«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа стресс сығанағы булырҙай ваҡиғалар күбәйҙе. Һеҙҙе нимә тетрәнеүҙәргә килтерә һәм был хәлдән һеҙ нисек арынаһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 136 137 138 139 140 141 142 143 144 » #
НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК!


Һис кенә лә был хәлде көтмәгән Алик үкереп ебәрҙе, руле ҡулынан ысҡынды:
- Мин һеҙҙе түгел!
- Мине! Был мин!
- Мин "Лада"ны!..
- "Лада" эсендә мин! Мине урлап булмай! Борол Алексеевкаға! Борол! - Риананың ҡулына нимәлер килеп эләкте. Ә был үҙе һалып ҡуйған бита ла баһа! Ҡатын суҡмарҙы тотоп, ғәйрәтләнеп, Аликтың арҡаһын төйгөсләргә кереште.
- Алексеевка! Хәҙер мейеңде сәсрәтәм, борол шул яҡҡа! Сволочь, мине урламаҡсы!

Уҡырға
29.01.21  
 
БАШ ҠАЛАНЫҢ МИЛЛИ РУХИӘТ ҮҘӘГЕ


1970 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡала балаларын башҡорт телендә уҡытҡан тәүге мәктәп асылыуы оло мәҙәни һәм сәйәси ваҡиға булараҡ ҡабул ителде.

Уҡырға
29.01.21  
 
БАШҠОРТ ТАРИХЫ ТУҘҒА, ТАШҠА СОҠОП ЯҘЫЛҒАН...


Тәүҙә һүҙ булған, кешеләр һүҙҙең ҙур көсөн, ҡеүәтен, уның әһәмиәтен борондан аңлаған. Һүҙ, тел аша телдән-телгә күскән тарих, һуңыраҡ аҡ ҡағыҙ биттәренә төшөп, беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Бөгөн дә һүҙ бар, бөгөн дә ул халыҡ аңына ҙур йоғонто яһай, әммә күп осраҡта кеше үҙе лә аңламаҫтан был һүҙҙе булдырыу, берләштереү маҡсатында түгел, киреһенсә, тарҡатыу өсөн ҡуллана, тарихты үҙгәртергә, уны боҙоп күрһәтергә тырыша. Әммә туҙға яҙылған, ташҡа баҫылғанды соҡоп ҡына бөтөрөп булмай, ул иң элек халыҡ хәтерендә, ҡан хәтерендә урын алған. Ошо эҙмә-эҙлелек, ошо сылбыр бөгөн бер-береһенә ялғана бара шикелле. Башта тыуған һорауҙарға аныҡ һәм тулы яуап алыу өсөн редакцияға Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары - Башҡортостандың Милли архивы хеҙмәткәре, Ҡоролтайҙың Башҡорт халҡын үҫтереү һәм тарих комиссияһы етәксеһе, тарихсы Азат ЯРМУЛЛИНды һәм БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре, Ҡоролтайҙың "Без башҡортлар" проекты етәксеһе, этнограф Юлдаш ЙОСОПОВты саҡырҙыҡ.

Уҡырға
29.01.21  
 
АТЫБЫҘ - УРАН, ЗАТЫБЫҘ БАШҠОРТ БЕҘҘЕҢ


Ҡытай сығанаҡтарында иҫкә алынған ҡай һәм уғыҙҙарҙың кайи (кайиг) ҡәбиләләренең нәҫелдәш булыу-булмауы хаҡында берҙәм фекер юҡ. Академик В.В. Бартольд уларҙың бер-береһенә тап килеүен инҡар итә: "Кайи - гуз, йәғни уғыҙҙарҙың 24 ҡәбиләһенең береһенең атамаһы, уларҙан осман хакимдары династияһы сыҡҡан...". Ә икенсе бер тарихсы Маркварт уларҙы төркиләшкән монголдар тип иҫәпләй, уның фекеренсә, тап ошо хәл ҡан ҡойоусы һәм үҙ туғандарын һәләк итеүсе Османдар нәҫеленең тарихи ролен аңлата ла инде. "Асылында, османдарҙың ҡай ҡәбиләһенән сығыуы шик тыуҙырмай", - тип яҙа ул. Ошо һығымтаны раҫлаусы дәлил сифатында ул Осман солтаны Баязид II заманында (1481-1512) йәшәгән Нәшри исемле автор әҫәренән алынған мәғлүмәтте килтерә: "Сөләймән шах, Кайа-Алп улы, уғыҙҙар араһында иң аҫыл сығышлыларҙан булған каи ҡәбиләһенән ине...".

Уҡырға
29.01.21  
 
ОЯТ ҺҮҘҘӘРҘЕ ЛӨҒӘТТӘН АЛЫП ТАШЛАЙЫҠМЫ?


Мин, ғәҙәттә, гәзит биттәрендә донъя күргән мәҡәлә йөкмәткеһенә үҙ ҡарашымды белдереп бармайым, сөнки һәр кемдең үҙ фекере. Уҡыусы булараҡ, уларҙы ихтирам итәм, оҡшамаһа, уҡымайым. "Киске Өфө" гәзитенең быйылғы 2-се һанында Хәлил Һөйөндөковтың "Үҙ исеме менән атау оятмы ..." исемле мәҡәләһен уҡығас, яҙмай булдыра алманым. Мин дә, автор кеүек, филолог түгел, ә был темаға үҙ фекереңде белдереү өсөн бындай белем эйәһе булыу кәрәкмәй ҙә.

Уҡырға
29.01.21  
 
БЕҘ БАРЫҺЫН ДА БУЛДЫРЫРБЫҘ!


Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Уҡырға
29.01.21  
 
ЮЛДАРҘА НИҘӘР КӨТӘ?


Юл-хәрәкәт һәләкәте бөгөнгө көндә коронавирус афәтенән кәм булмаған күләмдә ҡорбандар килтереүсе "автопандемия"ға әүерелде. Ул фажиғәләр көндән-көн аяныслыраҡ төҫ ала бара, автоһәләкәттәр юлаусыларҙы бер юлы күпләп, хатта бөтөн ғаиләләре менән алып китә башланы.

Уҡырға
29.01.21  
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕ БАЛАЛАРҘЫ БӘЙГЕГӘ ДӘРТЛӘНДЕРҘЕ


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада йыл да баш ҡалабыҙ Өфөгә телһөйәр, илһөйәр балаларҙы йыйған күркәм сараларҙың береһе. Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле онлайн форматта ойошторолоуға ҡарамаҫтан, быйыл унда ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберәк - йәмғеһе 734 уҡыусы булды. "Туған тел донъяһы" YouTube каналында олимпиадаға йомғаҡ яһалды.

Уҡырға
29.01.21  
 
ЭШЛЕКЛЕЛӘР ҘӘ БАШҠОРТ МИЛЛИ КОСТЮМЫ КЕЙӘ АЛА


Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров эшлекле башҡорт милли костюмын кейеү ҡағиҙәһен раҫланы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Ҡағиҙәләр дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, муниципаль чиновниктарға, дәүләт органдары ведомствоһындағы ойошма етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.

Уҡырға
22.01.21  
 
ҺИҘМӘЙ ҘӘ ҠАЛДЫ "ЙӘШЕЛ ЙЫЛАН" ТЫРНАҒЫНА ЭЛӘККӘНЕН


Был апайҙың һөйләгәндәре бик ныҡ уйландырҙы мине. Ул үҙ хәбәрен: "Бәлки, кемдер был хәлдән һабаҡ алыр", - тип тамамлап ҡуйғайны. Уның һөйләгәндәрен тыңлайыҡ әле.

