Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ХХ БЫУАТ БАШЫНДА МОСОЛМАН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫ ОЙОШМАЛАРЫ
|
ХХ быуат башы Рәсәй яҙмышында ҡырҡа боролош яһаған тарихи ваҡиғаларға - революцияларға, һуғыштарға бай булған ҡатмарлы осор була. Илде ялмап алған тетрәнеүҙәр, бер яҡтан, һанһыҙ кеше ҡорбандарына, илдең иҡтисадына ҙур матди зыян килтерһә, икенсе яҡтан, халыҡтың социаль әүҙемлеген арттырыуға, төрлө ойошмаларҙың, милли хәрәкәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.
Ҡатын-ҡыҙ ойошмаларының артыуы ла ошо шарттарҙа бара. Демократик реформалар "көсһөҙ" заттарҙы ла йәмәғәт эштәрендә әүҙемләшергә этәрә. 1905-1907 йылдарҙағы революция йоғонтоһонда хөкүмәт граждандарға төрлө йәмәғәт ойошмалары төҙөүгә рөхсәт бирә. XX быуаттың башында Башҡортостан тарихында тәүге ҡатын-ҡыҙ ойошмалары барлыҡҡа килә. Улар араһында мосолман берләшмәләре айырым урын алып тора. Тикшеренеүселәр мәғлүмәттәре буйынса, үткән быуаттың башынан 1917 йылға тиклем асылған ошондай ойошмаларҙың һаны 70-кә етә. 1907 йылдан Өфөлә эшләй башлаған "Мосолман ҡатын-ҡыҙ ойошмаһы" ("Мусульманское дамское общество") шуларҙың тәүгеһе була.
|
Уҡырға
16.03.15
|
|
|
ҠАТЫН КЕШЕ ҠАМЫР МЕНӘН ҠАРТАЯ, БАЛА МЕНӘН ҺАРҒАЯ
|
Беҙ бала саҡта ҡулдан икмәк төшмәҫ ине: уйнаһаҡ та, мәктәпкә барһаҡ та, дәрестән ҡайтһаҡ та...Уҡыуҙан ҡайтып, атай-әсәйгә йорт-хужалыҡ эштәрендә булышып ингәс, бигерәк тәмле була ине ул.
Ә хәҙерге балалар ҡулында икмәк һирәк күренеш. Собханалла: магазин кәштәләре тулып ята: ағы-ҡараһы, буханкаһы-ҡаласы... Әсәйем әйтмешләй, икмәктән айырмаһын Хоҙай! Замана балалары ҡулында - йә чипсы, йә "Сникерс". Шөкөр, ҡайыра тешләп, атай, әсәй икмәге ашап үҫкән быуын беҙ - ҡыуанып, ғорурланып ҡуям. Шуға ла һауһаҡ, эшсән, маҡсатлы булып үҫкәнбеҙҙер, тием. Үҙегеҙгә мәғлүм, уҡыусым, элгәре йорт һайын бер-ике бала ғына булманы. Ауыл магазиндарында икмәк тә тулып ятманы - дөрөҫөрәге, бөтөнләй булманы ул кибеттә.
|
Уҡырға
16.03.15
|
|
|
ҒАИЛӘ ҠОРОРҒА ЛА, БАЛАЛАР ҮҪТЕРЕРГӘ ЛӘ ӨЙРӘТӘБЕҘ
|
Гәзитебеҙҙе сығара башлағандың тәүге йылдарында уҡ редакцияға килеп, баҫмабыҙ тураһында матур фекерҙәрен еткереп, ҡайһы саҡта үҙе лә мәҡәләләрен, шиғырҙарын баҫтырып торған был апайҙы үҙенең тыуған районында, гәзит уҡыусылар менән сираттағы бер осрашыу мәлендә тап иттем.
Һөйләшеп киттек. Һүҙ араһында ул: "Мин гәзитте әлегә алдырмай торам, яңы йорт һалабыҙ. Байығас, алдыра башлармын, Алла бирһә", - тине аҡланғандай итеп. Мин ниҙер әйтеп өлгөргәнсе, эргәбеҙҙә баҫып тороусы Гөллирә исемле башҡорт теле уҡытыусыһы: "Ә һин алдыр "Киске Өфө"нө, шунда уҡ байып китерһең. Байығыу, уңышлы булыу рецебы тап ошо гәзиттә лә инде", - тип әйтеп һалмаһынмы! Был тапҡыр яуапҡа һоҡланып та, аптырап та, хуплап та өлгөрмәнем, ситтәрәк беҙҙең һөйләшеү темаһына ҡолаҡ һалып торған йәшерәк бер ҡатын эргәбеҙгә килеп тә баҫты һәм уйынлы-ысынлы итепмелер: "Ә мөхәббәт рецебы бармы һуң "Киске Өфө"лә? Кейәүгә сығырға ине бит әле, кейәүҙәр юҡ..." - тип хәбәр һалды. Уға ла яуап тапты Гөллирә, рәхмәт төшкөрө!
|
Уҡырға
16.03.15
|
|
|
АТТЫҢ ШӘБЕ – КЕШЕЛӘ, ҠАТЫН ШӘБЕ – КҮРШЕЛӘ
|
Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре халҡыбыҙҙың иҫ китмәле тел байлығы, сәсәнлеге тураһында ғына һөйләп ҡалмай, бәлки, уның зирәклеге, күҙәтеүсәнлеге, дөйөмләштереү һәләте - ҡыҫҡаһы, аҡыл эйәһе, психолог булыуын да дәлилләп тора. Әлеге мәҡәлдә булғандың ҡәҙерен һанламау, үҙ өлөшөнә төшкән көмөшөнә шөкөр итә белмәү, көнсөллөк кеүек сифаттарға ишара бар.
"Күршенең тауығы - ҡаҙҙай, бисәһе - ҡыҙҙай" тигән кеүек, "Аттың да шәбе - кешелә, ә ҡатындың шәбе - күршелә" булып сыға ундайҙарға. Донъя көтөүгә дәрте самалы, елкәһе йоҡа кеше, ғәҙәттә, ана шулай ситтәрҙең донъяһына йыш күҙ һалыусан, кеше уңышынан көнләшеүсән була. Кешенең малы, донъяһы, ә күршеһенең ҡатыны шәп, матур булып тойола көнсөлгә. Әгәр кеше холоҡ-ғәҙәте менән көнсөлдән бигерәк сәмсел булһа, быны ыңғай сифатҡа иҫәпләп тә булалыр, бәлки, сөнки сәмләнеү тойғоһо кешегә ярыш ҡомары - позитив уй-ниәт тә өҫтәмәй ҡалмай.
|
Уҡырға
16.03.15
|
|
|
ҺӘР ВАҠЫТ, ҺӘР ҠАЙҘА... ҺӘМ ҺӘР НӘМӘЛӘ ӨЛГӨРӨРГӘ!
|
Интернет селтәрендәге Bashkort 2.0 проекты Ер шарының төрлө төбәктәрендә йәшәгән, Башҡортостандан йә республиканан ситтәге аҫаба төбәктәрҙән сыҡҡан эшлекле һәм талантлы башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары тураһында һөйләй. Ошо проект аша уҡыусылар үҙенең тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылышы арҡаһында уңыш үрҙәренә өлгәшкән заман геройҙары менән таныша, ә ватандан ситтә йәшәүсе яҡташтар бер-береһе менән табыша.
Мөнир һәм Юнир Хәмзиндәр - игеҙәктәр. Һис һүҙһеҙ, тышҡы яҡтан улар бер-береһенә бик ныҡ оҡшаған. Ә бына күңел донъяларының төрлө булыуы бер аҙ аптырата һәм игеҙәктәр бер төрлө кейенә, бер төрлө уйлай, бер һуҡмаҡтан йөрөй, бер-береһенән айырылғыһыҙ, тигән ҡалыплашҡан ҡарашты емерә. Улар һәр береһе айырым шәхес булыуҙарын мәктәп йылдарында уҡ аңлай һәм һәр аҙымда быны раҫлай йөрөй. Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе Башҡорт республика гимназия-интернатында унынсы класта уҡыған саҡта, мәҫәлән, улар ятаҡтың төрлө бүлмәләрендә йәшәй. Һуңынан төрлө университеттарға уҡырға инәләр: Юнир Мәскәү дәүләт университетының химия факультетын тамамлай, Мөнир Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында инженер-технолог һөнәрен үҙләштерә. Социаль эксперимент рәүешендә, игеҙәктәрҙең һәр береһе менән айырым әңгәмә үткәрҙем. Түбәндә шул әңгәмәне тәҡдим итәм.
|
Уҡырға
10.03.15
|
|
|
ЮЛБАШСЫҺЫ ТИК ҺҮРӘТТӘ ҠАЛҒАН...
|
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил БИКБАЕВ күптән түгел Америкаға барып ҡайтты. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Яҙыусылар берлегендә ҡәләмдәштәренә һәм уҡыусыларына сәйәхәт тәьҫораттары тураһында һөйләне, Америкала яҙылған бер шәлкем шиғырҙарын уҡыны. Гәзит уҡыусы иғтибарына Рауил Төхвәт улы сығышынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
-Америкаға икенсе сәйәхәтем был. Тәүгеһенә 1997 йылдың апрель аҙағында Азия яҙыусыларының Вашингтонда үткән оло йыйынында ҡатнашҡан саҡта юлланғайным. Сараға 33 илдән 300-ләп яҙыусы саҡырылғайны. Улар араһында байтаҡ таныштарымды күреп ҡыуанғайным. Азия яҙыусылары йыйынында беҙ ижад, фекер мөхитендә йәшәнек. Ул саҡтағы юлъяҙмаларым "Вашингтонда ла булдыҡ беҙ, Мәскәүҙе лә күрҙек беҙ" тигән исем аҫтында "Ағиҙел"дә баҫылып сыҡты, аҙаҡ китаптарыма ла инде.
|
Уҡырға
10.03.15
|
|
|
НАМЫҪЫМДЫ ДАНҒА АЛЫШТЫРМАМ ЙӘКИ ДЕПУТАТ КҮҢЕЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ
|
Бөгөн тормошобоҙҙа ысын ир-егеттәрҙең аҙ булыуына, ир-аттың ваҡланыуына зарланыуҙар йыш ишетелә. Ҡайһы берҙә хатта "Каруанһарай" фольклор-эстрада төркөмө егеттәре оранына ҡушылып: "Ҡайҙа һеҙ, башҡорт егеттәре?" - тип саң ҡаҡҡы, Диоген көпә-көндөҙ шәм яҡтыртып Кеше эҙләгән кеүек, бына ул, башҡортомдоң аҫыл ирҙәренең береһе, тип күрһәтерҙәй шәхесте эҙләп тапҡы килә. Баҡтиһәң, ил-йортобоҙҙа ундай азаматтар бар һәм берәү-икәү генә түгел, тик уларҙы күрә белергә, әңгәмәгә йәлеп итергә генә кәрәк икән. Шулай итеп, бөгөн запастағы полковник, "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены кавалеры, өс бала атаһы,юридик фәндәр кандидаты РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Юнир улы ФӘХРЕТДИНОВтың күңел серҙәрен асасаҡбыҙ.
|
Уҡырға
10.03.15
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
Балыҡсылар башҡорт ихтилалдарында
Балыҡсыларҙың артабанғы тарихы урыҫ сығанаҡтарында яҡшы сағылдырылған. Балыҡсы улысы Башҡортостандың Себер даруғаһына ҡарай. 1725-1726 йылдарҙа Көнгөр бургомистры Юхнев был улыста 120 ихатала "һуғыша алған" 360 ир-егет булыуын билдәләй. Биш кешегә бер яугир тигән стандарт нисбәттән сығып һанағанда, был ерҙә 1800-2000 кеше йәшәгән булһа кәрәк.
|
Уҡырға
10.03.15
|
|
|
УҠЫТЫУСЫ ҺӨНӘРЕ АБРУЙЛЫ БУЛЫП ҠАЛА ӘЛЕ
|
Бөгөн беҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүсе, аң-белем өләшеүсе уҡытыусыларға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә? Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән "Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2015" XVIII ҡала конкурсы һәм "Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015" XI конкурстарын йомғаҡлау тантанаһында булған һәр кем был һорауға яуап тапҡандыр, моғайын.
Заманса технологиялар, техника үҫешкән заманда уҡытыусылар алдына ҡуйылған талаптар ысынлап та арта бара. Бәләкәйҙән компьютерҙы яҡшы белеп үҫкән балаларға китап, ҡағыҙға төшөрөлгән һүрәт күрһәтеп, таҡтаға аҡбур менән яҙып ҡына дәрес биреп ҡыҙыҡһындырыу мөмкин түгел. Кемдер быны уҡытыусы эшенә өҫтәмә ауырлыҡтар килтерә, тип һанай, әммә ысын мәғәнәһендә уҡытыусылыҡ эшенә мөкиббән китеп эшләүселәргә ошо талаптар яңы мөмкинлектәргә ишек аса ла инде. Әлеге конкурстарҙа ҡатнашыусы педагогтар әйтеүенсә, компьютер һәм интернет селтәре ярҙамында уҡыусыларға сифатлы белем биреү, дәрес темаһы менән ҡыҙыҡһындырыу күпкә еңелләшә. Быйылғы конкурста һәр уҡытыусы үҙенең эш тәжрибәһендә ҡулланылған инновацион проекттары менән уртаҡлашты, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
|
Уҡырға
10.03.15
|
|
|
"ӘСӘ" ФИЛЬМЫ ТАМАШАСЫЛАРЫН КӨТӘ
|
Башҡортостан юлдаш телеканалында, шулай уҡ интернет киңлектәрендә трейлеры барған "Әсә" фильмын күптәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көтәлер, моғайын. Режиссер Айнур Асҡаров был фильмды драматург Шәүрә Шәкүрованың "Саҡ менән Суҡ" эпосы мотивтарына таянып яҙған сценарийы буйынса төшөргән һәм ул, ниһайәт, 26 февралдән тамашасы хөкөмөнә сығасаҡ. Ижади төркөм был турала журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе.
Фильм Президент грантына төшөрөлгән. Төп ролдәрҙе Йылайыр районынан Айгиз менән Нургиз Таҡаловтар, актер һәм режиссер Азат Йыһаншин, Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Юлиә Ғәләүетдинова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Ғәлиә Вәхитова башҡара. Оператор - Санкт-Петербургтан Анна Рожецкая, ә фильмға музыканы композитор Камил Абдуллин яҙған. Әйткәндәй, музыкаль фрагменттарҙы "Лендокфильм" студияһында яҙҙырғандар, уларҙы Санкт-Петербург дәүләт филармонияһының симфоник академик оркестры башҡара. Музыкаға милли колорит өҫтәү өсөн оркестрға ҡыл-ҡумыҙ тауышы ла индерелгән.
|
Уҡырға
02.03.15
|
|
|
УТЛЫ ЙЫЛДАР ШАҺИТЫ - ХАТТАР ЭҘЕНӘН
|
Әбйәлил районының Байым ауылында Исламовтарҙың хәҙер 16-сы быуыны ошо ергә тоғролоҡ һаҡлай. Йыуашбайҙар (туңауыҙҙар) араһынан сыҡҡан Фәхрислам Ғилмитдин улынан (1825-1897йй.) "Исламов" тигән фамилия вариҫтарына күсә килә. Фәхрисламдың өс улы - Хәйретдин, Шәрәфетдин һәм Әһелетдин дә ошо фамилияға тап төшөрмәй. Ҡыҙғанысҡа күрә, Хәйретдиндең бер бөртөк кенә улы Ҡасимдың граждандар һуғышында йәшләй генә һәләк булыуы уның быуын сылбырын өҙә. Ә ҡустылары - Шәрәфетдиндән - Низам, Ғилмитдин, Кираметдин һәм Абдулла, Әһелетдиндән Нуритдин һәм Лоҡман атлы малайҙар донъяға килә.
|
Уҡырға
02.03.15
|
|
|
СИТТӘ ЧЕМПИОНЛЫҠ ЯУЛАҺАҢ ДА ТЫУҒАН ЕРҘӘ ҮҘЕҢ БУЛЫП ЙӘШӘ
|
Уңышлы кеше булыу өсөн сит илгә юлланыу мотлаҡмы? Әллә үҙ илеңдә өлөшөңә төшкән "көмөшөңә" шөкөр итә белһәң, яҡшыраҡмы? Уңышлы булыу өсөн үҙ алдыңа ниндәй маҡсат ҡуйырға? Ул маҡсатты тиҙерәк, еңелерәк атҡарыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк? Ошо һәм башҡа һорауҙар һеҙҙе лә борсоһа, бөгөнгө ҡунағыбыҙ - донъяның иң көслө 10 боксеры исемлегенә ингән, кикбоксинг буйынса - донъя, бокс буйынса Нью-Йорк чемпионы, Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын, WBO NABO вакант титулын яулаусы милләттәшебеҙ, тыумышы менән Силәбе өлкәһе Арғаяш районы егете Хәбир СӨЛӘЙМӘНОВТЫҢ һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Иҫегеҙҙәлер, юғары уҡыу йортон тамамлағас, игеҙәктәр Сабир менән Хәбир Сөләймәновтар Америкаға юллана һәм унда ныҡлап кикбоксинг, бокс менән шөғөлләнә башлай. Әйткәндәй, Америкаға барырғамы, юҡмы, тип икеләнгән саҡтарында Сөләймәновтар яҙмыштарын тәңкә ырғытыу менән һынап ҡарай. Тәңкә "барырға" тигән яғы менән ятҡас, игеҙәктәр тәүәккәлләргә була. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң Сабир ата-әсәһенә ярҙам итеү өсөн Силәбегә ҡайта. Хәбир - Лос-Анджелес ҡалаһында ҡала һәм бар көсөн профессиональ бокс менән шөғөлләнеүгә йүнәлтә. АҠШ-та ун йыл йәшәгәндән һуң Хәбир әле Рәсәйгә ялға ҡайтты.
|
Уҡырға
02.03.15
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
Ирәкте шәжәрәһендә балыҡсылар
Раил Кузеевтың "балыҡсы" этимологияһын "ҡалала (йә ҡала ситендә) йәшәгән кеше" тип аңлатыу гипотезаһының да хаҡ тип иҫәпләнеүгә хоҡуғы барлығын танып, шул уҡ ваҡытта уның етешһеҙлектәре лә бар икәнен әйтеп китке килә. Беренсенән, ҡалала йәшәгән кешене "балыҡсы" термины менән атау төрки халыҡтарҙа һүҙҙәрҙең аффиксация юлы менән төҙөлөү талаптарына яуап биреп етмәй. Этимологияның үрҙәгесә әйтелешенә шөғөл, һөнәр, йәғни балыҡ тотоусы мәғәнәһе нығыраҡ тура килә. Шул уҡ орхон ҡомартҡыларында ҡалала йәшәгән кешеләрҙе әйтеү өсөн "balyqdaqy" тигән икенсе термин ҡулланылған. Икенсенән, башҡорттарҙың балыҡсылар ырыуы вәкилдәре менән ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың, тываларҙың балыҡсылары араһында генетик бәйләнеш булыуы раҫланмаған. Уларҙың һәр береһенән айырым төркөмдәр булып барлыҡҡа килеүе лә мөмкин. Шуға күрә лә балыҡсы ырыуы тураһында әйткәндә, ирәкте ырыуы башҡорттары шәжәрәһендә сағылған һәм Ғәли Соҡорой менән уның улы Ғарифулла Кейеков хеҙмәттәрендә урын тапҡан фаразға өҫтөнлөк бирәбеҙ.
|
Уҡырға
02.03.15
|
|
|
ӨЛКӘН ИРҘӘР “ҠОРОРАҠ”, Ә ЙӘШТӘР ХИСЛЕРӘК...
|
Бөгөнгө заман ир-егеттәренә ниндәйерәк баһа бирәһегеҙ?
Сания СӨЛӘЙМӘНОВА, 65 йәш, Учалы ҡалаһы: Барыһын да бер ҡалыпҡа һалып фекер йөрөтөү дөрөҫ булмаҫ, шулай ҙа дөйөм һыҙаттарҙы билдәләп үтергә мөмкин. Минең йәшлек йылдарым комсомолдың ҡайнап торған, партияның әүҙем эшләгән, колхоз-совхоздарҙың сәскә атҡан сағына тура килде. Коллективлыҡ тойғоһо көслө булған быуын партия билдәләгән бурыстарҙы, алдына ҡуйылған "биш йыллыҡ"тар планын үтәү маҡсатында ал-ял белмәй эшләне. Ә хеҙмәткә хөрмәт булған ерҙә кешенең шәхси сифаттары ла яҡшыраҡ була. Шуға күрә лә минең йәштәгеләрҙең күбеһенә ялҡаулыҡ, яуапһыҙлыҡ, битарафлыҡ кеүек сифаттар хас түгел. Ә йәшерәк быуын был йәһәттән "аҡһай". Бигерәк тә ир-егеттәр ваҡланды. Мин бында кәүҙә бейеклеген түгел, ә күңел байлығын күҙ уңында тотам. Ғаиләгә ҡарата мөнәсәбәттәрҙә лә айырмалыҡтар күп.
|
Уҡырға
02.03.15
|
|
|
ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК ӨФӨ УРАМДАРЫ БУЙЛАП ҮТӘСӘК
|
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығында федераль кимәлдәге "Быуындар йөрәгендә - хәтер һәм ғорурлыҡ" проектының Башҡортостан берлеге етәкселәре - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Эльвира Айытҡолова, Александр Дёгтев, "Үлемһеҙ полк" бөтә Рәсәй штабының Өфө ҡалаһындағы координаторы Вадим Курилов, Эҙләү отрядтары төбәк фонды рәйесе Илдар Бикбаев, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы вәкилдәре республика журналистары менән осрашты. Кәңәшмә йәш быуынды Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алыу сараларына йәлеп итеүгә арналды.
|
Уҡырға
02.03.15
|
|
|
БАЛАЛАРЫБЫҘ ТАПҠЫРЛЫҠТА КӨС ҺЫНАША
|
Башҡортостан Республикаһының "Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт асыҡ КВН лигаһы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән "Башҡорт Юниор КВН лигаһы"ның беренсе ярымфинал уйыны үтте. Баш ҡала уҡыу йорттарынан, республиканың төрлө райондарынан йәмғеһе ете команда үҙ-ара көс һынашты.
Бер нисә йыл рәттән үткәрелә килгән саралар тора-бара ғәҙәткә әйләнеп, матур бер байрамға әүерелеп китә. Көтөп алынған саралар араһында "Башҡорт Юниор КВН лигаһы" уйыны ла ныҡлы урын алды. Мәктәп уҡыусылары был уйындарға бар тырышлығын һалып, ихлас әҙерләнә. Быйыл лиганың тәүге ярымфинал уйынында ҡатнашыусы командаларҙың сығышын күргәндән һуң, юмор ҙа етди ҡараш талап итә икән, тигән фекер тыуҙы. Ул етдилек эшеңде еренә еткереп эшләү, көләмәсте һөйләгәндә үҙеңдең ҡиәфәтеңә, интонацияңа иғтибарлы булыу, урынлы ғына шаярта белеүҙә сағыла. Әйтергә кәрәк, командалар был ҡағиҙәне күҙ уңында тотҡан, баш ҡала тамашасыһы алдында беренсе тапҡыр сығыш яһаусы ҡатнашыусылар ҙа яҡшы әҙерләнгән. Улар араһында ҡаушап йә ярты юлда һүҙҙәрен онотоп, тотлоғоп ҡалыусылар булманы. Хатта микрофондары эшләмәй киткәндә лә ҡысҡырып һөйләп, залды геү килтереп көлдөрөп алдылар. Әйтергә кәрәк, йыл да ҡабатланған был күренеш командаларҙың ныҡлығын, отҡорлоғон, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда нимә эшләүҙәрен һынау өсөн ойоштороусылар тарафынан махсус уйлап табылған алым кеүек тойола башланы.
|
Уҡырға
02.03.15
|
|
|
УТЛЫ ЙЫЛДАР ШАҺИТЫ - ХАТТАР ЭҘЕНӘН
|
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 70 йыл тулып килә. Илебеҙ Еңеү байрамын тантаналы, киң масштаблы итеп билдәләргә әҙерләнә. Йыл башынан оло юбилейға арнап, бихисап саралар, конкурстар ойошторола. Һуғыш, тыл ветерандары тураһында телевидение, ваҡытлы матбуғат әүҙем мәғлүмәт бирә. Ошо тарихи ваҡиғанан бер кем дә ситтә ҡалғыһы килмәй. Был афәттән һуң 12 йыл үткәс донъяға килгән быуын кешеһе булараҡ, 1941-1945 йылғы ҡан ҡойошто китаптан уҡып, киноларҙан ҡарап ҡына күҙ алдына килтерәм. Хәтирәләрем дә, беҙҙең атай-әсәйҙәр быуынына хас булғанса, аслыҡ, яланғаслыҡ, "ҡара ҡағыҙ" алыу, етемлек кеүек ғүмерҙәренең фажиғәле осорҙарына әйләнеп ҡайтмай. Һуғыш дәүере балалары менән сағыштырғанда, замандаштарымдың йоҡолары ла тыныс. Улар атайлы үҫеүҙәре менән бәхетле. Шуға күрә, 30-40-сы йылғылар кеүек йөрәктәренең иң түрендә йөрөткән, бер ваҡытта ла ауыҙ асып "Атай" тип әйтмәгән һүҙҙәрен төштәрендә генә ҡысҡырып, баҫлығып та уянмай улар. Һуғыш эҙемтәләре һаман булһа ла тыныс йәшәргә бирмәй оло быуын вәкилдәренә.
|
Уҡырға
02.03.15
|
|
|
БАШҠОРТ МОҢОН МӘСКӘҮҘӘ ЯҢҒЫРАТА УЛАР
|
Интернет селтәрендәге Bashkort 2.0 проекты Ер шарының төрлө төбәктәрендә йәшәгән, Башҡортостандан йә республиканан ситтәге аҫаба төбәктәрҙән сыҡҡан эшлекле һәм талантлы башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары тураһында һөйләй. Ошо проект аша уҡыусылар үҙенең тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылышы арҡаһында уңыш үрҙәренә өлгәшкән заман геройҙары менән таныша, ә ватандан ситтә йәшәүсе яҡташтар бер-береһе менән табыша.
Бөгөн уҡыусыларҙы Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе профессиональ музыкант Радмир Муфтахин менән таныштырабыҙ. Радмир Маймонида исемендәге Дәүләт классик академияһында уҡыған сағында уҡ халыҡ-ара бәйге һәм фестивалдәрҙә башҡорт халыҡ көйҙәрен акустик гитарала уйнап, призлы урындар яулай. "Халыҡ көйҙәрен беҙ үҙебеҙ беләбеҙ, яратабыҙ, ләкин уны бит башҡаларға ла ишеттерергә кәрәк. Профессиональ белемем акустик гитара менән бәйле булғас, тап ошо уйын ҡоралында Мәскәү һәм сит ил тамашасыһына милли моңобоҙҙо ишеттерәм. Был үҙ һөҙөмтәләрен бирә - бәйгеләрҙә еңеүем шуны дәлилләй", - ти Радмир үҙе. Ә күптән түгел Мәскәүҙә уның етәкселегендә "Заман" исемле этно-проект барлыҡҡа килде. Радмирҙың этно-ансамбль тураһында хыялланып йөрөгәненә шаһитмын. Илебеҙҙең баш ҡалаһында юғары музыкаль белем алған яҡташтарыбыҙҙы туплау - ҙур эш. Бына шул "Заман" ансамбле былтыр ноябрь аҙағында Ҡаҙанда уҙған төрки йәштәренең "Тюрквижн-2014" Халыҡ-ара музыкаль конкурсында Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһаны ла инде. Һәм егерме бер ил вәкилдәре араһында өсөнсө урын яуланы! Рухлы, маҡсатлы йәш милләттәшебеҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
02.03.15
|
|
|
СПОРТТА ЛА ДУҪЛЫҠ БАР ҺӘМ УЛ "ЕҢӘМ" ТИГӘН СӘМДӘН КӨСЛӨРӘК
|
Ҡатнаш ҡағиҙәле ярыш төрҙәре ("бои по смешанным правилам") тип атап йөрөтөлгән көрәш сәнғәте тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Күптәр был спорт төрөн "ҡағиҙәһеҙ ярыш" тип тә белә. Ләкин был ярыш әллә күпме һуғыш төрҙәре ҡағиҙәләрен, техникаһын, мәктәбен үҙ эсенә ала, шуға күрә уны "ҡағиҙәһеҙ ярыш" тип атау дөрөҫлөккә тап килмәй, ти белгестәр. Боронғо гректарҙың Олимпия уйындарындағы панкратион көрәшенән үк башланғыс алған һәм уҙған быуаттың 90-сы йылдарында АҠШ-та Лас-Вегас ҡалаһында казино бизнесы ярҙамында тергеҙелгән ҡатнаш ҡағиҙәле һуғыш төрө һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла киң таралыу яулай. Күп тапҡырҙар донъя чемпионы исемен яулаған Федор Емельяненко ла, милләттәшебеҙ, шулай уҡ күп һуғыш төрҙәренән донъя чемпионы Венер Ғәлиев та ошо спорт төрө менән шөғөлләнә икәнен дә беләһегеҙҙер. Бөгөн редакциябыҙға легендар Венер Ғәлиевтың уҡыусыһын - панкратион буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары призеры, Волга буйы федераль округы чемпионы, ушу-саньда буйынса республика чемпионы Заһир ТҮЛӘБАЕВты саҡырҙыҡ. Әңгәмә барышында геройыбыҙ "Нисек спортсы булырға?" тигән һорауға үҙ яуабын бирер, еңеү төшөнсәһенә лә үҙенсәлекле ҡарашын ишеттерер, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу юлдары тураһында фекерҙәре менән дә уртаҡлашыр.
|
Уҡырға
02.03.15
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
Гәрәйҙәр йәшәгән ерҙәр
Гәрәй ырыуына ҡараған башҡорттар тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында ҙур территорияларҙа көн күрә. Улар тарафынан нигеҙ һалынған ауылдарҙың күп өлөшө бөгөнгө көндә Татарстандың Аҡтаныш районында урынлашҡан. Башҡортостандың Краснокама районы башҡорттарының да төп өлөшө гәрәйҙәр. Шулай уҡ был ырыу вәкилдәре Илеш, Ҡалтасы райондарында йәшәй. Яңауыл һәм Тәтешле райондарындағы 20 ауылдың тамырҙары ошо ырыуға барып тоташа. Гәрәйҙәрҙең аҫаба ерҙәре тарихи Башҡортостандың төрлө тәбиғи-хужалыҡ төбәктәрен биләй. Ил-гәрәйҙәр Ағиҙел йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында, урман-гәрәйҙәр Бөрө өйәҙенең төньяғындағы ылыҫлы урмандарында көн күрә. Ил-гәрәйҙәр үҙ сиратында түбәләргә, араларға бүленә. Уларҙың Бәләбәй, һуңынан Бөрө өйәҙенә ҡараған Йәнъегет, Бөртөк, Минзәлә өйәҙенә ҡараған Әзәкүл һәм Таҡталысыҡ түбәләре була. Һуңғы икеһе бөгөнгө көндә Татарстан Республикаһында тороп ҡалған.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк архивында һәм Рәсәй дәүләт архивының боронғо акттар бүлегендә ошо ырыуҙың аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаған документтар һаҡлана. Мәҫәлән, 1674 йылда Әзәкүл түбәһе башҡорто Уразай Тоҡаев (Аҡтаныш районының Уразай ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе) Һөтлө күленә хужа булырға хоҡуҡ ала. Ғөмүмән, ошо осорҙа "оберегательный" грамоталар күп башҡорттарға бирелә. Башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә күпләп татарҙарҙың, урыҫтарҙың, мариҙарҙың, удмурттарҙың күсенеп ултырыуы быға сәбәпсе була.
|
Уҡырға
02.03.15
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|