Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
|
|
Биттәр : # « 1 2 3 4 5 6 7 » #
ТРАМП ИЗРАИЛЬ ХӨСӨТӨНӘ БИРЕЛДЕМЕ?
|

Үткән аҙнаның 18 июненән алып 21-енә тиклем Санкт-Петербургта сираттағы Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы (ПМЭФ 2025) булып үтте. Гәзит уҡыусыларыбыҙ был хаҡта, әлбиттә, хәбәрҙар һәм улар был ҙур, етди сараны төрлө мәғлүмәт каналдарынан күҙәтеп барғандыр, моғайын. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, форумдың бөгөнгө шарттарҙа мөһим булған ҡайһы бер йомғаҡтарына туҡталып китке килә.
|
Уҡырға
26.06.25
|
|
|
ҠӘҺҮӘХАНА ҠАЙҘА БУЛДЫ
|

йәғни Алтаҡталарҙағы сит һүҙҙәр аптырата ла, аҙаштыра ла.
"Тел яҙмышы - ил яҙмышы", тип бик хаҡ әйтә халҡыбыҙ, сөнки телен онотҡан илен дә, үҙен донъяға тыуҙырған әсәһен дә онотасаҡ. Ул ғына ла түгел, туған телен онотҡан - үҙ йөҙөн, асылын юғалта, ә был уның яҡты донъяға кеше булып тыуыуының мәғәнәһен юҡҡа сығара. Ә кем ул - телһеҙ, илһеҙ, ата-әсәһеҙ, йөҙһөҙ, йөкмәткеһеҙ? Аллаһ һаҡлаһын, ул кеше түгел, ә дала ҡамғағы, тимәк.
|
Уҡырға
26.06.25
|
|
|
ФӘН ЮЛЫ ЛА МАУЫҠТЫРҒЫС ҺӘМ ӨМӨТЛӨ УЛ
|

2 - 4 июлдә Өфөлә Йәш ғалимдар һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре советтарының XIII Бөтә Рәсәй съезы үтә. Ошо ваҡиға айҡанлы физика-математика фәндәре кандидаты, доцент, Өфө фән һәм технологиялар университетының Физика-техник институты директоры Илдар Вәкиф улы ҠӘНӘФИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
|
Уҡырға
26.06.25
|
|
|
ӘБЙӘЛИЛ БУҘАҺЫНА НИ ЕТӘ!
|

Нимәһе нимә: буҙа ҡойоу буйынса оҫталыҡта әбйәлилдәргә тиңләшеүселәр юҡтыр. Беҙҙең төбәктә борондан килгән был эсемлекте әҙерләүҙең традицион үҙенсәлектәре һаҡланып ҡалған. Буҙа ҡойоу оҫталарын һәр ауылда осратырға була. Һабантуйҙарҙа, төрлө байрамдарҙа милли аш-һыуҙан һығылып торған табындар түрендә күпереп торған буҙа ла лайыҡлы урын биләй.
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
ӨФӨ ЯНЫНДАҒЫ АУЫЛДАР ҘА ЗАУЫҠ ҺӘМ МАТУРЛЫҠ СЫҒАНАҒЫ
|

Ҙур ҡалалар янында урынлашҡан шәхси йортлы райондар көндән-көн үҫешә. Өфө эргәһен генә алып ҡарағанда ла, был күренеш яҡшы күренә: баш ҡалаға ҡараған райондарҙа ла, Өфө районына ингән ауыл-ҡасабаларҙа ла күркәм йорттар ҡалҡа тора, яңынан-яңы урамдар барлыҡҡа килә, халыҡ һаны артҡандан-арта. Шәхси йортта йәшәүсе һәр кем үҙенең биләмәһен төҙөк тотоу менән бер рәттән, уны төрләндереп матурлау яғын да күҙ уңынан ысҡындырмай. Урам буйлап үтеү - үҙе бер эстетик ләззәт бирә: төрлө ағастар, әллә күпме төрлө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра. Кемдер биләмәһен йәшелләндереүҙе үҙе ҡулдары менән башҡарһа, икенселәр был эште үҙ эшенең оҫталары булған профессионалдарға ышанып тапшыра.
Әлеге мәлдә баш ҡалала йәшәгән Баймаҡ егете, кәләше менән дүрт бала тәрбиәләүсе Фидан МӘЗИТОВ ландшафт дизайны һәм төҙөкләндереү эше менән шөғөлләнгән оҫта, шәхси эшҡыуар. Был өлкәләге үҙенсәлектәр, эш нескәлектәре менән бүлеште Фидан Фирғәт улы.
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
ХАҠ ТӘҒӘЛӘ ЯҘҒАН ЯҘМЫШ...
|

-Тормошто ныҡ яратам мин! - ти 1941 йылда Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында Шаһишәриф менән Хөппөниса Такаловтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға ауаз һалған Мөзәлифә апай. Ҡартлыҡ билдәләре һис тә беленмәгән ап-аҡ нурлы йөҙөндә, был һүҙҙәр әйтелмәһә лә, уның тормошто, йәшәүҙе, тирә-яғындағыларҙы шул ҡәҙәрем ныҡ яратҡанлығы сағылып, яҡтырып күренеп торған кеүек. Әммә апайҙың киләһе һүҙҙәре мине боҙло һыуға ҡойондороп-сумдырып алғандай, тәнде ҡурыштырып үтте:
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
МАҠТАРҒА ҺӘМ МАҠТАҒАНДЫ ТЫҢЛАРҒА ӨЙРӘН
|

Кешене маҡтау күңелле лә, файҙалы ла. Һин быны эшләй алаһыңмы? Юҡ? Улайһа өйрән! Кемдең генә үҙе тураһында йылы һүҙ ишеткеһе килмәй икән. Үкенескә күрә, беҙҙең барыбыҙ ҙа комплимент әйтә белмәйбеҙ шул. Ә күптәр уны бөтөнләй артыҡ тип һанай һәм ярамһаҡланыу менән бутай. Был дөрөҫ түгел...
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
ЯУАПЛЫЛЫҠ ТА, ҒОРУРЛЫҠ ТА ЯНЫБАЙ ХАММАТОВ ЕЙӘНСӘРЕ БУЛЫУ...
|

Һәр яҙыусының үҙ тематикаһы, йөҙгән үҙ даръяһы, гиҙгән үҙ биләмәһе булыусан. Мәҫәлән, Ноғман Мусин тигәндә - ҡалын-ҡалын урмандарҙы, Рәшит Солтангәрәев тигәндә - ҡара алтын табыусыларҙы, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева тигәндә - башҡорт ҡатын-ҡыҙының үткәндәге еңел булмаған тормошон күҙ алдына килтерәбеҙ, Ғәли Ибраһимовтың, Булат Рафиҡовтың, Әхиәр Хәкимовтың исемдәрен ишеткәндә - тарих сыңдары, һөңгө, ҡылыс, ат тояҡтары тауыштары ишетелә башлай...
Яныбай Хамматов, тигәндә ыңғайы бер күҙ алдына мәғдәнсе, ете ҡат ер аҫтындағы таш, ҡом ҡатламдарынан алтын, көмөш, баҡыр эҙләүсе рудасы, старатель образы күҙ алдына баҫа. Яҙыусы үҙе лә ғүмере буйына архивтарҙа, боронғо яҙмалар һаҡланған китапханаларҙа, шул рудасы, шул старатель һымаҡ эҙләнеп, халҡыбыҙ тарихының, аҫыл заттарыбыҙға бәйле сығанаҡтарҙың иң-иңдәрен табып, уларҙы романдар, повестар рәүешенә килтереп, халҡыбыҙға бүләк итте. Бына уның милләтебеҙгә килтергән бүләктәре:
"Бөртөкләп йыйыла алтын" романы;
"Аҡман-тоҡман" романы;
"Йәшенле йәй" романы;
"Юрғашты" романы;
"Руда" романы;
"Йондоҙҙар нисек ҡабына" романы;
"Төньяҡ амурҙары" романы;
"Тыуған көн" романы;
"Башҡорттар китте һуғышҡа" романы;
"Комбриг Мортазин" романы;
"Ҡара яу" романы;
"Ағиҙел Иҙелгә ҡоя" романы;
"Салауат" романы;
"Һырдаръя" романы;
"Башҡорт ханы" романы;
"Ҡаһарманлыҡ" повесы;
"Иҙел башы" романы;
"Хәсрәтле бала саҡ" автобиографик әҫәре;
"Тормош һабаҡтары" автобиографик әҫәре;
"Арҡайым" повесть-фаразы, һ.б.
Ағымдағы йыл арҙаҡлы ил ағаһы, һуғыш ветераны, егермегә яҡын тарихи романдар яҙып ҡалдырған күренекле башҡорт яҙыусыһы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуы менән дә үтә лә әһәмиәтле. Әҙиптең ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы менән ҡорған әңгәмәлә Яныбай Хамматовтың рухи мираҫын вариҫтарына тапшырған олатай булараҡ тәржемәи хәленә туҡталырға тырыштыҡ.
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
СОЛОҠСОЛОҠ БАШҠОРТТАРҘЫҢ ТӨП ШӨҒӨЛДӘРЕНЕҢ БЕРЕҺЕ
|

Бер мәл бал ҡорттары менән уғата ҡыҙыҡһынып киттем. Беренсенән, бал ҡорттары, солоҡ ағастары үҙҙәре үк миндә оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Икенсенән, бал ҡорттары тотоу иҡтисади йәһәттән дә бик файҙалы эшмәкәрлек.
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
ЗАКОНДЫ БЕЛ ҺӘМ КҮҘӘТ!
|

Гәзит уҡыусылар иғтибарына яңы ҡабул ителгән һәм ҡабул ителәсәк закондар буйынса РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ аңлатма бирә.
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
ЙӨРӘК АУЫРЫУЛЫЛАР ЗАМАНСА ДАУАХАНАЛЫ БУЛДЫ
|

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеобәйләнеш режимында илебеҙ төбәктәренең яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарын асыу сараһында ҡатнашты. Улар араһында Өфөләге Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы ла бар.
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
ИЗРАИЛГӘ НИ ЕТМӘЙ?
|

Үткән аҙнала Яҡын Көнсығышта башланып киткән хәлдәр бөтөн донъяны хафаға һалды: Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху Иран ядро программаһына ҡаршы операция башлауы хаҡында иғлан итте һәм 13 июнь төнөндә 200-ләгән истребитель менән Ирандың ядро программаһы объекттарын, шул иҫәптән юғары хәрби начальниктар штабын утҡа тотто. Һөҙөмтәлә Ислам революцияһы һаҡсылары корпусының (КСИР) командующийы менән Ҡораллы көстәр генераль штабының начальнигы һәм атомсы физик-ғалимдар һәләк булды.
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
ҺИН ДӘ ҠАРТАЙЫРҺЫҢ, МАРДАН...
|

Тик торғанда, һүҙ юҡта һүҙ булһын, тигәндәй килеп сыҡты был йүнһеҙ хәбәр. Кемгәлер йәшәүе бошонҡо булып китеп, күңел асып алырға итәләрме, әллә киләсәктә буласаҡ хәлдәрҙе фаразлаусы шоу-клоун ролен башҡарыуҙарымы - һәр хәлдә, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығып болғаусы әҙәмдәр табылып ҡына тора. Бынан улар ниндәйҙер ләззәт кисерәме, тормошондағы бушлыҡты ямаймы, әллә шулай итеп пиар эшләүҙәреме - әйтеүе ҡыйын.
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
БАЛАЛАРҒА МАЙҘАНСЫҠТАР БИК КӘРӘК
|

Өфө тураһында күп итеп яҙырға була, сөнки баш ҡалабыҙ көндән-көн ҙурая, үҫә. Уның үҙәгендә лә төрлө эштәр әүҙем алып барыла, шулай уҡ ҡалаға ҡараған, әммә Өфөнән ситтәрәк урынлашҡан район биләмәләрендә лә эштәр гөрләй.
Күптән күҙәтеп барыуым түбәндәге фекерҙәрҙе төйнәргә булышлыҡ итте лә инде. Мәҫәлән, ҡала хакимиәте өфөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн төрлө мөмкинлектәр тыуҙыра. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары, велосипедта йөрөү өсөн махсус юлдар, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар төҙөкләндерелә һәм яңылары булдырыла, руль артындағылар тураһында ла онотолмай. Ләкин ҡайһы берәүҙәрҙең ошо матурлыҡты юҡ итергә тырышыуы күңелде ҡыра. Яңыраҡ М.Ғафури исемендәге парктағы спорт майҙансығында урынлаштырылған ҡоролмаларҙы емереп-ҡырып киткәндәр. Кемдең ҡулы баралыр бындай эшкә?
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
РУХИӘТ ҺАҠСЫҺЫ УЛ
|

"Киске Өфө" - ул минең өсөн рухи аҙыҡ, күңелемде, йөрәгемде йылытҡан баҫма. Был гәзитте уҡығанда үҙ халҡыңдың тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли геройҙары тураһында беләһең, улар менән ғорурланаһың.
|
Уҡырға
19.06.25
|
|
|
ЫСЫН САБЫРЛЫҠ ШУНДАЙ
|

Шундай хәҙис бар. Бер ваҡыт Аллаһ Илсеһе (с.ғ.с.) ҡәбер янында күҙ йәштәрен түгеп ултырған ҡатын янынан үтеп барған. Ҡатындың хәлен күреп, уға:
- Аллаһтан ҡурҡ һәм сабыр ит! - тигән. Бәйғәмбәрҙе танымайынса, ҡатын:
- Кит янымдан, мин кисергәнде һинең кисергәнең юҡ бит әле! - тип ҡысҡырып ебәргән.
|
Уҡырға
11.06.25
|
|
|
ТӨБӘКТЕҢ ЕР-ҺЫУЫНЫҢ БОРОНҒО АТАМАЛАРЫ БОҘОЛМАҺЫН!
|

"Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттарының (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының) Берҙәм дәүләт реестрында тәбиғәт ҡомартҡыһының исемен алмаштырыу өсөн документация әҙерләгән. Билдәле булыуынса, мәмерйә реестрға "Палеолит осоро һынлы сәнғәте менән Капово мәмерйәһе" федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты тип теркәлгән. Тиҙҙән унда, ЮНЕСКО-ға ебәрелгән номинация досьеһындағы кеүек үк, мираҫ объекты "Палеолит осоро һынлы сәнғәте менән Шүлгәнташ мәмерйәһе" тип яҙыласаҡ. Был хаҡта "Мираҫты һаҡлайбыҙ" түңәрәк өҫтәлендә сығыш яһап, музей-ҡурсаулыҡ директоры Фәүзил Маликов хәбәр итте.
|
Уҡырға
11.06.25
|
|
|
РАДИОНЫҢ ТӘРБИӘҮИ КӨСӨНӘ БӨГӨНГӨ БАЛАЛАРҘЫ ЛА ЙӘЛЕП ИТӘЙЕК
|

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республиканың радио-телевидение тармағы ветераны Фәнүзә Баһауетдинованы радиотыңлаусылар үҙ эшенә мөкиббән киткән тынғыһыҙ журналист, яғымлы тауышлы алып барыусы тип белә. Һүҙ - Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙының үҙенә.
|
Уҡырға
11.06.25
|
|
|
КЕР ҺАБЫНЫ
|

Һатыу нөктәһендәге хужалыҡ әйберҙәре бүлегенә боролғас, кәрәкһеҙ нимәләй бер яҡ ситкә һалынған кер һабынын ҡулыма алып, уны танауыма яҡын килтереп, бер аҙ онотолоп торҙом.
Һәр һатып алыусының мәнфәғәтен күҙәтеүсе, теләктәрен һүҙһеҙ үтәүсе һатыусы ҡыҙ янымда пәйҙә булды.
|
Уҡырға
11.06.25
|
|
|
КӨСЛӨЛӘР НӘҪЕЛЕНӘНМЕН
|

Ҡайһы бер шиғри юлдар бер уҡыуҙа уҡ хәтергә һеңеп ҡалыусан бит. Бына Рәми Ғариповтың "Ҡомдағы эҙҙәр" шиғырының һуңғы өлөшө олоғайғас та йыш иҫкә төшә:
Ҡомдағы эҙ генә мәллә
Был һантый йәшлек үҙе?
Хәҙер уны юясаҡ бит
Тулҡындары диңгеҙҙең!..
Йәшлекте ҡомдағы эҙҙәргә тиңләһә лә шағир, ҡайһы бер эҙҙәр шундай тәрән, диңгеҙҙәй ғүмерҙең тулҡындары ла юя алмай уны. Хатта бала саҡ эҙҙәре лә һаҡлана...
|
Уҡырға
11.06.25
|
|
|
|
Биттәр : # « 1 2 3 4 5 6 7 » #
|
Киске Өфө
|
|
Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.
(В. Короленко).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|