Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
|
|
ОЛОЛАР ҺҮҘЕ - АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ
|
"Үҙеңдең ырыуыңа, нәҫел-нәсәбеңә генә инәй булдым тип ҡотолорға уйлама! Минең кеүек, тотош ауылға, илгә инәй бул!" Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәрендәге Оло инәй һүҙҙәре менән башланып китте Ағинәйҙәр форумы. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында ойошторолған был мәртәбәле сараға төрлө ауылдарҙың ағинәйҙәр ойошмалары вәкилдәре килгәйне.
|
Уҡырға
04.04.16
|
|
|
ЙӘЙ ТАШЫ МАЖАРАЛАРЫ
|
Шул саҡ Темәстән кешеләр килеп инә. Йорт тирәләй һаҡ ҡуйыла. Ҡайны кеше сит кешеләргә йәй ташын күрһәтә. Һыуҙан ҡырҡ көн элек алынған ташты кире урынына ҡайтарыу талабы ҡуйыла улар тарафынан. Олатайым менән өләсәйемде бер арбаға, ҡайныһы менән ҡәйнәһен икенсе арбаға ултыртып, сит кешеләр ауыл янындағы йәйләүгә алып китә уларҙы. Шул ваҡыт халыҡ араһынан кемдер йәй ташын һорап ала. Таш ҡулдан-ҡулға күсеп китә: береһе уның менән ауырыған күҙен ышҡый, икенсеһе ташты сырхау балаһының ауыҙына тыға, ә өсөнсөһө һыҙлаған беләге буйлап йөрөтөргә керешә. Йәй ташының сәләмәтләндереү көсө бар икәнен бөтә халыҡ белгән була ул заманда.
|
Уҡырға
04.04.16
|
|
|
ИҢЕБЕҘГӘ ҺАЛЫНҒАН БУРЫСТАРЫБЫҘ КҮП, ӘММӘ МИЛЛӘТ ӘСӘҺЕ БУЛЫУ - ИҢ МӨҺИМЕ
|
Һүҙ - көмөш, йыр - алтын, тип, халҡыбыҙ был сәнғәт төрөн ифрат юғары баһалаған, көйһөҙ менән моңдаш булыуҙан хәүефләнгән. Милләттәштәребеҙ араһында хатта ғаиләләре менән йырлағандар бар, башҡорт эстрадаһында ла ундайҙар байтаҡ. Ағалы-ҡустылы Туйсиндарҙың бер туған апайҙары Флүрә Туйсинаның моңон ишетеп, үҙен күреп белһәк тә, яҡындан аралашырға мөмкинселек сыҡҡаны юҡ ине әлегә. Затлы нәҫелдең затлы ҡыҙы ниндәй уйҙар менән йәшәй? Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә ТУЙСИНА һәм уның ҡыҙы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә ПАРИЖ менән ошолар һәм матурлыҡ, ҡатын-ҡыҙ асылы, уның был тормоштағы урыны кеүек фәлсәфәүи төшөнсәләр хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
04.04.16
|
|
|
НИ ӨСӨН "ӨФӨ" ТИП АТАЛА? АТАМАНЫҢ КИЛЕП СЫҒЫШЫНА ТАҒЫ БЕР АҢЛАТМА
|
Өфө... Халҡыбыҙҙың күңеленә уйылған билгеле лә, серле лә атама. Ул - ил-йортобоҙҙоң, Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһының атамаһы. Йәмле һыу буйҙарында, сағыу сағылда балҡыған был ҡала беҙ яратҡан йырҙарҙа данлана. "Матур Өфөм минең, нурлы Өфөм; яҡты Өфөм минең, алтын Өфөм; гүзәл Өфөм минең, ғәзиз Өфөм" тип шағир рухлана, "Күргән һайын һине шатланам, ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам", тип йөрәк хистәрен тирбәлдерә. Йылы хис-тойғо халыҡ йырында ла белдерелә: "Өфө ҡайҙа, Өфө ҡайҙа, Өфө Урал яғында, ҡоштар булып осор инем, бик һағынған сағымда". Йәшәргә дәрт-ҡөҙрәт тә, ижадҡа илһам, күтәренке рух та бирә мәшһүр Өфө.
|
Уҡырға
04.04.16
|
|
|
ДӨРӨҪ ЯҠТЫРТЫУ ӨСӨН ДИНДЕ БЕЛЕҮ КӘРӘК БИТ
|
Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетында "Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларында Исламды яҡтыртыу мәсьәләләре" тип исемләнгән түңәрәк ҡор үтте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты тарафынан ойошторолған кәңәшмәлә дин белгестәре, ғалимдар, дәүләт структуралары вәкилдәре һәм журналистар ҡатнашты.
|
Уҡырға
04.04.16
|
|
|
СИТ ТЕЛДӘРҘЕ ТУҒАН ТЕЛ АША ӨЙРӘНЕҮ ОТОШЛО
|
Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге 136-сы башҡорт лицейы 1994 йылда билдәле йәмәғәт эшмәкәре, педагог-мәғрифәтсе Мөхәмәтғәли Исҡужин тырышлығы менән асыла. Шуға күрә 2008 йылдан белем усағы уның исемен йөрөтә башлай. Әлеге көндә лицей республиканың иң көслө милли белем биреү учреждениелары рәтенә ингән.
|
Уҡырға
04.04.16
|
|
|
ЯҘ ЯҘЛЫҒЫН ИТЕР - ҠАР ТАУҘАРЫН ИРЕТЕР
|
Апрель, йәғни алағарайҙа, аҡ һыйыр тороп китер, ҡара һыйыр ятып ҡалыр. Аҡман-тоҡман быйыл холҡон күрһәтеп алған ҡайһы бер райондарҙа, бигерәк тә Хәйбулла, Баймаҡ яҡтарында, аҡ һыйыр бер аҙ тотҡарланыр, моғайын. Сөнки Ҡыш бабайҙың китергә теләмәй тартҡылашыуы һөҙөмтәһе тиҙ генә оноторлоҡ булманы: ҡар буралары өйҙө, юлдарҙы, хатта тотош ауылдарҙы күмеп китте, күпме кеше зыян күрҙе.
|
Уҡырға
04.04.16
|
|
|
ТӘБИҒӘТЕ МЕНӘН - КӨРӘШСЕ, БУЛМЫШЫ МЕНӘН – ЕҢЕҮСЕ
|
Бөгөн спортта ҙур уңышҡа өлгәшкән тағы бер донъя чемпионы менән таныштырабыҙ. Ул үҙе Стәрлетамаҡта тыуған, 18 йәшендә Өфөгә күскән. Әле өсөнсө йыл Екатеринбург ҡалаһында тренер - үҙенең спорт клубын етәкләй. Атаһы - Миәкә, ә әсәһе Белорет районынан. Геройыбыҙ бала сағында бөтөн тиҫтерҙәре ише космонавт, кәмендә осоусы булырға хыялланған. Мәктәптә белем дә эстәгән, спорт менән дә ҡыҙыҡһынған, малайҙар араһында була торған йоҙроҡло алыштарҙа ла ҡатнашып өлгөргән. Әле уның һәр көнө күнекмәләр залында үтә. "Минең өсөн спорт - ул һөнәр генә түгел, йәшәү рәүеше лә", - ти ҡунағыбыҙ - һуғыш самбоһы буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, ҡатнаш алыш төрҙәре сәнғәте буйынса (ММА) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе Венер ҒӘЛИЕВ. Ул тиҙҙән Өфө-Аренала Әрмәнстан спортсыһы Давид Хачатрян менән "FIGHT NIGHT GLOBAL 45" ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса халыҡ-ара турнирҙа чемпионлыҡ билбауы өсөн көрәшәсәк. Әйткәндәй, был ярышта Венер Ғәлиевтың уҡыусыһы, йәш спортсы, Шишмә районы егете Руслан Яманбаев та Әхмәт Балкизов менән алышасаҡ.
|
Уҡырға
04.04.16
|
|
|
ҮҘ РИЗЫҠТАРЫБЫҘҒА ЙӘНЕБЕҘ ҘӘ ТАРТЫЛА БИТ
|
Башҡорт ғаиләләрендә элек-электән килгән йолаға ярашлы, беҙ, дүрт бер туған, форсат сыҡҡан һайын бергә йыйылып, аралашып йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа бер-береһен танып, бер-береһенә таяныс, ярҙамсы булып үҫеп килә.
|
Уҡырға
28.03.16
|
|
|
ЙӘЙ ТАШЫ МАЖАРАЛАРЫ
|
Йәй ташы тураһындағы тарихты мин тәүге тапҡыр өләсәйемдән ишеттем. Миңә ул саҡта ун йәш тирәһе булғандыр. Баҡмал Мансур ҡыҙы, әсәйемдең әсәһе, 1898 йылда тыуған. Уны Һаҡмар буйында, Ирәндектең аръяғында-биръяғында йәшәгән бөтә халыҡ белде һәм хөрмәтләне. Башҡорттарҙың арҙаҡлы шәхестәре Мөжәүир хәҙрәт, Әнүәр мулла, Шаһишәрип дәрүиш, Түбә ҡасабаһында йәшәгән атаҡлы урыҫ Блещенко, халыҡ табибы мәрйә Полина һәм башҡа бик күптәр унда туҡтап, йоҡлап, ҡымыҙ эсеп йөрөнө. Өләсәйемдең күңеле киң, йөҙө яҡты, һүҙе бөтмәҫ булды. Урыҫ менән дә башҡортса һөйләшһә лә, тегеләре уны иғтибар менән тыңлап, үҙҙәренсә нимәлер һөйләй торғайнылар. Хәйер, ҡунаҡсыл кешенең һүҙҙәренә кем иғтибар итһен инде - бөтә булмышы, тойғолары уның йөҙөнә яҙылған була бит. Оҙаҡ ҡына йәшәне өләсәйем - йөҙҙө тултырыуға ике йыл ғына ҡалғас, беҙҙең аранан китеп барҙы.
|
Уҡырға
28.03.16
|
|
|
ХАЛЫҠ ЙЫРЫ ИЖАДЫМ АСЫЛЫ, ЮЛДАШЫМ УЛ
|
Оҙон көйлө йырҙарға бай халыҡтың моңло йырсылары ла күп булырға тейеш инде ул. Быуындан-быуынға тапшырып, ҡәҙерләп һаҡлаған халыҡ йырҙары бөгөнгө заманда тап уларҙың башҡарыуында яңғырай. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, "Карауан" фольклор-эстрада төркөмө солисы, Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ тап ошондай һәләтле йырсылар рәтенән булыр.
|
Уҡырға
28.03.16
|
|
|
ТЕРРИТОРИАЛЬ ЙӘМӘҒӘТ ҮҘИДАРАЛЫҠТАРЫ ХАЛЫҠТЫ ҮҘЕН ҺАҠЛАП ҠАЛЫУҒА БЕРЛӘШТЕРӘ
|
Быйыл Рәсәйҙә беренсе тапҡыр "Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары (ТЙҮ) лигаһы" Коммерция булмаған ойошмалар (КБО) ассоциацияһының съезы үтте. Уның эшендә Мәләүез районының "Йомаҡ" Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Шаһиҙә ИШҠОЛОВА менән Ишембай районының "Бүжә" Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Азамат ИСХАҠОВ ҡатнашты. Улар менән әңгәмәне тап съезд хәтирәләренән башларға булдыҡ.
|
Уҡырға
28.03.16
|
|
|
ӨФӨ ХАНДАРЫ - КЕМДӘР УЛАР?
|
Билдәле булыуынса, 1243 йылға Башҡортостан монголдарға буйһондоролоп, Алтын Урҙа дәүләте составына ингән. Хиуа ханы Әбүлғази (1603 -1664) яҙыуынса, Джучи үлгәндән һуң, Батый үҙенең кесе туғаны Шыбанға ерҙәр бүлеп биргән. Нуғайҙың балаларына эләккән ерҙәр Ак Урҙа тип атала башлаған. Ә инде Тоҡта ханға (1290 - 1312) Ыбыр-Сыбыр, Рус, Либка, Укек, Маджар, Болғар, Башгирд, Һарай, Берке тигән улыстар буйһонған. Был улыс Күк Урҙа тигән исем алған.
|
Уҡырға
28.03.16
|
|
|
БЫЛ УЛТЫРЫШ ТА КӨНҮҘӘК БУРЫСТАРҘЫ БАРЛАНЫ
|
Үткән аҙнала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Сибай ҡала хакимиәте менән берлектә "Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге" тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
|
Уҡырға
28.03.16
|
|
|
БИТАРАФЛЫҠТАН ДАУА БАР МИКӘН?
|
Яңыраҡ ил Президенты Владимир Путин РФ һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованы ҡабул итте. Осрашыуҙа министр Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау һәм демография өлкәһендә 2015 йылғы ҡайһы бер мәғлүмәттәр хаҡында хәбәр итте. Атап әйткәндә, ул рәсәйҙәрҙең уртаса ғүмер оҙайлығына ҡағылышлы ине. Был күрһәткес бөгөн 71,2 йәш тәшкил итә.
|
Уҡырға
28.03.16
|
|
|
ӘСЕ ЛӘ, ТАНҺЫҠ ТА "ШАЯНИУМ"СЫЛАРҘЫҢ ЮМОР КҮСТӘНӘСЕ
|
Кеше тормошонда юморҙың мөһим урын алып тороуы тураһында һәр заман зыялылары иҫкәртә. Донъяға юмор күҙлегенән бағыусылар бәхетлерәк, тип тә әйтәләр. Ә бына билдәле америка яҙыусыһы Марк Твен, юмор - фекер механизмын эшләтеп ебәреүсе, тип иҫәпләгән. Тимәк, көлә-шаяра белгән кешеләр тормошта барған төрлө хәл-ваҡиғаларҙы айыҡ аҡыл менән ҡабул итә, анализлай белә, негативтарға бик бирешеп бара һалмай. Тәжрибәле, оло кешеләр шулай. Ә балаларҙы, йәштәрҙе тормошҡа юмор күҙлегенән ҡарарға нисек өйрәтергә һуң? Баш ҡалала бынан ун дүрт йыл элек ойошторолған "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсы тап ошо маҡсатты күҙҙә тота ла инде: балалар тормоштоң төрлө күренештәренә ҡарата үҙ туған телендә, юмор аша мөнәсәбәтен белдерһен, баһа бирһен. Һәм маҡсатҡа өлгәшелә лә. Быйылғы миҙгелдең финал уйынынан алған тәьҫораттар шул хаҡта һөйләй.
|
Уҡырға
28.03.16
|
|
|
"САЛАУАТ ЮЛАЕВ" КОМАНДАҺЫНЫҢ ҠОТО БУЛЫРҒА ДӘҒҮӘ ИТӘМ ТҮГЕЛМЕ?
|
Интервьюлар төрлө була. Ҡайһы саҡта ярты сәғәткә генә һуҙылған һөйләшеүҙә лә иң мөһим фекер әйтелә. Ҡайһы бер бәхетле осраҡтарҙа һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Гәзитебеҙҙә, ғәҙәттә, монолог, диалогтар ярайһы оҙон һәм уларҙы уҡыусыларыбыҙ, аҙна дауамында, яйлап, мәғәнәһенә төшөнә-төшөнә, аҡыллы фекерҙәргә ҡабаттан әйләнеп ҡайта-ҡайта уҡыйбыҙ, тиҙәр. Шуға ла беҙ уҡыусыларыбыҙға ҡыҫҡараҡ әңгәмәләр ҙә тәҡдим итмәксебеҙ. Геройҙарыбыҙ - йәмғиәтебеҙҙәге әүҙем милләттәштәребеҙ булыр, уларҙан ҡыҫҡа һорауға - тапҡыр яуап көтөп ҡалабыҙ. Тәүге ҡунағыбыҙ - М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры - Шәһит ХАММАТОВ.
|
Уҡырға
21.03.16
|
|
|
ЗАМАНА БЕҘГӘ БӘЙЛЕМЕ, ӘЛЛӘ БЕҘ - ЗАМАНАҒАМЫ?
|
"Заман - бик мөһим нәмә. Уны бушҡа үткәрергә ярамай. Әҙәм балалары, был ниндәй заман, тип Мине ҡыйырһыта. Һеҙҙең берегеҙ ҙә, заман боҙолдо, тимәһен, сөнки Заман - Мин Үҙем. Көнөн дә, төнөн дә Үҙем әйләндерәм, теләйем икән - туҡтата ла алам" - оло ҡөҙрәт эйәһе Аллаһы Тәғәләнең был һүҙҙәренә өҫтәп әйтер һүҙ юҡ. Уның әйткәндәрен иҫкәртеү, ер йөҙөндәгеләргә һабаҡ тип ҡабул ҡылыу - беҙҙең бурыс.
|
Уҡырға
21.03.16
|
|
|
ҺҮРӘТ ЭСЕНДӘ ЙӘШӘЙБЕҘ...
|
Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе рәссам Марат ҒАФАРОВ айырым өлөштәре ҡабарып торған, ә айырым өлөштәре эскә батҡан һымаҡ күренгән һүрәттәр эшләй. Был ғәжәйеп һүрәттәрҙе компьютер телендә, 3D һүрәттәр тип атайҙар. "3D" һүҙе инглизсәнән ингән - "ниндәй ҙә булһа әйберҙең өс үлсәмле булыуы" тип аңлатыла. Ябайлаштырып әйткәндә, 3D һүрәт - алғы, урта һәм артҡы пландары айырым-асыҡ күренгән картина ул. 3D һүрәттәрен нисек ҡағыҙға төшөрөүе тураһында ҡунағыбыҙ үҙе һөйләр.
|
Уҡырға
21.03.16
|
|
|
БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА, МӘКТӘПТӘ ГЕНӘ ТҮГЕЛ ИНТЕРНЕТ АША ЛА ӨЙРӘНЕП БУЛА ТУҒАН ТЕЛДЕ
|
"Мәғлүмәтле - батша, мәғлүмәтһеҙ - ҡол", тиҙәр. "Мәғлүмәткә эйә булыусы донъяға ла эйә", тип әйтәләр. Яңы технологиялар менән бәйле берлектәге Рәсәй-Америка компанияһында хеҙмәт итеүсе башҡорт егете Илдар КИНЙӘБУЛАТОВ менән әңгәмәбеҙ яңы технологиялар, Интернет, ил, милләт яҙмышы хаҡында бара. Интернет менән эш итеүселәр Илдарҙы яҡшы белә. Ул "Бәйләнештә" сайты интерфейсын башҡорт теленә тәржемә итеүсе, Android һәм MacOS өсөн башҡорт клавиатуралары, "Башҡорт радиоһы"на ҡушымта эшләүсе ирекмән. Хәҙерге ваҡытта ул электрон башҡорт китапханаһын эшләү менән мәшғүл.
|
Уҡырға
21.03.16
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 25 июнгә тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|