Мәғлүм булыуынса, йыл һайын 12 июндә баш ҡалабыҙ Өфө көнөн билдәләү ныҡлы йолаға әүерелде. Ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килгән һуң был дата? Ул йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт идаралығы етәксеһе, Ҡала көнөн байрам итеү йолаһын ойоштороусыларҙың береһе Борис Андреевич ЛАРИОНОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
БорисАндреевич, яңы байрам хаҡында уй кемдең башына килде һәм иң беренсе Өфө көнөнә әҙерлек нисек барҙы?
- 1990 йыл ул ваҡыттағы Өфө мэры Михаил Зайцев мине ҡала Мәҙәниәт идаралығы етәксеһе вазифаһына эшкә саҡырҙы. Бик ҡыҙыҡлы йылдар ине ул ваҡыт: Рәсәй донъя даирәһен иңләй, Көнбайыш тәжрибәләрен үҙләштерә һәм иҡтисадтан алып мәҙәниәткә тиклем бөтөн өлкәләрҙә лә бығаса булмаған яңы йолаларҙы индерә. Яңы урында эш башлап 3-4 ай үткәс, мине мэр саҡыртып алды һәм бөгөн ҡала көндәрен үткәреү модаға әйләнеүен белдереп, беҙгә лә Өфө көнөн булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтте. "Өфө ҡасан барлыҡҡа килгән, ниндәй көнгә йүнәлеш тоторға?" - тигән һорау бирҙе. Миңә яурындарҙы ғына һикертергә тура килде. "Әйҙә, шул эш менән шөғөллән!"- тип бойорҙо Зайцев.
Һәм һеҙ тура архивҡа йүнәлдегеҙме, эште нимәнән башланығыҙ?
- Был мәсьәләлә беҙгә тыуған яҡты өйрәнеүсе ирле-ҡатынлы Гудковтар бик ныҡ ярҙам итте. Ул ваҡыттағы Фәндәр академияһының вице-президенты Раил Кузеевҡа ла мөрәжәғәт итергә тура килде. Шулай итеп, бер нисә дата аталды, һәм беҙ Рәсәй көнөнә - бөтә ил буйынса ял көнө булған 12 июнгә туҡталдыҡ.
Ә байрам сценарийын кем яҙҙы, сараның режиссеры кем булды?
- Сценарийҙы мин ярҙамсым Вадим Осипов менән бергәләп яҙҙыҡ. Байрам сараһы ҡала Советы алдындағы майҙанда Өфө кремле тирәләй барырға тейеш ине. Тик күптән янып юҡҡа сыҡҡан кремлдең макетын эшләү ябай ғына мәсьәлә булып сыҡманы. Уны беҙгә билдәһеҙ авторҙар күҙ алдына килтереп ижад иткән гравюралар буйынса Художество фондында киндергә төшөртөп алдыҡ. Икенсенән, был бик ҡиммәткә төштө, әлбиттә, ләкин мэр бының өсөн аҡса йәлләмәне: тәү тапҡыр Өфө көнөнөң ҡала тарихында сағыу, матур һәм йөкмәткеле тамаша булып ҡалыуын бик теләй ине ул.
Шунан, тамаша нисек килеп сыҡты һуң? Мәскәүҙән ҡунаҡтар саҡырҙығыҙмы?
- Тамашаның төп ваҡиғаһы - ул тарихтан билдәле ете башҡорт ырыуы вәкилдәренең Аҡ батшаға барымтасылар яуынан яҡлау һорап барыуҙары, ҡала-нығытма төҙөлөшөнә рөхсәт алыу ине. Театрлаштырылған был тамаша бик сағыу килеп сыҡты һәм йөҙәрләгән өфөлө иғтибарын йәлеп итте. Беҙгә бының өсөн бик тырышырға тура килде, әлбиттә: тарихи кейемдәр һыҙмаларын эшләп, 90-сы йылдарҙағы көрсөк заманда костюмдар тегеү өсөн тауар һатып алынды. Уның ҡарауы, костюмдар иҫ киткес матур килеп сыҡты, ҡарап туймаҫлыҡ! Шәп концерт әҙерләнек: башҡорт һәм рус йыр-моң ынйыларынан төҙөлгән фольклор номерҙары, заманса эстрада сығыштарының һәр береһен тиерлек йыйылған халыҡ аншлаг менән оҙатты. Мәскәү менән Питерҙан артистар саҡырып торманыҡ, бының өсөн ул йылдарҙа продюсерлыҡ шөғөлө әллә ни үҫешеп етмәгәйне әле. Үҙебеҙҙең йондоҙҙар ҙа бына тигән сығыш яһаны. Ул ваҡытта "Мираҫ" ансамбле лә әле танылыу алмағайны, шуға ҡарамаҫтан, уның ойоштороусыһы - Приборҙар төҙөү заводының Мәҙәниәт һарайы директоры Геннадий Анищенко гүзәл сәнғәт ынйылары өлгөһө булырлыҡ коллектив бейеү композициялары ҡуя башлағайны. Ул ошо фольклор коллективының нигеҙен тәшкил иткән таланттарҙы республика буйлап бөртөкләп тигәндәй йыйҙы.
Өфө байрамына ситтән ҡунаҡтар саҡырыла инеме?
- Мотлаҡ! Үҙебеҙҙең данлыҡлы шәхестәрҙән халыҡ шағиры Мостай Кәрим, халыҡ рәссамы Борис Домашников, атҡаҙанған скульптор Николай Калинушкин, композитор Заһир Исмәғилов һәм башҡалар. Михаил Алексеевич Зайцев күрше Силәбе, Ырымбур, Пермь ҡалалары мэрҙарын саҡырҙы. Хатта Татарстан президенты Минтимер Шәймиев та килеп еткәйне, улар Мортаза Рәхимов менән байрам майҙансыҡтарын ҡарап йөрөнөләр. Салют та булды.
Ҙур байрамдар, ғәҙәттә, мажараларһыҙ үтмәй торған, бер заман шулай һыбайлылар парадында ла ниндәйҙер хәл булып алғайны түгелме ?
- Элек ҡала байрамдарын үткәргәндә парадтар маршы була торғайны. Шулай бер йылды (был КПСС заманында уҡ әле) бөтөн республиканан йыйылған 120 һыбайлы парады бара. Иң алда, әлбиттә, генерал Шайморатов булып кейенгән һыбайлы легендар шәхес хаҡындағы йыр оҙатыуында килә. Ҡапыл уның аты нимәгәлер эләгеп йығылды ла ҡуйҙы. Баҡтиһәң, атты асфальт юлға ярашлы итеп дағаламаған булып сыҡтылар. Ни эшләргә? Шул саҡ Әбйәлил районынан килгән һыбайлы бер ҙә юғалып ҡалманы: атынан һикереп төштө лә, йүгәнде "генерал"ға тотторҙо. Тегеһе атҡа һикереп менде лә, "Алға!" тип ҡысҡырып, парадҡа команда бирҙе һәм марш бер ни булмағандай юлын дауам итте. Ә минең ҡот "табанға" төшкәйне инде. Аҙаҡтан Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар - партия Үҙәк Комитеты хеҙмәткәре менән Пушкин исемендәге театрҙың баш режиссеры Гоголев мине ҡамап алдылар ҙа: "Нисек итеп һеҙ был сәхнәне шулай тәбиғи һәм ышандырырлыҡ итеп бирә алдығыҙ?" - тип төпсөнөп, йәнемде ҡыйып бөттөләр.
Тантаналы марш, тигәндән, тынлы инструменттар оркестры парадын да ярата ине халыҡ. Спорт һарайынан алып ҡала Советына тиклем торбасылар, барабансылар дәртле марш көйҙәрен уйнап, йәйәүләп Ленин һәйкәленә килеп етәләр ине. Өфө байрамында ана шундайҙарҙан 12 марш-парад үткәрҙек. Бындай парадтарҙы иң тәүҙә партияның Башҡортостан өлкә комитеты секретары Миҙхәт Шакиров Латвия баш ҡалаһы Рига байрамында күреп ҡайтҡан һәм шундай уҡ сараны Өфөлә лә үткәрергә тәҡдим иткәйне. Беҙ, бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм музыканттар, ошо тәжрибәне өйрәнеү маҡсатында хатта Риганың үҙенә лә барып ҡайттыҡ һәм бик оҡшаттыҡ. Мин бөгөн ошо музыкаль традицияны тергеҙеү хыялы менән янам. Был, берҙән, халҡыбыҙ, айырыуса йәштәребеҙ күңелен илһөйәрлек тойғоһо менән байытыр, патриотик йыр-көйҙәребеҙгә иғтибар һәм ихтирам уятыр ине.
Борис Андреевич, Һеҙ байтаҡ йылдар буйы урам һәм ҡала майҙандары байрамдары үткәреп, Өфө халҡын, баш ҡала ҡунаҡтарын ҡыуандырған кеше булараҡ, бөгөн ниндәй хәтирәгеҙҙе айырыуса йылылыҡ менән иҫкә алаһығыҙ?
- Күп нәмә иҫкә төшә, әлбиттә. Шул йылдарҙа миңә сәнғәтте, баш ҡалабыҙ Өфөнө яратҡан күренекле мәҙәниәт әһелдәре менән бергә эшләү бәхете тейгәне өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Геннадий Анищенконың "Мираҫ" ансамбле хаҡында алдараҡ әйтеп киткәйнем инде. Ул ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең фанаты ине. Алыҫ башҡорт ауылдарына барып, халыҡтың нисек бейегәнен күҙәтеп, йыр-моңдарын, халыҡ йолаларын өйрәнеп, яҙҙырып алып йөрөр булды һәм аҙаҡ ҡайтып, төрлө бейеү композициялары ҡуйғанда шуларҙы файҙаланды. Уға хатта легендар балетмейстер Игорь Моисеев та кәңәштәр һорап йыш мөрәжәғәт иткән, был турала күпселек белмәй ҙә хатта. Йәл, шундай шәхестәребеҙ онотола бара... Унан һуң, "Мираҫ"ты ҡабул итеп алған шәп балетмейстер Валерий Степанов та был коллектив менән эшләп, бай мәҙәни мираҫ ҡалдырҙы. Үкенескә, ул да донъянан иртәрәк китеп барҙы. Ошо ике шәхестең дә Өфө тарихында исемдәрен мәңгеләштереү кәрәк, тип уйлайым, улар бындай ихтирамға бик тә хаҡлы: Башҡортостан сәнғәтен аҫыл бейеү өлгөләре менән байытыуға күп көс һалды улар.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...
ҮТКӘНДЕҢ КИЛӘСӘККӘ ТАУЫШЫ
Ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 12 июнь Дуҫлыҡ монументында 1974 йылда һалынған ваҡыт капсулаһын урынынан алып, уны асыу тантанаһы буласаҡ.
Ваҡыт капсулаһы киләһе быуындарға бынан 50 йыл элек, баш ҡалабыҙҙың 400 йыллығы байрамында һалып ҡалдырылған булған. Был идеяны ҡаланың ул саҡтағы комсомол комитеты секретары Валерий Ижорский тәҡдим иткән. Капсула ярты мертлап оҙонлоғондағы төргәкте хәтерләтә. Ул Башҡортостанда ҡойолған суйын корпусҡа һалып ҡалдырылған.
Өфөнөң 400 йыллығы исемендәге сквер һәм ундағы капсула тарихы ул ваҡыттағы Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе Әҙһәм Вәлиев тырышлығы менән бойомға ашырыла. "Капсулаларға мода" СССР-ҙа йыһанды яулау һәм тәүге космонавтар менән бергә килде. Капсула идеяһын Мәскәү комсомолдары башлап ебәргән, тинеләр һәм аҙаҡ ул бөтә илгә тарала. Киләсәк быуындарға металл эсенә һалып ҡалдырылған мөрәжәғәт төрлө уңайҙар менән башҡарыла башлай: яңы производство, союз магистралдәре, ҡалалар һәм ҡасабалар төҙөүгә арнала улар. Өфөгә лә килеп етә был идея. Ҡала комсомолы Вәлиевҡа был тәҡдим менән 1974 йылдарҙа уҡ мөрәжәғәт итә. Вәлиев был проектты хуплап ҡабул итә. Партияның ҡала комитеты секретары Сергей Воронинскийға ла оҡшай тәҡдим, һәм улар икәүләп партия өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа был турала еткерергә ашығалар. Ләкин ҡырыҫ холоҡло һәм үҙһүҙле беренсе секретарь Миҙхәт Закир улы: "Юҡ менән булмағыҙ!"- тип ҡырт киҫә. Бына ни өсөн ул йылдарҙағы гәзит һандарында капсула хаҡында хәбәрҙәр юҡлығы хәҙер аңлашыла. Һуңынан, һөйләүҙәренсә, Миҙхәт Шакиров һыуына төшә һәм инструкторы аша капсула һалыуға ризалығын бирһә лә, был хаҡта артыҡ шау-шыу ҡуптармаҫҡа ҡуша. Ләкин Өфөнөң буласаҡ юбилейы беҙгә туған баш ҡалабыҙҙың тарихын, үҫеш этаптары һәм йүнәлештәрен һәм иң мөһиме - йәш быуындарға үткәндәрҙең нимә васыят итеп ҡалдырғанын белергә һәм йәмғиәтебеҙ һүҙен - хәтерен улар күңеленә еткереү бурысын ҡуя.
...Һәм бына беҙ юбилей йылына аяҡ баҫтыҡ. Был хаҡта китаптар яҙыла, конкурстар, фестивалдәр, күргәҙмәләр әҙерләнә, юбилей төҙөлөштәре үҫеп сыға. Ярты быуат элекке кеүек үк, тантананы көҙ, уға халыҡ-ара форумдарҙы һәм донъя чемпионаттарын тап килтереп үткәреү ҡарала. Өфөгә юғары федераль ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Тик шуға ышанғы килә: йәштәрҙе һәм мәктәп уҡыусыларын саҡырып, тарихи капсуланы асыу тантанаһы рәсми ваҡиғалар теҙмәһендә юғалып ҡалмаһын, ә, киреһенсә, тантананың иң юғары нөктәһе булып, һүҙҙә түгел, ғәмәлдә илһөйәрлек тәрбиәләү өлгөһөнә әүерелһен ине.
Галина ИШМӨХӘМӘТОВА.
"Уфа" журналынан.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА