«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЛКӘНДӘРҘЕҢ ОҘОН ҒҮМЕРЛЕЛЕК СЕРҘӘРЕ
+  - 


"Мин был донъяла һеҙҙең һымаҡ оҙаҡ йәшәргә теләр инем, тик уның сере нимәлә, аңлат әле, Уҡытыусым", - тип өндәшкән бер ваҡыт шәкерт остазына. "Мин һиңә аңлатырмын да ул, тик йәш саҡта ололар һүҙе аҡылдан бигерәк өгөт-нәсихәт тип ҡабул ителә. Ә шулай ҙа һорауыңа ябай ғына яуабым әҙер. Оҙаҡ йәшәүҙең сере - һаулыҡ, тиҙәр, ғәҙәттә, бында дөрөҫлөк бар, ләкин төп сер ана шул һаулыҡ нигеҙенә йәшеренгән". "Йә, остазым, әйтә һал, тиҙерәк: ниндәй сер ул унда йәшеренгән?" -тип түҙемһеҙләнә шәкерт. "Сабырлыҡ! - ти остаз шәкерте ҡылығына тоҫҡап. - Һаулыҡ нигеҙе тап ана шунда. Ысынлап әйтәм, иҫеңдә тот һәм ниндәй генә хәлдә лә ғүмереңдең һәр сәғәте, һәр минутында ла тыныслыҡ һаҡлап ҡала бел, бына шунда ла инде оҙон ғүмерлелек сере. Ығы-зығы, буш һүҙлелек, ҡыҫыр хыялдар - һаулыҡты ҡаҡшатыусы дошмандар. Сабыр ғына маҡсатыңа табан атла - ҡабаланма, тыпырсынма: артыҡ һүҙ һәм файҙаһыҙ ғәмәлдәр ғүмерҙе оҙайтмай - шуны бел!"
Остаз кәңәше менән килешергә лә, уны оҙаҡ йәшәүҙең берҙән-бер сараһы итеп ҡабул итмәҫкә лә мөмкин - һәр кемдең үҙ юлы, үҙ тәжрибәһе. Айырыуса бөгөнгө заманда. Остаздың шәкерте, йәш кеше булараҡ, юҡҡа ғына тәүҙә Уҡытыусыһы философияһын ҡабул итә алмай ҡаңғырмағандыр. "Нисек инде? - ти ул ғәжәпләнеп. - Бер ҡайғыһыҙ, бәлә килгәндә лә бойоҡмай, хатта мөхәббәт ғазаптарынан ҡасып, өлгәшкән еңеүҙәрең шатлығын да татымайынса йәшәргә, ти! Был бит ысын тормош булмай",- тип башын эйә күңелһеҙләнгән шәкерт. "Юҡ, тормоштан ҡасма һин, самаһыҙлыҡтан, хаттин ашыуҙарҙан ҡас - бына шунда бөтөн сер", - ти ахырҙа остаз.
Сабырлыҡ өлгөһө күрһәтеү, ҡайһы бер нәмәләрҙә үҙеңде сикләй белеү беҙҙең халыҡта ла хуплана ғына. Был хаҡта "Тыныс йәшәйем, тиһәң, телеңде тый; оҙаҡ йәшәйем, тиһәң, ауыҙыңды тый", "Тән сырхауы - күп ашау, йән сырхауы - күп һөйләү", "Туя ашама, ҡуя аша", ти бит халыҡ аҡылы ла. Хәҙер бит аҙыҡ-түлек сифатының да юҡҡа сығыуы, уны яһалма өҫтәмәләр, химия "ҡаҙаныштары менән байытыу" ҙа өлкәндәрҙе генә түгел, бигерәк тә йәштәрҙе лә туҡланыуға ҡарата һағыраҡ булыуҙы талап итә. Был мәсьәләләр бөгөнгө көндә оҙаҡ йәшәргә теләгән кешеләрҙе берләштереүсе "100" клубы тип аталған йәмғиәттең ҡағиҙәләре менән тап килә. Уның иң беренсе ҡағиҙәһе үк туҡланыуҙа сама белеү кәрәклеге хаҡында: аҙнаһына 3-4 тапҡыр киске аштан баш тартыу тик файҙаға ғына, ти был ҡағиҙә. Ризыҡҡа ҡарата сабырлыҡ - кеше холҡоноң көҙгөһө ул. Тик шуның иҫәбенә башҡа ваҡыттарҙа саманан тыш күп ашау ҙа ярамай. Бер үк ваҡытта туҡланыу калорияһын һәм ит ашауҙы сикләү мотлаҡ. Артабанғы пункттар оҙон ғүмерлелек мәсьәләләре буйынса йылдар буйы шөғөлләнеүсе табиптар - гериатрҙар күрһәтмәһенә, халыҡ тәжрибәһенән һәм күҙәтеүҙәренән бер ҙә айырылмай: мөмкин тиклем күберәк хәрәкәтләнергә, күңелгә ятҡан шөғөл менән булырға, мәҫәлән, ейән-ейәнсәрҙәр менән аралашыу; намаҙға баҫыу, шахмат-шашка уйнау, һүрәт төшөрөү, тегеү-сигеү менән булыу; бейеү йә хор түңәрәгенә йөрөү, баҡса үҫтереү, сәйәхәткә сығыуҙар һ.б. Иң мөһиме - яңғыҙлыҡтан ҡасырға тырышыу. Бының өсөн иһә туғандарҙың, яҡын дуҫтың барып хәлен белеү, театрға, концерттарға йөрөү, бик булмаһа, тәҙрә төбөндә сәскәләр үҫтереү, башҡа төр үҫентеләр (лимон, мандарин, салат, укроп, петрушка, йәшел һуған һ.б.) ултыртыу һәм уларҙы тәрбиәләү кеүек шөғөлдәр донъяға булған ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, күңелде күтәрә, баш мейеһе нейрондарын әүҙемләштерә.
Былар, әлбиттә, оло йәштәгеләрҙе үҙ көндәрен үҙҙәренә күрергә өйрәтһә, бөгөн өлкәндәргә ҡайһы бер тормош мәсьәләләрен хәл итеүҙә дәүләт хәстәрлеге лә күп мөмкинлектәр бирә. Мәҫәлән, 2020 йылдан алып республикала БР Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проектының бойомға ашырыла башлауын бик күп өлкән йәштәгеләр ысын мәғәнәһендә бүләк рәүешендә һөйөнөп ҡабул итте. Айырыуса туризм һәм экскурсиялар программаһы популярлашты, был сараны бигерәк тә йәшерәк һәм дәртлерәк пенсионерҙар үҙ итте. "Туризм" проектын бойомға ашыра башлағандан алып был программа сараларында 56 мең пенсионер актив ял турҙары менән ләззәтләнде. Улар үҙебеҙҙең Башҡортостандағы иҫтәлекле объекттарҙы һәм тәбиғәт һәйкәлдәрен, тарихи урындарҙы, боронғо ҡалаларҙы, турбазаларҙы барып күрҙе, донъяға ҡараштарын киңәйтте һәм кесе ватаныбыҙ гүзәллектәрен, тәбиғәтен үҙ күҙҙәре менән бағып баһалай, һоҡлана алды.
Ләкин шулай ҙа, әйтеүемсә, туризм һәм экскурсиялар нигеҙҙә һау-сәләмәттәр өсөн яҡшы. Ҡыҙғанысҡа, һаулыҡ торошо һәм йәше буйынса унда ҡатнаша алмағандар ҙа бик күп бит, уларға нимә тәҡдим итә "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" республика проекты? Радий Хәбиров был хаҡта: "...проект ике маҡсат ҡуя: кеше ғүмерен оҙайтыуға булышлыҡ итеү һәм икенсеһе: өлкәндәрҙең тормош сифатын яҡшыртыу". Эйе, туризм менән генә сикләнмәй республика программаһы. Әле телгә алып кителгән икенсе категория өлкәндәр - һаулыҡ торошо һәм йәше буйынса әүҙемлектәре сикләнгәндәр - спорт һәм һауыҡтырыу физкультураһына йәлеп ителеп, үҙҙәре өсөн ҙур файҙа ала. Һәм, ысынлап та, һуңғы йылдарҙа парктарҙа һәм сәләмәтлек һуҡмаҡтарында скандинав таяҡтары менән йөрөүселәрҙең бермә-бер артыуы күҙгә ташлана. Был улар өсөн иң ҡулай сараларҙың береһе. Өҫтәүенә, өлкәндәр йәйәү йөрөүселәр төркөмөндә үҙ-ара дуҫлаша, ихлас аралаша ала.
Бынан тыш, пенсионерҙар табипҡа "сәйәхәтте" лә онотоп китә алмай, әлбиттә. Былтыр ғына ла республикала 799 мең пенсионер дауалау учреждениеларында иҫкәртеү медицинаһы ҡаралыуы үтһә, һәр төрлө сир билдәләре асыҡланған 773 меңдән ашыу кеше диспансер күҙәтеүенә алынды, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш гериатры, Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең баш табиб урынбаҫары Әлфиә Абзалетдинова. Әлеге ваҡытта Башҡортостан поликлиникаларында 47 гериатрика кабинеты эшләй, стационарҙа ятып дауаланыусылар өсөн 205 геронтологик карауат бүленгән. Республиканың үҙәктән алыҫ ятҡан райондарына "Сәләмәтлек поездары" йөрөп тора. Бер йыл эсендә был программа буйынса 170 мең кеше табипта ҡарала алды, уларға 41 мең медицина тикшереүҙәре үткәрелде. Шуның менән бергә Башҡортостан табиптары өлкән йәш-тәгеләр өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше, оҙон ғүмерлелек саралары, йығылыуҙар һәм һөйәк һыныуҙарҙы иҫкәртеүсе уҡыуҙар алып бара, лекциялар уҡый. Ҡала һәм райондарҙа спорт һәм һауыҡтырыу төркөмдәре ойоштороу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә: 60-тан өлкәнерәк йәштәгеләр был төркөмдәргә йөрөп, ГТО комплексы нормаларын тапшыра.
Эйе, оҙаҡ йәшәүҙә генә түгел эш, ә оҙаҡ йәшәп тә сәләмәт һәм теремек булыу, үҙ аяҡтарыңда йөрөү, камил аҡыл, зирәк зиһенеңде һаҡлау, донъя матурлығын үҙ күҙҙәрең менән күрә алыу шатлығында ул оҙайлы ғүмерҙең асылы; шул саҡта ғына оло кеше башҡалар көнлө булмайынса, үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә һәм хатта яҡындарына ниндәйҙер файҙа ла килтерә ала. Уларға был мәсьәләлә ярҙам ҡулы һуҙып, хәстәрлек күреүсе "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проектына рәхмәтле пенсионерҙар. БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, әле эшләп килгән оҙон ғүмерлелек проектының яңы сараларын булдырыу ҙа ҡарала. Шуларҙың иң мөһиме - өлкәндәр менән финанс грамоталылығы дәрестәре үткәреү - бөгөнгө көндә көнүҙәк һәм бик кәрәкле, файҙалы йүнәлеш. Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек күреп, был маҡсаттарҙа реаль ғәмәлдәр башҡарыусы дәүләт проекты булдырып, республика етәкселеге изгелекле һәм файҙалы йүнәлеш тота: өлкән йәштәгеләргә күп йәһәттән үҙҙәрен кәрәкле тойоу, хәстәрлеккә рәхмәтле булыу ҙа был донъяла оҙағыраҡ ҡалыу теләге тыуҙыра, күңелен күтәрә, илһам бирә. Донъя тарлығы юҡ, күпһенмәйек, өлкәндәребеҙгә ҡарата хәстәрлекле, кешелекле булайыҡ.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.25 | Ҡаралған: 58

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru