Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ТУҒАН ТЕЛДЕҢ ЯҘМЫШЫ ШУЛ ТЕЛДӘ ҺӨЙЛӘШКӘН КЕШЕЛӘР ҠУЛЫНДА
|
Бөгөн көнсығыш телдәрен, көнсығыш дәүләттәренең һәм халыҡтарының иҡтисади, сәйәси, мәҙәни үҙенсәлектәрен яҡшы белгән белгестәр хеҙмәт баҙарында юғары баһалана. Ошондай шарттарҙа шәрҡиәтселек йүнәлешендә белем алыуҙың әһәмиәте тағы ла арта төшкән кеүек. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ - филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының Шәрҡиәт кафедраһы мөдире, доцент Ғәйнислам ИБРАҺИМОВ һәм Төркиәнең Ушак университеты доценты Морат ОЗШАХИН менән көнсығыш телдәре менән бер рәттән башҡорт теленең дә донъя кимәлендәге урыны, уның тарихы сығанаҡтары тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
Сит телде, бигерәк тә көнсығыш телдәрен өйрәнеү фонетик системаны өйрәнеүгә генә ҡайтып ҡалмай, бының өсөн һин шул халыҡтар кеүек фекерләргә өйрәнергә лә тейешһең, тиҙәр. Шәрҡиәтселек кафедраһы эшмәкәрлегенең төп бурысы нимәнән ғибәрәт?
Ғ. ИБРАҺИМОВ: Был кафедра филология һәм журналистика факультетында 2008 йылда асылғайны, 2010 йылдан студенттарға "Шәрҡиәтселек һәм африканистика" йүнәлеше буйынса белем бирәбеҙ. Төрөк, ғәрәп, фарсы һәм ҡытай телдәрен генә түгел, был халыҡтарҙың әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын комплекслы өйрәнеү өсөн мөмкинлектәребеҙ барлыҡҡа килде, сит илдәрҙең вуздары менән килешеүҙәр төҙөп, уҡытыусылар саҡырыу ҙа телдәр өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Кафедраның уҡытыу программаһы сит ил вуздары программаһына ярашлы төҙөлгәнгә күрә, һәр студент ситтә уҡып ҡайта һәм ике вуздың да дипломына эйә була ала. Тиҙҙән Башҡорт дәүләт университетының 30 студентын Ҡытайға бер йыллыҡ курсҡа, шулай уҡ бер-нисә студентты Төркиәгә ике айға тел өйрәнеү курстарына ебәрәбеҙ. Йәштәр өсөн бындай тәжрибә телде шымартыу, сит милләттең мәҙәниәте менән яҡындан танышыу йәһәтенән бик әһәмиәтле. Фарсы һәм ғәрәп телендә һөйләшкән илдәрҙең юғары уҡыу йорттары менән ошо уҡ йүнәлештә эш башлау өсөн һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Киләсәктә шәрҡиәтселек кафедраһында бакалавр дипломы алыусы студенттарға магистратураны диңгеҙ аръяғында дауам итергә мөмкинлек асырға торабыҙ. Морат бей Озшахин, мәҫәлән, беҙҙең вуздың Төркиәләге кураторы буласаҡ.
М. ОЗШАХИН: Мин Башҡортостанға өс йылға уҡытырға килгәйнем, әммә Төркиәлә минең урыныма уҡытыусы таба алмауҙары сәбәпле, ҡайтырға тура килә. Шуға ла кураторлыҡ вазифаһын шатланып ҡабул итәм. Ушак, Станбул, Эгей, Юнус Эмре университеттары һәм БДУ араһында төҙөлгән килешеүҙәр нигеҙендә был юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыуҙы көйләү, студенттарҙы кәрәкле дәреслектәр менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде миңә.
|
Уҡырға
11.08.14
|
|
|
ҠАТАЙҘАР ҠАРАҺАҠАЛ ЯУЫНДА
|
Нуғай юлындағы көнбайыш ҡатайҙар башҡорт халҡы тарихында һиҙелерлек эҙ ҡалдырған. Бигерәк тә был ХVII - ХVIII быуаттарҙа башҡорт яуҙары ваҡиғаларында асыҡ сағыла. Был мәҡәләмдә башҡорт халҡының артабанғы йәшәйешенә ҙур йоғонто яһаған 1735 - 1740 йылдарҙағы яуҙың һуңғы осоро - 1740 йыл миҫалында башҡорт ихтилалдарында ҡатайҙарҙың ҡатнашыуын асыҡларға теләнем.
1740 йыл. Яу барышы
Ҡараһаҡал яуы тип билдәләнгән хәрәкәт 1740 йылда Себер юлында башлана. Йыл башында хан тип иғлан ителгән Ҡараһаҡал яуҙы "тоғро" башҡорт һәм мишәр старшиналарына һөжүмдән башлай. "Тоғролар" Көҙәш Рахманғолов, Мәндәр Арҡаев, Шағанай Борсаҡов һәм башҡа баш күтәреүселәр менән бер ни ҙә эшләй алмайҙар. Тәржемәсе Роман Уразалин тарафынан ебәрелгән хәбәрҙәрҙә "уның менән бергә булған "вернайҙар"ҙың күбеһе өйҙәренә таралып бөттө (Шағанай Борсаҡовтан башҡалары), байтағы "бурҙарға" ҡушылдылар, "бурҙар" сәғәтләп арталар", тип билдәләнә.
|
Уҡырға
11.08.14
|
|
|
ИҢ КАМИЛ ӨЛГӨГӘ ЕТЕП БУЛМАҒАНДА ЛА, ЫНТЫЛЫРҒА КӘРӘК
|
Илдең нефть һәм энергетика комплексы ойошмалары өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләп сығарыусы Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы республикала киң билдәле урта профессиональ белем биреү учреждениеһы. Бынан ун бер йыл элек Өфө энергетика колледжын һәм Өфө нефть техникумын берләштереүҙән барлыҡҡа килгән уҡыу йортонда бөгөн өс меңдән ашыу студент белем ала. Колледжда уҡыуҙың отошло яҡтары, уҡытылған һөнәрҙәрҙең өҫтөнлөгө тураһында колледждың 2-се курс студенттары Урал КУСКИЛДИН, Әдилә МАНАПОВА, Булат ДӘҮЛӘТОВ һәм Илгиз ЮНЫСОВ һөйләй.
Был уҡыу йорто хаҡында ҡайҙан ишетеп белдегеҙ? Әле үҙләштергән һөнәрегеҙ һеҙгә киләсәктә хеҙмәт баҙарында үҙ урынығыҙҙы табырға ярҙам итеренә ышанаһығыҙмы?
Урал Кускилдин: Мин Өфө ҡалаһында тыуып үҫтем. Колледжға уҡырға килергә миңә атай-әсәйем кәңәш итте. Әлеге ваҡытта "Электр станциялары. Селтәрҙәр һәм системалар" һөнәрен үҙләштерәм. Хәҙер Рәсәйҙә лә, сит илдә лә энергетика - йылдам үҫешкән өлкәләрҙең береһе. Унда эшләү өсөн һәр ваҡыт яҡшы белгестәр кәрәк. Ә колледж нәҡ ошо йүнәлештә һәйбәт, төплө белем бирә.
Эйе, хәҙер эш урыны таба алмай йөрөгән йәш белгестәр күп. Үҙемде был хәл урап үтер, тип ышанам, сөнки производствоның бер тармағы ла энергетиктарһыҙ эшләй алмай. Ғөмүмән, сәнәғәттең иң үҫешкән һәм перспективалы тармаҡтарының береһе булған энергетикала белгестәр етешмәй. Шуға күрә техник-электрик һөнәренә эйә булыуым миңә хеҙмәт баҙарында үҙ урынымды табырыма ышаныс бирә.
Илгиз Юнысов: Салауат районы Арҡауыл ауылынан ошонда уҡ белем алған ағайымдың кәңәше буйынса уҡырға килдем. Энергетика комплексы ил иҡтисадының күп тармаҡтарын үҫтереүҙә нигеҙ булып тора. Ул шулай уҡ нефть һәм башҡа өлкәләрҙең уңышлы эшен дә тәьмин итеүсе. Шуға күрә энергетика тармағының яҡшы эшләүе тотош ил өсөн кәрәк. Ә уның уңышлы эшмәкәрлеген үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр тәьмин итә. Шуға улар рәтен тулыландырыу маҡсатында Урал кеүек үк энергетика йүнәлешен һайланым һәм киләсәктә үҙемдең һөнәрем буйынса күңелемә ятҡан эш урыны мотлаҡ табасаҡмын, тип уйлайым. Эшләү менән бер рәттән, юғары уҡыу йортонда уҡырға ла иҫәп тотам.
|
Уҡырға
11.08.14
|
|
|
МИЛЛИ МАТБУҒАТТЫ УҠЫП ТЕЛЕБЕҘҘЕ ЛӘ, ҮҘЕБЕҘҘЕ ЛӘ ҺАҠЛАЙБЫҘ
|
Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең матбуғат баҫмаларына, китаптарға ҡыҙыҡһыныуы үтә ныҡ кәмене. Бының сәбәптәрен төрлөсә аңлаталар. Берәүҙәр мәғлүмәт сараларының күп булыуына һылтанһа, икенселәре ташҡа баҫылғанды уҡырға яратмаған быуын үҫеп килеүен сәбәп итә. Бөгөн һәр өйҙә тиерлек интернет селтәре булыуы, зәңгәр экрандарҙан күрһәтелгән каналдарҙың күплеге лә баҫмаларға ҙур конкуренция тыуҙырған сәбәптәрҙең береһелер, моғайын.
Ысынлап та, хәҙер техник фәндәр үтә ныҡ алға китте һәм ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте төрлө юлдар аша табырға була. Бының өсөн әллә күпме гәзит-журнал алдырыуҙың да, китапханаларҙа саңға күмелеп ултырыуҙың да кәрәге юҡ, өйөңдәге телевизорыңды йә иһә интернет селтәреңде тоташтырыу ҙа етә, тип уйлаусылар ҙа бар. Үкенескә күрә, бындай мәғлүмәт сараларының зыянын үлсәп ҡараған, үлсәгәндә лә, халыҡҡа еткергән кеше генә юҡ. Мәҫәлән, Көнбайыш илдәренең вәхшилеккә, аҙым һайын үлтереш, ҡан ҡойош, енси боҙоҡлоҡҡа ҡоролған фильмдары ғына ла халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешенә үтеп инеп, уны зауығынан яҙҙыра, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаһын емерә икәне тураһында һәр кем дә иҫкә аламы? Нәҡ шундай тапшырыуҙар, фильмдар балаларыбыҙҙы ла сит ҡанундарҙың мәғәнәһеҙ шау-шыуы, ҡаңғырығы аҫтында тәрбиәләргә тырыша. Ләкин күпме генә тырышһаң да, бер халыҡтың менталитетын икенсеһенекенә күсереп ултыртып булмаясаҡ. Әгәр ҙә инде бындай хәл була ҡалһа, милләттең йөҙө, асылы ғына түгел, уның исеме лә юғаласаҡ, тигән һүҙ. Бындай хаталарҙы булдырмау, милли рух, тәрбиә, үҙаң төшөнсәләрен аңлатыу бурысын үтәй ҙә инде милли телдәге баҫмаларыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ әҫәрҙәре.
Гәзиттәргә яҙылыу кампанияһы мәлендә район ауылдарына сығып, халыҡ менән осрашып торғанлыҡтан, төрлө хәлдәргә тарырға, төрлө һүҙҙәр, хатта тәнҡитләүҙәр, үпкәләүҙәр ҙә ишетергә тура килә. Берәүҙәр юҡ сәбәпте бар итеп, хатта ҡулына тотоп та ҡарамаған көйөнсә, милли матбуғатыбыҙҙы насарларға тырыша. Икенселәр ниндәйҙер дәғүәләр, тәнҡиттәр белдерә-белдерә, ғүмер буйы милли баҫмаларҙан айырылмай. Уларға ҡарайһың да, ысын уҡыусы нәҡ шулай булырға тейештер ҙә, тип уйлайһың. Үҙенең үпкәләрен, тәнҡиттәрен белдерә-белдерә уҡый икән, тимәк, ул ысынлап та гәзиттең тоғро дуҫы, яратып уҡыусыһы. Ундайҙарҙың үпкәһенә лә, тәнҡитенә лә етдиерәк ҡолаҡ һалырға тырышаһың. Нисек кенә булмаһын, әллә нисә йылдар дауамында гәзит-журналдан айырылмаған, матбуғатһыҙ бер көн дә тора алмаған тоғро дуҫтарыбыҙ етерлек булыуы ҡыуандыра. Осрашыуҙарҙа йөрөй торғас, ҡайҙа күпме гәзит алдырыуҙарын, гәзитебеҙ дуҫтарының ниндәй урамда, ҡайһы өйҙә йәшәүен дә алдан самалап белеп бөтәһең.
|
Уҡырға
11.08.14
|
|
|
"БЫЙЫЛ ҒЫНА ӨС ЕҢЕҮ ЯУЛАП МӘҘӘНИӘТКӘ АТ КЕҮЕК ХЕҘМӘТ ИТЕҮЕМДЕ РАҪЛАНЫМ…"
|
Беҙҙең илдә "Рәсәйҙең беренсе гармунсыһы" исемен йөрөткән музыкант, композитор, йырсы, шағир Геннадий Заволокинды иҫләмәгән кеше бик һирәктер. Һикһәненсе йылдарҙа ул нигеҙ һалған "Играй, гармонь любимая!" телевизион тапшырыуы миллионлаған тамашасының һөйөүен яуланы, алып барыусы үҙенең ихласлығы, ябайлығы һәм һөйкөмлөлөгө менән хатта музыканан йыраҡ торған кешеләрҙе лә арбай белде. Ә күпме төпкөл төбәктәрҙә йәшәгән таланттарҙы сәхнәгә сығарҙы ул! Уның фажиғәле үлеменән һуң да ысын мәғәнәһендә халыҡ проектына әйләнгән телетапшырыу юҡҡа сыҡманы - аталарының эшен ҡыҙы Анастасия менән улы Захар лайыҡлы дауам итте. Улар хәҙер таланттарҙы Новосибирск өлкәһе хакимиәте ярҙамы менән ике йылға бер тапҡыр РСФСР-ҙың халыҡ артисы Г. Заволокин исемендәге "Уйна, гармун!" халыҡ-ара фестиваленә йыя. Новосибирскиҙа быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле бәйгелә "Әбйәлилдең беренсе гармунсыһы", Асҡар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы Азат АтанҒолов ҡатнашты һәм III урын яуланы. Яҡташыбыҙҙың Америка, Германия, Израиль, Румыния кеүек сит илдәрҙән, элекке союздаш республикаларҙан, Рәсәйҙең 60-тан ашыу төбәгенән мең ярым музыкант ҡатнашҡан сарала призлы урын яулауы - бөтә район, республика өсөн оло мәртәбә ул. Азат Ханнан улының үҙенә һүҙ бирәйек.
- Минең менән булған хәл "Хыялдар тормошҡа аша!" тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тағы бер тапҡыр раҫланы. Гармунда алты йәшемдән уйнай башланым. Ул заманда ҡурай тартҡан кеше әллә ней юҡ та ине, ә гармун һәр малайҙың хыялы булды. Мәктәптән һуң мин Өфөгә сәнғәт училищеһына барҙым. Баҡһаң, унда гармунсылар әҙерләмәйҙәр икән, миңә ҡурай класында уҡырға тәҡдим иттеләр. Белемемде ошо йүнәлештә һуңынан Өфө сәнғәт академияһында дауам иттем. Асҡарға килгәнсе Салауат музыка училищеһында, Магнитогорскиҙа Башҡорт сәнғәт йортонда, үҙебеҙҙең Йәнгел музыка мәктәбендә ҡурай кластарында уҡыттым.
|
Уҡырға
11.08.14
|
|
|
ҮҘЕМ БУЛЫП КИЛӘ ҠАЛАҺЫМ...
|
Үҙен белә-белгәндән алып бейеүсе булырға хыяллана Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында донъяға килгән, саңлы урамында балалыҡ эҙҙәрен ҡалдырған, эргәләренән аҡҡан йәмле Ағиҙел йылғаһына, уның мәғрүр аҡ ҡаяларына ҡарап таң ҡалған һәм ошонан ҙур тормошҡа юл алған Сөмбөл.
- Ун ғына йәшемдә Белоретта үткән "Башҡортостан йондоҙсоҡтары" конкурсында ҡатнаштым һәм тәүге ҙур еңеүемә өлгәштем, - тип иҫкә ала бөгөн Сөмбөл Моратова. - Ошо уңышым миңә ҡанат ҡуйҙы ла инде: яңы йырҙарҙы тағы ла дәртләнеберәк, сәмләнеберәк өйрәнә башланым. Тырышлығым бушҡа китмәне - 1997 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Сибай ҡалаһында үткәрелгән "Ирәндек моңдары" икенсе төбәк-ара бәйгеһендә балалар араһында беренселекте яуланым. Мәртәбәле бәйгелә уңыш ҡаҙаныуым минең балалыҡ хыялдарымды киҫкен генә бороп ебәрҙе. Быға ҡәҙәр бейеүсе булыу теләге менән яныуым сәнғәттең икенсе юҫығына табан йүнәлеш алды....
|
Уҡырға
04.08.14
|
|
|
МӘҢГЕЛЕК БОҘ ИЛЕНДӘ АҪЫЛ БАШҠОРТ БАЛАЛАРЫ ЙӘНДЕ ИРЕТТЕ
|
Халҡыбыҙҙа "Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә" тигән бик матур мәҡәл бар. Шуға ла төрлө төбәктәргә эш сәфәре менән сығырға тура килһә, ошондай мөмкинлек тыуыуға ҡыуанып бөтә алмайым. Башҡа халыҡтарҙың көнкүрешен, хәл-әхүәлдәрен күреп-белеп ҡайтыу күп нәмәләр тураһында фекер тупларға, сағыштырыуҙар үткәрергә, булғандың ҡәҙерен белергә, ә инде булмағандың булдырыу юлдарын эҙләргә өйрәтә. Әле яңыраҡ, 28-29 июндә, Саха-Яҡут Республикаһында уҙғарылған "Ысыах Туймаады" байрамында ҡатнашыу бәхете тейгәйне. Шул сәфәремдәге күҙәтеүҙәрем, тәьҫораттарым менән ихлас күңелдән уртаҡлашҡым килгәндән яҙам был юлдарҙы.
"Уруй-айхал!"
Сахаларҙың был милли байрамы II Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем гел 22 июндә, көн менән төн тигеҙләнгән ваҡытта үткәрелеп килә торған булған. Хәҙер 10-28 июнь арауығындағы ял көндәрендә үткәрелә. Ысыах - яҡуттарҙың Яңы йылы, йәғни ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа килгән йәйҙе ҡаршылау, күк тәңреләре һәм улар йөҙөндә тәбиғәткә табыныу һәм халыҡтың иң изге теләктәрен еткереү йолаһы ул. Был байрам йыл һайын республиканың төрлө төбәктәрендәге изге урындарҙа уҙғарыла. Быйылғы Ысыахты асыу тантанаһында йәмғеһе 1500 кешене үҙ эсенә алған үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары ҡатнашты. Ике көн дауамында тамашасыларға төп сәхнәлә һәм тиҫтәнән ашыу сәхнә майҙансыҡтарында 77 төрлө байрам программаһы тәҡдим ителде. Бер нисәүһен генә һанап үтәм: ат сабыштырыу, көрәш, яҡут аш-һыуын әҙерләүселәр конкурсы, Себер халыҡтары йолалары фестивале, милли кейем, яҡут һылыуҡайҙары конкурстары, милли кәсептәр күргәҙмәһе, имселәр майҙансығы, "Олонхо" яҡут халыҡ эпосын һөйләүселәр конкурсы. Һәр ысыахта мотлаҡ рәүештә башҡарыла торған йолалар ҙа бар. Мәҫәлән, Осуохай бейеүе. Майҙандағы барса кешеләр бер нисә ҡат түңәрәк яһап, ҡояш әйләнәһе буйынса өйөрөлә. Ғүмер әйләнәһен сағылдырған түңәрәктә ҡулға-ҡул тотоношоп бейегән халыҡ шул рәүешле бер-береһенә ыңғай энергетикаһын өләшә.
|
Уҡырға
04.08.14
|
|
|
|
|
|
|
монолог
|
КЕШЕЛӘРҘЕ ИМАНҒА САҠЫРАМ –
һәр кем Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшһен, әйҙә!
|
Уҡырға
31.07.14
|
|
|
|
һай! һай! һай!
|
БАШҠОРТ БАЛЫ ИЛДЕ ДАНЛАЙ,
йәғни Бөрйәндә үткәрелгән матур сара тураһында бер кәлимә
|
Уҡырға
31.07.14
|
|
|
|
афарин!
|
НУРЛЫ БАЛА САҠТЫҢ...
осҡонло миҙгеле ул “Байыҡ”
|
Уҡырға
31.07.14
|
|
|
|
диалог
|
ЭШҠЫУАРЛЫҠҠА БАЙЫҒЫУ ӨСӨН КИЛӘЛӘРМЕ?
Юҡ, ғаиләне аҫырау өсөн
|
Уҡырға
29.07.14
|
|
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.
(А. Жид).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|