрәкле ҡулъяҙмалар әҙерләүҙе алдан хәбәр итеүҙәрен һораған. Бындай ярҙам кәрәк. Китапханалар, музейҙар комплексы һәм документация үҙәге булған "Астан Кудс Разави" фонды бөтә Ислам донъяһында иң күренеклеләрҙең береһе һанала.
Фондтың үҙәк китапханаһы китаптар коллекцияһы ғына түгел, ә Ислам тарихына ҡағылышлы күп һанлы ҡулъяҙма һәм һирәк әҫәрҙәрҙән тупланған Халыҡ-ара Ислам тикшеренеүҙәре үҙәге булып тора. Мәҫәлән, китапханала 4 миллионға яҡын баҫма китап, 176 мең ҡулъяҙма иҫәпләнә. Дүрт баҫылған каталог бар, уларҙы өйрәнеү ҙә байтаҡ ваҡыт талап итә.
Мешхедтан һуң башҡорт ғалимдары Исфахан, Кума һәм Тегеран ҡалаларының китапханаларында һәм архивтарында була, шулай уҡ Кум университетында студенттар һәм Тегеранда Урта Азия күсмә цивилизациялар буйынса белгес менән осрашыуҙар үткәрә. Ғалимдарыбыҙҙы сәйәхәткә Кума ҡалаһынан әл-Мостафа халыҡ-ара университеты уҡытыусылары оҙатып йөрөй.
Белешмә. Ғәрәп яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙландың "Рисәлә"һе башҡорттар тураһында тәүге этнографик яҙма булыуы менән ҡиммәтле. 922 йылда сәйәхәтсе Ғәббәси хәлифе әл-Мөктәдир илселеге составында Хорезм һәм Бохара аша Итилгә (Волга) сәйәхәт ваҡытында башҡорттарҙа була. Сәфәр йомғаҡтары буйынса доклад яҙмаһы (Рисәлә) төҙөлә, унда болғарҙар, хазарҙар, башҡорттар, уғыҙҙар һәм урыҫтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм көнкүреше тасуирлана. Әхмәт ибн Фаҙлан мәғлүмәттәре дөрөҫлөк менән айырылып тора, әммә ул бер нисә урынға (шул иҫәптән Хазарияға) бармай, ә улар тураһында үҙ яҙмаһында һөйләй. "Рисәлә"нең тәүге редакцияһы юғала. 13-сө быуатта был яҙыуҙың ҡыҫҡартылған редакцияһы Яҡут тарафынан "Муджам әл-бульдан" географик энциклопедик һүҙлегендә ҡулланыла. 1923 йылда был версия (һуңғы өлөшө булмаған) Ирандың Мешхед ҡалаһында имам Риза кәшәнәһе эргәһендәге китапханала табыла.
Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|