Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
УРАМДА БУРАН БУЛҺА ЛА ӨЙҘӘРҘӘ БУРАН УЙНАМАҺЫН
|
Һауа торошо - урамға ниндәй кейемдә сығыуҙы ғына түгел, ә күпкә мөһимерәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур роль уйнай. Кешелек өсөн әһәмиәтле тармаҡтарҙың уңышлы эшмәкәрлеге нәҡ һауа торошона бәйле. Беҙ йәшәйешебеҙҙе тәбиғәттең ошо факторына яраҡлаштырып ҡорабыҙ, пландар төҙөйбөҙ һәм уның иртәгә, киләһе айҙа йәки йылда ниндәй "бүләк"тәр әҙерләүен алдан белеү өсөн төрлө ысулдар ҡулланабыҙ. Бының өсөн телевизорҙан әйтелгән йәки интернет селтәрендә урынлаштырылған мәғлүмәтте файҙаланыуҙан тыш, халыҡ "метеоролог"тары - фенологтарҙың да прогнозын күҙ уңында тотабыҙ. Кәзә (ҡуй) йылы беҙгә ниндәй һауа торошо әҙерләгән? Ҡыш ниндәй булыр, яҙ нисек килер? Ошо хаҡта белер өсөн Бөрйән районы Ҡотан ауылында йәшәүсе Әлмира ХӨСНӨТДИНОВАға мөрәжәғәт иттек.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
НИМӘ АШАҒАНЫҢДЫ ӘЙТҺӘҢ МИН ҺИНЕҢ КЕМЛЕГЕҢДЕ ӘЙТӘМ!
|
Һуңғы ваҡытта был өлкә белгестәренең һаны кәмеүе, был һөнәргә артыҡ ҙур ихтыяж юҡ, тигән фекергә этәрә, әммә әле һүҙ алып барасаҡ өлкә лә үҙенсәлекле һәм ул да белгестәргә мохтаж. Сөнки гастроэнтерология ашҡаҙан-эсәк трактын, йәғни ҡыҙыл үңәстән алып йыуан эсәккә тиклем арауыҡтағы ауырыуҙарҙы тулыһынса өйрәнә. Гепатология (бауырҙы, үт ҡыуығын, үт ҡыуығы юлдары) һәм проктология (эсәктәрҙе өйрәнә) ла уның бүлектәре булып һанала.
Баҡтиһәң, дөрөҫ туҡлана белмәүебеҙ арҡаһында барыбыҙ ҙа тиерлек ошо өлкә табиптарының пациенттары булып торабыҙ икән. Аҡ халатлылар шул хаҡта күпме генә тылҡымаһын, кеше үҙе сәләмәтлегенә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртмәй тороп, табиптар бер нәмә лә эшләй алмай. Был, әлбиттә, тәү сиратта туҡланыуға ҡағыла һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультеты деканы урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Гөлнур ӘХМӘҘУЛЛИНА ла пациенттары менән һөйләшеүҙе генә түгел, әңгәмәне лә ошо теманан башланы.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
"Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сыға башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей), унлар ырыуҙарына ҡараған дүрт томы сыҡты ла инде, яҡын арала ҡаңлы ырыуына арналған томдың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллектывының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
ТӘНӘЙҘӘРГӘ ТӘҒӘЙЕН ТӘРБИӘ
|
Егерме өсөнсө һабаҡ: "Тәрбиәлә туған телдең әһәмиәте"
"Балаларым бәләкәй әле. Башҡортса ғына аралашабыҙ. Әммә күршебеҙ, үҙе башҡорт теле уҡытыусыһы, балаларыңды наҙан ҡалдыраһың бит, Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра алмаясаҡтар, ти. Үҙе балалары менән рус телендә генә аралаша. Ирем икеләнеп ҡалды. Мәрйәм апайҙан һора әле, ул нисек итеп балаларын ике телдә лә һөйләшергә өйрәтте икән?" - тигән һорау менән мөрәжәғәт итте йәш әсә. Был һорау күптәрҙе борсой, шуның өсөн гәзит аша яуап бирергә уйланым.
Бала бәләкәй сағында, әлбиттә, бер ни ҙә аңламай. Әгәр үҙе аңлаһа, туған теленә тартылып торор ине. Сөнки әсә ҡарынында уҡ сабыйҙың булмышы нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән ҡан (ген) аша ҡалыплаша башлай һәм кеше ғүмере буйы фиғеле-күңеле менән үҙ булмышына тартыла.
Туған тел нигеҙендә алып барылған тәрбиә нимә бирә һәм беҙ балабыҙҙы ошо иң ҡиммәтле хазинанан мәхрүм итеп, нимә юғалтабыҙ? Был һорауға яуап биреү өсөн, туған телдең төп тәғәйенләнешенә аҙ ғына туҡтап китергә кәрәктер.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
БАШҠОРТ ТЕЛЕН СИТТӘР ӨЙРӘТӘ ҺӘМ ӨЙРӘНӘ
|
БСТ телеканалында "Башҡорт телен өйрәнәм" тигән эксперименталь проект тамамланды. Ул октябрҙән декабргә тиклем реалити-шоу форматында үтте.
Проектта ҡатнашыусылар - Өфө ҡалаһынан стоматолог Тимур, Нефтекаманан йәш эшҡыуар, әзербайжан Аладдин, БДУ аспиранты Ирина, йәш журналист Софья, ӨДАТУ аспиранты, музыкант, Мадагаскарҙа тыуған Селестин Жульен башҡорт телен өйрәнде.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
ЕГЕТ КЕШЕНЕҢ ЕТЕ ҺӨНӘРЕ ЙӘКИ ИЛЬЯСТЫҢ ЕҢЕҮСЕ БУЛҒАНЫ
|
"Сулпылар" Республика телевизион конкурсын зәңгәр экрандарҙан күҙәтеп барыусыларға Ильяс Ҡотоев яҡшы таныш. Башҡорт халыҡ йыры "Урал"ды башҡарып, моңло тауышы менән тәүге турҙа уҡ баһалама ағзаларын хайран иткән Ильястың "Ҡара юрға", "Башҡортостан", "Еҙ ҡыңғырау моңдары" йырҙары ла киң билдәлелек алды. Шуға ла 2014 йылдағы "Сулпылар"ҙың еңеүсеһе исеменә тап уның лайыҡ булыуы бер кем өсөн дә көтөлмәгән хәл булманы.
Таланттар төйәгендә, Баймаҡ районы Буранбай ауылында йәшәгән Ильяс Ҡотоев һәр яҡлап уңған егет булып сыҡты. Райондың балалар ижад үҙәгенең Буранбай мәктәбендә эшләп килгән "Йыраусы" вокал студияһы етәксеһе Фәррәх Аралбаев әйтеүенсә, ул йырлай ҙа, "Еҙ үксә" өлгөлө балалар бейеү ансамблендә бейей ҙә, ҡурайсылар студияһында ҡурайҙа уйнарға ла өйрәнә. Спорт менән дә дуҫ, бигерәк тә өҫтәл теннисы менән ныҡлап шөғөлләнә. Тап ошо уңыштары өсөн бирелгән путевка менән йәйге каникулда Ҡырымға барып ял итеп ҡайтҡан. "Беҙҙә йырлай белмәгән кеше юҡ бит ул, Буранбай сәсәндең тыуған ауылында хәҙерге көндә уның нәҫелен дауам итеүсе ейәндәре йәшәй. Улар тәбиғи һәләттәре менән мәшһүр сәсәндән бер ҙә ҡалышмай. Ильяс та боронғо йырҙарҙы оҫта башҡара", - ти йәш йырсының тауышын үҫтереүгә ҙур өлөш һалған педагог. Ҡыҫҡаһы, етмеш үк булмаһа ла, Ильястың һөнәрҙәре хәҙер байтаҡ ҡына. Әммә үҙе был турала артыҡ һөйләп, маҡтанып тороуҙы кәрәк, тип тапманы, ахыры. Егет һүҙе бер була, ти халыҡ, "Ҙур үҫкәс, йырсы булам", - тип өҙөп кенә әйткәс, киләсәктә халҡыбыҙҙың моңло йырҙарын данлаясаҡ тағы бер йырсыбыҙ үҫеп килеүенә беҙ ҙә шатландыҡ.
|
Уҡырға
19.01.15
|
|
|
КҮК КӘЗӘ ЙЫЛЫ АУЫРЛЫҠТАРҘЫ ЕҢЕҮ ЙЫЛЫ ТИП НАРЫҠЛАНА
|
Астрологтар киләһе йылды Күк (Йәшел) Кәзә йылы тип билдәләй. Был йыл ауырлыҡтарҙы еңеү йылы булыр, ахыры. Кире йоғонто яһаусы Марс ҡатмарлы геополитик ситуация тыуҙырасаҡ, бының менән һәр алдынғы дәүләт осрашасаҡ. Ҡытай календары буйынса, Кәзә аҡыл, ихтыяр көсө символы. Шул уҡ ваҡытта ул мәкерле хайуан да.
Үҫеш йәһәтенән, йыл асыштарға, яңы һәләтле шәхестәрҙең күбәйеүенә бай буласаҡ. Сәнәғәт үҫешәсәк, шулай уҡ ғилми өлкәлә алға китеш булыр. Сәйәсәттә лә мөнәсәбәттәр киҫкенләшеүе бар. Күптәрҙә көнкүреш ҡыйынлыҡтары өҫкә ҡалҡып сығыр. Һәр кем матди хәлен яҡшыртырға тырышһа ла, ҡапыл ғына яҡшы тормош килмәҫ. Аҡсаны банктарҙа һаҡлау шулай уҡ хәүефле. Йылдың хужаһы уңлы-һуллы аҡса туҙҙырыусыларҙы ла яратмай.
Астрологтар раҫлауынса, был йылда хыял диңгеҙендә йөҙөүгә ҡарағанда, алдыңа дөрөҫ маҡсаттар ҡуйып йәшәү күпкә уңышлыраҡ буласаҡ. Кемдәндер ярҙам көтөүселәрҙең өмөтө аҡланмаҫ, ахыры. Барыһы ла үҙегеҙҙең көсөгөҙҙән, тырышлығығыҙҙан торған эштәр еңелерәк башҡарыласаҡ. Был йыл белем алыу, квалификацияны камиллаштырыу, уйҙағы пландарҙы тормошҡа ашырыу мәле. 2015 йылда аҡыл талап ителгән һөнәр эйәләренең - аналитик, сәйәсмән, уҡытыусыларҙың эше алға китәсәк. Ижади һөнәр эйәләре лә бөтөн уйҙарын тормошҡа ашыра алыр. Йылҡы йылы менән сағыштырғанда, Кәзә йылы тынысыраҡ үтер. Кәзә шәп, йылғыр хайуан, шуға ла был йылда тиҙлек мөһим.
|
Уҡырға
12.01.15
|
|
|
АТАЙ МЕНӘН ӘСӘЙҘӘН ТОРА БАЛАЛАРҘЫҢ ТӘРТИБЕ ЛӘ, РУХ НЫҠЛЫҒЫ ЛА
|
Ғаилә - үҙенә генә хас ғәҙәттәре, һәр ғаилә ағзаһына аңлайышлы һәм йөрәгенә яҡын йолалары, билдәле бер тәртипкә һалынған көнитмеше булған бер бөтөн һәм теүәл ғаләм. Бәхетле ғаиләләрҙә көндәшлеккә һәм көнсөллөккә, хыянатҡа һәм хаслыҡҡа урын юҡ. Ундай мөхәббәт утрауында бер кем дә үҙен артыҡ итеп түгел, ә кәрәкле һәм мөһим итеп тоя, бер-береһенә терәк-таяныс һәм кәңәштәш була. Бөгөнгө осрашыуға тап ошондай бәхетле иштәрҙең береһе, Өфө ҡалаһының 13-сө башҡорт балалар баҡсаһы-башланғыс мәктәбе тәрбиәсеһе Зәлифә һәм Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Азамат ВӘЛИЕВтарҙы саҡырып, ғаилә мөнәсәбәттәре хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Танышыуығыҙ нисек булды? Һеҙҙе бер-берегеҙҙәге ниндәй сифаттар ылыҡтырҙы? Ғаилә ҡороу ниәтен күңелегеҙҙә оҙаҡ әҙерләнегеҙме?
Азамат: Зәлифә менән танышыуыбыҙ ябай ҙа, бер үк ваҡытта ҡыҙыҡ та килеп сыҡты. Яҙмышымды хәл иткән осрашыуға яҡын кешеләрем өлөш индерҙе. Улар биргән телефон номерына шылтыратып, Зәлифәне Салауат Юлаев һәйкәле янына осрашыуға саҡырҙым. Тәүге осрашыуға хас була торған тулҡынланыу һөйләшелгән сәғәткә Зәлифә килмәгәс, тағы ла арта төштө. Батырыбыҙ һәйкәле янында бер аҙ танау өшөткәндән һуң, бар ҡыйыулығымды йыйып, уға тағы ла берҙе шылтыраттым.
Зәлифә: Ә мин был ваҡытта Азаматты Телеүҙәк ҡаршыһындағы ЗАГС янында көтөп тора инем. Өфөгә күптән түгел генә килгәс, Салауат Юлаев һәйкәленә барғаным юҡ ине әле. Осрашыуға килгән мәлдә ҡараңғы төшөп, күҙ бәйләнгән мәл ине һәм миңә һәйкәл торған майҙан нисектер шомло күренде. Шуға күрә осрашыу урынын ЗАГС эргәһенә күсерҙем дә ҡуйҙым.
|
Уҡырға
12.01.15
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
"Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сыға башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей) ырыуҙарына ҡараған өс томы сыҡты ла инде, яҡын арала унлар һәм ҡаңлы ырыуҙарына арналған томдарҙың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллектывының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
|
Уҡырға
12.01.15
|
|
|
АҪАЛЫ БАЛАҪ ҺУҒАЙЫҠ!
|
Миәкә районында үткән "Аҡмулла нәсихәттәре" республика фольклор байрамы барышында район мәҙәниәт йорто фойеһында оҫтабикәләр араһында "Күҙ теймәһен ҡулыңа!", ә маһир ир-егеттәрҙең "Беләгеңә көс-ҡеүәт!" тип аталған күргәҙмәләрендә барыһы 30 кеше ҡатнашты. Башҡорт халҡының ижади маһирлығын ауылдарҙа, оло йәштәге инәйҙәр менән аралашҡанда күреп булыуына тағы бер ҡат инандырҙы был сара.
Бөгөн баҙарҙа йәнең теләгән нәмәне зауығыңа ҡарап һайлап алырға мөмкин булған заманда күптәр ыҙалап, күҙ нурын ҡалдырып, ҡул эштәре менән булышып ултырырға теләмәй. Йәштәр үҙҙәре тегеп, бәйләп, сигеп ултырғансы, бөтә кәрәкле әйберҙе һатып алыуҙы хуп күрә. Ә бына оло быуын кешеләре ғүмер буйына яратып тотҡан шөғөлдәрен ташларға ашыҡмай. Шундай оҫтабикәләрҙең береһе, Миәкә районы Ҡолтайҡаран ауылынан Зөбәржәт Йәнекәйеваның һуғылған аҫалы балаҫтар тураһында һөйләгәндәре үтә фәһемле тойолдо.
|
Уҡырға
12.01.15
|
|
|
БЕҘ ТҮҘЕМЛЕ ЛӘ УЛ, Ә БАШҠАЛАР?
|
Түҙемлек, тигәндән, беҙҙең башҡортта инде ул ундай хазина! Тап шул арҡала, йәғни республикаға исем биргән халыҡтың түҙемле булыуы арҡаһында (хәҙер инде уны толерантлылыҡ тиҙәр) башҡа милләт вәкилдәре өсөн йәннәттер ул беҙҙең Башҡортостаныбыҙ.
Элек-электән түҙемлелек, киң күңеллелек күрһәткән, толерантлы булған халҡым һәм был әлеге көндә лә шулай дауам итә. Күңелдең киңлеге шуға тиклем барып еткән ки: бөгөнгө көнгә аҫаба башҡорт ерендә йәшәп ятҡан милләттәр һаны 160-ҡа тулып киткән, имеш! Ҡайһы берәүҙәр был мәғлүмәтте оло ҡаҙаныш күреп, яйы сыҡҡан һайын миҙал йә флаг урынына болғарға ярата. Шул уҡ ваҡытта улар бер нәмәне иҫәпкә алмай: ана шул үҙ ерендә һәм үҙ ере хаҡына күпте күреп, күпте кисергән халыҡҡа ҡарата мөнәсәбәттең түҙеп торғоһоҙ була барыуы ғына һис борсомай маңҡорттарҙы.
|
Уҡырға
12.01.15
|
|
|
КЕМДӘР УЛАР,КИСКЕ ӨФӨНӨ ИЖАД ИТЕҮСЕЛӘР?
|
Йыл аҙағында үткәндәргә йомғаҡ яһау йолаһы бар. Йомғаҡлау һүҙҙәрен әле йыл башында ла әйтербеҙ, ләкин быйылғы йылдың һуңғы 52-се һанын ҡулығыҙға алғанда ошо осорҙа "Киске Өфө"нө ижад итеүгә кемдәр айырыуса көс һалғанын белеп тороу ҙа ҡамасауламаҫ.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
ҠЫШ БАБАЙ ҺӘМ ЭҪЕ БАБАЙ
|
Яңы йылды барыһы ла ярата һәм көтөп ала. Шуға күрә Яңы йылға бәйле ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле факттарҙы иҫкә төшөрөү урынлы булыр. Шулай итеп, башланыҡ!
- Яңы йылды ҡаршылау төрлө халыҡта ныҡ айырыла. Мәҫәлән, Боронғо Вавилонда байрам яҙ айына тура килгән. Был ваҡытта батша ярандары менән ҡаланан сығып китер булған һәм ҡала халҡы иркенләп байрам иткән, күңел асҡан.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
ШӘЛ БӘЙЛӘЙЕК!
|
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында "Башҡорт шәле" республика күргәҙмә-конкурсы үткәрелде. Шәл бәйләүсе оҫтабикәләрҙең ҡул эштәренән торған тәүге күргәҙмә 19 йыл элек Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан уҙғарыла. Быйыл Өфөлә һигеҙенсе тапҡыр үткән фестивалдә иһә Ейәнсура, Күгәрсен, Стәрлебаш, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Мәләүез райондарынан һәм Стәрлетамаҡ, Күмертау, Сибай ҡалаларынан шәл бәйләүселәр ҡатнашты.
Дебет шәл, тиһәләр, һәр ваҡыт өләсәйемдең ап-аҡ дебеттән һуғылған ҙур һуҡма шәле күҙ алдыма килә. Ул шәлде өләсәйем ҡәҙерләп, байрамдарҙа ғына сығарып ябына торғайны. Ә миңә, яратҡан ейәнсәренә, шул һуҡма шәлгә төрөнөп ултырып, кистәрен өләсәйем һөйләгән әкиәттәрҙе тыңлау, "Аҡбуҙат" журналын ҡат-ҡат уҡытыу бәхете йышыраҡ тәтей ине. Һуҡма шәлдең дебете иҫ киткес яҡшы ҡалҡҡан, һыйпап ҡараһаң, бесәй кеүек, инде йомшаҡ.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
БАШЫМА ҠЫҘЫҠЛЫ ИДЕЯ КИЛӘ ИКӘН, ШУНДА УҠ ҒӘМӘЛГӘ АШЫРЫРҒА ТОТОНАМ
|
"Егерме йылдан "Мин халҡыма файҙа килтерерлек ҡайһы бер эштәр эшләнем" тигән уй менән йәшәргә теләр инем", - тип йылмая Илдар. Ысынын әйткәндә, унан мин башҡа яуап көтмәгәйнем дә. Илдар Кинйәбулатов башҡорт интернеты булдырыуға тәү башлап юл ярыусыларҙың береһе - ул "Бәйләнештә" социаль селтәренең интерфейсын туған телгә тәржемә итте, Android һәм Мac OS өсөн башҡорт клавиатураһын сығарҙы, "Юлдаш" һәм "Ашҡаҙар" радиолары ҡушымтаһын булдырҙы. Әлеге көндә иһә ул башҡорт электрон китапханаһы өҫтөндә эшләй. Ә егерме йылдан унан нимә көтөргә? Уның үҙе менән әңгәмәләшәбеҙ.
Илдар, тәүҙә һинең тамырҙарың тураһында һөйләшеп үтәйек...
- Сығышым менән Стәрлетамаҡтанмын. Ҡала мөхитендә үҫһәм дә, миндә бала саҡтан милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙеләр - әле лә әсәйем һөйләгән башҡорт халыҡ әкиәттәре хәтерҙә. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа һүрәт төшөрөү, дизайн һәм музыка менән ҡыҙыҡһындым. Композитор булам, тип хыялланған ваҡыттар ҙа булды. Юғары кластарҙа автомобиль дизайны менән ныҡлап мауыға башланым. Ул ваҡытта был һөнәргә Рәсәйҙең өс ҡалаһында - Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Екатеринбургта ғына уҡыталар ине. Атай-әсәйем ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, мин илдең баш ҡалаһын һайланым. Күрәһең, интуитив рәүештә үҙәккә тартылғанмындыр. Бында Мәскәү дәүләт машина төҙөү университетында (МАМИ) уҡып сыҡтым.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
ҠЫШ БАБАЙҒАТИГӘН ХАТТЫ АТАЙҒА БИРЕРГӘ КӘРӘК
|
Бала саҡта тыуған көндән башҡа тағы ла бик-бик көтөп ала торған бер байрам бар. Эйе, эйе, һүҙ мөғжизәле Яңы йыл тураһында. Шуның өсөн дә ул, тәү сиратта, балалар байрамы тип аталырға хаҡлылыр, моғайын. Яңы йыл, уның менән бергә килә торған бүләкле Ҡыш бабай тураһында Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан 308-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Лиә Усманова, Айбулат Ғәлин, Арыҫлан Күсмәев, Сабина Ғибаҙуллина менән әңгәмәләшәбеҙ.
Яңы йылды башҡа байрамдарҙан нисек айырырға була?
Лиә: Иң тәүҙә күп итеп йыр өйрәнергә кәрәк. Был байрамда йырлайһың да йырлайһың инде...
Арыҫлан: Башҡортса тыпырлап бейергә лә кәрәк унда.
Сабина: Был байрамда Ҡыш бабай була. Ә әсәйҙәр байрамына ул килмәй, йылынан ҡурҡалыр инде. Ана шул Ҡыш бабайға шиғырмы, әкиәтме һөйләп күрһәтергә кәрәк.
Арыҫлан: Телевизорҙан күрһәткән Ҡыш бабай русса һөйләшә, ә беҙҙең балалар баҡсаһына башҡорт Ҡыш бабайы килә! Ул беҙҙең менән башҡортса һөйләшә, йырҙар йырлай.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
"Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сыға башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей) ырыуҙарына ҡараған өс томы сыҡты ла инде, яҡын арала унлар һәм ҡаңлы ырыуҙарына арналған томдарҙың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллективының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
МИЛЛИ КӨРӘШ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЙЕК!
|
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Динамо" спорт комплексында милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй чемпионаты үтте. Башҡортостан көрәшселәре, ҡунаҡсыллыҡ өлгөһө күрһәтеп, был юлы күрше Татарстан спортсыларына беренселекте бирергә булды. Һөҙөмтәлә, командалар буйынса Валерик Зөлҡәрнәйев тәрбиәләнеүселәре, йәғни, беҙҙекеләр - икенсе, Ульяновск өлкәһе егеттәре өсөнсө урынға ҡалды. Шәхси беренселектә Салауат батыр, Алдар батыр вариҫтары: 60 килограмм ауырлыҡ категорияһында - Илфаҡ Ибәтуллин, 65-тә - Рәмил Ғәлимов һәм 100 килограмдан ауырыраҡтар араһында Рөстәм Арыҫлановтар бронза миҙал яулаһа, 70, 85 һәм 90 килограмм ауырлығы категорияһындағы спортсыларҙан - Артур Зөлҡәрнәйев, Наил Мөхәмәтйәнов, Айгиз Зәйнетдинов республика йыйылма командаһы иҫәбен көмөш миҙалдар менән тулыландырҙы.
Мәсетле районы Һөләймән ауылы егете, милли көрәш буйынса спорт мастеры, быйыл ғына өс тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яулаған Айгиз Зәйнетдинов менән ярыш алдынан бер талай әңгәмәләшеп алғайныҡ. Әңгәмә барышында геройыбыҙҙың бик үҙенсәлекле һыҙаттары асылды. Мәҫәлән, ул үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа спиртлы эсемлек эсеп, тәмәке көйрәтеп ҡарамаған. Замандаштарынан айырмалы рәүештә, егет социаль селтәрҙәрҙә ултырыу сире менән дә "ауырымай" икән. Батырыбыҙға көрәшсе булып китеүенең сәбәбе, көрәштә була торған ҡайһы бер хәүеф-хәтәрҙән һаҡланыу саралары, нисек баһадир кәүҙәле булыу сере тураһында һәм бөгөнгө ярышҡа ҡағылышлы бер-нисә һорау бирҙек.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
ӨҪТӨНЛӨКТӨ ҮҘЕБЕҘ БЕШЕРГӘН РИЗЫҠТАРҒА БИРӘЙЕК!
|
Бөгөн Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа ғына түгел, һәр ауылда Яңы йыл алдынан ғына була торған күңелле ығы-зығы күҙәтелә. Майҙандарҙа биҙәлгән шыршылар, боҙ һындар урын алған, сауҙа үҙәктәрендә генә түгел, төрлө ойошма-учреждение биналары алдында ла төрлө төҫтәге уттар, биҙәктәр күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Өйҙәрҙә лә Яңы йылды ҡаршылыу өсөн күңелле әҙерлек бара. Бөгөн беҙ ошондай күтәренке кәйеф менән тулған, яҡты һәм матур өйҙәрҙең береһендә ҡунаҡтабыҙ. Йылайыр районы Йылайыр ауылында йәшәүсе оҫта хужабикә Миңһылыу АБДУЛЛИНА Яңы йыл табыны әҙерләү хаҡындағы серҙәре менән бүлешә.
- Беҙҙең ғаиләлә өс бала - ике ҡыҙ һәм бер малай - үҫә. Бала йөрәгендә тыуған йортҡа, ғаиләгә, туғандарына ҡарата йылылыҡты һәм ихтирамды атай-әсәй тәрбиәләй. Был ҡоро һүҙгә, күрһәтмәләргә йәки кәңәштәргә генә ҡайтып ҡалһа, ыңғай һөҙөмтәгә әллә ни өлгәшеп булмай. Шуға күрә ундай тойғоларҙы үҙебеҙҙең өлгөбөҙҙә, эшләгән эшебеҙҙә күрһәтергә тырышабыҙ.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
БАЛАЛАР МЕНӘН КӘҮҘӘҢ БЕЙЕКЛЕГЕНӘН ТОРОП ҺӨЙЛӘШМӘ!
|
Минең дә үҙемә оҡшамаған, "Килешмәйем!" тиер күренештәр бар был тормошта. Мәҫәлән, ололар менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында бәйән итмәксе булдым әле гәзит биттәрендә.
Мин бәләкәй малайҙарға: "Нимә ҡыҙыҡай һымаҡ илап тораһың? Хәҙер үк туҡта!" тип әйтеүҙәре менән килешмәйем. Бында нимәһе насар икәнен дә аныҡ ҡына әйтеп булмай - малай булып тыуған өсөн генә үҙенең хис-тойғоларын күрһәтеүҙе тыйыумы, әллә улар күңеленә "ҡыҙҙар илаҡ, йомшаҡ", тигән фекер һеңдереүме? Кисерештәрҙе күрһәткән өсөн ғәйепләргә ярамай. Әгәр ҙә бала илай икән, малаймы ул, ҡыҙмы - мөһим түгел, тимәк, уға әлеге ваҡытта ауыр, уны нимәлер борсой, шомландыра, ҡурҡыта. Ошо мәлдә уға "Нимә ебеп тораһың!" тип ҡысҡырыуҙан уның хәле яҡшырмаясаҡ, киреһенсә, тағы ла хөртәйәсәк. Терәк-таяныс тойоу урынына ул шелтә ала. Күңеле кителгән, ололарҙың үҙен аңламағанынан төшөнкөлөккә бирелгән бала йомоҡҡа, аралашмаусанға әйләнә. Шунан: "Улым менән уртаҡ тел таба алмайбыҙ", тип бар донъяға яр һалып аптырайбыҙ. Кем ғәйепле? Миңә ҡалһа, яуап асыҡ.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Уйлап та тормайынса миңә яуызлыҡ күрһәткән кешегә мин баш эйәм һәм уны иң йомарт һөйөү менән бүләкләйем; ул ни тиклем күберәк яуызлыҡ ҡылһа, мин шул тиклем күберәк изгелек ҡыласаҡмын.
(Будда).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|