Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
|
|
Биттәр : # « 7 8 9 10 11 12 13 14 15 » #
ТАРИХЫБЫҘ ТӘРӘН, УНЫ БАШҠАЛАР ҘА БЕЛҺЕН...
|

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Мортазин Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлай һәм хеҙмәт юлын фән өлкәһендә башлай. Ғалим булыр кешене беҙ күп йылдар инде бейеүсе, сәхнә йондоҙо тип беләбеҙ. Сибай дәүләт филармонияһының "Сибай", Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблдәрендә, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй ул. 2004 йылда үткән беренсе "Салауат йыйыны"нда Салауат Юлаев ролен башҡара. Рәсәй кинотеатрҙары экрандарына быйыл 30 ғинуарҙа сыҡҡан "Уҫал ҡала" ("Злой город") фильмында массовкала ҡатнашып, ул үҙен ижадтың башҡа өлкәһендә лә һынап ҡарай.
|
Уҡырға
13.03.25
|
|
|
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
|

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Генерал Владимир Афанасьевич Обручев
(1842 - 1851 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған)
Обручев шәхси тормошонда бик һаран кеше була. Бер саҡ ул масленица байрамына һайлап саҡырылған интеллигенция вәкилдәрен Николаев урамы буйлап тау битенән санала шыуҙырып күңел астырыу маҡсатында сана-кәмә яһатырға ҡуша. Кәмәне уның йорто янына алып килгәс, оҫталарға түләр өсөн икеме, өсмө һум (тиндәре менән) аҡса етмәүе хаҡында белдерәләр. Обручев ошо сумманы баҡыр тиндәренә тиклем үҙе иҫәпләп бирә.
|
Уҡырға
13.03.25
|
|
|
УЧАСТКАҢ ТАШЛАНДЫҠ ХӘЛДӘМЕ?
|

Рәсәйҙә 2025 йылдың 1 мартынан шәхси торлаҡ төҙөү һәм баҡсасылыҡ өсөн бирелгән ер участкаларын файҙаланыуға ҡағылышлы ҡануниәткә үҙгәрештәр көсөнә инә. Үҙгәрештәр ерҙе файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән, ти Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.
|
Уҡырға
13.03.25
|
|
|
ИҢ ӘҮҘЕМ ӨС ТӨБӘК ИҪӘБЕНДӘБЕҘ
|

Сәйәси мәғлүмәт үҙәгенең "Рәсәй төбәктәрен Махсус хәрби операцияға йәлеп итеү" тип аталған докладында ил төбәктәренең МХО-ға ярҙам итеү буйынса әүҙемлеге баһалана. Унда иң әүҙемдәр рейтингына 15 төбәк индерелгән. Лидерҙар иһә - Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе, Башҡортостан.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров республикабыҙҙың шундай юғары баһа алыуы айҡанлы үҙ фекерен еткерә:
|
Уҡырға
13.03.25
|
|
|
ТОРБА ЭСЕНӘН - ДОШМАН ТЫЛЫНА
|

Рәсәй армияһы 10 мартта Курск өлкәһендә киң ҡолас һөжүмгә күсте һәм бындағы иң ҙур тораҡ пункт - Суджаны штурмлай башланы. Һуңғы ике көн эсендә Рәсәй яугирҙары ете тораҡ пунктын азат итеп, Суджа сигендәге шәхси секторҙа алыша.
|
Уҡырға
13.03.25
|
|
|
ЙӘШТӘРГӘ ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ
|

Ғүмер кискән һайын, күпте күрәһең, күпте кисерәһең. Бөтә кешенең дә яҙмышы бер төрлө уңышлы, йәки бер төрлө әсе булмай. Башлыса үҙебеҙ һайлайбыҙ тормош юлын. Кеше йә күнеп, йә көрәшеп йәшәй, күп ваҡыт ҡылған эшен, яһаған аҙымын дөрөҫ тип таба. Йәшлектә бер кем дә, мин дөрөҫ эшләйемме икән, тигән уйға батып ултырмай, ә хистәрен, йөрәк ҡушыуын тыңлап ғәмәл ҡыла. Был тормошта байтаҡ йәшәгән кеше булараҡ, милләтемдең аҫыл ҡыҙҙарына һәм егеттәренә ошо юҫыҡта әйтер һүҙем бар.
|
Уҡырға
13.03.25
|
|
|
АТАЙ-ӘСӘЙ ҒОРУРЛЫҒЫ
|

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Әмир Мәһәҙиев исемле малай йыйған аҡсаһын Махсус хәрби операция яугирҙарына тапшырған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һигеҙ йәшлек яҡташыбыҙҙың изге ғәмәле тураһында яҙа.
|
Уҡырға
13.03.25
|
|
|
РӘЗИФӘ ДИНМӨХӘМӘТОВА САҠЫРА!
|

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 21 мартта Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәзифә Динмөхәмәтованың күркәм юбилейы айҡанлы Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса ҡуйылған "Хыялый" лирик комедияһы (режиссеры - Арыҫлан Йәнбәков) күрһәтеләсәк. Актриса был спектаклдә ауылға табип булып эшкә килгән һылыу ҡыҙ - Йондоҙ ролендә сығыш яһай.
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
ЗАМАН ҠЫҘҘАРЫ НИНДӘЙ?
|

Наҙлы миҙгелдең тәүге көндәрен Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө илаһи матурлыҡ менән балҡыта. Был көн һөйөү, гүзәллек, хәстәрлек, нәфислек һәм йән изгелеге кеүек саф сифаттар һәм тойғолар менән һуғарылған. Ошо күркәм байрам уңайынан заман егеттәре заман ҡыҙҙары тураһында ниндәй фекер йөрөтә икәнен белештек:
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
ӨЛГӨЛӘР КҮКТӘН ТӨШМӘЙ...
|

Тормош үтә ябай бер сюжетҡа ҡоролған - ул да булһа, изгелек менән яуызлыҡтың көрәше. Яҙмышыбыҙ маңлайыбыҙға яҙылғас, шул сюжеттың ҡатмарлы бормалары араһында дөрөҫ юлдан яҙмаҫ өсөн беҙгә һайлау мөмкинлеге бирелгән - ожмахҡа илтер юлдан бараһыңмы, тамуҡҡа илтеренәнме - уныһы һинең эш. Шуға ла беҙгә аҙашмаҫ өсөн өлгө кәрәк. Улары күктән төшмәй, эргәбеҙҙә йөрөй. Сибай
ҡалаһындағы "Башмаркет" магазиндар селтәре етәксеһе Зифа Нәдип ҡыҙы ЯҠУПОВА менән һөйләшкәндә, ул ана шундай өлгөләрҙең береһелер, тип уйланылды.
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
ФРАНЦУЗ ЯУЛЫҠТАН БАШЛАНДЫ...
|

Белорет ҡалаһының әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тынғыһыҙ ирекмән, йомарт бағыусы, уңышлы эшҡыуар, үҙе тирәләй матурлыҡ һәм уңайлылыҡ булдырыусы рухлы замандашыбыҙ Резеда Рифғәт ҡыҙы СӘЙҘӘРОВА менән һөйләшәбеҙ.
Резеда Рифғәт ҡыҙы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегегеҙ һеҙҙе йәмәғәтсе лә, ирекмән дә итә, шулай бит? Шуға ла тәүҙә был юлдың ҡасан, нисек башланыуына ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ әле. Был өлкәлә уңышҡа өлгәшеүҙең сере нимәлә, тип билдәләр инегеҙ?
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
ТАШ ҠӘЛҒӘ - 2
|

Тиңдәшем, башын түбән эйеп, кире урынына ултырҙы. Самаһыҙ йәл тойолһа ла уны яҡлап һүҙ әйтергә, ер өсөн килмәгәнемде аңлатырға ҡыйманым. Мин бындағы ҡанундар менән таныш түгел, тимәк...
Алып батыр кемгәлер эйәге менән ымланы. Бәй-бәй, был ни хәл, батмусҡа оло сусҡа башы һалған әҙәм миңә табан килә түгелме?
Бер нисә минуттан мин күҙҙәремде сылт-сылт йомған килеш батмус тотоп тора инем инде. Батмусты өҫтәлгә ҡуям. Өҫтәлдәге ризыҡ-ниғмәттәр күҙгә салына. Бешерелгән, ҡурылған, арҡыры ла буй һалынған сусҡалар!
- Ҡап, өҙөп ҡап! - ти кемдер.
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
БЕҘ ТӘБИҒӘТ МЕНӘН БЕР БӨТӨН, БЕҘ ТЕЛ ҺАҠСЫҺЫ БУЛҒАН ХАЛЫҠ АРАҺЫНДА
|

Яҙыусы- шағирҙар, ғөмүмән, ижадсылар Өфөлә генә йәшәмәй, улар республиканың һәр районында, һәр ауылында донъя көтә. Байрам алдынан Шиғриәт күгендәге йондоҙҙарыбыҙ: Ишембайҙан - Ғәлиә Кәлимуллина, Ҡырмыҫҡалынан - Фирүзә Абдуллина, Стәрлетамаҡтан - Рита Фәтҡуллина, Бөрйәндән Айһылыу Ғарифуллина менән ситтән тороп диалог ҡорҙоҡ. Һүҙ - уларға.
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
|

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Генерал Владимир Афанасьевич Обручев
(1842 - 1851 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған)
Генерал Обручевтың төбәк менән идара итеү буйынса билдәле бер программаһы булмай. Уның төбәкте үҫтереү һәм яҡшыртыу маҡсатында ойошторолған барса сараларын осраҡлы тип әйтеп була. Төбәк медицина йәһәтенән дә ярлы ине, станицаларҙа медиктар бөтөнләйгә булманы, әммә ошондай әһәмиәтле етешһеҙлеккә иғтибар ителмәне.
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
УЛАР ПРОГРЕСС АМБАССАДОРҘАРЫ БУЛЫРМЫ?
|

Фани донъябыҙҙы ике башланғыстан - ата һәм инә затлы тереклектәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Был - ерҙә хасил булған һәм күпләп таралып киткән йән эйәләренең күпселеген юҡҡа сығармау мөмкинлеген биргән төп фактор. Ошо ике башланғыс хатта ки үҫемлектәр донъяһына ла хас бит...
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
ЯУГИРҘАРЫБЫҘ КЕҮЕК ФАЙҘА КИЛТЕРЕРҘӘЙ ИДАРАСЫЛАР КӘРӘК
|

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар проекты старт алды. Гәзит уҡыусыбыҙҙы маҡсаты МХО яугирҙары араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләү булған программа тураһында фекерҙәр менән таныштырабыҙ.
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
АШАҒАН ТАБАҒЫНА ТӨКӨРҘӨ...
|

Үткән аҙнала АҠШ президенты Дональд Трамп менән Киев режимы башлығы Владимир Зеленскийҙың осрашыуы йәмһеҙ янъял менән тамамланыуын ҡайһы бер эксперттар "50 йыл эсендә булмаған сәйәси цунами" тип атаны.
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
КӨТӘЛӘР...
|

Бөгөн Рәсәйҙә меңәрләгән ғаилә Махсус хәрби операциянан ирҙәренең, улдарының, ағаларының, аталарының ҡайтыуын көтә. Был көтөү уларҙың көндәрен борсолоу һәм өмөт менән тултыра, ә оҙайлы айырылышыуҙар ғәҙәти йәшәү рәүешен үҙгәртә.
Балалары менән ҡалған һалдат ҡатындары - ғаиләләре өсөн ысын терәк. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаһалар ҙа, уларҙың көрәше лә әһәмиәтле. Был ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәренә ярҙам йыя, бер-береһен хәстәрләй һәм балаларын тәрбиәләй. Улар ирҙәренә хаттар яҙа, кисерештәрен уртаҡлаша һәм уларҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшә, иң ауыр ваҡытта ла ғаилә беренсе урында ҡалыуын иҫкәртә.
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
КӨТӘЛӘР...
|

Бөгөн Рәсәйҙә меңәрләгән ғаилә Махсус хәрби операциянан ирҙәренең, улдарының, ағаларының, аталарының ҡайтыуын көтә. Был көтөү уларҙың көндәрен борсолоу һәм өмөт менән тултыра, ә оҙайлы айырылышыуҙар ғәҙәти йәшәү рәүешен үҙгәртә.
Балалары менән ҡалған һалдат ҡатындары - ғаиләләре өсөн ысын терәк. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаһалар ҙа, уларҙың көрәше лә әһәмиәтле. Был ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәренә ярҙам йыя, бер-береһен хәстәрләй һәм балаларын тәрбиәләй. Улар ирҙәренә хаттар яҙа, кисерештәрен уртаҡлаша һәм уларҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшә, иң ауыр ваҡытта ла ғаилә беренсе урында ҡалыуын иҫкәртә.
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
ИРҘӘРЕНӘ ҠАЛҠАН БУЛЫП...
|

Борон-борондан башҡорт яугиры тыуған ерен яҡлап дошман менән алышҡанда, оҙайлы походтарға сыҡҡанында сая башҡорт ҡатындарының ирҙәренә ҡалҡан булып, йәрҙәрен ҡурсылап-хәстәрләп, ни күрһәләр ҙә улар менән бергә күреп, иңгә-иң терәп, дошманға ҡаршы көрәшкә сыҡҡандары уйлап сығарылған риүәйәт тә, матур әкиәт тә түгел, ә реаль ысынбарлыҡ, тарих хәтере. Ана шул тарихыбыҙҙан ир йөрәкле бик күп ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙарҙың фиҙаҡәрлеге һәм батырлыҡтары хаҡында мәғлүм беҙгә. Шул реаль тарихтарҙың береһен, мәҫәлән, 1847 йылда Өфө Дини семинария уҡытыусыһы Василий Зефиров 1812-1814 йылғы Ватан һуғышы ветераны Йәнтүрә йәйләүенә махсус килеп, уның хәтирәләрен яҙып ала. Йәнтүрәнең ҡатыны ла ул саҡ иҫән була әле. Был яҙмаларҙан белеүебеҙсә, Наполеонға ҡаршы яу сыҡҡас, ҡатыны Йәнтүрәһе менән бергә һуғышҡа китә һәм Мәскәүҙән Парижға барып ингән башҡорт атлылары сафында була. Батырлыҡтары өсөн Йәнтүрәнең ҡатыны ла, башҡа яугирҙар менән бер ҡатар, хәрби миҙалға лайыҡ була.
|
Уҡырға
06.03.25
|
|
|
|
Биттәр : # « 7 8 9 10 11 12 13 14 15 » #
|
Киске Өфө
|
|
Рух камиллығын үтескә алып та, һатып алып та булмай. Һатылһа ла, һатып алыусыһы булмаҫ ине. Уның ҡарауы, түбәнлек көн дә һатып алына.
(Сенека).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|