-Һи-и-и, мындай весың менән... Үләкһә... - Сибәр табип ҡыҙ алдында баҫып торған тәбәнәк буйлы ҡаҡлас егеткә йөҙөн сирып ҡараны. Буласаҡ һалдат әллә арыҡ кәүҙәһенән оялды, әллә эске кейеменән тартынды, ҡыҙарып, итһеҙ нәҙек ҡулдарын артына йәшереп, килешһеҙ тапанды. Табипты егеттең уй-кисерештәре ҡыҙыҡһындырмай ине, бер саҡырылышта ғына уның ҡулынан йөҙләгән призывник үтә, шуға йәнһеҙ әйберҙе тикшергәндәй ҡыланды. Сибектең ауыртҡан еренә баҫҡанын һиҙмәне сибәркәй, бөксәйеп, тағы ла бәләкәсәйгән бисараны әптән юҡҡа сығарып ҡуйҙы:
- Рәсәй армияһы һиндәйҙәр менән көслө инде, хи-хи-хи...
Өҫтәл артындағы ҡаты ҡышта күтәртә яҙып, ҡара тупраҡҡа тояҡ терәгән һыйыр һымаҡ ябыҡ ҡатын, ҡыҙыҡһынып, оҙон муйынын һуҙҙы. Ул егеттең ауырлыҡ-оҙонлоғон теркәгән ыңғайы һонтор кәүҙәһе менән бергә күнәк элерлек осло яуырындарын һерелдәтеп хихылданы ла, ихласлап мыҫҡыллауға ҡушылды:
- Ошондай ил һаҡсыларына ышанып... Йоҡлағанда яҫтыҡ аҫтына балта һалып ятмағанда...
- Ишегеңде йөҙ ҡат йоҙаҡҡа бикләп, тиген! - Кәртинкә ҡыҙ "үләкһә"гә сәнсеп ҡарап, күҙҙәрен йомдорғансы сәпәне.
Эх, белһәләр икән егеттең эсендә ниҙәр ҡайнағанын! Бармаҡ башындай әпәйгә тилмергән ас әҙәмдәй күҙҙәрен мөлдөрәтеп баҡты ул мыҫҡыллаусыларға. Ниндәй генә һүҙ булһа ла күтәрергә әҙер егет яҙмышын алдында торғандар хәл итә бит. "Алһалар ғына ярар ине, алһалар ғына ярар ине", - тип дөп-дөп типте йөрәге. Бүлмәлә һалҡынса булһа ла, тиргә батты ҡаҡса кәүҙәһе, маңлайында ҡалҡҡан бөрсөк-бөрсөгө тәҙрәнән төшкән һүрән яҡтылыҡҡа йылтыраны, борсолоуҙан эсе борорға тотонмаһынмы. Һөйләп бирергә теле генә әйләнмәй. Шуны ла аңла-мағастары: илһөйәр кешегә Тыуған ил алдындағы бурысын үтәү мөһим дә һуң. Борон-борондан ир ҡоралға ынтылған, мылтыҡтан атып, дары төтөнөн еҫкәп, үҙен ысын ир-егет итеп тойоу елкендерә һәр көслө затты. Үҫмер саҡта барыһының да шөрләгәне - ут-һыу кисеүҙән мәхрүм ҡалып, ғүмерлеккә ауылдаштары, бигерәк тә ҡыҙҙар алдында хурлыҡҡа төшөү.
Хәүеф яҡынлағанын һиҙеп, егет баҙаны, ғәргә тейеүҙе ишетмәҫкә теләп, сытырлатып күҙҙәрен йомдо ла, муйынын эскә тартты...
* * *
Унынсыны алдынғылар рәтендә тамамлаһа ла, күп кенә тиҫтерҙәре ише мәктәптән һуң училищеға уҡырға инде Ғәлим. Атаһына оҡшап, тракторсы булыу ине хыялы. Бәләкәйҙән тимер-томор араһында буталып, тимер ене ҡағылғайны егеткә, баҫыу техникаһы күңел түрен биләне. Училищенан һуң артабанғы хыялдары күп ауыл малайыныҡы һымаҡ ябай: армия, колхоз, кәләш алыу, өй һалыу, донъя ишәйтеү. Әммә көтмәгәндә йәшәү графигы боҙолдо егеттең. Алдан ҡоролған тормош кәмәһе һәүетемсә генә ағым ыңғайына аҡҡанда, осло төпһәгә эләгеп, түңкәрелгәндәй булды. Әрмегә саҡырылыу ваҡыты яҙын ине, олонан табын ҡороп, туғандары иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалғайны, ауырлығың етмәй, тип, Өфөнән бороп ҡайтарҙылар. Ғәрлеге ни тора, бөтә ауыл менән оҙатҡайнылар бит, ғәм алдында үҙен ысын ил һаҡсыһы итеп тойғайны. Етмәһә: "Ғәлим, беҙ һиңә ышанабыҙ, атай-олатайҙар йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермә", - тип барыһы ла уға өмөт менән баҡҡандай ине. Их, ни битең менән кире ҡайтаһың! Автобустан төшкәс, әрәмәлеккә сумып кис еткерҙе Ғәлим, тауыҡ күҙе бәйләнгәс, ҡаса-боҫа һаңғырау тыҡрыҡтарҙан өйөнә тартты.
* * *
Беренсе көндә, ояһына төшөп ҡасҡан йомрандай, ишектән башын да сығарманы, йомошона хатта асмалы тәҙрә аша барыр булды. Иртәгәһен бала саҡтан оҡшатып, әле күҙ һалып йөрөгән күрше ҡыҙы Гөлсирә, ҡойма аша "һалдатты" шәйләп, уйламаҫтан үпкәләтте: "Хеҙмәтең үттеләме ни?" Ғәлим яуапҡа ауыҙын асҡансы, сылтырап көлөп, өйөнә йомолдо оҙон сәс. Ах, мәсхәрә-ә-ә, күрше ауыл егеттәре менән танауға танау килгәндә тас маңлайға эләккән йоҙроҡтан яман ине быныһы. Туғыҙҙы тамамлаған эскерһеҙ ҡыҙҙың ябай хәбәре шулай шаңҡытыр тип башына ла килмәгәйне. Ныҡ кәмһенде шул мәл, етерлек туҡланһа ла, йоҡмаған тәнен ҡапшап, көҙгөләге сағылышына текләп оҙаҡ торҙо, аҙаҡ мендәргә ҡапланып көнө буйы ятты. Ҡолағында күрше гүзәленең һүҙҙәре яңғырап тик торҙо, йөрәге янды егеттең, йәне үртәлде. Хәрби кейемдәге бәхетле тиҫтерҙәрен күҙ алдына килтереп, тағы бөтөрөндө, байтаҡ ҡына ваҡыт хистәрен йүгәнләй алмай аҙаплады. Бер көн кипкән балыҡтай еҙнәһе лә, шаяртып, утҡа кәрәсин өҫтәне: "Көймә бушҡа, ҡәйнеш, һәйбәт әтәс һимеҙ булмай ул..." Өс йыл әрме һурпаһын һемергән атаһы ҡара янып, танауын төшөргән кинйәһен тынысландырҙы: "Егетмен тигән кеше юҡ-барға бирешеп барамы шул, ана, ҡатыҡ-иттән өҙөлмә, күберәк хәрәкәт ит. Ярты йылдан, бармайым, тиһәң дә алып китерҙәр". Ағалары йомарлап тимер бөгөрлөк шул, йылға буйында үрә ҡатҡан һомғол тирәктәр шикелле. Ғәлим үтә кәтмәндәй ҙә түгел, ваҡыты еткәс, шулар һымаҡ һуҙылыр, тип уйлайҙыр. Мөғжизә тыуһа икән дә, әкиәттәге һымаҡ, ай үҫәһен көн үҫеп.
Әсәһе лә һиҙгер, улының кем тип йән атыуын белә йөрөй, шуға һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙы: "Төҫ тиһәң - төҫөң, буй тиһәң, буйың бар, улым, мына, Алла бирһә, әрмеңә лә алырҙар. Ике йылдан тағы ла килбәтлерәк булып ҡайтып төшһәң, артыңдан ҡыҙҙар үҙҙәре йүгерер". Шулай тип өмөт сатҡылары ҡабыҙып әүрәтә лә, тәмле-тәмле аштар бешереп һыйларға тырыша ғәзизен. Ауылда көҙгә саҡырыласаҡ ике синыфташы ла хәленә инеп, тупһа тапаны. Улар ҙа мәктәптә: "Күркә елгә һимерә, һин дә һарай башына менеп ҡунаҡлап ҡара, бәлки күҙгә ташланырлыҡ көрәйерһең", - тип, аҙ үсекләмәгәйне, әле ҡайғыһын уртаҡлашып, өлкәндәрсә кәңәш-төңәш ҡорҙолар. Ҡартатаһы, мәлен тура килтереп, әҙме-күпме асҡыс тапты ейәненең күңел һандығына. "Ҡалайтаһың, улым, Хоҙай кәүҙә бирмәгәс", - тип яраһына тоҙ һибеп торҙо ла, һүҙен дауам итте: "Һинең булмышың шул. Беҙҙең халыҡта матур бер мәҡәл бар: ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә. Ана, урам буйлап әҙмәүерҙәй ир-ат, араҡынан алйып, ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йөрөй, уларҙың илгә файҙаһы бармы инде? Кәүҙәләме эш, аҡыл кәрәк, аҡыл..."
* * *
Яҙғы ташҡындан һуң үҙ ярҙарына ҡайтҡан йылғалай, яйлап тынысланды Ғәлим. Кешенән күпме генә ситләшмәһен, уны гараж тирәһе магниттай үҙенә тартты, ике ай тирәһе сыбыртҡы шартлатып, һыҙғырынып йөрөнө лә, ҡан даулаған һөнәренә күсте, бригадир ярҙамында етемһерәп ултырған тракторҙы йүнәтеп алды. Ауылда механизатор йыл әйләнәһенә бушамай. Баҫыуҙарҙа уңыштан һуң һалам эҫкерттәре баш ҡалҡытҡас, ер һөрөү башланды. Егет халыҡ араһында мәж килеп өйрәнгәйне лә, бер көндө әсе теллеһе, эшкинмәгәнлегенә төрттөрөп, иҫке яраһын ҡайтанан яңыртты. А-а-ах, ниңә генә шулай бәғерһеҙ икән ауылдаштары, ниндәй ғәйебе бар һуң уның? Һаҡһыҙ ҡыланып, яңы балалыҡтан сығып, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа башлаған үҫмерҙең рухын йығыу бит! Быяланы бер ваттыңмы, йәбештереп ҡара! Уйланып, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне Ғәлим, тағы йомоҡланды. Өндәшмәй баш баҫып тир түкте, йыш ҡына ваҡыт иҫәбен юғалтты, ҡайһы саҡ бригаданы аптыратып, ҡараңғы төшкәнсе гектарҙарҙы иңләне. Лайыҡлы маҡтауҙарына ла ҡолаҡ һалманы егет, трактор ҡарышлауыҡтарының шатырлауы ғына иғтибарын ала, ә уйҙарында ул ҡайҙалыр алы-ы-ҫта, сик буйында, автомат аҫы, сит яҡты күҙәтә, дошмандар һөжүм иткәндә батырҙарса ҡаршы тора, ҡамауҙа ҡалһа, Ватаны өсөн ғүмерен дә бирергә әҙер. Шулай хыял диңгеҙендә йөҙөп, күңеле күтәрелә бер аҙ, тик әлеге тауыҡ кеткелдәр хәле иҫенә төшөү менән тәрән көрһөнөп ҡуя.
Кистәрен клубҡа аяғы тартманы Ғәлимдең, йәштәргә күренһә, күҙ астырмай көлөрҙәр һымаҡ, эштән ҡайтып әйләнгәнендә генә күрше ихатаны байҡаны. Ҡыҙҙың ҡаршына барып өндәшергә оялды егет, нимә тип һүҙ ҡатһын, яратам, тик эйәреп йөрөй алмайым, тиһенме? "Кит, бешмәгән", - тип ысҡындырһа, йығыл да үл. Өйҙә йоҡлап ятһа, клубтан Гөлсирәне кемдеңдер оҙатыуы ла мөмкин бит әле, башҡаларға ла оҡшауы бар ундай матурҡайҙың, шуны уйлап йөрәге ҡыҫыла. Бер төн хатта ҡойма артына боҫоп, уйындан ҡайтҡандарын көттө, янында иптәш ҡыҙҙарынан башҡа егет-елкенсәкте абайламағас, ҡыуанғаны-ы-ы! Көндөҙ ымһындырғыс һынды бер күреп ҡалһа, тағы ла дәртләнеп тотондо эшенә, тамағына аш барҙы, әсәһе ҡыҫтырып ебәргән тәм-томдоң валсығын да ҡалдырмай йыпырып ҡуя. Ашханала бешерелгән төшкө бутҡаны ла ситкә этмәне бөтмөр тракторсы, өҫтәп, баҡса йәшелсәһе менән туҡланды. Юҡ, булмаһа булмай икән, ашағаны елгә оса әллә, көҙгө алдына барып баҫыу менән кәйефе юғала, йоҡа кәүҙәһен тикшереп, ҡабырғаларын һанап эсе боша. "Шауҡал малды аны артынан сыҡҡансы ашатһаң да шалдырлап торған һөйәктә ҡала", - ти торғайны атаһы, мандымаған һыйырҙы әрләп. Ғәлим, бәлки, көҙгө алдайҙыр, тип төпкө бүлмәләгеһенә яҡынлап, мускулдарын ҡатыра, ә яуырындан түбән ҡаҙ йомортҡаһылай төйөр, киреһенсә, сыбыҡтай ҡулдарын йәмһеҙләй. Уфтанып, үҙен баштан-аяҡ күҙҙән үткәрә, йөҙө әртистәрҙекеләй матур, килешле былай, э-э-эх, кәүҙәһе шул, кәүҙәһе-е-е!
ҠАЙҒЫ УРТАҠЛАШАБЫҘ
Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Сабит Фазлыев 2024 йылдың ғинуарында РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, Махсус хәрби операцияға китә һәм күп тә үтмәй, "хәбәрһеҙ юғалды" тигән хәбәре килә. Ошо көндәрҙә уны тыуған яғы Ейәнсура районына алып ҡайтып ерләнеләр.
- Әҙәбиәтебеҙ өсөн ҙур юғалтыу кисерәбеҙ. Сабит Фазлыевтың ижады хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә айырым урын алып тора. Уның "Ҡара этап" романы журнал вариантында баҫылып сыҡҡас, күренекле яҙыусыларҙан юғары баһа ала. Уҡыусылар ҙа коллективлаштырыу, ер тартып алыу, крәҫтиәндең яҙмышы, репрессиялар, Себер һөргөнө, тыл, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ауыл тормошона арналған был әҫәрҙе яратып ҡабул итте, авторҙы ижади осрашыуҙарға йыш саҡырҙылар, - тип һөйләй Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов. - Сабит Мәғәз улының ижади мөмкинлектәре ғәйәт ҙур ине. Уның повесы хәҙер рус телендә баҫмаға әҙерләнә. Батырҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, әҙәби мираҫын киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 – 16 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА