Һеҙҙең ғаиләләге ил һаҡсылары, яугир атайҙар һәм уландар тураһында һөйлә әле...
Әхәт СӘЙФУЛЛИН, хеҙмәт ветераны, Өфө районы Яңы Булгаков ҡасабаһы: Бөйөк Еңеү көнө иң ҙур байрамдарыбыҙҙың береһе, уны мин һәр ваҡыт ҙур тулҡынланыу менән көтөп алам. Һуңғы йылдарҙа, ковид эпидемияһы осорон иҫәпкә алмағанда, Еңеү көнөндә "Үлемһеҙ полк" тантанаһын ойоштороу айырыуса рухты күтәреүсе ҡеүәтле сараға әйләнде. Быйыл беҙҙең ғаилә өсөн Еңеү көнө шулай уҡ үҙенсәлекле һәм ҡыуаныслы булмаҡсы, сөнки Махсус хәрби операцияла Салауат Юлаев исемендәге батальонда ҡатнашыусы улыбыҙ Урал ялға ҡайтасаҡ, тип көтәбеҙ, Алла бирһә. Тап 9 май уның тыуған көнө. Ул хәҙер МХО башланғандан алып Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында илебеҙ азатлығы өсөн көрәшә. Үҙе теләп китте. Унан алда әрме сафтарында хеҙмәт иткәнендә ефрейтор званиеһы менән ҡайтҡайны. Тәүҙә "Урал" автомобиле йөрөтә ине, МХО-ла хәрби әҙерлек үткәндән һуң бронетранспортерҙа тоҫҡаусы-оператор булып хеҙмәт итә. Бик яуаплы хәрби бурыс үтәй, сөнки һөжүм барышының уңышы тап уның мәргәнлеге һәм грамоталылығына бәйле. Тоҫҡаусы-оператор тоҫҡау һәм күҙәтеү приборҙарын, танкыларға ҡаршы идара ителеүсе ракеталарҙы атыу ҡағиҙәләрен биш бармағылай белергә тейеш. Мәргән ут асыу өсөн сәпкә тиклем булған араны хатаһыҙ иҫәпләп сығарыу һәм сәп нөктәһен һайлау, тоҫҡау шкалаһын көйләү һәм орудиены сәпкә тоҫҡап, атыу ҙа уның хәрби бурысына инә. Улыбыҙҙы маҡтап, командованиенан рәхмәт хаттары килеп тора, хеҙмәттәштәре лә уны ихтирам итә. Былтыр 9 майҙа Росгвардия бойороғо менән Урал "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға" миҙалы менән наградланды.
Улыбыҙ менән ғорурланабыҙ, сөнки хәрби хеҙмәт йылдарында уның ошоғаса әллә ни билдәле булмаған сифаттары асылды: ул бронетранспортер менән идара итеүгә һәм тоҫҡаусы-оператор хәрби вазифаһын үтәүгә бик тиҙ төшөнөп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙенең оҫталығын, тәүәккәллеген, ҡыйыулығын танытып өлгөрҙө, хәрби хеҙмәткә барымы барлығын күрһәтте. Элек кинофильмдарҙа ғына күреп, дошманға ут яуҙырыусы ҡеүәтле хәрби машинаны йөрөтөргә хыялланған Урал мораҙына иреште. Ләкин шуныһы йәл: уның был хеҙмәте тыныс шарттарҙа үтһен ине лә бит, ә быға һуғыштың сәбәпсе булыуы бик тә йөрәгебеҙҙе өтә һәм әсәһе, туғандары менән беҙҙе көн-төн борсолорға, туҡтауһыҙ уйланып, хәүефләнеп йәшәргә мәжбүр итә. Шуға ла беҙ тиҙерәк һуғыштар туҡтап, һәр беребеҙ түҙемһеҙлек менән көткән тыныслыҡ килһен ине еребеҙгә, тип теләйбеҙ. Иҫән-һау ғына еңеү менән ҡайтырға насип итһен һеҙгә, уландар!