Уҡырға
22.01.21  
 
КӘЗӘ АҪРАҒАН, ШӘЛ БӘЙЛӘГӘН МОХТАЖЛЫҠТА ЙӘШӘМӘҪ


Башҡорт халҡының сигеү, ҡорама ҡорау, бәйләм бәйләү, кейеҙ баҫыу, матур-матур кейемдәр тегеү, биҙәүестәр яһау кеүек ҡул эштәре традицияларын дауам иткән, шуның менән рухи мираҫыбыҙҙың юғалыуына юл ҡуймаған оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бик күп Башҡортостанда. Улар әсәй-өләсәйҙәребеҙ тәжрибәһен үҫтереп, дауам итеп кенә ҡалмай, ә юғары кимәлдәге оҫталыҡтарын күрһәтеп, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай, халҡыбыҙҙың онотолоп барған кәсептәрен бөтә республикаға, илгә, донъяға таныта. Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Гөлсимә ИҪӘнҒолова - шундайҙарҙың береһе. Уның исеме Башҡортостандың шәл бәйләү оҫталары араһында яҡшы таныш. 2017 йылдан алып республика конкурстарында ҡатнаша. Тәүгә ҡатнашҡан йылда уҡ ул конкурстың төп призын яуланы. Унан һуңғы йылдарҙа ла һәр саҡ уға уңыш йылмайҙы: 2018 йылда "Селтәрле шәл" номинацияһында - беренсе урын алды, 2019 йылда "Шәл бәйләү традицияларын һаҡлағаны өсөн" номинацияһында билдәләнде. Былтыр иһә уның селтәр шәлдәре тағы ла Гран-приға лайыҡ булды. Ошонда урынлы һорау тыуа: конкурс ҡына билдәле иттеме уны? Эйе, был тәңгәлдә, һис шикһеҙ, уның да роле баһалап бөткөһөҙ. Шул уҡ ваҡытта был конкурсҡа Гөлсимә үҙе оҫталыҡтың иң үренә еттем тигән фекергә килгәс кенә барыуын да йәшермәй. Әйҙәгеҙ әле, бөгөн беҙ оҫтаның серле лә, бай ҙа күңел донъяһына сәйәхәт ҡылып, уның шәл бәйләү нескәлектәре менән танышайыҡ.

Уҡырға
22.01.21  
 
НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК!


Шул саҡ Сараның телефоны шылтыраны. Дисплейҙа улының исеме сыҡты. Ҡалай мәлһеҙ! Күрәһең, Ирек әсәһен эҙләй. Ул бер нәмә лә уйлап өлгөрмәне, Риана иптәшенең ҡулынан телефонын шарт тартып алды һәм күкрәк тауышы менән: - Юҡ-юҡ, ярҙам кәрәкмәй, шул позицияла ҡалығыҙ! Конец! - тип һүндерә һалды.

Уҡырға
22.01.21  
 
УҠЫЙҺЫҢ ИКӘН, ТИМӘК... ФЕКЕРЛӘЙҺЕҢ


Мин кешелек тарихы ике ҙур эпоханан тора, тип иҫәпләргә баҙнат итәм. Уның тәүгеһе Ерҙә әҙәм заты барлыҡҡа килгәндән һуң күпме дауам иткәндер, аныҡ ҡына билдәләп тә булмай, әммә тап боронғо кешеләрҙең яҙма тел уйлап табыуы менән бергә цивилизация тип атап булырҙай яңы дәүер башлана. Аралашыу, һөйләү теленән айырмалы рәүештә, яҙма тел өр-яңы сифатҡа эйә, ул кешеләр танып белгән бар нәмәне мейе ҡабынан тышҡы матди мөхиткә сығарып, быуындан-быуынға тапшырып булырҙай итеп, теркәп ҡуйыу һәм күп быуаттар буйы һаҡлау мөмкинлеген бирә. Әйткән һүҙеңде яҙма билдәләргә әйләндереү мөмкинлеген асҡан тәү кешене мин кешелектең бөйөк революционеры, тип атар инем.

Уҡырға
22.01.21  
 
ЭЛЕККЕ СҮПЛЕКТӘР ҺАҒЫНДЫРА, ЙӘКИ ДОНЪЯ ЦИВИЛИЗАЦИЯҺЫ ҺӘР САҠ ЯҠШЫҒАМЫ?..


Мин унынсы синыфты тамамлаған йылда, экзамендарҙың балы етмәү сәбәпле, юғары уҡыу йортона инә алмағайным. Шул арала совхозда айына һикһән һум тирәһе (ул саҡтағы яҡынса бер айлыҡ эш хаҡы) стипендия түләп, ауыл йәштәрен уҡытыу өсөн трактор курсы астылыр. Ана шул курстарҙа уҡып, тракторист-машинист тигән һөнәр алып, яҙ аҙағындараҡ бер аҙ ғына тракторҙа эшләп алдым. Төшкө ашҡа туҡталған мәлдә, "эттергес" тағылған С-100 ("Сталинец") тракторын өйгә ҡыуып алып ҡайта инем. Миңә, әле ун ете генә йәштәге малайға, ауылдаштарым, атайым менән әсәйем алдында бер аҙ ғына маҡтанып алыу теләге лә булғандыр инде.

Уҡырға
22.01.21  
 
АТЫБЫҘ - УРАН, ЗАТЫБЫҘ БАШҠОРТ БЕҘҘЕҢ


Тарихи әҙәбиәттә уран ырыуының килеп сығышы хаҡында тағы ла бер версия бар, уны тарихсы-ғалимдар иғтибарына тикшеренеүсе С.М. Ахинжанов тәҡдим иткән. Уның ғилми фаразы ике тарихи документта килтерелгән мәғлүмәтте сағыштырып ҡарауға нигеҙләнгән. Тәүгеһе - XII быуатта йәшәгән әрмән яҙыусыһы Матвей Эдесский яҙмаларынан алынған: "...499 йылда (1850 йылдың 9 марты - 1851 йылдың 8 марты) римляндар ҡот осҡос һөжүмдәр кисерҙе. Бик күп провинциялар ҡырып бөтөрөүгә ҡаныҡҡан бәшәнәк халҡы тарафынан таланды, үлемгә дусар ителде һәм харабаларға әүерелде... Йыландар ҡәүеменең, үҙ территорияһы сиктәрен боҙоп, "ерән сәслеләр" еренә сығыуы сәбәпле, һәм был эмигранттар уғыҙҙарҙы һәм бәшәнәктәрҙе ҡыуып ебәргәс, һәм ошо барса ҡәүемдәр, үҙ нәфрәттәрен римляндарға йүнәлтеп, берләште. Константинополь оло бәләләргә дусар ителде..."

Уҡырға
22.01.21  
 
АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА...


Яңы йыл алдынан Башҡортостан халҡы үҙенсәлекле бүләккә эйә булды. Быны ысын мәғәнәһендә халыҡтың халыҡҡа бүләге тип ҡабул итергә мөмкин, сөнки ул 2019 йылда башланып, дөйөм халыҡ проектына әүерелде. Эйе, һүҙ "Шайморатовсылар" проекты хаҡында. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында ике йыл дауам иткән проектты йомғаҡлап, "Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары" биографик белешмәһенең электрон версияһының исем туйы үтте.

Уҡырға
22.01.21  
 
БОРСОЛОУ БЕЛДЕРЕЛДЕ


Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты Әхмәтзәки Вәлидиҙең Санкт-Петербург дәүләт университеты биләмәһендә урынлаштырылған бюсын алып ташлауҙы талап итеү тураһында мәғлүмәткә бәйле борсолоу белдерҙе һәм Санкт-Петербург прокуратураһына һәм университет ректорына һорау менән хат ебәрҙе.

Уҡырға
22.01.21  
 
ЭШСЕ ҺӨНӘРЕ ЛӘ ҠЫҘЫҠТЫРА


Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә төрлө эшсе һөнәр оҫталарының донъя кимәлендәге "Йәш профессионалдар" (WorldSkills) хәрәкәте киң йәйелдерелә бара. Быйыл "Йәш профессионалдар" Бөтә Рәсәй чемпионаты Өфөлә уҙғарыласаҡ һәм уға әҙерлек сиктәрендә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында бизнес-ширҡәттәр менән социаль хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса түңәрәк ҡор ойошторолдо.

Уҡырға
22.01.21  
 
МИНЕҢ РУХЫМ КӘМҺЕТЕЛЕҮГӘ ЮЛ ҠУЙМАЙ


Һуңғы осорҙа интернет селтәрҙәрендә лә, радио-телевидениелағы сығыштарҙа ла "кәмһетелеү" тигән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр күҙгә йыш салына. Бигерәк тә әлеге бер "рәссам" ишаратының башҡорт милли кейемдәрендәге һәм биҙәүестәрендәге ярымяланғас кешеләр һүрәттәре айҡанлы асыу, нәфрәт белдергән милләттәштәр йышыраҡ ошо һүҙҙе ҡуллана.

Уҡырға
22.01.21  
 
БЕҘҘӘ, ЭЙЕ, МИЛЛӘТ-АРА ТЫНЫСЛЫҠ. Ә КЕМДӘРГӘЛЕР БЫЛ ОҠШАМАЙ, КҮРӘҺЕҢ...


Иләүгә таяҡ тығып болғаусылар табылып ҡына тора, әйтәгүр. Бөгөнгө хафалы, мәшәҡәтле заманда ла хатта. Бәғзе берәү өсөн, күрәһең, бер ни ҙә үҙгәрмәне: донъяла ла, аң кимәлендә лә. Үтеп киткән ғибрәтле йыл эсендә ысын ҡиммәттең ни икәнен барыбер аңлап етмәне ундайҙар: бар көстәрен, ә, бәлки, яһиллыҡтарын пиар, ялған дан, исем, еңел аҡса өсөн сарыфлап маташалар.

Уҡырға
22.01.21  
 
Биттәр : # « 136 137 138 139 140 141 142 143 144 » #
Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru