Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ҺЫРҒАЛАҠ БАЙРАМЫ ОЙОШТОРОП, БАЛА КҮҢЕЛЕНӘ ТОЙҒО ҺАЛАЙЫҠ!
|
Быйыл ҡышҡы каникулдар башланғас та ауылда Һырғалаҡ байрамы үткәрҙек. Балаларға бик күңелле булды. Ә бит был байрамды йылына ике тапҡыр: яңы йыл башланғас - Һырғалаҡты асыу һәм яҙғы каникулдар башланғас -Һырғалаҡ менән хушлашыу байрамы итеп үткәреп була. Ауыл ерҙәрендә балалар өсөн күмәкләп күңел асыу сараһын мөмкин тиклем күберәк үткәрергә кәрәк. Бындай саралар уларҙы яҡынайта, берләштерә, иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр күберәк була. Билдәле, ғүмер - ул йәшәлгән йылдар түгел, иҫтә ҡалған мәлдәрҙән хасил.
|
Уҡырға
02.02.15
|
|
|
МӘСКӘҮҘӘГЕ СТУДЕНТТАРҘЫ ДЕПУТАТ ҮҘЕ ХӘСТӘРЛӘЙ
|
РФ Дәүләт Думаһы депутаты, "Мираҫ" фонды етәксеһе Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева халҡыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән хәйриәлек эштәре менән республикала киң билдәле. Бөгөнгө көндә ул Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенә үҙ өлөшөн индерә, БСТ каналының туған телгә, тарихҡа арналған проекттарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итә. Шулай уҡ депутат йәш быуындың проблемалаларына ла битараф түгел - бына бер нисә йыл инде ул Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы менән тығыҙ бәйләнештә тора.
|
Уҡырға
02.02.15
|
|
|
РЕКЛАМАЛЫ ҠАҒЫҘҘАР КҮҘГӘ СҮП БУЛЫП ЭЛЕНЕП ТОРА
|
28 ғинуарҙа Өфө ҡала округы Советының сираттағы ултырышында көн тәртибенә 12 мәсьәлә сығарылып, улар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе булып, моғайын да, ҡала Уставының 12 статьяһына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе торғандыр.
Был процесс федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелеүгә бәйле. 2005 йылда ҡабул ителгән Устав ошо ваҡыт эсендә ун тапҡыр үҙгәртелә. Уға һуңғы төҙәтеү былтыр июндә индерелһә, РФ Дәүләт Думаһы "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡтарҙы ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы законға 31 декабргә тиклем төҙәтеүҙәр индереү сәбәпле, баш ҡаланың программа документын да ҡабаттан ҡарап, уны федераль ҡануниәткә яраҡлаштырыу зарурлығы килеп тыуа. Һуңғы һәм халыҡ фекерен иҫәпкә алып тәҡдим ителгән төҙәтеүҙәрҙе Уставҡа индереүҙе депутаттар корпусы бер тауыштан хупланы.
|
Уҡырға
02.02.15
|
|
|
БЕРҘӘМЛЕК МЕНӘН КӨСЛӨ БУЛАЙЫҠ!
|
Ун ике йыл буйы алдырып, яратып уҡыған "Киске Өфөнөң" быйылғы 1-се һанында замандашым Фәтих Муллағолов ҡәләме яҙған мәҡәлә сәбәпсе был сығышыма. "Беҙ түҙемле лә ул, ә башҡалар?" тип аталған бәләкәй генә яҙмаға милләт яҙмышы тураһында оло борсолоу һыйған.
"Толерантлы булыу-булмауҙың төбөндә бер ғиллә ятыуын да шәйләмәй булмай. Һәр кем толерантлы була алмай. Күңеле керһеҙ, изгелекле, яҡты уйлы, иманлы һәм дә тәбиғәте менән юғары мәҙәниле Аллаһ балалары өсөн генә хастыр был сифат. Ахырҙа шулай тип күңелде йыуатырға ла, бөтөн был ығы-зығыға сал тарихлы милләттәргә генә хас олпатлыҡ, зирәклек, уйсанлыҡ, бөйөклөк үрҙәренән күҙ ташлап, көлөмһөрәп ҡуйырға ғына ҡала, күрәһең, халҡыма..." - тип дөрөҫ әйтә Фәтих ҡусты. Башҡорттоң түҙемлеген, киң күңеллелеген, толерантлы булыуын ҡайһы берәүҙәр дөрөҫ ҡабул итмәй икәнен ишетеп-күреп торабыҙ. Интернеттың ҡайһы бер сайттарында тарихи шәхестәребеҙҙе, аҡыллы, белемле, ҡурҡыу белмәҫ зыялыларыбыҙҙы нисек кенә хурламайҙар, ниндәй генә исемдәр таҡмайҙар - бысраҡ һыу менән ҡойоноп сыҡҡандай булаһың унан…
|
Уҡырға
02.02.15
|
|
|
ҠАРТЛЫҒЫҢДА ЙӘН ТЫНЫСЛЫҒЫНА ӨЛГӘШЕҮ ӨСӨН ЭШЛӘ
|
Халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, һүҙен һүҙ итерлек ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бөгөн Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһына берләшеп, әүҙем эшләй башланы. Күптән йылы һүҙгә, иғтибарға, ихтирамға һыуһап йәшәгән ауыл кешеһенә бөгөн матди ярҙам ғына түгел, рухи терәк тә кәрәк булыуын тәүгеләрҙән булып төшөнгән Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙары был йәһәттән бөтәһенә лә үрнәк булырҙай. Бөгөн дәүләт ҡоролошо ниндәй, донъялағы хәлдәр, йәмғиәт торошо ҡайһылай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ үҙебеҙ үҙ донъябыҙҙы яйға һалырға, тормошобоҙҙо үҙебеҙ ҡорорға, яҙмышыбыҙҙы ҡулыбыҙға алырға тейешбеҙ. Бер быуатта ла башҡорт халҡының ҡул ҡаушырып, битарафлыҡта киләсәген уйламай, йәшәйешен ҡайғыртмай йәшәүе күҙәтелмәгән икән, XXI быуатта ла бар халыҡты ялмап алған ғәмһеҙлектән арынырға ярҙам итергә кәрәк. Бына ошо бурысты иңдәренә һалған бөгөн ағинәйҙәр. Күптән инде хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, әле лә халыҡ менән эшләүен дауам иткән, кәрәк саҡта һүҙ менән дә, эше менән дә ярҙам итеп ебәрергә әҙер торған милләттәшебеҙҙең береһе, Баймаҡ районының "Йыл ағинәйе" исеменә лайыҡ булған Рәйсә апай Диярованың һөйләгәндәрен тыңлайыҡ.
|
Уҡырға
26.01.15
|
|
|
"ТАМҒАЛЫ ҠАРАҒАЙ" ЯҘМЫШЫ
|
1995 йылдың апрель айы ине. Сәйер генә төш күреп уяндым. Күк йөҙө зәп-зәңгәр, бер болот әҫәре лә күренмәй, шундай салт аяҙ, матур көн инде. Һәҙиә инәйемдәр тапҡырында, Аратауҙың итәгендә, бәрхәттәй йәшел үлән өҫтөндә, уҡытыусым Сәғитов Ирек Хаммат улы, уртала - мин, Ғәбитов Исмәғил ағай баҫып торабыҙ. Ҡаршыла мөһабәт Таҡыясусаҡ тауы, бормаланып- бормаланып Нөгөш йылғаһы ағып ята. Ирек Хаммат улы Таҡыясусаҡ тауына текләп ҡарап торҙо ла, миңә: "Сәғүрә (был минең мулла ҡушҡан исемем), һин ошо Таҡыясусаҡ тауы артында онотолоп ҡалған бер әйберҙе табып килтерергә тейешһең", - тине.
|
Уҡырға
26.01.15
|
|
|
АШЫҒЫП ЙӘШӘЙЕМ йәки ТЫР-ТЫР МЕНӘН БӘЛӘКӘЙ ӘҢГӘМӘ
|
Бөгөнгө ҡунағыбыҙ -Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге Йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы Фирҙәт Ғәлиев. Уның Тыр-тыр образын һынландырып, меңәрләгән кескәй тамашасының яҡын дуҫына әйләнеүе бер кемгә лә сер түгел. Донъялағы иң һынсыл тамашасыны, иң ғәҙел тәнҡитсене - балаларҙы үҙ яғына еңел ауҙара алған актер менән әңгәмә барышында уның ижад ысулдары, хеҙмәте серҙәре тураһында һөйләүен үтендек һәм бик үҙенсәлекле яуаптар ишеттек.
Һеҙҙе күптәр театр артисы булараҡ та, "Сәңгелдәк" тапшырыуындағы Тыр-тыр образы буйынса ла, саралар алып барыусы нәфис һүҙ оҫтаһы тип тә, алыштырғыһыҙ диктор итеп тә белә. Башҡортостан юлдаш телеканалында алып барған төрлө тапшырыуҙарығыҙ аша ла киң йәмәғәтселеккә яҡшы танышһығыҙ. Ә тамашасы һеҙҙең тағы ниндәй сифаттарығыҙҙы, ниндәй һөнәрҙәрегеҙҙе белмәй икән?
- 1982 йылда, унынсы синыфты тамамлағандан һуң, Өфөгә килеп, башкөллө сәнғәт донъяһына сумдым.
|
Уҡырға
26.01.15
|
|
|
ХАЛҠЫМА ҺӨЙӨҮ ҺҮҘЕ БАШҠОРТСА ЯҢҒЫРАРҒА ТЕЙЕШ!
|
Мәктәп коридорҙары буйлап иң бәхетле бала саҡ йүгерә, тиҙәр. Шуға ла мәктәп йылдары һәр кешенең күңелендә матур хәтирәләр генә ҡалдыралыр ҙа, сөнки был ваҡытта беҙ ғүмеребеҙҙең иң хәстәрһеҙ осорон йәшәйбеҙ. Әммә бөгөнгө йәш әңгәмәселәрем ошо мәлдән үтә мөһим төшөнсәләргә - халҡының киләсәге өсөн яуаплылыҡҡа, йәмғиәткә кәрәкле кеше булырға өйрәнә.
Халҡыбыҙ борондан ирек, кешелеклелек, изгелек, ғәҙеллек идеалдары нигеҙенә ҡоролған тәрбиәгә өҫтөнлөк биргән. Милли гимназия-интернаттар баланы ошо ҡиммәттәр ярҙамында тәрбиәләүгә өлгәшә аламы? Уҡыусыларын илһөйәр, телһөйәр, рухлы итеү өсөн уҡыу йорто, унда белем биргән уҡытыусылар ниндәй булырға тейеш? Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының юғары класс уҡыусылары Зәриә МОРАТОВА, Нәғим ШӘРИПОВ, Азат МӘҺӘҘИЕВ, Айсинә ЙОСОПОВА ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләй.
|
Уҡырға
26.01.15
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
Гәрәй ырыуы. Кәрәиттәр
Гәрәй ырыуының тамырҙары, тикшеренеүселәр фекере буйынса, кәрәит тип аталған ҡәбиләгә барып тоташа. Кәрәит монгол теленән "ҡоҙғондар" тип тәржемә ителә.
|
Уҡырға
26.01.15
|
|
|
ҠАРА БӘХЕТ ТӘ БУЛАМЫ?
|
Ваҡлашыу тип һанамаһығыҙ, һәр төрлө тантаналар айҡанлы бер-беребеҙгә матур теләктәр белдереү, ҡотлауҙар хаҡында булыр һүҙем, сөнки үҙ башыңа төшмәй тороп, тәбрикләү һүҙҙәре тураһында әллә ни уйланмайбыҙ икән, тигән фекергә килдем.
Шулай бер көн бик тә ихтирам иткән әхирәтемде "түңәрәк кенә" юбилейы менән башҡортса гәзиттәребеҙҙең береһе аша ҡотларға булдым. Республикала ярайһы билдәле, талантлы, аҡыллы ҡатын ул. Әллә уның шәхесе алдында баҙаным, әллә гәзиткә яҙыу талапсанлыҡ талап итте минән - күңелгә үтеп инерҙәй матур һүҙҙәр килмәй ҙә ҡуя бит башҡа... Нимәләр генә яҙһам да, аҙ булыр төҫлө. Һис килештерә алмағас, һеңлемә мөрәжәғәт итергә булдым. Ни тиһәң дә, башҡорт теле уҡытыусыһы бит әле ул, тием инде үҙемсә.
|
Уҡырға
26.01.15
|
|
|
КИТАП ҺҮҘЕ АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ
|
Баш ҡаланың үҙәк урамдарында бөйөк рус һәм башҡорт шағирҙары, яҙыусыларының цитаталары яҙылған реклама щиттары ҡуйылды. Бындай реклама кампанияһы Әҙәбиәт йылына старт бирелеүҙең үҙенсәлекле символы ла булып тора.
- Был акция беҙҙең "беренсе ҡарлуғас" түгел, сөнки башҡа тематик йылдарҙа ла әсәләргә, ғаилә ҡиммәттәренә арналған әйтемдәрҙе, мәҡәлдәрҙе, яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе реклама итеп урынлаштыра торғайныҡ. Ләкин уларҙың күләме аҙ булыу сәбәпле, бик күҙгә салынып барманы, ахыры. Әммә быйыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы булараҡ, яҙыусыларҙың "ҡанатлы" һүҙҙәрен, мәҡәлдәрҙе күпләп урынлаштырыу идеяһын "Ҡала реклама үҙәге" МБУ-һы ла ҡуш ҡуллап күтәреп алды һәм буш торған щиттарҙы рухи аҙыҡ менән "һуғарҙы". 180 самаһы үҙенсәлекле реклама шунда уҡ халыҡтың һәм баш ҡала ҡунаҡтарының, ул ғына ла түгел, барлыҡ киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын йәлеп итте...
|
Уҡырға
26.01.15
|
|
|
АРҠАҢ ТӨҘ ИКӘН ТИМӘК, ҺИН ЙӘШ ҺӘМ СӘЛӘМӘТ
|
Халҡыбыҙҙа кинәйәләп, икәү осрашһа - баҙар, өсәү йыйылһа - йәрминкә, тип әйтеү ғәҙәте бар. Был, аңлағанһығыҙҙыр, ҡатын-ҡыҙ хаҡында, әлбиттә. Ҡыҙыҡ, ирҙәр йыйылғанда ни хаҡында гәп һуғаларҙыр, мәгәр мин белгән ҡатын-ҡыҙ араһында буш хәбәр, ғәйбәт һатып, ваҡытын заяға уҙғарыусылар юҡ, сөнки улар бөтәһе лә эш кешеләре. Нисек осто осҡа ялғарға, тормоштоң өҙлөкһөҙ һынауҙары алдында нисек юғалып ҡалмаҫҡа, бының өсөн нисек итеп сәләмәт булырға - бына минең әхирәттәр әллә ниҙә бер осрашып сәй эскәндә гәпләшеп ала торған темалар даирәһе.
Был юлы ла әхирәттәрем Рауза менән Миләүшә, килеп сығабыҙ, тип шылтыратҡас, ауылдан килтергән күстәнәстәр - сейә ҡушып ҡайнатылған ҡорот, ҡыҙыл эремсек, хуш еҫле бал, үлән сәйен өҫтәлгә сығарып ултырттым, ҡоймаҡ ҡоя һалдым. Йән дуҫтарың өсөн шунан да затлыраҡ һыйҙы ҡайҙан табырһың! Ах итте әхирәткәйҙәрем. "Эмм..." - бисмиллаһын әйтеп ҡорот ҡапҡан Миләүшә ләззәтләнеп күҙҙәрен йомдо:
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
ҠАҘАҠТАР ҒОРУР, ҮҘАЛЛЫ...
|
Ҡырпағайҙың (ноябрҙең) тәүге көндәрендә Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһына Ҡаҙағстан иленән саҡырыу килде. Баҡһаң, ҡаҙаҡ яҙыусылар ойошмаһының төҙөлөүенә лә 80 йыл тулған һәм уны Алматы ҡалаһында билдәләйҙәр икән.
Бындай сараға барыу минең өлөшкә тейгәс, бер ни тиклем ҡыуанып та ҡуйҙым. Сөнки СССР тарҡалып, Ҡаҙағстан үҙаллы дәүләт булып киткәс, ҡаҙаҡ бауырҙаштарыбыҙҙың күңел төбөн, уй-кисерештәрен белеп ҡайтҡы килә ине күптән. Халҡының рухиәте был осорҙа ҡайһы йүнәлеш менән атлауын, беҙгә мөнәсәбәттәрен, матди һәм милли үҫештәрен күңел менән булһа ла ҡармап ҡарағы килә ине. Телефон аша һөйләшеп, Ҡайырниса тигән ханым компьютер аша Өфө - Мәскәү - Алматы маршрутына билет ебәрҙе. Ниһайәт, 2 ноябрь иртәнге сәғәттә Мәскәүгә остом. Көн болотло ине, әммә ҡара болоттар йыртығынан аҫта фәлән тиклем ер күренә. Күҙҙәрем оҙонса тәҙрә аша түбәндәге шул ерҙәрҙе байҡай. Ауыл хужалығы кешеһе булғас, күҙҙәрем Өфө менән Мәскәү араһында сәселгән, хәҙер йәм-йәшел булып ятҡан ужым баҫыуҙарын, яңы сәсер өсөн ҡап-ҡара итеп туңға һөрөлгән игенлекте эҙләй.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
ТУҒАН ТЕЛ МӨХИТЕН ЮҒАЛТҺАҠ, ЙӘН ЙЫЛЫҺЫН ЮҒАЛТАСАҠБЫҘ
|
Күп ғалимдар туған телдә белем алыусы балаларҙың интеллектуаль үҫеше яҡшыраҡ булыуын билдәләй. Әле 1592-1670 йылдарҙа йәшәгән һәм үҙенең педагогик эшмәкәрлеген мәғариф, тәрбиә проблемаларына арнаған чех аҡыл эйәһе-гуманист Ян Амос Коменский шундай һығымта яһаған. Ул туған тел нигеҙендә киң белем биреүгә, һуңынан ғына сит телдәрҙе өйрәнеүгә саҡырған. Швеция һәм Венгрияның мәғариф реформаһын тап ул тормошҡа ашырған. Бөгөнгө заман ғалимдары ла, бала 1 йәштән 8 йәшкә тиклем тормош өсөн мөһим мәғлүмәттең һәм белемдең 80 процентын үҙләштереп өлгөрә, мәктәптә бары тик - 10, икенсе уҡыу йортонда 5 процентын ғына туплай, ә ҡалған 5 процентты ғүмер буйы йыя, тип белдерә. Әгәр бала өйҙә башҡортса һөйләшеп, балалар баҡсаһында рус төркөмөндә йөрөп, мәктәптә русса белем алһа, ул үҙенә тәғәйен 80 процент мәғлүмәтте туплауҙан мәхрүм ҡаласаҡ. Ошо хәҡиҡәтте аңлау кимәле ниндәй бөгөн? Йәғни, республикаға исем биргән милләттең туған теленең бөгөнгөһө һәм киләсәге ниндәй? Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы тап ошо сетерекле мәсьәләгә бағышланды ла инде. Уның эшендә Башҡарма комитет ағзалары, БР Президенты Аппараты, БР Хөкүмәте, БР Мәғариф министрлығы, мәғарифҡа ҡағылышлы башҡа ведомстволар вәкилдәре, район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары һәм мәғариф бүлексәләре вәкилдәре, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре ҡатнашты.
Рәсәй Федерацияһында һан яғынан 4-се урында торған башҡорт халҡының туған теленең киләсәген ЮНЕСКО эксперттары "хәүеф аҫтында" тип билдәләй. Уның бөтөнләй юғалыуына юл ҡуймау маҡсатынан Башҡарма комитеттың Мәғариф һәм фән буйынса комиссияһы ағзалары, эшсе төркөмдәр Мәғариф министрлығы, урындағы хакимиәт башлыҡтары менән берлектә район һәм ҡала мәктәптәренең, балалар баҡсаларының эштәре менән танышты. Барлығы 19 район һәм ҡалала 50-нән артыҡ мәктәп һәм балалар баҡсаһы тикшерелгән. Был хаҡта төп сығышта Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев ентекле туҡталды. Артабан беҙ гәзит уҡыусылар иғтибарына тикшереү материалдарын үҙ эсенә алған ошо сығыштың иң мөһим урындарын еткерәбеҙ.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
Йәнәй башҡорттары йәшәгән ерҙәр
Йәнәй ырыуына ҡараған башҡорттар Ыҡ, Ағиҙел, Иж, Кама йылғаһының ике яҡ яры буйлап йәйелгән дала-урмандарҙа йәшәгән. Уларҙың аҫаба ерҙәре Вятка губернаһы Сарапул өйәҙенең көньяғында, Ағиҙел йылғаһының Кама йылғаһына ҡойған урынында, Өфө губернаһының Минзәлә һәм Бөрө өйәҙҙәре ҡушылған арала урынлашҡан була.
Тарихи Башҡортостан территорияһында кантонлыҡ системаһы булған осорҙа йәнәйҙәр 11-се башҡорт кантонының 24-се һәм 25-се йорттарына ҡарай (йортҡа бер нисә ауыл инә). XIX быуаттың 60-сы йылдарында крепостной хоҡуҡ бөтөрөлөү сәбәпле Рәсәйҙә ҙур үҙгәрештәр булып үтә, улар Башҡортостанға ла ҡағыла. Беренсенән, кантонлыҡ системаһы (1798-1865 йылдар) бөтөрөлә, икенсенән, элекке башҡорт атамалары урынына (Байлар, Бүләр, Гәрәй, Йәнәй, Ҡырғыҙ, Саралы-миң, Юрмый рәсми ҡулланылыштан сыға) тораҡ пункттары исеме менән аталған административ-территориаль улыстар булдырыла (Семиостровский, Аҡтаныш, Байсар, Нурҡай, һ.б). 1855-1863 йылдарҙа 12-се (элекке 11-се) кантон территорияһы, типтәрҙәрҙе башҡорт ғәскәренә ҡушыу сәбәпле, 4 кантонға бүленә.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
БАШҠОРТОСТАНДА ЙӘШӘП БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛМӘҮ – ХУРЛЫҠ
|
Олимпиада һүҙе кемдәлер йәйге һәм ҡышҡы спорт уйындарын хәтерләтһә, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар өсөн ул, тәү сиратта, төрлө фәндәр буйынса уҙғарылған аҡыл һәм отҡорлоҡ бәйгеһен кәүҙәләндерә. Олимпиада барышында һәр бала үҙенең ижади фекерләү һәләтен, стандарт булмаған уйлау ҡеүәһен аса, булдыҡлылығын яңы бейеклеккә күтәрә.
Ошо көндәрҙә баш ҡалала 27-се тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙған төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренең белем ҡаҙаныштарын башҡа йәштәштәренең уңыштары менән сағыштырыу, ярыш рухын тойоу мөмкинлеген алды. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 9-11-се класс уҡыусылары араһында үткән олимпиадала быйыл 281 бала ҡатнашты. Республика мәктәптәре уҡыусылары менән бер рәттән, Ҡурған, Һамар, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм Татарстан Республикаһынан килгән уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һәйбәт әҙерлек кимәле күрһәтте. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр баҫтырыу бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Ғиниәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова белдереүенсә, олимпиада һөҙөмтәләре уҡыусыларҙың башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яҡшы белеүе хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Был - уҡыусыларҙың телде һәм әҙәбиәтте теләп үҙләштереүе һәм уҡытыусыларҙың йыл дауамында маҡсатлы һәм ныҡлы әҙерлек эше алып барғанлығын күрһәтеүсе фактор.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
ДОШМАНДАРЫҢДЫ ДУҪҠА ӘЙЛӘНДЕРЕП ЕҢ!
|
Ҡайһы бер кешеләрҙең: "Эй Раббым, дошмандарыма иман килтер, күңелдәренә изгелек орлоғо сәс, уларҙың юлдарына бәхетте, уңышты мул итеп сығарып һал, шуға ҡыуанһындар ҙа мине тыныслыҡта ҡалдырһындар", - тип теләгәндәрен һәр беребеҙҙең ишеткәне барҙыр, моғайын. Ошоға бәйле ике кешенең әңгәмәһен һеҙгә лә һөйләгем килә.
- Дошмандарыма иман-тәүфиҡ һорай торғас, Хоҙай теләгемде үтәне, шикелле. Ҡапыл улар әллә ҡайҙа булып бөттө лә ҡуйҙы. Шунан миңә рәхәт булып ҡалған тиһеңме? Юҡ шул, киреһенсә, берәү ҙә төрткөләп тормағас, үҙемде нәҫ баҫты ла ҡуйҙы. Бер нәмә лә эшләгем килмәй, яңы үрҙәр яулауға дәртем дә юҡ. Баҡһаң, был дошман тигәндәре бик кәрәк нәмә булған икән даһа, - тип көлдө берәүһе.
- Ул ниндәй дошман тей ул, - тип бүлдерҙе икенсеһе. - Дошман илеңде баҫып алған, яҡын кешеләреңдең йәнен ҡыйған әҙәм аҡтығы була. Ә былар…
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
УРАМДА БУРАН БУЛҺА ЛА ӨЙҘӘРҘӘ БУРАН УЙНАМАҺЫН
|
Һауа торошо - урамға ниндәй кейемдә сығыуҙы ғына түгел, ә күпкә мөһимерәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур роль уйнай. Кешелек өсөн әһәмиәтле тармаҡтарҙың уңышлы эшмәкәрлеге нәҡ һауа торошона бәйле. Беҙ йәшәйешебеҙҙе тәбиғәттең ошо факторына яраҡлаштырып ҡорабыҙ, пландар төҙөйбөҙ һәм уның иртәгә, киләһе айҙа йәки йылда ниндәй "бүләк"тәр әҙерләүен алдан белеү өсөн төрлө ысулдар ҡулланабыҙ. Бының өсөн телевизорҙан әйтелгән йәки интернет селтәрендә урынлаштырылған мәғлүмәтте файҙаланыуҙан тыш, халыҡ "метеоролог"тары - фенологтарҙың да прогнозын күҙ уңында тотабыҙ. Кәзә (ҡуй) йылы беҙгә ниндәй һауа торошо әҙерләгән? Ҡыш ниндәй булыр, яҙ нисек килер? Ошо хаҡта белер өсөн Бөрйән районы Ҡотан ауылында йәшәүсе Әлмира ХӨСНӨТДИНОВАға мөрәжәғәт иттек.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
НИМӘ АШАҒАНЫҢДЫ ӘЙТҺӘҢ МИН ҺИНЕҢ КЕМЛЕГЕҢДЕ ӘЙТӘМ!
|
Һуңғы ваҡытта был өлкә белгестәренең һаны кәмеүе, был һөнәргә артыҡ ҙур ихтыяж юҡ, тигән фекергә этәрә, әммә әле һүҙ алып барасаҡ өлкә лә үҙенсәлекле һәм ул да белгестәргә мохтаж. Сөнки гастроэнтерология ашҡаҙан-эсәк трактын, йәғни ҡыҙыл үңәстән алып йыуан эсәккә тиклем арауыҡтағы ауырыуҙарҙы тулыһынса өйрәнә. Гепатология (бауырҙы, үт ҡыуығын, үт ҡыуығы юлдары) һәм проктология (эсәктәрҙе өйрәнә) ла уның бүлектәре булып һанала.
Баҡтиһәң, дөрөҫ туҡлана белмәүебеҙ арҡаһында барыбыҙ ҙа тиерлек ошо өлкә табиптарының пациенттары булып торабыҙ икән. Аҡ халатлылар шул хаҡта күпме генә тылҡымаһын, кеше үҙе сәләмәтлегенә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртмәй тороп, табиптар бер нәмә лә эшләй алмай. Был, әлбиттә, тәү сиратта туҡланыуға ҡағыла һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультеты деканы урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Гөлнур ӘХМӘҘУЛЛИНА ла пациенттары менән һөйләшеүҙе генә түгел, әңгәмәне лә ошо теманан башланы.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
"Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сыға башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей), унлар ырыуҙарына ҡараған дүрт томы сыҡты ла инде, яҡын арала ҡаңлы ырыуына арналған томдың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллектывының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.
(А. Жид).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|