«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 8 9 10 11 12 13 14 15 16 » #
ЕР ШАРЫНЫҢ ҠОЯШЛЫ ЯҒЫНДА ЙӘШӘГӘНДӘР БАР ӘЛЕ


Бөгөн кескәй баланан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем бөтөн донъя халҡының күҙе интернет селтәренә төбәлгән, ләкин улар унда уҡып, белемен арттырып, етди темалар буйынса фекер алышып ултырамы һуң?

Уҡырға
19.12.24  
 
БАШҠОРТ БАЛ ҠОРТО ЯҠЛАУҒА МОХТАЖ


Башҡортостан Республикаһы Башлығының быйылғы тура бәйләнеш ваҡытында башҡорт бал ҡортона хәүеф янауы хаҡында Бөрйән районы ҡортсоһонан һорау булғайны. Радий Фәрит улы ошолай тип яуап бирҙе: "Был ысынлап та етди мәсьәлә. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, башлыса, көньяҡ зонаһынан ҡорт күстәрен килтереп һатыу килем алыуҙың киң таралған ысулына әйләнде. Һуңынан сит яҡтарҙан килтерелгән күстәр йыйған балды башҡорт балы тип һаталар. Бик йыш ҡына антибиотиктар ҡулланалар, был продукцияның сифатына кире йоғонто яһай һәм беҙҙең репутацияға тап төшөрә. Республикабыҙҙың ветеринар хеҙмәттәре ошо мәсьәләне хәл итергә тейеш. Рейдтар үткәрәбеҙ, махсус айлыҡтар уҙғарыла. Контролде көсәйтәсәкбеҙ, башҡорт балының уникаллеген һаҡлау фарыз".

Уҡырға
13.12.24  
 
ТЕЛӘГӘНЕН КЕШЕ ҮҘЕ ЯУЛАЙ


Бер кеше урам буйлап үтеп барғанда тоҡсай тотоп торған ҡартты һәм уны уратып алған балаларҙы күреп ҡала. Ҡарт балаларҙың һәр теләген үтәй икән. "Мин уйынсыҡ машина теләйем", ти бер малай. Һәм ҡарт тоҡсайҙан уйынсыҡ машина алып бирә. "Ә миңә яңы күлдәк кәрәк", ти ҡыҙыҡай. Ҡарттың тоҡсайынан өр-яңы күлдәк килеп сыға. "Был бит тылсымсы", тип уйлай күҙәтеп торған кеше. Һәм балаларҙың таралышҡанын көтөп ала ла, ҡартты тотоп алып, тоҡсайына тығып, өйөнә алып ҡайта. Тоҡсайҙы сисеп: "Хәҙер һин минең теләктәрҙе генә үтәйәсәкһең", - ти кеше.

Уҡырға
13.12.24  
 
БОТАҠҺЫҘ АҒАСТЫҢ КҮЛӘГӘҺЕНӘ БАРМА


Ысынлап та, ни өсөн ботаҡһыҙ ағастың күләгәһенә барырға ярамай икән һуң? Ағасты ғәрәпсәгә тәржемә иткәндә "шәжәрә" тигән мәғәнә килеп сыға. Р. Кузеев шәжәрәне нәҫел йылъяҙмаһы, нәҫел ағасы тип атау яғында. Халҡыбыҙға Ислам дине килгәнгә тиклем шәжәрә нәсәбнамә, нәсәпхат, силсилә, тайра атамалары менән йөрөгән. Хәҙерге ваҡытта Өфө, Ырымбур, Ҡаҙан, Санкт-Петрбург, Мәскәү архивтарында 150-ләп башҡорт шәжәрәләре урын алған. Күп кенә шәжәрәләр ғаилә архивтарында һаҡлана. Бына, шулай итеп, "Ботаҡһыҙ ағастың күләгәһенә барма" тигән әйтемгә һалынған фекер ебе осонан эләктереп тә алдыҡ, буғай. Булмаһа, тағатайыҡ йомғаҡты, сисер өсөн йомаҡты.

Уҡырға
13.12.24  
 
ҮҘ АСЫЛЫҢДАН АЙЫРЫЛМАУ – ЗАМАН ШАУҠЫМДАРЫН ЕҢЕР ӘМӘЛ УЛ


Ғаиләм - ҡәлғәм, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Уңыштарҙың нигеҙе ғаилә менән бәйле. Беҙҙең Башҡортостанда үҙ эшен бына тигән итеп алып барған ир-егеттәребеҙ күп. Улар йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашыу ғына түгел, бик күп идеяларҙың башында ла тора. Шуларҙың береһе - эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, республика Мәғариф министрлығы эргәһендәге ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Өфөнөң Киров районы ҡоролтайы рәйесе Рәмил ҠОЛТАЕВ. Бөгөн беҙ Рәмил Наил улы һәм уның хәләл ефете, һөнәре буйынса бухгалтер Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы менән уларҙың ғаиләлә һалынған матур традициялары, бала тәрбиәләүгә бәйле мәсьәләләр тураһында һөйләшәбеҙ.

Уҡырға
13.12.24  
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).

Дөйәләрҙә төктәр менән алып барылған ылау отряд өсөн бер ҡаза ғына була. Дөйәләр рәттәргә теҙелеп бармайҙар, улар бер-береһе артынан бер епкә теҙелеп бара; унар меңләгән дөйәләр сылбыры унар саҡрымдарға тиклем һуҙыла, уларҙы дошмандан һаҡларға кәрәк була.

Уҡырға
13.12.24  
 
БЕРҘӘМЛЕК ТОЙҒОҺО УЯНҺЫН!


Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев милләтебеҙҙе борсоған мөһим мәсьәләләр, башҡорт ҡоролтайҙары, үткәне һәм киләсәге хаҡында һөйләне.

Уҡырға
13.12.24  
 
БЕРҘӘМЛЕК ҺӘМ ОЙОШҠАНЛЫҠ - ҺЫНАУҘАРҘЫ ШУЛАЙ ҒЫНА ЕҢӘСӘКБЕҘ


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Традиция буйынса йыл һайын ойошторолған был сара йәмәғәтселектә лә ҙур хуплау таба, сөнки Мөрәжәғәтнамәлә әйтелгәндәр киләһе йылға иҡтисадты, социаль өлкәне үҫтереүгә, йәшәйеш кимәлебеҙҙе тотороҡло һаҡлауға, яҡшыртыуға ышаныслы күҙаллауҙар бирә. "Әлбиттә, беҙгә ҡатмарлы, артабанғы йәшәйеш йүнәлештәре хәл ителгән заманда йәшәргә тура килә. Беҙҙе һынауҙар һәм тышҡы ҡаршылыҡтар ныҡлыҡҡа тикшерә. Беҙҙе эстән бүлгеләргә маташалар. Ил тарихында бер нисә тапҡыр булған кеүек, беҙ быға берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ менән яуап бирәбеҙ", - тине Радий Хәбиров.

Уҡырға
13.12.24  
 
ҮҘЕ КӨЛҺӘ ЛӘ, КҮҘЕ КӨЛМӘЙ


Донъя йәмәғәтселеге иғтибары был көндәрҙә Сирияла булып ятҡан хәлдәргә төбәлгән. Ҡораллы оппозиция төркөмдәре коалицияһы, мәғлүм булыуынса, 27 ноябрҙә Сирияға һөжүм итте һәм власты яулауы, ә президент Бәшәр Әсәдтең үҙ вәкәләттәрен һалып, сит илгә ҡасыуы хаҡында хәбәр итте. Тәүҙә ул ултырған самолеттың радарҙан юғалып, авиаһәләкәткә осрау ихтималлығы хаҡында имеш-мимеш таралғайны, ләкин 9 декабрь иртәнге яңылыҡтар блогында ТАСС белдереүенсә, Бәшәр Әсәдтең ғаилә ағзалары менән бергә Рәсәйгә килеп төшөүе мәғлүм булды.

Уҡырға
13.12.24  
 
ИКЕ ТЕЛ БЕЛЕҮҘӘН БЕСӘЙ ҘӘ ОТА


Гәзитебеҙ сит телдәрҙе өйрәнеүҙең ыңғай яҡтары тураһындағы фекерҙәрҙе лә яҙып тора. Шуларҙың береһен уҡып сыҡтым да, шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғыры иҫкә төшөп, бөтә булмышымды биләне. Күптәр яттан беләлер был шиғырҙы:

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Уҡырға
13.12.24  
 
ҺАНҒА ҺУҠМАҺАЛАР ШТРАФ ТҮЛӘТӘЙЕК


Баймаҡҡа аҡса ебәрергә уйлап, өйөбөҙ эргәһендәге почта бүлексәһенә барҙым. Был эш артыҡ мәшәҡәтһеҙ генә атҡарылыр, тип уйлағайным, тик улай булып сыҡманы. Бланктың кәрәкле урындарын тултырып бөттөм дә, бер ыңғайы хат өсөн бүлегенә әсәйемә бер-ике ауыҙ һүҙ ҙә яҙып ҡуйҙым. Быға тиклем дә шулай итә инем. Тик был юлы ҡабул итеүсе почта хеҙмәткәре минең бланк артындағы башҡортса яҙған хатымды күрҙе лә, хеҙмәтләндереүҙән баш тартты. Хатты урыҫса яҙырға ҡушты. Минең аңлатырға маташыуҙарым да бушҡа ғына булып сыҡты. Аҡсаны тиҙерәк ебәрергә кәрәк ине, шуға ла почта хеҙмәткәре менән артыҡ бәхәс ҡуптарып торорға теләмәнем. Бланкты яңынан тултырып, уны хатһыҙ ғына ебәрҙем. Әсәйемә урыҫса хат яҙғым килмәне. Килмәне генә түгел, телем дә әйләнмәне, ҡулым да барманы.

Уҡырға
13.12.24  
 
ТАМЫРҘАРЫБЫҘ - УРАЛДА!


• Беҙ, башҡорттар, был ергә ҡайҙандыр ситтән килмәнек. Тамырыбыҙ - ошонда. Йәнебеҙ, "Урал батыр" эпосында бәйән ителгәнсә, кешелек барлыҡҡа килгән мәлдә үк ошо ерҙә яралған. Ошо ерҙән моң, тел, һут, ҡот, бәрәкәт, ырыҫ алғанбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр беҙҙе "ситтән килтерергә", ошо ерҙең килмешәге итеп күрергә теләй. Әйтергә кәрәк, был фараз еребеҙгә, йәнебеҙгә, тарихыбыҙға дәғүә итеүселәрҙең уйҙырмаһы, ҡотҡоһо, аҫтыртын уй-ниәте. Был, үҙенә күрә, һыбайлы һәм йәйәүле мөнәсәбәте сағылышы. Тарихы шулайыраҡ: бер мәл һыбайлы үҙ юлында йәйәүлене осратҡан, ти. Арыған һәм талсыҡҡан йәйәүле һыбайлынан үҙен атҡа менгәштереп алыуын үтенгән. Һыбайлы уны йәлләгән һәм эйәренән урын биргән, үҙенә ризыҡ биреп әүҡәтләндергән. Улар бергилке барғас, эйәрҙә иреккән элекке йәйәүле ат хужаһына: "Һин эйәрҙән төшөп, артабан йәйәү атла ла ҡуй, артабан мин бер үҙем барайым",- тигән белдереү яһаған. Кеше күңелле һыбайлы атынан төшөп, йәйәү атлаған һәм йәйәүлегә әүерелгән. Беҙҙе "ситтән килгән" тип иҫбатларға тырышыусы ла шул уҡ йәйәүле бит...

Уҡырға
13.12.24  
 
АҪРАҒАН ҺӘР МАЛЫ АШАТА ЛА, ЙӘШӘТӘ ЛӘ ХАЛҠЫМДЫ


Башҡорт халҡының "Ат - дан, һарыҡ - байлыҡ" тигән тәрән мәғәнәле әйтеме бар. Башҡорттар борон-борондан мал аҫрап көн иткән бит, шунан килеп сыҡҡан да инде әйтем. Халыҡ табибы Ишмырҙа Һиҙиәтов та: "Башҡорт халҡының аҫраған малдары уны ашата ла, эсерә лә, кейендерә лә, йылыта ла, һауыҡтыра ла, йәшәтә лә, үрсетә лә", - тип бик хаҡ һүҙҙәр әйткән.

Уҡырға
05.12.24  
 
ЗАМАНА ҺӨНӘРҘӘРЕНӘ ӨЙРӘТӘБЕҘ!


Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернаты директоры Венер Ришат улы ҺАБАНШИН менән белем усағы, инженерҙар әҙерләүҙең мөһимлеге, педагогтарҙың төп бурысы тураһында әңгәмәләштек.

Уҡырға
05.12.24  
 
ЛЕНИН МӘКТӘБЕНӘ - 100 ЙЫЛ!


Бөгөн Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы етәксеһе, Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы В.И.Лениндың исемен йөрөтөүсе ниндәйҙер ойошма, учреждениелар илдә юҡ, тип әйтерлек. Ә бына Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһының береһе булған Стәрлетамаҡта булды, йәшәне, эшләне һәм бөгөн дә бар бер мәктәп - Ленин мәктәбе! Быйыл уның асылыуына - бер быуат тулды. Эшләй башлауының тәүге йылдарынан алып унда кемдәр генә белем һәм тәрбиә алып сыҡмаған: буласаҡ министр ҙа, осоусы ла, инженер ҙа, яҙыусы ла, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре лә, уҡытыусылар ҙа... Бөгөн мәктәптең күренекле юбилей тантанаһын нисек ҡаршылай лицей коллективы? Уҡытыу-тәрбиә эштәрендә ниндәй уңыштары бар? Ошо хаҡта В.И.Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты директоры Салауат ҒӘЛИМУЛЛИН менән һөйләшәбеҙ.

Уҡырға
05.12.24  
 
БАШҠОРТ ТАРИХЫ ИЛҺАМЛАНДЫРА


Силәбе ҡалаһында йәшәүсе ижадсы Михаил Воронов-Кушаковский башҡорт мәҙәниәте йырсыһы булараҡ билдәле. Ул рәссам, йырсы, кескәйҙәр һәм ололар өсөн әкиәт, эпик хикәйәләр яҙыусы, киң билдәле ижади коллектив етәксеһе булыуы менән сәнғәт донъяһында үҙенсәлекле күренеш булып тора. Уның халыҡсан картиналары араһында башҡорттарға арналған эштәре айырым урын биләй. "Кирха башняһындағы уҡ", "Ғосман Ғүмәров Гётеға уҡ-һаҙаҡ бүләк итә", "Казактар һәм Башҡорт яугирҙары Голландияла", "Лейпциг янындағы алыш", "Уҡсы Харис" һәм башҡорт яугирҙарының Наполеонға ҡаршы һуғышта һәм уларҙың 1812-1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашыуға арнап яҙылған "Юҡҡа ғына хәтерләмәй бөтә Рәсәй" серияһына ингән башҡа картиналары һәр кемде һоҡландыра. "Тәрән тарихи тикшеренеүҙәр аша килдем был картиналарҙы яҙыуға. Өйрәнгән һайын башҡорт халыҡ ижады күңелемә нығыраҡ үтеп инде, матур, бай тарихы һоҡландырҙы", - ти ижадсы. Гәзит уҡыусыларыбыҙға Михаил ВОРОНОВ-КУШАКОВСКИЙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
05.12.24  
 
ТАШҠА ҠАҘАҠ ҠАҠҠАН ЕГЕТ


Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - тарихсы, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Әхмәҙи улы ҒӘЙНУЛЛИН.

Уҡырға
05.12.24  
 
ШӘП ИҪТӘЛЕК ҠАЛДЫ


"Беренсе" тигән һүҙ һәр ваҡыт ҡәҙерлерәк тә, әһәмиәтлерәк тә була. Ә инде меңәрләгән йыллыҡ тарих төпкөлдәренән килгән башҡорт халҡы өсөн Беренсе Ҡоролтайҙың ни тиклем ҡәҙерле булыуы тураһында һөйләп тә тормаҫҡа мөмкиндер.

Уҡырға
05.12.24  
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).

Яҡшы идара итеп, төбәктә тыныслыҡ һәм тәртип урынлаштырып, Перовский артабан да барса тирә-яҡтағы хәл-тороштоң имен-аман булыуына, иң мөһиме, император Николай Павловичтың уға тулыһынса ышаныс белдерәсәгенә ныҡлап өмөт итә, шуға күрә уның үҙенең администратор исеменә ҡуша яулап алыусы данын көҫәүе тәбиғи тойола, әммә бында уның булдыҡһыҙлығы ғына беленә. Идея авторы, уны нисек бойомға ашырыу хаҡында теоретик рәүештә генә уйланып һәм кәңәш ҡороп, был эште башҡарыуҙы үҙенең күҙәтеүе аҫтында башҡалар ҡулына тапшыра. Уның янындағыларҙың намыҫлы булыуҙарын шиккә алып булмай, әммә ул үҙенең ярҙамсыларын эш барышында асыҡланған яҡтан белмәй. Ябай йә аңлы рәүештә ебәрелгән хата һуңынан бар эште харап итә. Ваҡытында бер кем бер нәмә күрмәй, ә, бәлки, бәғзе берәүҙәр һиҙенгән хәлдә лә бер ни ҙә әйтмәйҙәр, сөнки Перовский ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы һәм күрһәтеүҙәрҙе яратмай, шуның арҡаһында уның ҡайһы бер проекттары уңышһыҙ тамамлана.

Уҡырға
05.12.24  
 
МИЛЛӘТ БАЛАЛАРЫ ТЫУМАЙ ҠАЛА БИТ


Райондарҙа үткән бер осрашыу мәлендә залдан кемдер яҙма рәүештә бер һорау биреп, шуға яуапты "Киске Өфө" гәзитендә баҫтырып сығыуымды үтенгәйне. Һорауға яуап яҙғанда халҡыбыҙҙың "Иҫәпкә - бар, һанға - юҡ", тигән әйтеме иҫкә килеп төштө.

Уҡырға
05.12.24  
 
Биттәр : # « 8 9 10 11 12 13 14 15 16 » #
Киске Өфө
 

Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru