Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
|
|
Биттәр : # « 1 2 3 4 5 6 7 8 9 » #
ЫҢҒАЙ ТОЙҒОЛАРҘА БӘҮЕЛТӘ
|

Әле 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара. Ә был аҙнанан башлап ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителгән.
|
Уҡырға
05.06.25
|
|
|
ҒӘСКӘРОВСЫЛАР СӘФӘРЕ
|

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, шулай уҡ Запорожье өлкәһе ҡалалары буйлап гастролдәрен тамамланы. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планы сиктәрендә коллектив Бердянск, Мелитополь, Донецк, Ҡыҙыл Нур һәм Луганск халҡына "Донъя халыҡтары бейеүҙәре" программаһын тәҡдим итте.
|
Уҡырға
29.05.25
|
|
|
ӨФӨБӨҘ БАЛАЛАРЫ БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘ, БАШҠОРТСА АРАЛАША
|

Өфөлә лә балалар үҙ туған башҡорт телендә һөйләшә. Егерме-утыҙ йылдар самаһы элек был ғәҙәттән тыш хәл һымаҡ ҡабул ителһә, хәҙер иһә ауылдарҙа балаларҙың русса һупалауы ғәҙәти хәлгә әүерелде. Теге замандарҙа туған телде ауылдар һаҡлаһа, хәҙер был оло вазифаны ҡалалар үтәйме икән, тип тә аптырап уйланыла. Сөнки, мәҫәлән, Өфөләге башҡорт гимназиялары, лицейҙарында уҡыусылар, башҡорт балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр бөгөн туған телендә һөйләшә, аралаша, йырлай, төрлө башҡортса бәйге-конкурстарҙа ҡатнаша. Өфөнөң бер нисә башҡорт балалар баҡсаһы менән танышайыҡ.
|
Уҡырға
29.05.25
|
|
|
УЛ ҮҘЕНӘ ҺӘЙКӘЛ ҠУЙҘЫ!
|

Кеше китә, эҙе ҡала... Учалы районында тыуып, оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында йәшәгән билдәле скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Сибай ҡала премияһы лауреаты Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғарипов республиканың мәҙәни тормошонда яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ул арҙаҡлы шәхестәргә һәйкәл-бюстар ижад итеп, үҙенә лә мәңгелек дан һәйкәле ҡалдырҙы.
|
Уҡырға
29.05.25
|
|
|
ОЛОҒАЯ БАРҒАН ҺАЙЫН КЕШЕНЕҢ БАЛА САҒЫ УҒА ЯҠЫНАЯ БАРА
|

(Эссе)
Һәр бер әҙәми заттың ғүмер башы - бала сағында. Бәлки, тап ошо йылдар кеше ғүмеренең иң бәхетле осоролор ул. Әлбиттә, заманалар ауырҙарҙан ауыр булып, һуғыш-ҡыйралыштар сығып, ас-яланғас, етемлектә үҫкән, белем алыуҙан мәхрүм ҡалған балаларҙы бер нисек тә бәхетле булған тип әйтергә тел әйләнмәй. Беҙ, йәше инде 60-70-тән уҙған оло быуын вәкилдәре, балалыҡ йылдарыбыҙ, ысынлап та, бәхетле заманға тура килде, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Нисек шулай булмаһын ти: атайҙарыбыҙ, яраланған булһа ла, ҡанлы яуҙарҙан тере ҡайтҡан, инәйҙәребеҙ, һәр яҡтан етешһеҙ булған көнитмешкә ҡарамайынса, 50-се йылдарҙа беҙгә ғүмер бүләк иткән.
|
Уҡырға
29.05.25
|
|
|
ЯҘЫУСЫ ҺҮҘЕ БӨГӨН ДӘ КӘРӘК...
|

Тик ул үҙ һүҙен яңыса, заманса әйтергә өйрәнһен!
30 майҙан 1 июнгә тиклем өс көн дауамында Өфөлә III Халыҡ-ара "Китап-Байрам" китап йәрминкәһе үтә. Ошо сағыу сара айҡанлы беҙ Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева һәм "Самрау-Медиа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Мансур Риф улы Ғилфанов менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Һөйләшеү барышында, "Китап донъяһы бөгөн ни хәлдә?", "Халҡыбыҙ китап уҡыймы, китапҡа һорау бармы?" тигән һорауҙарға яуап эҙләнек.
|
Уҡырға
29.05.25
|
|
|
БАШҠОРТ ТАРХАНДАРЫ ҺӘМ ДВОРЯНДАРЫ
|

Профессор Рим Янғужин башҡорт йәмғиәтенең юғары социаль ҡатламдары хаҡындағы бер мәҡәләһендә 1850 йылда башҡорттарҙан 590 дворян булған тигән һан килтерә. 1840 йылдарҙың урталарында 19 ғына башҡорт дворяны булып, дүрт-биш йыл эсендә (1850 йылда) был һандың 590-ға етеүе шик тыуҙыра. Беҙҙеңсә, 590 һанына башҡорт дворяндары ғына түгел, уның тархандары һаны ла ингәндер, моғайын. Ә бына ошонан һуң, 1851 йылдан 1865 йылға тиклем, йәғни ун биш йыл буйына бер генә башҡорт башлығы йәки затлы ғаиләһе дворян дәрәжәһе ала алмауы был шикте тағы көсәйтә. Йәғни Рәсәй хөкүмәте, уның губернаторҙары сит милләттән һәм икенсе дин вәкилдәренән дворянлыҡҡа кандидатураларҙы берәмтекләп кенә һайлап алыр булғандар. Рәсәй иле алдында күрһәткән ҙур хеҙмәттәре һәм аҡ батшаға тоғролоҡтары был һайланышта төп үлсәм (критерий) һаналған.
|
Уҡырға
29.05.25
|
|
|
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
|

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
А.П. Безак
(1860 - 1864 йылдарҙа губернатор булған)
Безактың идара итеүенең һуңғы йылында казак ғаиләләренән махсус клуб булдырыла, унда урта сословие кешеләре лә йөрөй ала. Бейеү кисәләренә бик күп публика йөрөй, кисә бинаһында ныҡ тығыҙ була. Клуб уставына ярашлы, бында йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың айырыуса матур кейем менән килеүе талап ителмәй, дамалар ҡәҙимге күлдәктәрҙә һәм ябай прическа менән килә. Ошо клуб өс йылдан да артыҡ эшләмәй. Крыжановский, бында ниндәйҙе бер сепаратизм һыҙаттарын күрә һәм клубты яба.
|
Уҡырға
29.05.25
|
|
|
ИКЕНСЕ ТУРҒА ӘҘЕРЛЕК
|

Яңыраҡ ҡына Стамбулда булып үткән Рәсәй - Украина һөйләшеүҙәренә ҡарамаҫтан, Киев режимын ҡотороҡ биҙгәге тотто: һуңғы ваҡыт Рәсәйҙең граждандар объекттарына пилотһыҙ осоусы аппараттар менән һөжүм көсәйтелде.
|
Уҡырға
29.05.25
|
|
|
БАЙРАМ БЕҘҘӘ, БАЙРАМ! БЕҘ КИТАП УҠЫЙБЫҘ!
|

Өфө "Китап-Байрам" III Халыҡ-ара китап йәрминкәһен ҡаршы алырға әҙерләнә. Ул 30, 31 майҙа һәм 1 июндә үтәсәк. Форумды ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сығыш яһай.
|
Уҡырға
29.05.25
|
|
|
САЛАУАТ ҺӘЙКӘЛЕ - ДОНЪЯ МИРАҪЫ
|

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Художестволар академияһы президенты Василий Церетели менән осрашты һәм Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләһе тураһында һөйләште.
|
Уҡырға
22.05.25
|
|
|
ХЫЯНАТҺЫҘ МИЛЛӘТБЕҘ БЕҘ...
|

Өс һорауыбыҙҙы Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында йәшәп ижад итеүсе Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, тыуған ерҙең ысын патриоты Иҙрис МӨҘӘРИС-НОҒМАНОВҡа төбәнек.
|
Уҡырға
22.05.25
|
|
|
АЛТАУ ҺӘМ ҺУҢҒЫ ГРАНАТА - 7
|

...Бына шундай уйсан егет ине ул. Оҙаҡ ҡайтты Ибраһим ул көндө өйөнә. Меңәр ҡабат үткән урамдан барғанда, ниндәй бәхетле йылдар, көндәр, сәғәттәр, минуттар, секундтар ошонда уҙғанын бөтөн булмышы менән, хатта аяҡ табандары менән тойҙо. Мәктәбенә инмәне. Етәкселек менән күптән һөйләшеп, килешеп ҡуйғайны; үҙ телеге менән тигән ғаризаһы күптән бирелгән, датаһын ғына ҡуйырға кәрәк - ҡуйырҙар. Урамда төрөлгән ҡыҙыл келәмде йөкмәп йүгергән йәш кенә ҡатын тап булғайны. "Ҡыҙыл келәмдәрен ҡалдырып киткәндәр. Алып китегеҙ, тип арттарынан йүгерҙем. Ҡуҙғалдылар ҙа киттеләр", - тине мәҙәниәт йорто директоры. - Башҡа беҙгә кәрәкмәһен", - тип ҡысҡырып ҡалдым". Күҙҙәрендә ҡайғы, хәүеф, сараһыҙлыҡ... "Кәрәкмәһен, һеңлем", - тигәйне Ибраһим. Кәрәкмәһен ине...
|
Уҡырға
22.05.25
|
|
|
|
ИЗГЕЛЕК - ЕҢЕҮСЕ КӨС!
|

"Урал батыр" эпосындағы ошо көс - беҙҙең йәшәү ҡағиҙәһе
Сәсәниә, фольклорсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, К. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Асия Солтан ҡыҙы ҒӘЙНУЛЛИНА менән һөйләшкәндән һуң ниңәлер ябай ғына, әммә мәғәнәле, тормошсан бер әкиәт иҫкә төштөсө: йәше еткән улы менән атаһы, мисәүле ат егеп, кәләш эҙләп сығып китәләр. Юлда осраған тәүге ауылда туҡтаған былар. Бына бер ҡыҙ көйәнтәләрен сайҡалтып, һыуға китеп бара икән. Атай кеше оҙаҡ уйлап тормаған, ҡыҙ алдында улын туҡмай башлаған. "Ниңә улыңды туҡмайһың?" - тип һораған ҡыҙ. "Әйткәнде эшләй", - тигән атай кеше. "Әйткәнде эшләгәс, һәйбәт бит", - тип, ҡыҙ егетте яҡлашҡан. "Ултыр, улым, беҙ эҙләгән ҡыҙ был түгел", - тип, былар ары киткән. Икенсе ауылда туҡтағандар. Күп тә тормай, бер ҡыҙҙың һыуға китеп барғанын күргәндәр. Ҡыҙ сибәр генә булһа ла, башы бер яҡҡа ҡыйышыраҡ икән. Атаһы тағы ла улын туҡмай башлаған. "Ниңә улыңды туҡмайһың?" - тип һораған ҡыҙ. Атай кеше: "Әйткәнде эшләй", - тигән тағы ла. "Дөрөҫ, туҡма әйҙә, - тигән ҡыҙ. - Үҙе белеп эшләһен, әйткәнде алйот та эшләй ул". Атай кеше ҡыуанып киткән. "Өйөгөҙ матур ғына, тик мөрйәһе бер яҡҡа ҡыйышыраҡ икән", - тигән ул. "Мөрйәһе ҡыйыш булһа ла, төтөнө тура сыға", - тип яуап биргән ҡыҙ. "Бына, улым, беҙ үҙебеҙ эҙләгәнде таптыҡ", - тигән атай.
Тәүге ҡыҙ ҙа, бәлки, үҙен ҡол хәлендә күрмәйҙер, әммә икенсеһе был тормошта үҙен иркенерәк тоя, тулы һулыш менән йәшәй. Мин үҙһүҙлелекте күҙ уңында тотмайым, үҙ фекерле булыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алам. Үҙһүҙлелек тәкәбберлеккә илтеүсе тар һуҡмаҡ булһа, фекерле булыу, йәғни төтөндөң төҙ сығыуы кешенең йәшәйеш офоҡтарын киңәйтә, камиллыҡҡа яҡынайта. Минеңсә, Асия Солтан ҡыҙының булмышы боронғонан ҡалғанды үҙе белгәнсә еткереү. Уға шундай бурыс йөкмәтелгән һәм ул ғүмере буйына васыят ителгәнде тормошҡа ашыра, тура юлдан бара. Уның һөйләгәндәренән бер кәлимә.
|
Уҡырға
22.05.25
|
|
|
БАШҠОРТ ТАРХАНДАРЫ ҺӘМ ДВОРЯНДАРЫ
|

Башҡорт тархандары һанының XVIII быуаттың икенсе яртыһында кәмей барыуы батша хөкүмәтенең 1754 йылда дөйөм һалымды бөтөрөп, тоҙҙо ҡаҙнанан һатып алыу хаҡында сығарған указына ла ныҡ бәйле, ахырыһы. Сөнки был указ башҡорт, мишәр тархандары менән түбән ҡатлам халыҡ хоҡуҡтарын тиңләй. Һалым бөтөрөлгәс, льготаның кәрәге лә бөтә. Быны тоҙҙо һатып алыу "һалымы" алыштыра. Ә тоҙ өсөн тархандар ҙа ситләтелгән һалым түләргә мәжбүрҙәр. Был хәл тарханлыҡ исеменең дәрәжәһен төшөрә, социаль асылын юя.
|
Уҡырға
22.05.25
|
|
|
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
|

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
А.П. Безак
(1860 - 1864 йылдарҙа губернатор булған)
Катениндан һуң генерал-губернатор вазифаһына Александр Павлович Безак тәғәйенләнә. 1860 йылдың аҙағында, Ырымбурға килеү менән үк, үҙ өйөнөң залында хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабул иткәнендә төбәк менән либераль башланғыстарҙа идара итәсәге хаҡында белдерә. Ул ошо юҫыҡта тейешле реформалар үткәреү кәрәклеге, Петербургтан белемле чиновниктар саҡырыласағы, вазифаларға тәғәйенләгән саҡта һәр бер кеше бар яҡтан да тикшерелгәндән һуң ғына ҡуйыласағы хаҡында һөйләй, сөнки шулай булмағанда эшкә лә зыян килә, вазифа биләгән кешене алыштырған саҡта ул да уңайһыҙ хәлдә ҡаласаҡ.
|
Уҡырға
22.05.25
|
|
|
МИЛЛИ ИДЕЯҒА ӘЙЛӘНҺЕН "АЙЫҠ АУЫЛ" ТИГӘН СӘЛӘМӘТЛЕК, ИМАН, ИМЕНЛЕК БӘЙГЕҺЕ
|

Өфөнөң "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы әүҙемселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Айыҡ ауыл" конкурсы беренсе тапҡыр 2011 йылда уҙғарылды. 2020 йылдан республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән проект Башҡортостан Башлығы гранттары фондынан ярҙам алды. Конкурстың төп маҡсаттары - сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу, изге эштәргә дәртләндереү. Башҡортостан Башлығы указы менән уҙған йылдан конкурстың приз фонды 48,4 миллион һумға тиклем арттырылды. Еңеүселәр 1,5-6 миллион һумлыҡ премия менән бүләкләнә.
|
Уҡырға
22.05.25
|
|
|
ЛЕНИН ПАРКЫНДА ҠУРАЙҒА ҺӘЙКӘЛ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ!
|

Төҙөкләндереү эштәре башланыу сәбәпле, 12 майҙа Өфөнөң Ленин исемендәге паркы инеп ял итеү өсөн ябылды. Раҫланған проект буйынса ул тулыһынса яңыртыла. Быйыл ағастарҙы бер формаға килтереү, күп йыллыҡ ҡыуаҡтар ултыртыу, коммуникацияларҙы алмаштырыу, юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. Планлаштырылған эштәрҙе тамамлау һәм яңыртылған ял итеү урынын ҡайтанан асыу иһә 2026 йылдың 11 октябренә билдәләнгән.
|
Уҡырға
22.05.25
|
|
|
ТӨП МАҠСАТ КӨСӨНДӘ ҠАЛА
|

Рәсәй менән Украина делегацияларының 16 майҙа булып үткән ни бары ике сәғәтлек осрашыуында ниндәйҙер хәл иткес ҡарарға килеп булмауы уҡыусы балаға ла яҡшы аңлашылалыр. Эксперттар фекеренсә, Рәсәй - Украина делегацияларының был юлы осрашыуы 2022 йылда Киев ғәйебе менән өҙөлгән һөйләшеүҙәрҙән һуң тәүге һынау этабы ғына булды. Алда әле ике яҡты ла тағы күпме шундай этаптар көтәлер - әйтеүе ҡыйын. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Мәскәү был осрашыуҙы ҡәнәғәтләнерлеҡ башланғыс тип тапты.
|
Уҡырға
22.05.25
|
|
|
|
Биттәр : # « 1 2 3 4 5 6 7 8 9 » #
|
Киске Өфө
|
|
Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.
(В. Короленко).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|