Разия АРЫҪЛАНОВА, Мәләүез ҡалаһы: Мин үҙем "Һуғыш осоро балалары" категорияһына ҡараған быуын вәкилемен. Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙған ваҡытында, Ҡыҙыл Армияның бөтә ҡеүәте менән алышҡан ваҡытында донъяға килгәнмен. Атайым - фронтовик. Һуғыш башланған йылды уҡ үҙе теләп фронтҡа киткән. Тиҙ генә дошманды еңербеҙ ҙә ҡайтырбыҙ, тип уйлаған ул. Тик был дәһшәтле һуғыш оҙаҡҡа, дүрт йылға һуҙыла. 1942 йылда ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә атайым. Яраһы бер аҙ уңалыу менән яңынан сафҡа баҫырға уйлай, әммә уның теләген кире ҡағалар. Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтыуҙың икенсе көнөнә үк колхозға, үҙенең яратҡан эше - ат ҡараусы булып эшкә сыға. Шулай итеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы дөйөм хужалыҡ аттарын ҡараны ул. Кеше яратҡан, тормош яратҡан, ат йәнле ине. Уны белгәндәр әле булһа хөрмәт менән иҫкә алалар. 1939 йылда беренсе тапҡыр Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә лә ҡатнаша ул.
Тик уның һуғыш йылдары тураһында һөйләгәне иҫтә ҡалмаған. Балалыҡ, йәшлек менән үҙем дә һорашмағанмын. Был һуғышҡа, Бөйөк Еңеүгә хәҙерге һымаҡ бик иғтибар ҙа булманы шикелле ул. Һалдаттар, ветерандар ҡартая башлағас ҡына хөрмәт күрһәтә башланылар һымаҡ хәтерҙә ҡалған. Шулай ҙа фронтовик ҡыҙы булараҡ, үҙемде ғорур тотоп йөрөгәнем хәтерҙә. Әле лә Еңеү һалдаты ҡыҙы булыуым менән ғорурланам. Ике улым да хеҙмәт итте, үҙҙәрен алдан уҡ армияға әҙерләне.
Әлеге ваҡытта Махсус хәрби операцияла ейәнем һуғыша. Аҙ ғына хәбәр булмаһа, меңәрләгән әсәләр, өләсәйҙәр, ҡатындар кеүек, ут йотоп ултырам. Шылтыратып, хәбәрләшеп булмаған ваҡыттар ҙа булғанын аңлаһаҡ та, һуғыш бит. Күңелгә бойороҡ биреп булмай. Әммә барма, һуғышма, тип әйтеп тә булмай. Миллионлаған ҡорбан килтереп еңеү яулаған атайҙарыбыҙҙың рухына хыянат итеү була бит. Минең ейәнем, һинең улың бармаһа, кем бара һуң фашизмды юҡ итергә? Бөтә илебеҙҙе баҫып алып баралар бит...
Бармай ҡасып ҡалған егеттәрҙе лә хөкөм итергә йыйынмайым, әлбиттә. Уларҙың шулай йомшаҡ, рухһыҙ булып үҫеүендә улар ғәйепле түгел. Бына яңыраҡ ҡына бер кино ҡараным. Унда геройҙар армияны яза һымаҡ, проблеманан ҡасыу юлы һымаҡ ҡабул итә. Хәрби хеҙмәткә ошолай мөнәсәбәтте рекламалаһалар, тимәк, тиҙҙән унда барырға теләүселәр бөтөнләй булмаҫҡа ла мөмкин. Шуға күрә илһөйәрлек тойғоһон башланғыс кластарҙан ғына түгел, балалар баҡсаһында уҡ тәрбиәләргә кәрәк. Малайҙарҙы "Армияға ебәрәсәкмен йәки армияға барасаҡһың", тип ҡурҡытып түгел, ә "Һин - буласаҡ ил һаҡсыһы", тип үҫтереү мөһим.
Хәйҙәр ХӨСНУЛЛИН, Әбйәлил районы, Байым ауыл биләмәһенең Ветерандар советы рәйесе: Беҙҙең Әбйәлил районы Байым ауылы советына ингән ун ауылдан барлығы 519 кеше Бөйөк Ватан һуғышына киткән, шуларҙың 219-ҙы иҫән әйләнеп ҡайта алған. Улар араһында беҙҙең Ғабдин ауылынан 39 ир-егет һуғышта ҡатнашҡан, яугирҙар иҫтәлегенә бөгөн ауылыбыҙҙа обелиск ҡуйылған. Әммә бер йыл эсендә йөҙ кеше һуғышта алған яраларынан төҙәлә алмай, донъя ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан Яйҡар ауылынан Ғәбдрәүф Баһаүетдинов, Аһылайҙан Сабит Ғәйнуллин, Байымдан Рамаҙан Сөләймәнов иң оҙайлы ғүмерле ветерандарыбыҙ булды, әммә улар ҙа арабыҙҙан китте. Хәҙер Байым ауыл биләмәһендә һуғыш йылы балалары ғына ҡалды, улар араһында Байымдан Мәрйәм Хитабуллина менән Туйыштан Алмабикә Сәйетғәлина - йөҙйәшәрҙәр. Шулай уҡ Ғәлиә Мәхийәнова апай ҙа йөҙгә етеп килә. Ҡалғандары 90-сы тиҫтәне ҡыуған ағай-апайҙар, бик теремек, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған быуын кешеләре. Үҙебеҙҙең Ғабдин ауылынан Мәғмүрә апай Хәлилова һәм Ишһылыу инәй Хибәтуллина ла һуғыш осоро балалары. Уларҙың хәтирәләрен, фәһемле һүҙҙәрен йәш быуын да тыңлап, белеп үҫһен тип, даими рәүештә төрлө саралар үткәреп торабыҙ.
Бөйөк Еңеүгә беҙҙең нәҫел, Әбйәлил районы Оло Ғабдин ауылынан Хөснуллиндар ҙа, ҙур өлөш индергән. Атайымдар ғаиләһендә дүрт ул үҫеп, дүртеһе лә ошо һуғышта ҡатнашып, дүртеһе лә тере ҡайта. Иң өлкәндәре Исрафил апа (беҙҙең Әбйәлилдә атай-әсәйҙән өлкән ир туғанға шулай өндәшәләр), ул пехотала хеҙмәт итә, сержант званиеһында 1944 йылдың урталарында ҡайтып килә. Исрафил апа япондарға ҡаршы ла һуғыша, аҙаҡ немец фашистарын тар-мар итеүҙә лә ҡатнаша. Шунан атайым Зиннәт Хөснуллин - ғаиләлә икенсе, ул да япондарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнашыуы, Хәсән күле тирәһендәге ҡаты бәрелештәр тураһында һөйләй торғайны, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеп, ҡаты яраланып, 1944 йылда кесе лейтенант булып ҡайтып төшә.
Һуғыштан ҡайтҡандарға эшһеҙ ятырға форсат булмай, атайыма ла колхоз рәйесе, аҙаҡ ауыл Советы рәйесе бурыстарын йөкмәтәләр, һуңыраҡ инде малсылыҡта ла эшләне. Уның бер туған ике ҡустыһы Фазулла һәм Сибәғәт ағайҙар иһә Бөйөк Ватан һуғышын артиллерия ғәскәрендә үтә, зенитсылар була. Улар икеһе лә был һуғышҡа 1941 йылда алынып, туғыҙ йыл йөрөп ҡайта. Еңеү иғлан ителгәс: "Һуғыш тамамланды", - тип кенә хат яҙалар ҙа, шунан һуң дүрт йыл бер хәбәрҙәре лә килмәй. Хатта олатай менән өләсәй: "Ҡайҙарҙа ғына ятып ҡалдылар икән?" - тип илашып та йөрөгәндәр. Шунан 1949 йылда Сибәғәт ағай барыһын да таң ҡалдырып, ҡайтып төшә, ул Фазулла ла ҡайтыр, тере, тип хәбәр итә. Германияла улар икеһе һирәк-мирәк күрешеп йөрөгән була. Сибәғәт ағай өлкән сержант, ә Фазулла ағай сержант була. Дүртеһенең дә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, төрлө орден-миҙалдары бар ине, ҡыҙғанысҡа күрә, ниндәй батырлыҡтары өсөн бирелгәне менән ҡыҙыҡһынмағанбыҙ. Наградалары һәм фотолары туғандарыбыҙҙа ҡәҙерләп һаҡлана.
Бөгөн инде Украиналағы Махсус хәрби операцияла үҙебеҙҙең уландар ҡатнаша. Бер туған ағайым Ғайдарҙың кесе улы Таһир, ҡустым Ҡадирҙың улы Тәлғәт алғы һыҙыҡталар. Ауылдаштарыбыҙҙың улдары ла илебеҙҙе нацистарҙан һаҡларға китте. Уларҙың имен-һау йөрөп ҡайтыуын көн дә теләп ултырабыҙ. Ғөмүмән, Байым ауыл биләмәһенән утыҙға яҡын йәш ир-егет бөгөн яу ҡырында, кемеһе ҡайтып, кемеһе китеп тора. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡәһәрле һуғышта ғүмерҙәре өҙөлгән, хәбәрһеҙ юғалған йәштәребеҙ ҙә бар. Ә бит өлкәндәр гел генә: "Беҙ күрҙек, тик балаларыбыҙ күрмәһен!" - тип теләп ултырҙы.
Беҙҙең Рәсәйгә ситтәр һис кенә лә тыныс тормошта йәшәргә бирмәй шул, бер сәбәбе сығып ҡына тора. Сөнки халҡыбыҙ ҙа шәп, ҡаҙылма байлыҡтар ҙа, газ да, башҡаһы ла бар. Ярай әле илебеҙ көслө, етәкселәр ныҡ тора, тип ҡыуанам шуға. Бирешмәйбеҙ. Тик был Махсус хәрби операция ла тиҙерәк осланһын, ә киләсәк быуындар аяҙ күк аҫтында, хеҙмәт баһаһын белеп, көслө һәм тарҡалмаҫ илдә тыныс йәшәһен.
Нурзиә ӘБДРӘШИТОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы: Беҙҙең ғаиләбеҙ Әбдрәшитовтар һәм Кейекбаевтар ғаиләләренән барлыҡҡа килгән. Ҡайным Ғатиф Фәйзрахман улы Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡан. Яраланған, бер ҡулы сулаҡ ине. Матур ғүмер итте. Минең яҡтан Әхмәтйән Кейекбаев ҡартатайым һуғыштың башынан аҙағына тиклем йөрөп, Берлинға етеп урап ҡайтҡан. Һуғыштан алып ҡайтҡан дюралдән эшләнгән ҡалағы әле лә бар. Яңыраҡ ветерандарҙың "Аструм" магазинының тәҙрәләренә ҡуйылған фотоларын ҡарап йөрөнөм. Күптәрен белмәйем, ҡай берәүҙәрен сырамытам, таныш фамилиялар осрай. Ҡапыл әсәйемдең бер туған ҡустыһының фотоһын күреп, илап ебәрҙем. Тимәк, беҙҙең ғаиләнән генә әллә күпме яугир бар.
Һуғыш мәлендә атайым бәләкәй булған әле, ул ун алты йәшлек бер туған апайының Баймаҡ районы Ҡаратал ауылында беренсе булып тракторға ултырғанын һөйләй торғайны. Бер көндө шулай үткәндәрҙе иҫләп ултырғанда атайым ҡапыл илап алды ла китте. "Нимә булды?" тим. "Апайым иҫемә төштө, ун алты йәшлек кенә бала, тракторҙың руленә ҡулдарын һуға-һуға илай, сөнки ҡулдары туңған булған", - ти. Бына нисек еңеү яулаған улар: һуғыш фронтта ла, тылда ла барған. Ҡартатайым Әхмәтйән Кейекбаевтың һуғышҡа алынғанда уҡ бер яҡ күҙе йүнләп күрмәгән булған. Бер ваҡыт ул күҙе буйынса инвалидлыҡ алырға ниәтләп, дауаханаға комиссия үтергә барған. Врачтар: "Бабай, һин бер күҙеңде һуғышта юғалтмағанһың, бала саҡта уҡ юғалтҡанһың", - тип ҡайтарғандар. "Бына беҙҙең медицина хәҙер ниндәй көслө!" - тип көлгән булды, бахыр. Аллаһҡа шөкөр, оҙаҡ йәшәп үлде. Эй, донъя! Олатайҙарҙың орден-миҙалдары теҙелеп торҙо, ләкин улар был батырлыҡтары тураһында ла, һуғыш тураһында ла һөйләргә яратманы...
Әле лә һуғыш бара. Әле минең улым йөрөй Махсус хәрби оперцияла. Орден-миҙалдары ла бар. Мин шул мәхшәрҙән отпускаға ҡайтҡан егеттәрҙең күҙҙәренә ҡарайым.. Улар донъяға ихлас ҡарай, тормошто шул тиклем яраталар, улар өсөн бөтә нәмә лә ҡәҙерле. Улар минут менән йәшәмәйҙәр, секунд менән йәшәргә өйрәнгәндәр. Ғорурланам мин шул балалар менән! Әсәй булараҡ ғорурланам. Улар илебеҙҙе һаҡлайҙар, тыныс донъяның нимә икәнен белеп һаҡлайҙар. Ил ҡөҙрәтен, тыуған тупраҡты, атай-әсәйҙең, туған-тыумасаһының, балаларының ҡәҙерен белгән балалар бөгөнгө көндә Махсус операцияла ҡатнаша. Рәхмәт уларға!
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА