Кәкере ҡайындар
Буранбайҙы Рәз тарафына оҙата барған Ихсанға Ишмөхәмәт сәсән шундай бурыс йөкмәткәйне. Улар Ҡыҙыл йылғаһынан Рәзгә барыһына ла таныш булған күс юлы буйлап түгел, тик бик аҙҙарға билдәле булған боронғо йәшерен һуҡмаҡтар аша һыбай үтергә тейеш. Ихсан ай яҡтыһында йөҙ аҙым самаһы алдараҡ алғасҡы булып бара, әгәр ҙә юлында эт-ҡош осраһа, кире борола һалып килеп, йә ҡорҡолдаҡ тауышы сығарып, Буранбайҙы иҫкәртергә бурыслы.
Ҡыҙыл, Биҙгенде, Әхмәр, Ғәйсәр йылғаларын кисеп үтеп, Үләнде, Суртанды, Ҡарабалыҡлы, Мауыҙҙы тигән күлдәрҙе берәм-берәм артта ҡалдырып, тау һыртынан уратып бара биргәс, алдарында осраған тағы ла байтаҡ шишмәләрҙе кисеп үттеләр. Ҡалын урмандарға килеп төртөлгәс, йәшерен һуҡмаҡтан ситкә сығып, урман шишмәһе янында туҡтап ял итеп, үҙәк ялғап алырға булдылар. Шунда ғына һөйләшергә форсат табылды. Аңдып тороусыларҙан да һаҡланыу әмәле ине уларҙың өнһөҙ барыуы. Төндә тауыштың алыҫҡа яңғырап ишетелгәнен, Ишмөхәмәт сәсән әйткәнсә, Урал һандуғасы Буранбай үтә лә яҡшы белә булыр. Ауыҙҙарынан сыҡҡан һәр һүҙҙе шишмә үҙенә эләктерә һалып йотоп, үҙенсә йырға әйләндереп түбәнгә алып китә торҙо.
"Юлда барғанда Буранбай ағайға юҡ-бар һорау биреп башын ҡатырма. Өнһөҙ барһағыҙ, эт-ҡошҡа ла тәл булмаҫһығыҙ..." тигәйне ағаһы Ихсанға. Бик-бик һөйләшкеһе килгәйне исеме үҙенән йөҙәр саҡрым алда йөрөгән, йырҙары йәшен тиҙлегендә башҡорт иленә таралған атаҡлы Буранбай сәсән менән. Шуға күрә Буранбайҙың туҡталып үҙәк ялғап алырға тигән тәҡдименә уғата ҡыуанды Ихсан. Уға алдан әҙерләгән һорауын бирергә тип ауыҙын асыуы булды, Буранбай алдан өлгөрҙө.
- Ошо урында беҙ, Ихсан улым, ике тараф китеп, хушлашабыҙ. Һин кире ауылыңа ҡайтаһың, мин - Рәзгә табан. Артабанғы юл айыуҙар төйәгенән, ҡалын урмандар аша үтә, - тине өлкән юлдашы көтмәгәндә. -Айыуҙарға табыш, ем булырға теләгән кем мине ҡалын урман араһында аңдып ултырһын...
- Юҡ, Буранбай апа, мин һине Рәзгә тиклем оҙата барам, - Ихсан әле үткән юлдары тарафынан ҡул иҙәне. - Ишмөхәмәт ағайым шулай ҡушты...
- Юҡ, Ихсан туғаным, мин ике һөйләй белмәйем... - Был һүҙҙәрҙе Буранбай өҙөп етди итеп әйтте, егеткә ҡаршылашып торорлоҡ әмәл дә ҡалдырманы. - Ҡайтҡас, Ишмөхәмәт ағайыңа әйтерһең, кирегә Һаҡмар яғына боролғанда мин Балапанға тағы ла һуғылырмын. Ҡош теле ебәрермен...
- Ишмөхәмәт ағайым һине Рәзгә тиклем оҙата бармағас, әргә алмаҫмы, эттән алып, эткә һалып һүкмәҫме, Буранбай апа? - Ихсан һаман да һуңғы һаламға йәбешергә теләгәндәй, Буранбайға ҡарап-ҡарап алды. - Айыу килеп сыҡһа ла, икәү икәү булырбыҙ...
- Ә һинең, Ихсан улым, айыуҙың айыуға ташланғанын күргәнең булдымы? - Буранбай кесе юлдашына бығаса һис тә ҡыланмағанындай, йылмайып баҡты.
- Юҡ та, - булды уның кинәйәһенә нимә тип яуапларға ла белмәгән Ихсан. - Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай инде ул...
- Хаҡ һүҙең, Ихсан туғаным, -Буранбай һаман да кинәйә йомғағын тәгәрәтә бирҙе, - айыуға ла айыу һунар итмәй...
- Аңламаным, Буранбай апа... -Ихсан уның һүҙҙәренә төрлөсә фараздар диңгеҙендә йөҙә ине булһа кәрәк, шуғалырмы, берсә етди төҫ алды, берсә йылмайҙы, шулай ҙа әйтеп ҡуйҙы. - Ярар, ауылға ҡайтҡас, Ишмөхәмәт ағайымдан һорашырмын...
Ошоноң менән уларҙың әңгәмәһе тамам да булды. Буранбайҙы Рәз буйына тиклем оҙата алмағанына ҙур ҡыйынһыныу тойғоһо менән Ихсан Балапан яғына ҡайтып киткәс, Буранбай оло донъя менән япа-яңғыҙы тороп ҡалды. Сибайҙан Талҡалаға табан ҡуҙғалғандан алып, аҙаҡ Игорь Глазуновтың фатирында сирле кешегә һалышып ятҡанында мейеһен туҡтауһыҙ быраулаған, бәғерен ҡанатып тырнаған тынғыһыҙ уйҙарынан, хафалы борсолоуҙарынан башы тубалдай булғайны былайҙа.
Шартлай яҙҙы ул. Донъялар түңкәрелеп киткәндәй: әллә башы әйләнә, әллә ер тетрәйме? Әллә заман ахыры тигәндәре ошомо? Ҡиәмәт көнө яҡынлашамы? Ысҡынып ҡына китһәсе ул уйҙары башынан. Үлеп кенә ҡотолоп булырлыҡ әмәле. Әгәр ҙә уларҙан ҡотола алмаһа, үҙе донъялыҡтан ысҡынып китер төҫлө. Тик баҡыйлыҡҡа барып ҡына ҡотолоп буламы икән бындай хәсрәтле ғазаптарҙан? Әммә был иң анһат юлдыр, тик ҡотолоумы икән? Бындай көфөр уйҙарым өсөн берүк ғәфү итһен ине мине, Илаһым!
Ихсан менән хушлашып, урман юлына төшкәс кенә ул яңғыҙлыҡтың ни тиклем ауыр икәнлеген аңлағандай булды. Һәр бер һүҙенән, ҡарашынан күңел торошон үтәнән-үтә күргән Ишмөхәмәт юҡҡа ғына уның артынан Ихсанды эйәртеп ебәрмәгән. Сәсән сәсәнде аңлағандыр. Бәлки, уға егетте кире ауылына ҡайтарып ебәрәргә лә кәрәк булмағандыр. Ярай әле Ишмөхәмәт уға шәп ат эйәрләткән, ярай әле аты өркәк түгел, ярай әле таянырға өҙәңгеләре, тотонорға эйәр ҡашағалары бар. Әгәр ҙә ошо уйҙары шойҡанына түҙә алмайынса, эйәренән ҡолаһа, ерҙең аҫты өҫкә килер, барлыҡ донъя емерелер, саңға буталыр, мең сыраҡҡа онталыр, сәрпәкләнер һымаҡ.
Үлемдән оят көслө. Эйәрҙән ҡолап ҡалыу - башҡорт өсөн ғәрлек. Ул үлемгә тиң. Әммә үлемдән ҡурҡҡан өсөн генә түгел, ҡандаштарына, ырыуҙаштарына, күҙенә мөлдөрәп ҡарап торған һөйөклө ҡатындарына, ғәзиз балаларына, туғандарына кәрәк булған өсөн дә ул атынан ҡолап ҡалырға тейеш түгел. Шуның өсөн дә ул атының ялына ғына түгел, тормош арғымағының ялына сытырман йәбешергә бурыслы. Әммә ул, бахыр йәнле кеше кеүек, һуңғы һаламға йәбешеп, өйрәле лә бер көн, итле лә ике көн тип йәшәй алмай. Күптәр шулай йәшәй. Буранбай иһә улар кеүек була алмай. Улар кеүек булһа, Буранбай була алмай. Башҡалар кеүек тә, үгеҙ үлһә ит, арба ватылһа - утын, тип тә йәшәр ине, ул сағында Раббыһы ғәфү итмәйәсәк. Вазифаһы башҡа Буранбайҙың.
Әммә уны сайҡалып китерлек ауыр уйҙарға бирелерлек сәбәптәрҙең һуңғы арала арта барыуы, көндән-көн сыҙамлыҡ-сабырлығының һуңғы сиккә етеп барыуы ғына ниндәйҙер ғәҙәттән тыш саралар күреүҙе талап итә. Тик ниндәй саралар һуң улар? Ана шул әмәлдәрҙе таба алмайынса, йәнкәйҙәренең үрһәләнеүҙәре!
Ярай әле, уға һыйынырға урманы, йәшеренергә шырлыҡтары, сарсауын ҡандырырға көмөштәй шишмәләре, һағышын таратырға ҡурайы, йөрәгенән сыҡҡан йыр-моңдары бар. Тик үҙ илендә ҡасҡын булып йөрөүен генә үҙ-үҙенә кисерә алмаясаҡ. Тоғро яҡташтары, ырыуҙаштары, ҡатындары Мәҙинә, Тутыйғош менән бер нисә тапҡыр осрашты ла икән ти. Әммә танһыҡтары ҡанмаҫ барыбер ҙә. Уға ҡәҙимге, тулы ҡанлы тормош етешмәй. Ҡатындарын, балаларын алып далаға ҡасып сығыу ҙа мөмкин түгел. Сик буйындағы хеҙмәттең нисек ҡуйылғанын белә. Үҙе үк ваҡытында дистанция начальнигы вазифаһында шуларҙы ойоштороп йөрөнө. Юҡ, яҡындарын оло ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып был аҙымға бара алмай ул. Балалары кендек ҡандары тамған ерҙә ғүмер кисерергә тейеш.
Бына әле лә ҡояш ҡалҡып килгәндә, Рәз йылғаһын кисеп үтеп, Юлбарыҫ Бикбулатовтың ауылы яғына табан боролдо. Ат менән барыу хәүефле тойолдо. Менгеһен һуғарып, шырлыҡ уртаһындағы асыҡ урынға арҡанлап ебәрҙе лә, артабан йәйәү китте. Йөҙ аҙым да үтеп өлгөрмәне, көтмәгәндә ҡаршыһына сандыр кәүҙәле бер ҡарт килеп сыҡты. Икеһе лә тертелдәне. Осрашыуҙары көтмәгәндә булды, ҡасҡын юлында осраусының күҙенә салынмаҫ өсөн йәшеренергә лә өлгөрмәй ҡалды. Буранбай ҡарттың күҙҙәренә тура ҡараны, тик үҙенә генә билдәле булған тойомлауы аша һығымтаһын да яһаны: ышаныслы кеше, бындайҙар һатмаясаҡ.
- Әссәләмәғәләйкүм, ағай, таңнамаҙҙан ниндәй мәшәҡәттәр менән йөрөп ятыш был урманда? Көтөүсе түгелһеңдер бит? - Буранбай ҡартҡа ике ҡулын һуҙып күреште.
- Вәғәләйкүмәссәләм, ҡусты кеше, - ҡарт ҡасҡындың ҡулын оҙаҡ ебәрмәй тотто. - Ошоға тиклем урманда көтөүен йөрөтөүселәрҙе күргәнем юҡ ине, һүҙ юҡта һүҙ булһын, тиһеңме? Әллә шаяртаһаңмы? Беҙҙең яҡта әүәл-әүәлдән көтөүҙе шырлыҡ араһында түгел, ялан урында, болонлоҡта йөрөтә торғайныларсы. Әллә һеҙҙең тарафта шырлыҡ араһында мал көтәләрме?
Буранбай юлында осраусы ҡарттың мәрәкәсел икәнлеген аңлап өлгөрҙө, шуға күрә уның ыңғайына һыпырып, мәрәкә йомғағын тәгәрәтә генә бирҙе.
- Юҡ та, ағай, беҙҙең яҡта ла малды далала көтәләр ҙә, төнөн шырлыҡҡа ҡыуып индереп бикләйҙәр...
Ҡарт та ыңғайы бер Буранбайҙың кинәйәле шаяртмаһын аңлап өлгөрҙө. Шуға микән йөҙөнә айырата етдилек сығарып һорай ҡуйҙы.
- Кемһең? Ҡайҙанһың?
- Мин ил, донъя гиҙеп йөрөүсе берәҙәкмен. Атым Исмәғил, үҫәргәндәрҙән булам... - Буранбай моҡсайынан ҡорот киҫәге сығарып ҡартҡа һондо. - Ошо ҡороттан башҡа ризыҡ менән һыйлай алмайым ҡунағымды...
- Ҡунағыңды?! - Ҡарт бот сабып көлөп алды, шулай ҙа ул Буранбай һонған ҡороттоң ситен семтеп ҡапты. - Рәхмәт һыйыңа, аштан оло булмайым. Тик, Исмәғил туғаным, нисек инде тамъяндар биләмәһендә үҫәргән кешеһе үҙен хужа итеп тоя ала? Тағы ла шаяртаһың...
- Урман берәҙәктең йорто инде. Ул мине ашата, туйындыра, ышыҡлай. Бөтә урмандар ҙа - минең биләмәм. Ағастар ырыуҙарға бүленмәй, ҡайындар, уҫаҡтар, ҡарағайҙар - барыһы ла бер үк өммәттән... Буранбай таныш булмаған ҡарт менән әңгәмәһе ошолай көтмәгәндә мәрәкәле юҫыҡта башланып киткәненә ифрат шат ине. Шуға күрә ҡапыл аяҡ салып үлән өҫтөнә ултыра һалып алды. Ҡарт та уның ыңғайына ергә сүкте...
- Һин белеһәңме, берәҙәк ҡустым, урмандың хужаһы кем икәнлеген? - Ҡарт күҙен ҡыҫып уҡ ҡуйҙы.
- Белмәйем, кемдеке?
- Айыуҙыҡы...
- Айыуҙыҡы? - Буранбай ҡартҡа нимә тип яуапларға ла белмәне. Ихсан менән ошо хаҡтағы бәхәсен иҫенә төшөрөп йылмайып уҡ ҡуйҙы. - Шулай күпме ни был тарафта айыуҙар?
- Ҡырҡ ағасҡа бер айыу... -Мәрәкәсел ҡарт күҙен ҡыҫып ҡуйырға ла онотманы. - Ике аяҡлылары ла бар айыуҙарҙың...
- Ә улары кемдәр инде?
- Һарылар араһынан Ҡоттобай...
- Уныһы кем тағы?
- Шунда бер әҙәм...
- Ул әҙәмдең исеме лә барҙыр, моғайын?
- Ҡоттобай тинем дә...
- Уны был урмандың ҡайһы ҡайыны төбөндә осратырға була?
- Бөтә урында ла...
- Ҡоттобай был төбәктең, Рәз, Әрүәк, Ҡағы йылғалары буйындағы һәр ҡаяны, мәмерйәне беләме?
- Күҙҙәрен бәйҙәһәң дә, апарып сығара...
- Ташъяр мәмерйәһе ҡайһы урында?
- Анау ятҡан Рәз йылғаһы үренә табан. Бынан дүрт-биш саҡрым булыр, бер һыуһын аттарлыҡ...
- Баянан бире ҡарап торам, анда-һанда серәкәйҙәр күренеп ҡала, тик һеҙҙең серәкәйҙәр тешләшмәй икән, ағый?
- Һа, беҙҙең серәкәйҙәр кешеһенә ҡарап "сем" итә...
- Нисек кешеһенә ҡарап?
- Изге йәндәрҙең ҡанын һурмайҙар...
Улар байтаҡ аралашып алды. Буранбай тел сарлаған арала үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте алғайны инде. Шулайҙа тота килеп, һикереп аяғына баҫып, ҡартты ташлап китә алманы. Ҡарттың үҙенә оҡшатып күҙен ҡыҫып кинәйәле мәрәкәле әңгәмәһен дауам итте. Ус эсендә кеүек ятҡан тауҙарға ҡулын төбәп һораша башланы.
- Ағай, ә бына беҙҙең алда ятҡан тау теҙмәләре нисек атала?
- Ҡырҡ арҡа, беҙ уны Ҡыраҡа тибеҙ...
- Ә уң ҡулдағы таш өйөмө?
- Рәз ташы. Уны Ҡағы ташы тип тә әйтәләр. Бына беҙ буйында ултырған Рәз йылғаһы ла уның итәгенән баштала...
- Ә Ҡыраҡа итәгендәге ауыл нисек атала?
- Минең ауыл булыр ул, Шығай...
- Ә анаааау алыҫта күренгән тауҙар теҙмәһен нисек атайһығыҙ?
- Бишитәк ул, уның аръяғында Иҙел аға...
- Мынау уң ҡулда суҡайып торғаны ниндәй ҡая?
- Туҡал тауы...
- Был тирәлә Шығайҙан тыш тағы ла ниндәй ауылдар бар?
- Рәз ташының аҫтында Рысыҡай, бире табан килһәң, Үткәл. Иҙел буйында Сермән, Ҡаһарман, Аҙнағол ауылдары...
- Ожмахтай ерҙәрҙә йәшәйһегеҙ икән, ағай кеше...
- Собханаллаһ...
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №4, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА