«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 230 231 232 233 234 235 236 237 238 » #
АЛҒА ҠАРАП УЙЛАНАЙЫҠ, ТАРИХИ ҮТКӘНДӘРЕБЕҘГӘ ҠАРАП ҒОРУРЛАНАЙЫҠ!

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында күтәрелгән милләтебеҙ проблемалары, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ниндәйҙер кимәлдә "Киске Өфө" гәзите биттәрендә сағылыш таба килә. Һеҙҙең иғтибарға билдәле шәхестәрҙең гәзиттең "Диалог", "Монолог", "Түңәрәк ҡор" рубрикаларында баҫыла килгән милләтебеҙ тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге, рухи һәм дини булмышы, менталитеты, сәнғәте һәм мәҙәниәте хаҡындағы фекерҙәренән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. Эште үҙебеҙҙән башлайыҡ...

Уҡырға
24.11.15  
 
ЫРЫУҘАРҘЫ БЕРГӘ ЙЫЙҒАН СӘЙӘСИ ИНСТИТУТ БУЛҒАН ҠОРОЛТАЙҘАР

Боронғо башҡорт ҡоролтайҙары һәм йыйындары тураһында яҙма сығанаҡтар күп түгел. Тарих фәнендә лә был темаға бағышланған ғилми хеҙмәт юҡ. Беҙ бөгөн был хаҡта күберәк риүәйәттәр һәм ошо оло йыйындарҙың эҙен һаҡлаған тарихи урындар аша ғына фекер йөрөтә алабыҙ. Шуларҙың береһе - Йылайыр районындағы Айҙа болон яланы (Иван-Ҡыуалат ауылынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан).

Уҡырға
23.11.15  
 
ТӘБИҒӘТ НИСЕК ЯРАЛТҠАН, ШУЛ КИЛЕШ ТОРҺОН ТОРАТАУЫБЫҘ

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Торатауҙы эшкәртеүгә юл ҡуймаясағын белдереүе һәм "Башҡортостан сода компанияһы"на альтернатив сеймал сығанағын тәҡдим итеүе йәмәғәтселектә киң резонанс тыуҙырҙы. Бөгөн уларҙың бер нисәһен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
23.11.15  
 
ТОРАТАУҒА ҠАҒЫЛМАҒЫҘ!

Башҡортостанда Торатау һәм Йөрәктауҙа эзбизташ табыу яҡлылар һәм уға ҡаршы сығыусылар араһында бәхәс тағы ла көн үҙәгенә сыҡты.

"Башҡортостан химияһы" холдингына ингән һәм Рәсәйҙең яндырылған сода етештереүсе эре "Башҡортостан сода компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте сеймал запасы аҙ ҡалыуы һәм тап улар атаған тауҙарҙы киләсәктә төп эзбизташ сығарыу сығанағы тип күҙаллауҙары тураһында туҡтауһыҙ тамаҡ йырта, сеймалһыҙ ҡалыу предприятиеның эшмәкәрлеген туҡтатасаҡ һәм был иҡтисади, социаль проблемалар тыуҙырыуы ихтимал, тип раҫлай. Әммә республика Хөкүмәте, йәмәғәтселек иһә шихандарҙы дәүләт яҡлауында булған тәбиғәт һәйкәлдәре тип ҡарай.

Уҡырға
16.11.15  
 
ЙӘШ ҒҮМЕРЕМ ЭСКЕЛЕКТӘ ҮТКӘН ДӘ КИТКӘН

Әхмәр Үтәбайҙың "Мин эсеүемде ташланым" тигән ошо яҙмаларын уҡып, ғибрәт алғандар мотлаҡ барҙыр. Шулай уҡ үҙенең дә тәүбә һүҙен ишеттеререргә теләгәндәр булыр, моғайын. Шундайҙарҙың береһе - "йәшел йылан" арҡаһында йәшлеген, һаулығын, бынамын тигән ғаиләһен юғалтҡан элекке эскесенең һөйләгәндәрен "Киске Өфө"нө уҡыусыларға тәҡдим итергә булдым.

Уҡырға
16.11.15  
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ

8-се һабаҡ:"Ете сәбәп"

Бер кеше өс көн буйы эшенә бармаған, ти. Дүртенсе көндө эшенә килгәс, хужаһы саҡыртып алып, келәмгә баҫтырған.
- Өс көн буйына эшкә сыҡмай ҡайҙа йөрөнөң, ниңә хәбәр итмәнең? - тип ябырылған уға талапсан хужа.
- Ней бит әле, Фәлән Фәләнович! Эсеүҙе ташлағайным, шул шатлыҡтан эсеп ташлағанмын, - тигән, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, аҡланырға теләгән хеҙмәткәр.
- Шәп булған! Ярай, ташланың, ти, шатлығыңдан байрам да иттең, ти, ә иртәгәһен һуң, эшкә килергә була ине бит, - тип оторо ярһыған түрә, хеҙмәткәренә тишә ҡарап.

Уҡырға
16.11.15  
 
РУХИ ДОНЪЯБЫҘ МӨҺИМЕРӘК БЕҘ РУХ МЕНӘН ЙӘШӘГӘН ХАЛЫҠ

Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА Исеме Рәсәйҙә генә түгел, бөтә төрки донъяһына билдәле был ғалимә үҙенең иҫ киткес ябайлығы һәм кешелеклеге менән күптәрҙе хайран итәлер, моғайын. Ҡайһы ғына осорҙа, кем булып ҡына эшләмәһен, уны тәү сиратта халҡыбыҙҙың мәнфәғәттәрен яҡлай белеүсе шәхес итеп беләбеҙ. IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үтәсәк "Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының актуаль проблемалары" тип аталған XV Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы быйыл уның күркәм юбилейына арналасаҡ.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы ХИСАМИТДИНОВА гәзит биттәрендә төрлө темаларға йыш сығыш яһап тора, был юлы уның менән үҙе һәм үҙе өсөн мөһим тип һанаған эштәре, уларҙың әһәмиәте тураһында күберәк һөйләшәсәкбеҙ.


Уҡырға
16.11.15  
 
ЛИМОН ҠАЙҘА ҮҪӘ? ҮҘЕБЕҘҘӘ!

"Банан, банан, килдең ҡайҙан?" тип башланған балалар шиғырын беләһегеҙҙер. Был емештең алыҫ Африканан булыуы мәғлүм, ә республикабыҙ халҡы хатта уның нисек үҫеүе, емеш биреүен үҙ күҙҙәре менән күреү бәхетенә лә эйә. Бының өсөн әллә ҡайҙа алыҫҡа ла йөрөйһө түгел, ни бары Өфөләге "Лимонарий" уҡытыу-тәжрибә хужалығына экскурсияға барыу ҙа етә. Ваҡытында үзбәк лимонарийынан алып киленгән 1500 төп лимон үҫентеһе ултыртыуҙан башланған хужалыҡта бөгөн банандарҙан тыш, төрлө сортлы лимон һәм цитрондар, тағы ла 500-ҙән ашыу культура үҫтерелә.

Уҡырға
16.11.15  
 
ШИХАНДАР ҺАҠЛАП ҠАЛЫНАСАҠ!

Республика шихандарҙы мотлаҡ һаҡлап ҡаласаҡ, был турала Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ижтимағи-сәйәси журналистика медиафорумы сиктәрендә республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа тәүге тапҡыр асыҡтан-асыҡ белдерҙе.

Уҡырға
16.11.15  
 
ЗАКОНЛЫ ТАЛАПМЫ, ӘЛЛӘ КЕҪӘ ТАЛАУМЫ?

Быйыл апрель-май айҙарында Өфө халҡы электр энергияһы өсөн түләүгә яңы квитанция алып, ундағы арифметикаға хайран ҡалды. Кем ни сара ҡылғандыр, ә мин үҙемә түләү һалынған дүрт урынлы һанды күреп, күҙем дүрт булғас, әлеге шул квитанцияла күрһәтелгән телефон аша белешмә алырға уйланым. Ике көн буйы шылтыратыу һөҙөмтә бирмәне: трубканы алыусы юҡ. Яуап бирмәгәс, ниңә телефондарын яҙалар икән?

Уҡырға
16.11.15  
 
ЕР БУЛҺА ҒЫНА ЙӘШӘҮ БУЛА

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының көнүҙәк урынға ҡуйып хәл итә торған мәсьәләләре байтаҡ. Әммә улар араһында беҙҙең иғтибарыбыҙға айырыуса лайыҡ дүрт йүнәлеште атар инем. 21 ноябрҙә үтәсәк IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында ла ошолар тураһында һүҙ йөрөтөү мөһим.

Уҡырға
16.11.15  
 
МӘКТӘПТӘ "БИШЛЕ" АЛЫР ӨСӨН ӨЙҘӘ БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШЕРГӘ КӘРӘК

Балалар баҡсалары буйлап сәйәхәтте дауам итәбеҙ. Был юлы Өфө районы Шамонин ауылының "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Әминә Әмирова, Гүзәл Үтәбаева һәм Ильяс Хөсәйенов менән ябай ғына, әммә мөһим һәм етди темалар буйынса әңгәмәләштек.

Уҡырға
09.11.15  
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ

7-се һабаҡ: "Ихтыяр көсө нимәгә тиң?"

"Үҙ кәйефе менән идара итә алған кеше генә яҙмышының хужаһы була ала" тигән бик тапҡыр әйтем бар. Беҙ барыбыҙ ҙа кәйеф ҡоло шул. Шул уҡ ваҡытта тик аҡыл менән генә лә йәшәп булмай, өлпөлдәп торған йөрәгебеҙ, ҡайнап торған хис-тойғоларыбыҙ бар. Көтмәгәндә әйтелгән ауыр һүҙҙән, күңелгә ятмаған насар мөнәсәбәттән, аңғармаҫтан һине үҙлегеңдән сығарған хәл-күренештәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан беребеҙ ҙә азат түгел. Шуға ла тормошто йәшәү өсөн көрәш, тип әйтәләр. Тап шундай мәлдәрҙә, кәйефтәр ҡырылған, күңелдәр кителгән саҡтарҙа үҙ кәйефтәрен еңә алмаусылар рюмкаға үрелә лә инде.

Уҡырға
09.11.15  
 
БЕҘҘЕҢ ИЖАДИ ҒАИЛӘБЕҘ РУХИӘТ ҺАҒЫНДА

Эльвира Аҡназарова менән Фәйзулла Ғөбәйҙуллиндың исеме үҙҙәре эшләгән Сибай концерт-театр берекмәһендә һәм ҡала халҡы араһында ғына түгел, тотош республикаға таныштыр. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары тигән маҡтаулы исем йөрөткән бейеүселәр булғандан ғына түгел, ә ябайлыҡтары, татыу һәм тырыш ғаилә булып йәшәүҙәре, тормошҡа айыҡ ҡарашлы, маҡсатлы һәм матур киләсәккә ынтылыштарынан да киләлер уларға булған ихтирам һәм һөйөү. Айсыуаҡ исемле улдары һәм Әмилә исемле ҡыҙҙары, ата-әсәһенән матур өлгө алып, уларҙан күрмәксе, бәләкәйҙән сәхнәгә тартылып, сәнғәт һөйөп, милли йыр-моңдарыбыҙға, бейеүҙәребеҙгә ғашиҡ булып үҫеп киләләр... Әңгәмәселәрем менән яҡындан танышыуҙы уларҙы сәнғәткә илткән сәбәптәр һәм юлдарҙы барлауҙан башланыҡ.

Уҡырға
09.11.15  
 
БЕР ФЕКЕРГӘ КИЛЕҮ ӨСӨН ҠАРА-ҠАРШЫ УЛТЫРЫП ҺӨЙЛӘШЕҮ КӘРӘК

Башҡорт йәштәре араһында, йәмәғәт ойошмаларына тупланып, халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн файҙалы эштәр атҡарырға теләгәндәр бөгөн дә бик күп. Тик улар ҡайһы саҡта дөрөҫ юл таба алмай ҡаңғырып та киткеләй кеүек. Берәүҙәр мәсьәләләрҙе дәғүәләр ярҙамында хәл итеүҙе алға һөрһә, икенселәр үҙ-ара һөйләшеп аңлашыуҙар юлын һайлай. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә ҡатнашыусылар алдына башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге йүнәлештәрен билдәләп ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Әңгәмәселәребеҙ - БР Мәҙәниәт министрлығының Мәҙәни ҡомартҡылар күсемһеҙ объектарын һаҡлау һәм файҙаланыу ғилми-производство үҙәге директоры, 90-сы йылдарҙа башҡорт йәштәре хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы булған Данир Әхмәҙи улы ҒӘЙНУЛЛИН һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Рәмил улы БАЙНАЗАРОВ.

Уҡырға
09.11.15  
 
БАЛАҢА СЕРҘӘШ БУЛ!

Ҡыҙыҡ заман килеп етте: бала йә үтә ҡәҙерле, йә бер кемгә лә кәрәге булмаған артыҡ йән. Сабыйға уҙа алмағандар менән быуа быуырлыҡ, шул уҡ ваҡытта уларҙы үлтереп, ташлап китеү күренештәре көн һайын тигәндәй ҡабатланып тора. Педофилдар за күбәйеп китте. Ауыр бөгөн бала-сағаға…

Уҡырға
09.11.15  
 
ЙӨКМӘТКЕЛЕ ҺҮҘ МӨҺИМЕРӘК

Фән, ғәмәл, йәшлек. Был өс төшөнсә бер-береһенә ни дәрәжәлә яҡын тора икәнлеген 27 октябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр мәҙәниәт һарайында үткән "Йәштәр - башҡорт халҡының стратегик ресурсы" тип исемләнгән төбәк-ара йәштәр кәңәшмәһендә самалап булғандыр.

Уҡырға
09.11.15  
 
ҺҮҘ – КҮҢЕЛ ЫНЙЫҺЫ

"Булмағас, булмай икән баҙарҙа сөсө икмәк", ти икән берәү бала саҡтан яратҡан танһыҡ икмәген эҙләп хәлдән тайғас. Шуның кеүек, беҙ, республиканың ваҡытлы матбуғат баҫмаһы журналистары ла, баш ҡалабыҙ буйлап башҡорт теле ынйыларын эҙләп хәлдән тайһаҡ та, бер үк нәмәне ҡабатлап яҙа-яҙа арыһаҡ та, туған телебеҙҙе тупаҫ боҙған хаталы юлдарҙы күреп йүңкеһәк тә, был мәсьәләгә ҡул һелтәп ҡуйырға йыйынмайбыҙ, сөнки әсә телебеҙ - беҙҙең милли булмышыбыҙ, рухи асылыбыҙ ул.

Уҡырға
09.11.15  
 
БЕР НӘМӘ ЛӘ ҮҘГӘРМӘЙӘСӘК, ТИП ҠУЛ ҺЕЛТӘП ҠУЙМАЙЫҠ

IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайынан тәү сиратта башҡорт халҡына ҡағылышлы актуаль мәсьәләләрҙең ентекле тикшерелеүен көтәм. Унан һуң, ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса эш артабан да дауам итер, резолюцияларҙа күрһәтелгән талаптарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы контролгә алыныр һәм һәр ваҡыт Ҡоролтай ағзаларының күҙ уңында булыр, тип ышанам.

Хәҙерге көндә бер башҡорт халҡы ғына түгел, бөтә халыҡтар ҙа ауыр көрсөк кисерә. Шундай ҡатмарлы шарттарҙа иң мөһиме - үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу зарурлығы. Был йәһәттән Ҡоролтай иңенә ҙур яуаплылыҡ һалынған. Милли мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә хәл ителәһе етди мәсьәләләр күп, шулар буйынса ла бик төплө, эшлекле һөйләшеүҙәр һәм ҡарарҙар булыр, моғайын.

Уҡырға
09.11.15  
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ

6-се һабаҡ: "Үҙең тураһында һөйлә"

Минең "йәшел йылан" ҡоллоғонан ҡотолоуым тураһында иң тәүҙә, әлбиттә, бергә эскән шешәләштәрем белде. Әйтергә кәрәк, был ҡарарымдың ҡоро һүҙ генә түгел, етди аҙым икәненә иң тәүҙә улар үҙ күҙҙәре менән күреп инанды. Ни өсөн тигәндә, алда әйткәнемсә, Шешәбикә менән хушлашһам да, ҡайһы бер табындарҙа мин һаман да сәй йә һыу эсеп кенә ултыра инем әле.

Уҡырға
02.11.15  
 
Биттәр : # « 230 231 232 233 234 235 236 237 238 » #
Киске Өфө
 

Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.

(В. Короленко).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru