Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
|
|
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
|
13-cө һабаҡ: "Сирме, ауырыумы?"
Эскелек - сирме, әллә ауырыумы? Баш ауырығанда - ауырыу, оҙаҡҡа китһә - сир, тип әйтер берәү. Был һорауға яуап бирер алдынан тәүҙә сир менән ауырыу төшөнсәләренә аңлатма биреп китергә кәрәктер. Ысынлап та, көнитмешебеҙҙә йыш ҡабатларға мәжбүр булған ошо ике һүҙҙең мәғәнәһе, төп асылы нимәгә ҡайтып ҡала һуң?
|
Уҡырға
14.12.15
|
|
|
ТӨП ТӘНҠИТСЕМ - МИН ҮҘЕМ...
|
Билдәле бер бейеүсе "Бейеү - поэма, ә ундағы һәр хәрәкәт - һүҙ", тигән. Эйе, бейеү - башҡарыусының ғына түгел, ә тамашасының да иң төпкөл кисерештәрен көсәйтергә һәләтле матур һәм ҡабатланмаҫ ижад. Үҙенә әллә күпме тойғолар һыйҙырған бbейеү сәнғәте менән барыһы ла таныш, ләкин айырым кешеләр генә уның сихри асылы, гүзәллеге менән яҡындан аралаша. Шундай бәхетлеләрҙең береһе - Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА.
|
Уҡырға
14.12.15
|
|
|
ТЫУЫП ҮҪКӘН ИЛКӘЙЕМДЕ ТАШЛАМАМ, ТИГӘН ИНЕМ
|
Олораҡ быуын вәкилдәренән "Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, ейәһе ризығының ҡайҙа сәселгәнен берәү ҙә белмәй", йәки "Яҙмыш бәндәне ҡайҙа ғына ташламай" тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәнебеҙ бар. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, моғайын да, ситкә кейәүгә бирелгән ҡыҙҙар, йәиһә тыуған илен һаҡлап, яу сапҡан ир-егеттәр яҙмышы күҙ уңында тотолғандыр. Тыныс, имен тормошта тыуған ереңде ташлап, үҙ теләгең менән ҡайҙалыр сит илгә сығып китеүҙе башына ла индермәгәндер өләсәй-олатайҙарыбыҙ.
|
Уҡырға
14.12.15
|
|
|
ХӘТИРӘЛӘР - Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН
|
Ырымбурҙың большевиктар тарафынан баҫып алыныуы һәм Башҡортостан хөкүмәтенең ҡулға алыныуы
Ике айҙан ашыу Өфө, Һамар виләйәттәрен ҡулында тотҡан большевиктарға ҡаршы Ырымбур казактары генерал Дутов етәкселегендә көрәшә ине. Казактар араһында ла Каширин исемле офицерҙар ғаиләһе коммунистар булған һәм Башҡортостандың Верхнеуральск ҡалаһын үҙ йоғонтоһо аҫтына алған, Ырымбурҙа ла байтаҡ абруйлы казактар Советтар менән йәшерен бәйләнеш урынлаштырған.
|
Уҡырға
14.12.15
|
|
|
АЛТЫНҒА НӘЖЕС ЙОҠМАЙ
|
"Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлеге белдереүе
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй киң мәғлүмәт саралары, төрлө эксперттар, намыҫһыҙ сәйәсмәндәр тарафынан Әхмәтзәки Вәлиди, йәнәһе, фашистик Германия менән хеҙмәттәшлек иткән, тигән ҡотҡо таратыла. 2015 йылдың 5 декабрендә РЕН-ТВ телеканалынан күрһәтелгән "Военная тайна" тапшырыуында шулай уҡ ошо тема ҡуйыртылды.
|
Уҡырға
14.12.15
|
|
|
ПИОНЕР БУЛЫП ӘРӘМ БУЛМАНЫҠ, ӘҘӘМ БУЛДЫҠ
|
Осраҡлы тап килдеме, әллә махсус эшләндеме, октябрь аҙағында, комсомолдың тыуған көнөндә, ил Президенты Владимир Путин "Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте" дөйөм Рәсәй ижтимағи-балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһын булдырыу тураһында" Указға ҡул ҡуйҙы. Был күптән көтөлгән ҡарар ине, әлбиттә. Уны көтә торғас, һуңғы пионер һәм комсомолдар менән бөгөнгө йәштәр араһында бер ниндәй йүнәлеш тәьҫире татымаған тотош бер быуынды "юғалттыҡ". Үҫмерлек йәшен күптән уҙып, утыҙын тултырҙы улар хәҙер.
|
Уҡырға
14.12.15
|
|
|
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
|
12-се һабаҡ: "Мине мөхәббәт ҡотҡарҙы"
Аллаһы Тәғәлә бәндәләренең иң ауыр сағында уларҙы ҡотҡарыр өсөн ергә үҙенең фәрештәләрен ебәрә, тиҙәр. Яр ситендә, ни кире диңгеҙгә төшөргә, ни ярҙа ҡалырға белмәй аҙапланғанымда, күктән нур шәлкеме ҡойолдо ла, күҙҙәремде сағылтып, бар булмышымды балҡытты. Был мөғжизәнең ни икәнен дә аңғармай ҡалдым, бер ҡасан да ишетмәгән сихри моң булып яғылды миңә ҡөҙрәтле көскә эйә булған яҡтылыҡ. Ҡан тамырҙарыма йәшәү һуты йүгерҙе, тын юлдарым иркенәйеп, йәнем асманға ашҡандай тойолдо, үҙемдә сикһеҙ көс барлығын да һиҙәм хәҙер. Йәшәгәндән-йәшәгеләрем килгәндәй…
|
Уҡырға
07.12.15
|
|
|
КИНОЛАР ТӨШӨРӨЛҺӨН ҺӘМ ФЕСТИВАЛДӘРҘӘ БАҺАЛАНҺЫН
|
Икенсе аҙнала Өфөлә II "Көмөш Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале башлана. Фестивалдең үҙенсәлеге, үткәреү тәртибе, унда ҡатнашҡан фильмдар тураһында режиссер, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айнур АСҠАРОВ һөйләй:
Яңы режиссерҙар, яңы фильмдар...
"Көмөш Аҡбуҙат" милли һәм этник фильмдар фестивале икенсе тапҡыр ғына үтә, шуға ла уны нимә менәндер сағыштырып та булмай. Былтыр уҡ ул шәп кинолар тәҡдим итеүе менән айырылып торғайны, хәҙергә ошо кимәлде һаҡлау шарт беҙгә. Һәм, әлбиттә, ойоштороу йәһәтенән быйыл ул тағы ла сифатлыраҡ буласаҡ, сөнки уны әҙерләүсе белгестәрҙең тәжрибәһе байыны.
|
Уҡырға
07.12.15
|
|
|
ХИКӘЙӘГӘ ҺЫЙМАЙЫМ, РОМАНҒА ТАРТА АЛМАЙЫМ...
|
Был юлы өс һорауҙы билдәле прозаик, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Әмир ӘМИНЕВҡа төбәйбеҙ.
Әмир Мөхәмәт улы, туплаған тормош һәм ижад тәжрибәгеҙ буйынса һеҙ күптән роман яҙырға тейеш булһағыҙ ҙа, хикәйә һәм повесҡа тоғролоҡ һаҡлайһығыҙ. Белеүебеҙсә, Антон Чехов та хикәйә жанрына тоғро булған. Ҡайһы бер яҙыусылар йылына берәр роман "баҫып сығара". Ижадығыҙҙың хикәйәгә, повесҡа бәйле асылын нисек аңлатырһығыҙ?
- Күренекле яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәевтың, роман яҙырға кәрәк, сөнки исемең әҙәбиәт тарихында романист булып ҡаласаҡ, тигәнен хәтерләйем. Миңә төбәп әйтмәне, дөйөм әйтте, бәлки, үҙенә ҡарата ла әйткәндер. Ул заманда Я. Хамматов, Б. Рафиҡов, Ә. Хәкимов, И. Абдуллиндарҙың бер-бер артлы романдары сыға, әҙәби тәнҡит хикәйә, повестарға ҡарағанда йышыраҡ ошо авторҙарҙың романдары хаҡында яҙа, съезд, дөйөм йыйылыштар трибунаһынан күберәк әлеге әҫәрҙәр телгә алына ине. Әлбиттә, романлы әҙәбиәт - мәртәбәле әҙәбиәт, ләкин уның художестволы кимәле, күтәргән проблемаларын, геройҙар концепцияһын, классик роман жанры сиктәренә тура киләме, юҡмы икәнен дә, башҡа туғандаш, рус, хатта донъя романистикаһы фонында асыҡларға, торошон баһаларға кәрәк бит әле.
|
Уҡырға
07.12.15
|
|
|
НИ ӨСӨН КЕШЕ ТИГӘНЕҢ ТӘБИҒӘТТЕҢ БАТШАҺЫ ИТЕП ТОЯ ҮҘЕН?
|
Экология һәм дәүер
Боронғо кешеләр "экология" тигән һүҙҙе белмәһә лә, экология борон-борондан мөһим төшөнсә булған, сөнки был һүҙ кеше затының тәбиғәткә ҡарашын, мөнәсәбәтен аңлата. Кеше - үҙе тәбиғәт емеше, бар көсөн тәбиғәттән алған. Тәүтормош кешеһен тәбиғәт тәрбиәләгән, хатта һөнәргә, эшкә өйрәткән. Ул ваҡыттағы кешенең һәр аҙымы тәбиғәткә бәйләнгән. Урта быуатта йәшәгәндәр тәбиғәт байлыҡтары менән оҫта файҙаланырға өйрәнһә лә, тәбиғәт көсөнә лә ихтирамдары ҙур булған. Ә хәҙерге заманда йәшәгән кеше заты, һис шикһеҙ, үҙен тәбиғәттән өҫтөн тоя, уға ихтирамы бөтөнләй юҡ, тип әйтергә лә була.
|
Уҡырға
07.12.15
|
|
|
Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН - ХӘТИРӘЛӘР
|
Башҡортостан мөхтәриәтен иғлан итеү
Большевиктар Петроградта хакимлыҡ итә башлау менән, Рәсәй ҡул аҫтындағы милләттәрҙең үҙаллылығын таныуҙары хаҡында 2 ноябрҙә тарихи декларация ҡабул итте. Башҡорт Мәркәз шураһы, был хаҡта кәңәшләшеп, иғлан ителгән декларациянан файҙаланып маташмаҫҡа һәм халыҡты бындай пропаганданан алданыуҙан ҡурсалап, 11 ноябрҙә тарихҡа ингән "Беренсе һандағы фарманды (Приказ № 1)" нәшер иттек, һуңынан совет матбуғатында беҙгә ҡаршы бик оҙаҡ ҡулланылған һәм автономиялы Украинаға вәкил ебәреүебеҙҙе белдергән был фарманда шундай һүҙҙәр ҙә яҙылғайны: "25 октябрҙә Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте төшөрөлгәндән һуң Рәсәйҙә ватандаштар араһында һуғыш дәүере башланды.
|
Уҡырға
07.12.15
|
|
|
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ СИТ ТЕЛДӘ ЛӘ МАТУР ЯҢҒЫРАЙ
|
Ошо көндәрҙә Өфөлә халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосын - "Урал батыр"ҙы башҡортса һәм башҡа телдәрҙә яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеһе булып үтте. 300-ҙән ашыу йәш ҡатнашыусыны үҙ ҡанаты аҫтына алған алтынсы тапҡыр үткәрелгән был конкурсты ЮНЕСКО эштәре буйынса Республика Комитеты, Башҡортостан Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан Социаль технологиялар институты ойошторған.
|
Уҡырға
07.12.15
|
|
|
АРМИЯ ХЕҘМӘТЕНӘН ЕГЕТТӘР ҠУРҠАМЫ, ӘЛЛӘ ӘСӘЙҘӘРМЕ?
|
Таныш ҡатын шылтыратты. Ярһып илай. Уның үҙәген тарта-тарта буталанып һөйләгәндәренән шуны аңланым: улын армияға алалар икән - саҡырыу килгән. Йә, хоҙай! Берәйһе үлгән икән тип торам. "Ярҙам итә алмайһыңмы? Хәрби комиссариатта таныштарың юҡмы? Кемгә барып ҡарарға була ?" - тип өҙгөләнә бисара. "Ә ниндәй ярҙам кәрәк һуң һалдатҡа китеү өсөн?"- тиһәм, "Нисек аңламайһың: беҙ бармайбыҙ армияға, теләмәйбеҙ!" - тип өҙә һуға был. "Беҙ?.." Танышым, минән файҙа юҡлыҡты аңлағас, бәйләнеште өҙөп тә ҡуйҙы, күрәһең, икенселәрҙән ярҙам эҙләргә ашыҡты.
|
Уҡырға
07.12.15
|
|
|
ТАУЫБЫҘҘЫҢ ТЫНЫСЛЫҒЫ БОҘОЛМАҺЫН
|
Үткән йәкшәмбе ике йөҙләп кеше йәнә Торатау итәгенә йыйылды. Төрлө партиялар һәм "Рус географик йәмғиәте" вәкилдәре, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалалары һәм ауылдар халҡы, парапланеристар, студенттар, эшҡыуарҙар, журналистар... Төрлө милләттәге, төрлө ҡарашлы, төрлө йүнәлешле, төрлө йәштәге был кешеләрҙе бер маҡсат берләштерҙе - Торатауҙы һаҡлау һәм яҡлау.
|
Уҡырға
07.12.15
|
|
|
|
БЕҘ ЭСЕРГӘ АТАЙҘАРҘАН ӨЙРӘНДЕК, Ә АТАЙҘАР УЛ ҒӘҘӘТТЕ ҺУҒЫШТАН АЛЫП ҠАЙТТЫ
|
Сәләмәт сабыйҙарҙаң барыһы ла һөйкөмлө, талантлы, зирәк һәм гениаль. Ни өсөн һуң уларҙың бик күптәре ҙурайғас, насар яҡҡа үҙгәрә, тормошто йәмләр урынға, боҙоҡлоҡҡа бара, хатта ҡот осҡос енәйәттәр ҡыла? Әгәр буй еткереп тә улар шулай уҡ эскерһеҙ булып ҡалһа, уйҙарында һәм ҡылған ғәмәлдәрендә ихласлыҡ һәм яуаплылыҡ ятһа, беҙ ожмахтың үҙендә фәрештәләр кеүек йәшәр инек тә баһа. Үкенескә ҡаршы, кешелек донъяһы (ололар донъяһы) үтәнән-үтә ялғанға, хөсөткә, ҡомһоҙлоҡҡа, көнсөллөккә ҡоролған. Был исемлекте байтаҡ дауам итергә мөмкин булыр ине.
|
Уҡырға
30.11.15
|
|
|
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
|
11-се һабаҡ: "Иблис мутлыҡтары"
Араҡы эскән кешенең эсенә Иблис инеп урынлаша, тинек. Урынлаша ла, үҙенең ҡыйратҡыс ғәмәлдәрен башҡарырға, уны эске яҡтан тарҡатырға тотона. Бер аҙҙан ул күңелде яулай, рухты үлтерә, яйлап ҡанды ағыулай барып, бауырҙы, бөйөрҙө, ашҡаҙанды эшлектән сығара, кешене юҡ итә. Эскелеккә бирелгән кешенең физик үлемгә дусар булғанға тиклем, тәүҙә күңеле үлә, рухы һына. Күңеле үлеп тә оҙаҡ йәшәгән кешеләр бар. Ниңәлер уларҙы "зомби" тиҙәр. Уйлаһаң, уйылып китерлек: кеше ҡәҙимге тормош менән йәшәй, һулыш ала, туҡлана, йоҡлай, ер өҫтөнән атлап йөрөй, әммә үҙе юҡ, сөнки күңеле үле. Ундайҙарҙың күҙ ҡараштарында өмөт осҡондары юҡҡа сыға, бары тик "мәғәнәһеҙлек" кенә сағыла. Хахылдап көлөүҙәре лә үҙенеке түгел, Иблистеке…
|
Уҡырға
30.11.15
|
|
|
|
ҺӘР КЕМДЕҢ ҮҘ СӘСКӘЛЕГЕ йәки МЕНТАЛИТЕТ ХАҠЫНДА БЕР НИСӘ ҺҮҘ
|
Бер мәл себен менән бал ҡорто осрашҡан, ти.
- Һин ҡайҙа йәшәйһең? - тип һораған себен бал ҡортонан.
- Сәскәлектә, - тип яуап биргән бал ҡорто. - Ә һин?
- Ҡайҙа булһын, һаҙлыҡта инде, - тип яуаплаған себен.
Улар тағы бер аҙ һөйләшкәндән һуң, хушлашып, һәр ҡайһыһы үҙе йәшәгән төйәккә осҡан. Тик шуныһы: һөйләшкән саҡта себен үҙенең йәшәгән урынын һаҙлыҡ тип атаһа, ул, киреһенсә, сәскәлек менән ҡапланған болонға, ә бал ҡорто һаҙлыҡҡа йүнәлгән. Себен сәскәле болон уртаһында ат тояғы батҡан урында үҙенең бысраҡ донъяһын ҡорһа, бал ҡортоноң йәшәгән урыны - һаҙлыҡ уртаһындағы бәләкәй генә утрауҙағы өйкөм сәскәлек икән. Хикмәт шунда: бал ҡорто һаҙлыҡта - сәскәлекте, себен сәскәлектә һаҙлыҡты күргән... Ошо классик риүәйәттән сығып, менталитет хаҡында бик оҙон бәхәс ҡорорға мөмкин булыр ине. Менталитет, тигәндән, был төшөнсәне тик айырым милләттәрҙең холоҡ-фиғеленә, характер үҙенсәлегенә генә ҡайтарып ҡалдырыу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине. Ғалимдар, мәҫәлән, көнсығыш менән көнбайыш, көньяҡ менән төньяҡ, Азия менән Европа, Рәсәй менән Америка менталитетын өйрәнә. Беҙ тағы ла үҙебеҙҙең милләттең милли һыҙаттары хаҡында әңгәмә ҡорорға йөрьәт иттек. Әңгәмәлә яҙыусылар Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ һәм философия фәндәре кандидаты Зәкирйән ӘМИНЕВ ҡатнаша.
|
Уҡырға
30.11.15
|
|
|
Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН - ХӘТИРӘЛӘР
|
Ырымбурҙа Беренсе Башҡорт ҡоролтайы
Июлдең егерме берендә (1917 йылда - Ред.) Беренсе Башҡорт ҡоролтайында ҡатнашыу өсөн Ырымбурға килдем. Мин килгәндә ҡоролтай асылғайны. Башҡорт Үҙәк шураһының ойоштороу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнһәм дә, Ташкентта булғанлыҡтан, ҡоролтайҙы йыйыу эше менән үҙем етәкселек итмәнем. Әммә Төркөстан Милли шураһы менән Башҡорт Үҙәк шураһының эш регламенттарын мин яҙып, һәр ике шурала идара ағзалары яҡын арҡадаштарым булғанлыҡтан, үҙем булмаһам да, эштәр бик яҡшы ойошторолғайны.
|
Уҡырға
30.11.15
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|