|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
|
ЫРЫУЫБЫҘ УНЛАР - БАБАЛАРЫБЫҘ ҺУНДАР (3-сө бүлек)
|
|

Башҡорт ырыуҙары XVI быуат урталарында Рус дәүләтенә ҡушылғандан бирле рус тарихи сығанаҡтарында унлар ырыуы ла иҫкә алына, әммә бында беҙ унларҙың әүәлге атамаһы ла оҙаҡ ваҡыттар буйына һаҡланып килгәнен күрәбеҙ. Мәҫәлән, 1662-1664 йылғы башҡорт ихтилалы менән бәйле бер документта Күсем хан вариҫтары менән бәйләнешкә ингән башҡорт ырыуҙары хаҡында бына ниндәй мәғлүмәт теркәлгән: "...стоит де царевич Бугай Салтан у озера Иреташа за Исетью в степи, а с ним де стоят изменники башкирцы: сынгранцы, бушкурты, сонгуты, терсяки, айлы". Рус документында телгә алынған сонгуттар кем булған һуң? Әлбиттә, сонгуттар - су-унгуттар ул замандағы башҡорт телендә су-онғоттар булған. Һыу, йәғни йылға онғоттары - улар, һис шикһеҙ, башҡорттоң унлар ырыуына тура килә. Унлар вариҫтарының хәҙерге Ҡариҙел районында йәшәгәнен беләбеҙ. Ошо район территорияһында, Йүрүҙән йылғаһының түбәнге ағымы үҙәнендә ҡасандыр Буронғот ауылы булған - бында беҙ шул уҡ онғот этнонимын күрәбеҙ.
|
Уҡырға
10.09.21
|
| |
|
|
СЫЛБЫРҘАЙ ТЕҘЕЛЕП, ҠАЙТЫҒЫҘ…
|
|

Гәзитебеҙ авторҙары араһында илһөйәрлек, туған телебеҙ, динебеҙ мәсьәләләрен күтәреүселәрҙең күплеге һөйөндөрә. Ошо темаларға ҡағылышлы мәҡәләләргә айырыуса ныҡ иғтибар итеүсәнмен. Халҡы тормошона, милләтенә битараф булмаған шундай зыялыларыбыҙҙы хуплап ҡына ҡалмай, үҙем дә улар сафын тулыландырыуҙы оло бәхеткә һанайым. Ватан, тыуған ил хаҡында күпме генә яҡшы һүҙҙәр әйтһәң дә, һәр саҡ аҙ һымаҡ…
|
Уҡырға
10.09.21
|
| |
|
|
ХАЛЫҠ МЕНӘН ДҮРТ СӘҒӘТ
|
|

8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БЮТ, "Башкортостан 24", "Вся Уфа", "Сәләм", UTV телеканалдары, шулай уҡ үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре аша дүрт сәғәт дауамында тура эфирҙа һорауҙарға яуап бирҙе. Һорауҙар тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләренә, шул уҡ ваҡытта бөгөн көнүҙәк булған мәсьәләләргә лә ҡағылды. Мәҫәлән, пандемия, битлек режимының үтәлеше һүлпәнәйеүе, ғөмүмән, тажзәхмәт сире тураһында һорауҙар тәү сиратта яңғыраны.
|
Уҡырға
10.09.21
|
| |
|
|
БАТЫП БАРЫУСЫНЫ ҠОТҠАРЫУ - УНЫҢ ҮҘ ЭШЕМЕ?
|
|

Рәсәй Иҫәп палатаһы ошо көндәрҙә РФ Пенсия фонды сығымдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса отчетында шаҡ ҡатырғыс бер мәғлүмәт бирҙе: йәше буйынса пенсия алыусылар һаны кәмегән, ә фонд бюджеты сығымдары, киреһенсә, артҡан. Был ниндәй ғиллә?
|
Уҡырға
10.09.21
|
| |
|
|
МИҘГЕЛДЕҢ БЕРЕНСЕ КӨНӨ
|
|

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы 102-се ижад миҙгеленең тәүге эш көнөн тәбрикләне. Артистарҙың олоһо ла, йәше лә, билдәлеһе лә, өйрәнсеге лә урғылып килеп тулды тамаша залына. Халыҡ һағынышҡан һәм әртистәргә хас хисле лә - ҡосаҡлаштылар, үпәсләштеләр, хәл-әхүәл белештеләр. Һәм һөйләштеләр.
|
Уҡырға
03.09.21
|
| |
|
|
ҠАРТАТАЙ ҺАБАҠТАРЫ ОНОТОЛМАЙ!
|
|

Өс ҡустым менән ауылға ҡунаҡҡа килдек. Ҡунаҡҡа тигәс тә, ҡунаҡҡа түгел инде. Атай менән әсәй ҡалдырып китте беҙҙе. Ә үҙҙәре ҡайҙалыр тайҙылар. Әллә Анталияға, әллә Ассыға. Тәүгеһе Төркиәлә, ә һуңғыһы Белорет районында урынлашҡан. Ә бына беҙҙе Баймаҡтағы Сыңғыҙ ауылында ҡалдырып киттеләр. Ҡустым әйтмешләй, бесәй балаларын ҡалдырған һымаҡ килеп сыҡты. Елкәнән тотоп, берәм-һәрәм машинанан төшөрөп, сумка-фәләнде тотторҙолар ҙа, ҡартатай-ҡартәсәй (әсәйем яғында олатай-өләсәй тейҙәр) менән ашыҡ-бошоҡ һөйләштеләр ҙә, китеп тә барҙылар. Улар кире уйлап ҡына ҡуймаһын, тип ашыҡтылар, буғай. Тыңлағыҙ, шаярмағыҙ, эш боҙмағыҙ, фәлән дә фәсмәтән, тигән һүҙҙәре генә һауала эленеп тороп ҡалды. Беҙ дүрт малай бер урында тапанышып, аптырашып тороп ҡалдыҡ.
|
Уҡырға
03.09.21
|
| |
|
|
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (6-сы бүлек)
|
|

Тильзит дуҫлығы
Пруссияның бәләкәй генә Тильзит тип аталған ҡалаһы янында Неман йылғаһы уртаһындағы һал өҫтөндә башланған ике император һөйләшеүе тәүҙә Франция менән Рәсәй араһындағы солох, шунан дуҫлыҡ килешеүе булып тамамланды. Наполеон менән Александр Беренсе һал өҫтөндә ҡулдарҙы бирешеү генә түгел, беренсе күрешеүҙә үк ҡосаҡлашыу рәүешендә башланған мөнәсәбәт көн һайын оҙон-оҙаҡ күрешеп һөйләшеү, бергә тамаҡ ялғау, урман-болонда һыбай йөрөү аша дуҫлашыу хистәренә күсте. Ике император шул тиклем бер-береһенә яҡынайҙы, хатта бер туған ағай-эне лә шулай була алмайҙыр. Көн һайын тиерлек улар бер-береһенә иҫтәлеккә бүләктәр биреште, һәр саҡ яндарында йөрөгән тәхет шағирҙары улар тураһында шиғырҙар сығарҙы, ярамһаҡ йырсылар шунда уҡ уларҙы музыкаға һалып, йыр итеп йырланы.
|
Уҡырға
03.09.21
|
| |
|
|
УЛ МУЗЫКА БЕЛГЕСЕ. ЯҘҒАНДАРЫ БАШҠОРТ МУЗЫКАҺЫ ТУРАҺЫНДА
|
|

Күренекле музыка белгесе, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР һәм РФ-ның Композиторҙар берекмәһе ағзаһы Гөлназ Салауат ҡыҙы Галина - башҡорт милли музыка сәнғәте тураһында тәүге монографиялар һәм уҡыу әсбаптары яҙған берҙән-бер махсус белемле музыка белгесе. Ул - билдәле фольклорсы, профессор, филология фәндәре докторы Салауат Галиндың hөйөклө ҡыҙы, бөгөн атаһының эшен дауам итеүсе һәм алға әйҙәүсе вариҫы. Эшләгән эштәре менән халыҡ ихтирамын яулаған был гүзәл ҡатын быйыл сираттағы матур юбилейын билдәләне. Осрашып бер hөйләшеүгә сәбәп булды был...
|
Уҡырға
03.09.21
|
| |
|
|
ЫРЫУЫБЫҘ УНЛАР - БАБАЛАРЫБЫҘ ҺУНДАР (2-се бүлек)
|
|

V быуатта Ете һыу арауығындағы Азия һундары дәүләтен (уны Ҡытай хроникаларында "көсһөҙҙәр", тип нарыҡлайҙар, ул Ҡытайҙа Юэбань, тип атала) теле ҡәүеме яулап ала. Ә VII быуатта улар Төрки ҡағанаты составына инә. VII быуатта Ҡытай йылъяҙмаларында һундарҙың чуюе, чуми, чумугунь һәм чубань ҡәбиләләре булыуы теркәлә. Улар тарихсыларға Чуй үҙәне халыҡтары булараҡ билдәле. Ошо исем менән билдәле булған этник төркөмдәр ҡаҙаҡтарҙың найман берләшмәһендә һәм ҡарағалпаҡтарҙың чуит ырыуы исемендә сағыла. Башҡорттарҙың мең ырыуының бер төркөмө ҫыбы-мең, тип атала, был этноним шул уҡ чуби атамаһына тап килә. Күрәһең, Халыҡтарҙың бөйөк күсеше дәүеренән башланған һун миграцияһы һөҙөмтәһендә Чуй йылғаһы бассейнында көн иткән һундарҙың бер өлөшө Башҡорт иленә килеп етеп, урындағы башҡорт ырыуҙарына ҡушылып киткән. Кама (Чулман) йылғаһының бер ҡушылдығын ғәйнә башҡорттары Чу-сув тип атай, ул әлеге ваҡытта Чусовая гидронимы аша билдәле. Әйткәндәй, Юэбань һундарының Чуяб исемле ҡалаһы була, ул заманында Көнбайыш Төрки ҡағанатының баш ҡалаһы булып китә: бында "Чу" - гидроним, "яб" - фарсы теленән "һыу" тигәнде аңлата. Юэбань дәүләте исемен һундарҙың Чубан атамаһының ҡытайса варианты булараҡ аңлатып була.
|
Уҡырға
03.09.21
|
| |
|
|
СОҠОР ЯМАП...
|
|

Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Николай Гоголь бынан ике быуаттан ашыу элек үк үлемһеҙ фекер әйтеп ҡалдырған: "Рәсәйҙә ике бәлә бар - ахмаҡтар һәм юлдар".
|
Уҡырға
03.09.21
|
| |
|
|
ХАЛҠЫМА АСЫҠ ХАТ
|
|

Мин, Фәйзрахман Усманов, Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәйем. 72 йәштәмен. Барса Башҡортостан халҡына интернет һәм гәзиттәр аша өндәшергә булдым.
|
Уҡырға
03.09.21
|
| |
|
|
ЯНҒЫНДАР ЮҠТАН ҒЫНА СЫҠМАЙ...
|
|

Һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә быйыл, янғындарҙың уғата ҡотороуы тормошобоҙҙоң үтә лә хәүефле проблемаһына әүерелде. "Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай" ти халыҡ мәҡәле. Беҙ күберәк осраҡта сабыуыбыҙға ут ҡапҡас ҡына йүгермәләргә тотонабыҙ ҙа, күп йәһәттән һуңлайбыҙ. Ҡоролоҡло йылдарҙа ут ялҡынын тиҙ генә ауыҙлыҡлап алам тимә, сөнки монгол сиреүе кеүек, юлындағы һәр ҡаршылыҡты ялмай килгән "ҡыҙыл әтәс" үҙенекен алмайынса, йотмайынса туҡтамай. Уттың тамағы туймай.
|
Уҡырға
03.09.21
|
| |
|
|
ӨҪТӘМӘ ТҮЛӘҮ БИРЕЛӘ ИКӘН, ТИМӘК, ХАҠТАР АРТАСАҠ...
|
|

Беҙҙең халыҡта шундай һәйбәт йола бар: баҡса-тирә яғыңды кәртәләп ҡуйыу. Мин дә атай йорто урынын кәртәләп алырға булдым. Былтыр торбаларҙан бағана ултырттым да, штакетник беркетә торған квадрат торбалар алырға металл базаһына юл тоттом. Уның хаҡы тешләшә кеүек тойолдо. Тейешле сумма йыйылғас, магазинға тағы килдем. Хаҡы ошо арала ике тапҡырға артҡан. Быйыл яҙ башы менән юл төшкәндә тағы инеп сыҡтым унда. Былтыр көҙөн метры 68 һум торған торбаның хаҡы өс тапҡырға күтәрелгәйне. Мин аптырап ҡалдым...
|
Уҡырға
03.09.21
|
| |
|
|
ҠАТАЙҘАР ЙЫЙЫН ЙЫЙҘЫ
|
|

Белорет районының Сәрмән ауылында Ҡатай ырыуы йәштәренең Х йыйыны үтте. Сара республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы, Һаулыҡ һәм әүҙем ғүмер оҙайлығы йылдарына арнап ойошторолдо.
|
Уҡырға
27.08.21
|
| |
|
|
БҮҘӘНӘ
|
|

Ҡошсоҡтарын үҙаллы тормошҡа осороп ебәрер мәл еткәс, бүҙәнә уларҙы эргәһенә йыйып ала һәм шулай ти: "Ҡәҙерле балаҡайҙарым, инде әсәйем ашарға нимә алып килер икән тип көтөр сағығыҙ үтте, ҙурайҙығыҙ, ҡанаттарығыҙ нығынды, ашарға үҙегеҙ таба алаһығыҙ. Мин һеҙгә, хушлашып, кәңәш кенә бирә алам. Нәсихәтемә ҡолаҡ һалығыҙ, шул саҡта иркенләп бейектә оса ла, ерҙә ризыҡ та таба алырһығыҙ. Ауырлыҡҡа тарығанда, тамаҡ табыр өсөн ижтиһат иткәндә, Аллаһы Тәғәлә биргән аҙына ла риза булығыҙ. Ә инде ҡайҙалыр өйөлөп ятҡан ем, һыу тулы һауыт күрһәгеҙ, берүк ул тирәгә яҡын юламағыҙ. Кеше тип аталғандар араһында ҡоштарға йәтмә ҡуйғандары бар. Улар күренеп торған берәй урынға күп итеп ем һибеп ҡуя, әгәр ҙә һеҙ шуны сүпләргә килһәгеҙ, ҡапҡанға эләктерәсәк, һеҙҙе тотоп алып бикләп ҡуясаҡ. Һеҙҙе ситлеккә тотоп, һыҡтауығыҙҙы тыңлап, кинәнеп ғүмер кисерәсәк. Үлгәнсегә тиклем шулай ыҙалаясаҡһығыҙ, йә булмаһа, салып, бешереп ашаясаҡ, йә булмаһа, һеҙгә икенсе бүҙәнәне һөсләтеп, һеҙҙе талаштырып, шунан тәм табасаҡ. Ныҡ итеп киҫәтәм, һыйлы урындарға яҡын юламағыҙ..."
|
Уҡырға
27.08.21
|
| |
|
|
БАШҠОРТ ДИАЛЕКТОЛОГИЯҺЫНЫҢ АТАҺЫ
|
|

(Таһир Байышевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға ҡарата)
Августа билдәле башҡорт тел ғилеме, төрки телдәренең диалектология, лексикология, терминология һәм лексикография өлкәһендәге белгесе Таһир Ғәлләм улы Байышевтың тыуыуына 135 йыл тулды.
|
Уҡырға
27.08.21
|
| |
|
|
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (5-се бүлек)
|
|

- Россияла йәшәй икән улар, Урал тауы тирәһендә. Борон-борондан уҡ һәм ян менән ҡоралланып, атҡа менеп һуғышҡа ла, һунарға ла, мал көтөргә лә йөрөгәндәр. Боронғо ғәҙәтен әле лә ташламайҙар икән. Уларҙы Александр Беренсе ҡоралландырмай, кейендермәй, ти, өйөнән ниндәй кейемдә сығып киткән, - шулай йөрөй бирә.
- Башҡорт тигәнегеҙ татармы ни?
- Юҡ, беҙ һорашҡан урыҫ офицеры улай тимәне.
- Урыҫтар Россияла йәшәгән халыҡты урыҫҡа һәм татарға ғына бүлә лә инде. Урыҫ булмағас, татар була инде.
|
Уҡырға
27.08.21
|
| |
|
|
АЙЫҠ АҠЫЛ ЙӨРӨТӨҮ – ХӘҠИҠӘТТЕ ЯЛҒАНДАН АЙЫРА БЕЛЕҮ УЛ
|
|

"Донъялағы иң матур күренеш - үҙенә күрһәтелгән юл буйынса барыусы бала күренеше", - тигән Конфуций. Был мәҡәләлә беҙ, атай-әсәйҙәр, балаларға, ейәндәребеҙгә, үҙебеҙҙең бөтә быуыныбыҙға өлгө булараҡ күрһәтергә тейешле юлдар тураһында фекер йөрөтөргә теләйбеҙ. Ул фекерҙәр киләсәк быуынға ижади шәхес булараҡ үҫешергә ярҙам итәсәк, тигән инаныуҙабыҙ.
|
Уҡырға
27.08.21
|
| |
|
|
ЫРЫУЫБЫҘ УНЛАР - БАБАЛАРЫБЫҘ ҺУНДАР
|
|

Унлар - төньяҡ башҡорттары этнографик төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Был ырыуҙың күпләп йәшәгән тәү төйәге - Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдығы булған Байҡы йылғаһы үҙәне. Унларҙың бер өлөшө Ҡариҙел йылғаһы буйын үҙ итә, ә был яҡтарҙа башҡа тарафтарҙан күсеп килгән халыҡтар күбәйә башлағас, көнсығышҡа, Йүрүҙән йылғаһының түбәнге ағымы буйындағы ерҙәргә юллана.
|
Уҡырға
27.08.21
|
| |
|
|
БЫЛ ДОНЪЯЛА МӨҒЖИЗӘГӘ УРЫН БАРМЫ?
|
|

Мөғжизә көтөү һәр әҙәм йәненә хас тәбиғи сифат булhа ла, уны көтөп ултырыуҙан фәтүә юҡ. Мөғжизәне көтөп алыу өсөн кеше үҙен дәртләндереп, өмөтләндереп, күңел ишектәрен киң асып, уны ҡабул итергә әҙер булырға тейештер. Сөнки кеше, ғәҙәттә, көндәлек йәшәйештәге үҙе өсөн уңайлы һәм файҙалы күренештәрҙе лә ваҡытында күреп, баhалап, күңеле менән ихлас ҡабул итеп, ҡыуана белмәй. Ә инде үҙенең бәхетле, уңышлы була алыуына ышанған тырыш, hәләтле кешеләргә мөғжизә йышыраҡ осраусан икәне билдәле. Шуға күрә, мөғжизә көткән кеше уға ҡаршы үҙе бер аҙым булhа ла эшләргә тейеш. "Тик ятҡан таш аҫтына һыу инмәй" тиҙәр бит…
|
Уҡырға
27.08.21
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы тамамлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|