Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы-сатирик, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Венер ИСХАҠОВ ғүмеренең 30 йылын республика матбуғатына бағышлаған. Бер нисә китап авторы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры быйылғы 105-се юбилей миҙгелен Венер Айҙар улының "Йырланмаған йырым һин" повесы буйынса ҡуйылған спектакль менән асты. Ошо уңайҙан яҙыусыны әңгәмәгә саҡырҙыҡ.
Венер Айҙар улы, һеҙҙе халыҡ юмористик әҫәрҙәр оҫтаһы тип белә. Ә бит был жанрҙа һәр кем яҙа алмай. Ҡасандан сатира йүнәлешендә ижад итә башланығыҙ? Ғөмүмән, һәр кемде ижадҡа алып килгән этәргес көсө була. Һеҙ ошо мәлде, сәбәпте ҡайҙа күрәһегеҙ?
- "Һәнәк" журналында эшләй башлағас, юморескалар яҙыуға тотонорға тура килде, сөнки баҫманың стиле шуға ҡоролған. Уның биттәрендә ваҡиғалар ниндәйҙер йылмайыу, сатира аша уҡыусыға еткерелә. Ябай ғына бер фельетон да үҙе бер әҫәр кеүек тыуа һәм уның үҙенә күрә төйнәлеше, сиселеше, хәл ителеше булырға тейеш. "Һәнәк"тә эшләгәндә был жанрҙы үҙ иттем, ул миңә оҡшап китте.
Юмористик әҫәрҙәрҙең геройҙары - башлыса реаль кешеләр. Бер ваҡыт дуҫ егет алып килгән бал менән редакцияла сәй эсеп ултырабыҙ. Шул мәл институтта эшләгән бер ағай килеп инде, ул бал буйынса белгес икән. Танышҡас, унан өҫтәлебеҙҙәге татлы был ризыҡтың ниндәй төрө икәнен әйтеүен һораныҡ. Ҡунағыбыҙ балды тәмләп ҡараны ла: "Йүкә балы шикелле ул, сәскә балы шикелле ул", - тип аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Ошо хаҡта "Белгес" хикәйәһен яҙҙым. Тағы бер юмористик әҫәрем - "Өй эйәһе" - ауылдашым тураһында ине. Ауылға ҡайтҡанымда бер ағай (ул да ҡалала йәшәй) осраны ла: "Ҡустым, анау юморесканы һин яҙҙыңмы?" - тип һораны. "Эйе", - тием, ә эстән, хәҙер был миңә асыуланыр инде, тип уйлап торам. Ул юмореска геройының бер туған ағаһы ине. "Ысынлап та, ҡустым менән килен шундайыраҡ хәлдә булдылар. Маладис, дөрөҫ яҙғанһың", - тине әңгәмәсем. Әлбиттә, үпкәләүселәр ҙә булды. Мәҫәлән, "Профессор дәресе" тигән юморескам билдәле бер кеше хаҡында ине. Ул үҙен танып, баш мөхәрриргә: "Венер Исхаҡов фән әһелдәренән көлә", - тип әйтеп ебәргән. Аңлаған кеше аңлай, аңламағандар үпкәһен туғандары, башҡалар аша ла еткерә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Йырланмаған йырым һин" повесы буйынса ҡуйылған һинең спектакль аншлаг менән үтте. Был ваҡиғаны үҙең, уҡыусыларың нисек ҡабул итте?
- Театрҙың баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова минең әлеге повесты уҡып, "Шул әҫәреңде тулыһынса ебәр әле, режиссерҙарға тәҡдим итеп ҡарайым", тигәс, тәүҙә ышанмайыраҡ та торҙом. Сөнки ҡасан да булһа театрҙа минең әҫәрем ҡуйылыр тигән уй башҡа инеп сыҡҡаны ла юҡ ине. "Йырланмаған йырым һин" повесының сәхнәгә күтәрелеүе, халыҡтың эркелеп йөрөүе, ҡайһы берәүҙәрҙең, "бик фәһемле, уйға һала", тип баһа биреүе, әлбиттә, күңелдә ҡыуаныс тойғоһо, киләсәккә дәрт уята. Әйткәндәй, минең үҙемдең дә бит артист булырға теләгем бар ине. Тик, сәнғәт институтының ишеген асҡас, артабан үтергә ҡыйыулығым етмәне. Премьеранан һуң тамашасыларҙың гөрләтеп ҡул сабыуы, "автора", "автора" тип ҡысҡырыуы, сәхнәгә күтәрелеүем ошо бойомға ашмаған хыялымдың бер сатҡыһы һымаҡ тойолдо. Спектакль сәнғәт, ижад темаһына, сәнғәт кешеләренең тормошона арналыуы менән отошлолор, тим. Әлбиттә, бында сценарий авторы Динара Ҡәйүмованың, ҡуйыусы режиссер Айрат Абушахмановтың талантына баш эйергә кәрәк.
Әҫәрҙең йөкмәткеһе нимәнән ғибәрәт? Артистар һеҙ әйтергә теләгән фекерҙе тамашасыға еткерә алдымы?
- Унда уйлап сығарылған бер деталь дә юҡ тиерлек, һәр береһе - тормоштан алынған, үҙем ишеткән, күргән ваҡиғалар. Хәсән исемле егет сәнғәт институтында вокал бүлектә уҡый. Уға уҡытыусылары ҙур киләсәк юрай. Әммә ул студент сағында уҡ Нәжибә исемле һатыусы ҡыҙға өйләнә. Диплом алғас, Хәсәнде Италияға ике тапҡыр стажировкаға ебәрергә теләйҙәр, әммә ҡатынының ҡаршылығы арҡаһында ул сит илдә белемен камиллаштыра алмай. Талантлы егет филармонияла эш башлай, тик ҡатынының көнләшеүе сәбәпле сәхнәнән китергә мәжбүр була. Шулай итеп, йәш йондоҙ үҙенең яратҡан эшен юғалта. Бының менән, һәр кем тормош юлдашы итеп уның талантын таныған, һөнәрен яратҡан, үҙен хөрмәт иткән кешене һайларға тейеш, тип әйтергә теләйем.
Шуныһы ҡыуаныслы - театрҙа өлкән быуынды алыштырырҙай талантлы йәштәр эшләй. Хәсән Вәлиевтың йәш сағын Алмаз Йосопов урыны-еренә еткереп башҡарыуы менән тамашасының күңелендә уйылып ҡалды. Музыкаль мелодрама булғас, ул бер нисә йыр башҡара, шуның менән үҙен моңло йырсы итеп тә танытты. Яһил Нәжибәне иһә Илүзә Күсәбаева һәләк оҫта башҡара. Өлкән Хәсәнде - Азамат Ғафаров, педагог Йәүҙәт Мусинды - Фидан Ғафаров, башҡа ролдәрҙә Светлана Хәкимова, Миңзәлә Хәйруллина, Алһыу Бәхтиева, Римма Ҡаһарманова, Гөлфиә Рафиҡова, Руслан Хайсаровтар уйнай... Тап улар миндә, артабан да сәхнә менән дуҫлыҡты дауам итергә кәрәк, тигән хыял да тоҡандырҙы әле бына...
Байгилде МОТАЛЛАП яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА