«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 223 224 225 226 227 228 229 230 231 » #
ҺАҒЫНЫУ ХИСЕ ЙЫРҘАРЫМДЫ МОҢҺОУ ИТӘ

Уны тамашасылары шул тиклем яратып, үҙ итеп, "һандуғас" тип йөрөтә. Ахыры, моң өсөн һинең йөрәгеңдең ҙурлығы түгел, хистәр кисерергә һәләтле булыуы кәрәклерәктер ул, моғайын, тип уйлайһың уны тыңлаған һайын. Башҡорт эстрадаһының иң матур тауыштарының береһе, йәш йырсы Фәриҙә ҒАЗЗАЛОВА менән сәнғәт, башҡорт эстрадаһы, уның үҙенең тормошо тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Уҡырға
26.02.16  
 
"ШУЛ ТЕЛ МЕНӘН ТЫУҘЫМ, ҮҪТЕМ, ТОРАМ БӨГӨН ДӘ..."

Ошо ҡағиҙәнең бала күңеленә һалыныуы мотлаҡ

21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнде. Ошо дата уңайынан редакцияға педагогика фәндәре кандидаты Вәкил ХАЖИН менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Луиза СӘМСИТОВАны саҡырып, әңгәмә ҡорҙоҡ.

Тел - ул ижтимағи күренеш, ул халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеүсе иң төп шарттарҙың береһе, тибеҙ. Ошо хәҡиҡәт ошоғаса йәшәткәндер ҙә инде беҙҙе халыҡ булараҡ...

Вәкил ХАЖИН В. Хажин: Эйе, телебеҙ меңәр йылдар буйына һаҡланып килгән. Донъялағы 40-тан ашыу төрки теле араһында уртаҡ лексик берәмектәр бик күп, сағыштырып ҡараһаҡ, грамматика ла, йәғни төҙөлөш тә оҡшаш. Ләкин шул уҡ ваҡытта телебеҙ бер үҙе фонетика йәһәтенән башҡа телдәрҙән айырыла. Бары тик башҡорт телендәге һүҙҙәрҙә генә һ өнө бар.

Уҡырға
26.02.16  
 
МУСА МОРТАЗИН АТЛЫЛАРЫНЫҢ ҠЫҘЫЛ КАЗАКТАР САФЫНДАҒЫ ХЕҘМӘТЕ

Легендар комбриг Муса Мортазин бригадаһының Польша фронтынан һуңғы яҙмышы тураһында бер ҡайҙа ла яҙылғаны юҡ. Польша менән һуғыш тамамланғас, Мортазиндың атлылары ҡайҙа булған һуң, алыҫ Украина ерендә Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының артабанғы хеҙмәте нисек дауам иткән?

Уҡырға
26.02.16  
 
ҒАИЛӘ НЫҠ БУЛҺЫН ӨСӨН ИКЕ КЕШЕНЕҢ ТЫРЫШЛЫҒЫ КӘРӘК

Ғаилә - ул йәмғиәттең иң мөһим ячейкаһы, тиҙәр ине әле ҡасан ғына. Бөгөн кешелек мөнәсәбәттәренең үлсәүҙәре, хатта әхлаҡи ҡиммәттәр үҙгәрҙе, ғаилә ҡорорға ашыҡмаусылар һаны ла арта бара. Шулай ҙа яңғыҙлыҡ бер кемгә лә килешмәй, ти халыҡ аҡылы. "Аулаҡ өй" тип аталған ял итеү кисәләрен ойоштороусы Фәймә-Айгөл Ниғмәтуллина ошоно ла, эргә-тирәһендә парһыҙ яңғыҙаҡтарҙың күп булыуын да күҙ уңында тотоп эш башлай ҙа инде. Ни өсөн бөгөнгө йәмғиәттә буйҙаҡлыҡ ҙур проблема итеп ҡабул ителә? Яңғыҙаҡтарҙың артыуына нимә сәбәпсе? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Айгөл апайҙың үҙе менән яуаптар эҙләйбеҙ.

Уҡырға
26.02.16  
 
ЙӘШӘЙЕШЕБЕҘ ЯҠШЫ ЯҠҠА ТАРТА

Өфө ҡала округы Советының сираттағы ултырышында Ирек Ялалов Өфө ҡала округы хакимиәтенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Эшлекле сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Хәбиб улы Мәрҙәнов ҡатнашты.

Ирек Ишмөхәмәт улы билдәләүенсә, баш ҡала 2015 йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлаған. Урында етештерелгән продукция, башҡарылған эштәр һәм хеҙмәттәр күләме 900 миллиард һумлыҡ булған. Был күрһәткес 2014 йыл менән сағыштырғанда 6 процентҡа юғарыраҡ. Сәнәғәт етештереү индексы 100,8 процент тәшкил иткән һәм был өлкәлә Өфө ҙур ҡалалар араһында юғары күрһәткескә өлгәшеүселәрҙең береһе булып тора.

Уҡырға
26.02.16  
 
ТУҒАН ТЕЛ КИҢ ДОНЪЯҒА АСҠЫС УЛ

Был мәҡәләлә ҡуҙғатыласаҡ тема "Киске Өфө" гәзитендә бер ни тиклем яҡтыртылғайны инде. Интернетта ла фекер алышыу булды. Шуға ҡарамаҫтан, гәзит аша ла үҙ фекеремде белдерергә ҡарар иттем.

Һуңғы 20-25 йылда, заман башҡа - заң башҡа, тип һөйләргә күнегеп киттек. Ысынлап та, глобаль үҙгәрештәр матди мөхитебеҙгә генә түгел, ә сәйәсәт, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, уҡытыу-тәрбиә өлкәһенә лә ҡағылды.

Уҡырға
26.02.16  
 
РӘМИ ҺҮҘЕ ТИРӘЛӘЙ УЙ-ФЕКЕРҘӘР БЕРЕКТЕ

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Халыҡ-ара туған телдәр һәм гимназияла үткән Р. Ғарипов көндәренә арнап, матур сара ойошторолдо. Унда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре, ғалимдар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Өфө ҡалаһының милли гимназия һәм лицей уҡыусылары, шулай уҡ вуз студенттары ҡатнашты. Фекер алышыуға Ишембай ҡалаһының 2-се республика башҡорт гимназияһы һәм Күмертау ҡалаһының 3-сө республика башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла ҡушылды. Сара һуңында Рәми Ғарипов исемендәге премияның сираттағы лауреаттарын да тәбрикләнеләр.

Уҡырға
26.02.16  
 
ИРҘӘР БАЙРАМЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ...

23 февраль - Ватан именлеген һаҡлаусыларҙы тәбрикләү, илһөйәрлек, батырлыҡ байрамы уңайынан гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

Нурғәле ҠАЙЫҠБИРҘИН Нурғәле ҠАЙЫҠБИРҘИН, ҡурайсы, Сибай сәнғәт колледжының башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары бүлеге мөдире: Был байрамды һуңғы мәлдә ир-егеттәр көнө тип бер аҙ ябайлаштырып ебәрҙеләр, тәү сиратта - ул Ватанды һаҡлаусылар көнө. Элегерәк әрмегә бармай ҡалған егетте ихтирам итмәнеләр, уға хатта ҡыҙҙар ҡарамай торғайны. Мин әрмегә йәштәштәремдән 3 йылға һуңлап барҙым. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, Йылайырҙа ҡурай класы асып, яңы уҡыу йылынан балаларҙы ҡурайға өйрәтә башлағайным, ноябрҙә әрмегә саҡырыу килде. Мин башты ялтыратып ҡырҙырып, ҡурайҙарымды уҡыусыларға таратып биреп, военкоматҡа килһәм, быйылға бармай тораһың, тиҙәр. Баҡтиһәң, уҡырға йыйылған балалар менән эште тамамлаһын, тип, Ғата ағай Сөләймәнов һораған икән. Кире ҡайтырға тура килде.

Уҡырға
20.02.16  
 
"ҠУЯН АТ, ҺЫРЛЫ САНА", ЙӘКИ СӨННӘТҺЕҘҘӘН КӘҢӘШ ҺОРАМА...

Ғәмәлдең фарызы

Сөннәт ғәмәле хаҡында ғилми, дини сығанаҡтарҙа төрлөсә аңлатмалар йөрөй. Йәһүдтәр өсөн, мәҫәлән, ҡан төшөнсәһе йән тигәнде лә аңлата. Шуға күрә ғүмерҙе барлыҡҡа килтереүсе ағзаның тиресәһен ҡырҡҡан саҡта ҡан ағыҙыу кешене яралтҡан Аллаһы Тәғәләгә үҙ ғүмереңде бағышлауға тиңләнә. Ислам дине буйынса, Ибраһим бәйғәмбәр Аллаһы Тәғәләнең талабы буйынса үҙ-үҙен, улы Исмәғилде һәм барлыҡ хеҙмәтселәрен сөннәтләй. Икенсе бер риүәйәт буйынса, Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәскәре изге яу мәлендә оҙаҡ ваҡытҡа дошман ҡамауында тороп ҡала. Эҫелә һыуһыҙ интеккән яугирҙарҙың енси ағзалары боҙола башлай. Бәйғәмбәр яугирҙарына үҙ-үҙҙәрен сөннәтләргә ҡуша һәм был юл менән улар һәләкәттән ҡотола. Мөхәммәт бәйғәмбәр игеҙәк ейәндәрен дә тыуыуҙарының етенсе көнөндә сөннәтләй. Мосолмандарҙың сөннәтлеләргә ингән өлөшө "суниттар" ("сөннәттәр"), сөннәтһеҙҙәре "шеиттар" ("шәһиттәр") тип атала.

Уҡырға
20.02.16  
 
ӘРМЕ ЯҘМАЛАРЫ



Гәзитебеҙҙә 2005 йылдың 30-41-се һандарында Әбйәлил районынан әүҙем авторыбыҙ Иҙрис Ноғомановтың "Әрме" хәтирәләре баҫылып сыҡҡайны. Уны уҡыусыларыбыҙ бик йылы ҡабул итте. Шунан инде күптәр - Рауил Айсығолов, Рәмил Солтанов, Хәлил Һөйөндөков, Илдар Исламов, Фәнил Ҡоҙаҡаев, Мотал Рәмов, Сәлих Дәүләтбирҙин, Мөхәррәм Бейешов, Айҙар Күсәев, Зәкирйән Әминев һ.б. үҙҙәренең әрме хәтирәләрен тәҡдим итте гәзитебеҙгә. Был яҙмалар уҡыусыларыбыҙ күңелендә ысын ир-егет һынын, илһөйәрлек өлгөһөн тергеҙҙе. Хатта бер ҡатын-ҡыҙ: "Әрме" яҙмаларын уҡығас, һалдат булғы килеп китте", - тип яҙҙы. Тәҡдим итеүселәр булһа, ундай яҙмаларҙы беҙ бөгөн дә ҡабул итергә әҙербеҙ. Ә хәҙер "Әрме" яҙмаларынан өҙөк:

Уҡырға
20.02.16  
 
ИХТИЛАЛДАРҘА ЕҢЕЛМӘГӘНБЕҘ, Ә ЕҢГӘНБЕҘ

сөнки уларҙа аҫабалыҡҡа хоҡуҡтарыбыҙҙы раҫлатҡанбыҙ

Мәхмүт Сәлимов Мәхмүт Сәлимов - Рәсәй төбәктәрендә ғүмер итеүсе рухлы милләттәштәребеҙҙең береһе. Хәрби хеҙмәткәр яҙмышы уны Ростов өлкәһендә төпләндерә. Төньяҡ Кавказ хәрби округында хеҙмәт иткән осоронда Осетин-Ингуш низағында, Беренсе Чечня һуғышында ҡатнаша һәм яралана. 2000 йылда сәләмәтлек торошо буйынса подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға. Әлеге көндә Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайын етәкләй. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының дүртенсе йыйынына ҡайтҡан ваҡытында Мәхмүт Бакир улы менән әңгәмә ҡорорға насип булды. Һүҙ - редакция ҡунағына.

Уҡырға
20.02.16  
 
МУСА МОРТАЗИН АТЛЫЛАРЫНЫҢ ҠЫҘЫЛ КАЗАКТАР САФЫНДАҒЫ ХЕҘМӘТЕ

8-се (элекке 12-се Башҡорт полкы) кавалерия полкы                                               ветерандары байраҡ менән. Был Муса Мортазиндың Башҡорт кавалерия бригадаһы байрағы булыуы мөмкин. 1923 йыл. РБ Милли архивы фондынан. Легендар комбриг Муса Мортазин бригадаһының Польша фронтынан һуңғы яҙмышы тураһында бер ҡайҙа ла яҙылғаны юҡ. Польша менән һуғыш тамамланғас, Мортазиндың атлылары ҡайҙа булған һуң, алыҫ Украина ерендә Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының артабанғы хеҙмәте нисек дауам иткән?

Уҡырға
20.02.16  
 
ИР-ЕГЕТТЕ НИҢӘ ЯҠЛАРҒА ҺӘМ ЙӘЛЛӘРГӘ?

Гәзиттең бер нисә һанында сыҡҡан "Уландар тәрбиәһе тураһында һәм ул турала ғына ла түгел" тигән мәҡәләне ҡыҙыҡһынып уҡып барҙым. Автор Айбулат Ғафаровтың, йәғни атай кешенең, балаларын тәрбиәләү барышындағы уйланыуҙары, күҙәтеүҙәре ине был. Атайҙың улын шундай нескә тойоуы, сикһеҙ һөйөүен тыя белеп, уны дөрөҫ юҫыҡта тоторға тырышыуы, рухи аңын ҡайғыртыуы һ.б. һоҡланыу уятмай ҡалдырманы, әммә аптыратманы.

Уҡырға
20.02.16  
 
БЕРЕНСЕЛӘР МИЛЛИ КӨРӘШТӘ ЛӘ БЕРЕНСЕ

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының "Шоңҡар" спорт комплексында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 84 йыл тулыуға арналған милли көрәш буйынса республика турниры үтте. Күркәм ярышта 135 көрәшсе егет бил һынашты. Уларҙың ете тиҫтәгә яҡыны төрлө номинациялар, урындар менән билдәләнеп, аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Өфөнөң "ФАЭТОН" төҙөлөш компанияһы директоры Илнур Камил улы Ғиниәтуллин булдырған бүләк фонды көрәшселәрҙең ярыш сәмен арттырҙы.

Уҡырға
20.02.16  
 
АЛМАҠТЫҢ БИРМӘГЕ БАР

Яңыраҡ бер апайҙың банктан алған кредитын ваҡытында түләй алмайынса, бурыс өҫтөнә тағы ла күңелһеҙерәк ваҡиғаға тарыуын һөйләгәнен ишетергә тура килде. Улына ҡапыл аҡса кәрәк булған да, аптыраған көндән банктан ҡулланыу кредиты алған. Хаҡлы ялда булһа ла, эшләп йөрөгәс, түләүҙәрҙе ваҡытында ҡаплаған, тик эшендә ҡыҫҡартыуға эләккән һәм кредитты бер нисә ай түләй алмаған. "Миңә үҙҙәрен коллектор тип атаған әҙәмдәр шылтыратып, төрлөсә ҡурҡытып йонсота. Кредитымды түләмәйем тимәйем, тик уларҙың банк менән минең арала төҙөлгән килешеүгә ни ҡыҫылышы бар икән?" - тип аптырай ул хәҙер.

Уҡырға
20.02.16  
 
ВАТАНДЫ ҺАҠЛАУСЫЛАР ҺАУ-СӘЛӘМӘТ, НЫҠЛЫ РУХЛЫ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ!

Йәмәғәт башланғысында эшләүсе "Беренсе Башҡорт атлы полкы - Любизар" хәрби-тарихи клубыбыҙ менән алға барабыҙ, хәлебеҙҙән килгәнсә яҡшы эштәр эшләйбеҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Пландарыбыҙ халҡыбыҙҙың йолаларын, ир-азаматлыҡ сифаттарын тергеҙеү, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү кеүек изге эштәр менән тығыҙ бәйле.

Уҡырға
20.02.16  
 
ИЖАДИ КИСӘМ ДӘ "МИРАҪ" МЕНӘН БЕРГӘ

Өфөбөҙҙөң йөҙөк ҡашы - "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле әле генә тамашасыларын ҙур концерт менән ҡыуандырғайны. 18 февраль көнөндә был үҙенсәлекле коллектив хор солисы Венера Юлгилдинаның беренсе ижад кисәһенә саҡырмаҡсы. Тыңлаусыларына халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен оҫта башҡарыусы булараҡ таныш йырсы эстрадала ла ышаныслы аҙымдар яһай. Концертта һәр кем күңеленә хуш килгән йырҙар тыңлап кинәнәсәк, ти ул. Хәйер, был сара тураһында Венера Самат ҡыҙының үҙенән һөйләтәйек:

Уҡырға
15.02.16  
 
ЫНЙЫ-МӘРЙЕН ТЕШТӘРЕҢ...

Өфөнөң 3-сө балалар стоматологияһы поликлиникаһы ортодонтика бүлеге мөдире Зарема ШӘЙҘУЛЛИНА менән кескәйҙәрҙең теш ауырыуҙары тураһындағы һөйләшеүебеҙ... ғаиләләге тәрбиә мәсьәләләренә лә барып ялғанды.

Балаларҙы табипҡа, бигерәк тә теш врачына алып барыу үҙе бер проблема булып тора. Булмаһа, һүҙҙе шунан башлайыҡ: ата-әсәләр баланы теш табибына алып килгәнгә тиклем нимә эшләргә тейеш?

- Әлбиттә, тәү сиратта уны алдан әҙерләү кәрәк. Бының өсөн өй шарттарында бергәләп табип-пациент уйыны уйнау яҡшы. Мәҫәлән, креслоға йәки ултырғысҡа ултырып, баланың ауыҙын астырып, тикшереп, шунан бала ата-әсәһенең тештәрен ҡараған булып, уйнап алырға мөмкин. Юҡһа, ҡайһы бер балалар килә лә, бүлмәгә инмәҫтән үк ҡурҡып илай башлай. Шуның өсөн беҙ, әгәр инде ашығыс дауалау талап ителмәһә, беренсе ҡабул иткәндә танышабыҙ ғына, процедураларҙы икенсе тапҡырға ҡалдырырға тырышабыҙ.

Уҡырға
15.02.16  
 
БАРЫҺЫ ЛА ДӨРӨҪ ЮҪЫҠТА БАРА

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ижади миҙгелен Мөҙәрис Багаевтың "Аҡса булһа бер муҡса" комедияһы менән асты. Йәмғиәттәге, кешеләр тормошондағы күп етди боролоштар, бәхеттәр һәм бәхетһеҙлектәр сәбәпсеһе булған аҡса темаһы ниндәй заманда ла актуаллеген юғалтмайҙыр, моғайын. Әлеге комедияла ла шул уҡ тема яҡтыртыла. Байлыҡ менән намыҫ бизмәндең ике яғында ятҡанда ҡайһыныһы ауырыраҡ тарта икән? Ошо һәм башҡа мөһим төшөнсәләр хаҡында Мөҙәрис БАГАЕВтың үҙе менән һөйләштек.

Уҡырға
15.02.16  
 
ЙӨРӘГЕНДӘ ҠОЯШ ЙӨРӨТӨҮСЕ

Рәшит Шәкүр Милләтебеҙҙең күренекле улы Рәшит Закир улы Шәкүревтың исем-дәрәжәләрен һанай башлаһаң, бик оҙонға һуҙылыр ине. Шуға күрә уларҙың ҡайһы берҙәрен әйтеп үтеү менән генә сикләнәйек: шағир, топонимика белгесе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре... Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев үҙенең бер мәҡәләһендә: "Рәшит Шәкүрҙең рәсми вазифаһы - "Башҡорт энциклопедияһы", - тигәйне. Эйе, күп һанлы әҙәби-мәҙәни-ғилми-энциклопедик китаптар сығарған Рәшит Шәкүрҙең рәсми булмаған, тик халыҡ телендә генә йөрөгән башҡа исемдәре лә бар. Улар, һәр хәлдә, исем үк булмаһа ла, айырым һүҙбәйләнештәр, хатта ниндәйҙер сетерекле һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бәйле лаҡаптар рәүешендә лә йөрөй. Бына улары инде күптәргә таныш та түгелдер. Икенсенән, беҙ хөрмәтле замандашыбыҙҙың дөйөм күҙгә күренмәгән ана шул яҡтары аша шәхесенең тағы ла байтаҡ күркәм яҡтарын аса алабыҙ. Тик шул йүнәлештә уның хаҡында һүҙ алып барайыҡ. Уларҙы уҡыусы оло шәхес хаҡындағы дөйөм ҙур һүҙҙең айырым штрихтары итеп кенә ҡабул итһен. Бәйәнемдә Рәшит Шәкүр хаҡында "Ағиҙел" журналында төрлө йылдарҙа баҫылған мәҡәләләрҙән өҙөктәр файҙаландым.

Уҡырға
15.02.16  
 
Биттәр : # « 223 224 225 226 227 228 229 230 231 » #
Киске Өфө
 

Рух камиллығын үтескә алып та, һатып алып та булмай. Һатылһа ла, һатып алыусыһы булмаҫ ине. Уның ҡарауы, түбәнлек көн дә һатып алына.

(Сенека).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru