СИТ ТАРАФТАРҒА...
бәхет һәм хыял артынан
Был мәғлүмәттәр Мәскәүгә булған эш сәфәренән эйәреп ҡайтты. Күптән мейем лабиринттары араһында аҙашып йөрөй улар. Уйланырға ла форсат бирмәй, кем менәндер уртаҡлашҡанымды көткән мәғлүмәттәремде гәзит уҡыусыларға тәҡдим итергә баҙнат итәм. Мәҡәләм, телевидениела режиссер булып эшләүем сәбәпле, хис-тойғоға үтә наҡыҫ тойолор, бәлки. Унда геройҙарымды осратҡанда күҙемә салынған һәр бер осраҡлыҡ һәм осраҡһыҙлыҡтарҙы һүрәтләргә тырышасаҡмын. Ә һығымтаны, уҡыусым, үҙең яһарһың, тип өмөт итәм. Хыял ишеген эҙләүгә арнайым был һүҙ ебен.
Йәшлек - үҙе тәүәккәллек
Көҙгө командировкамдың тәүге көнө. Башҡорттарға хас һуҙылып сәй эсеүемде күргәс, Вәсил ағай Ханнановтың: "Мәскәүгә килгәндә ашауҙы онотоп торалар, бер секундты ла әрәм итергә ярамай", - тиеүе юл-гүр ғазабын тиҙ онотторҙо. Сикһеҙ киң Рәсәйебеҙҙең баш ҡалаһына килгәндә, уның оҫтаханаһына инеп сығырға ғәҙәтләнгәнмен. Йорттоң беренсе ҡатында Мәскәү скульпторы һындарға йән өрһә, Вәсил ағай уның икенсе ҡатында ижад итә. Семәрләп эшләнгән мөһабәт йортҡа ҡасандыр Пушкин үҙе килеп, тамаҡ ялғар булған, тиҙәр. Вәсил ағай стеналарҙы авангард стилендә үҙ ҡулы менән биҙәгән. Байлыҡ һәм муллыҡты символлаштырған һыйыр елене һындары, мөгөҙлө мал һүрәтләнгән картиналар, Ҡөрьәндең тәүге сүрәһе "Әл-Бәҡара" - бөтөн нәмә һыйыр тематикаһында. Рәссам ҡыҙыҡ күреп һөйләгәйне: кемдер уның ижады менән таныш булмаған саҡта уҡ: "Һеҙҙән һөт еҫе килә", - тигән. Ашарға ла онотоп, шиғыр һөйләй-һөйләй картина яҙа ул. Үҙе генә белгән ниндәйҙер аң етмәҫлек донъяла йәшәй Ханнанов, һине лә үҙ артынан эйәртә. Искәндәр улының талпынып-талпынып виолончель уйнаған моңдары ла килеп ҡушылһа, бөтөнләй башҡа, илаһи төҫтәргә мансылған икенсе киңлектәргә эләккәндәй хис итәһең үҙеңде...
Мин рус һынлы сәнғәтенең Ер шарындағы иң ҙур коллекцияларының береһен үҙ күҙем менән күрергә, тип, Третьяков галереяһына ашыҡтым. Ҡәҙерләп төрөлгән ҡорот, ҡыҙыл эремсек тоҡсайҙарын эләктерергә лә онотманым. Мин уларҙы Лилиәгә тапшырырға тейешмен. Уның менән музейға бергәләшеп сәйәхәт ҡылырға һөйләштек тә инде.
Лилиә М. - Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы студенты, 23 йәштә. Сәнғәт белгесе һөнәрен үҙләштерә. Башҡорт һылыуҙарының бик һирәк осрай торған өлгөһө. Сыңлатып көлгәндә теҙелеп торған ап-аҡ ваҡ тештәрен күрһәткән алһыу иренле, бәләкәй генә битле, йылҡылдап торған тәрән шоколад төҫөндәге ҡуйы сәсле, осҡондары балҡып торған миндаль формаһындағы күҙле - нәзәкәтле, үтә һылыу ҡыҙ. Лилиәнең студент танытмаһы һәм зачеткаһына ярты хаҡҡа ике билет алып, Третьяков галереяһына үттек. Һәр картина тирәһендә туҡтай-туҡтай, юлдашым менән тормош мәғәнәһе хаҡында тәрән фәлсәфә ҡорҙоҡ. Сере менән дә уртаҡлашты Лилиә. Тәүге йылда әлеге уҡыу йортона инә алмаған икән. Әммә юғалып ҡалмаған, бер йыл әҙерләнеп, киләһе йылда көсөн һынап ҡараған. Икенсе барыуында ҙур ҡала баш эйгән нескә ҡыҙға: бөгөн Лилиә белем тәмен тойоп, ҡанатланып уҡып йөрөй. Хатта заманса бейеү, инглиз теле менән шөғөлләнеп, музыка мәктәбендә уҡытып, әҙерәк булһа ла аҡса эшләргә ваҡыт таба. Хыялыңды тормошҡа ашырыу бер ҡасан да һуң түгел, тиҙәр. Кавказ халҡының йоторҙай ҡараштарын йыйып, Мәскәүҙең үҙәк урамдары аша шаулап торған болғансыҡ метроға юлландыҡ. Тормош тәмен бөтөн йөрәге-тәне менән һеңдерергә ынтылған, ҡара күҙҙәрендә илаһи осҡондар уйнаған йәш ҡыҙ халыҡ менән шығырым тулы вагонға инеп китте. Әсәһе ебәргән ҡорот моҡсайы ғына күренеп ҡалды. Уны Мәскәүҙең үҙәгендә уранлашҡан консерваторияның дөйөм ятағы көтә.
Эшемә ҡағылышы булмаған тәүге формаль түгел осрашыу ине был. Яҡты нур һибеп, осҡон булып тороп ҡалды хәтерҙә Лилиә. Хатта көнләшеп тә ҡуйҙым йәшлегенә. Йәш саҡта һәр нәмәне башлауы еңел тойола. Әсәйең күстәнәскә ҡорот һалып та ебәрһә, ҡанаттар тағы ла үҫкәндәй. Ә олоғая килә ҡайһы бер уйҙарың хыял ғына булып ҡала.
Теләккә кәртәләр юҡ
"Карамель", "Услышь мое сердце", "Немного не в себе", "Крем" кеүек билдәле сериалдар режиссеры Флүзә Фархшатова - "Профилдәр" тип исемләнгән тапшырыуымдың буласаҡ геройы. Интервью эшләгәндә уны эш мәлендә төшөрөү хаҡында һөйләшеп ҡуйғайным. Ниһайәт, ярты йыл көтөүем, интернет аша уны бимазалауҙарым бушҡа китмәне.
Лубянка майҙаны. Ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән ошо боронғо биналарҙың береһендә кино төшөрөлөргә тейеш. ПТС - күсмә телевизион станция машиналарын күреп ҡалыу менән операторым менән унан һуҙылып киткән сымдар буйынса юлландыҡ. Улар беҙҙе икенсе ҡатҡа алып менде. Бында аппаратура тағы ла күберәк булып сыҡты. Тирә-яҡта кабелдәргә уралып, костюм, декорация менән ҡапсыҡтар тәгәрәп ята, шау-гөр килеп халыҡ йүгерешә. Ҡайҙандыр яңғыраған "Камера! Мотор!" тиеү менән уларҙың барыһы ла туҡтап, тын да алмай ҡатып ҡала. Был мауыҡтырғыс мәхшәр араһында Флүзәне күреп ҡалам. Яҡынлашыуы ла ҡурҡыныс, янында ғәйепле йөҙ менән торған ҡыҙсыҡ ниндәйҙер хилафлыҡ ҡылған, күрәһең. Әһә, киноға төшөр алдынан кәрәкле ойоҡ әҙерләмәгән икән. Режиссер костюм буйынса рәссамға шелтә яһай була, тимәк. Ул арала Флүзә аптырап тормай, ботинкаларын ситкә ырғытып, үҙенең ойоҡтарын актерға һона, бирелеп уға ролен аңлата башлай. "Режиссерыбыҙ шәп кеше, ҡәтғи, әммә асыулана белмәй", - тип йылмайып, ҡаҙаҡҡа оҡшаған егет беҙгә күҙ ҡыҫып китә.
Фильм төшөрөү майҙансығын үҙ күҙең менән күреү - уникаль мөмкинлек. Ул телевидениенан ҡырҡа айырыла. Режиссер кино төшөрөү барышын мониторҙар аша күҙәтеп, "плейбэкта" - ситтә ултыра. Ҡолаҡсындар һәм рация аша бригадаға команда биреп, эш барышы менән етәкселек итә. Янында ярҙамсыһы дублдәрҙе яҙып, ә тауыш режиссеры тауыш кимәлен тикшереп бара. Бер эпизод төшөрөлөү менән, улар бар аппаратура менән икенсе сәхнәгә күсә. Майҙансыҡтар иртән иртүк әҙерләнә. Минең күҙ алдымда ғына табип кабинеты һәм йоҡо бүлмәһендәге диалогтар төшөрөлдө.
Офис декорацияларына күсеү мәлендә микрофоным менән Флүзә янына ашыҡтым. "Сериал төшөрөү - конвейер һымаҡ икән. Завод эшен хәтерләткән был эштә ижадҡа урын ҡаламы?" - режиссерға баянан бирле борсоған һорауымды бирәм. "Ысынлап та, ҡәтғи график буйынса эшләйбеҙ, көнөнә билдәле бер план үтәйбеҙ. Әммә ижадһыҙ мөмкин түгел. Киноның һәр кадрын алдан уҡ ҡағыҙға төшөрәһең. Режиссер - монитор ҡаршыһына ултырғанда, оператор - камера артына баҫҡанда нимәне һәм нисек төшөрәсәген алдан белә", - ти Флүзә. Тормоштоң әлеге этабында Флүзә өсөн сериал төшөрөү - тик аҡса эшләү генә. Ул киләсәктә ҙур экрандарға сығыр тәрән мәғәнәле фильм эшләү тураһында хыяллана. Башҡорт киноһы тураһында айырыуса әсенеп һөйләне ул. "Өфөмә ҡайтып ижад итер инем", - тиеүе аптырата төштө. Халҡы, уның киләсәге Мәскәүҙең ҡайнап торған тормошона ҡарағанда Флүзәне нығыраҡ борсой. Биҙәнеп, кейемдәрен алмаштырып, гримерканан актриса килеп сыҡты. Миңә бүленгән ун биш минут үтеп китте, тигән һүҙ. Яңынан "Камера! Мотор!" командалары ишетелә башланы. Операторым менән аяҡ осона баҫып ҡына сығып китәбеҙ.
Электрон йә ҡағыҙ китаптарға, гәзит-журналдарға тексәйгән, таушалған һоро кейемдәргә төрөнгән ғәмһеҙ йөҙҙәргә ҡарап, метроның ҡолаҡ ярғыс тауышына битемде сирып, вагонда китеп барам. Уйҙарымда - Флүзә. Көн дә иртән һәм кисен ике сәғәт ғүмерен ошо вагонда һелкенеп үткәрә ул. Бөтөн мәскәүҙәр ише, йә сценарийҙы уҡып, йә буласаҡ киноны башында ҡат-ҡат әйләндереп баралыр. Ошондай тормошта йәшәр өсөн ул ике йыл рәттән ВГИК-ҡа ҡабул итеү имтихандарына килә, билдәле Рәсәй режиссерҙарының ассистенты булып эшләй. Эйе, белем дә, бөйөклөк тә еңел бирелмәй. Әйткәндәй, Мәскәүгә йәш ҡыҙсыҡ булып килмәй Флүзә. Рәссам белеме булған, Рияз Исхаҡов менән клиптар сығарып өлгөргән тәжрибәле режиссер булып килә. Тимәк, нисә йәштә булыуың мөһим түгел, күрәһең, теләгеңдең ни тиклем көслө булыуы мөһим... "Киләһе туҡталыш-"Охотный ряд" - дикторҙың яғымлы тауышы ишетелә. Был туҡталышта тағы бер Лилиә менән осрашырға һүҙ ҡуйышҡанмын...
Үҙеңде тап - бәхет һине табыр
"Бриош" француз күмәсе янына, осһоҙораҡ булһын, тип, эсергә 35 һумға йылы һөт алдым. 140 һумлыҡ усҡа һыймалы шоколад, ҡуйыртылған һөт менән буялған, ауыҙҙа иреп торор татлы йомроҡасты әкрен генә ашай-ашай, Лилиә менән өҫтәл артында ултырабыҙ. Мәскәүҙә һәр ерҙә wi-fi бар. Планшеткаң булһа, интернетһыҙ ҡалмаясаҡһың. Мәскәүҙә күп мәсьәлә интернет аша хәл ителә. Эш табам, тиһәң дә, тәүҙә электрон резюмеңды ебәрергә кәрәк. Әлбиттә, танышлыҡ аша урынлашыу булмаған урын юҡтыр, әммә резюме төшөнсәһе был ҙур ҡалала күҙ буяу өсөн генә түгел.
- Метрола китеп барғанда шылтыраттылар: "Маяковская" станцияһына килә алаһығыҙмы?" Нимә яуапларға белмәй торған арала дикторҙың "Киләһе станция -"Маяковская" тигәнен ишетеп, "Эйе!" тип әйтеүемде һиҙмәй ҙә ҡалам. Ике сәғәттән Мәскәү банктарының береһендә эш контрактына ҡултамға ҡуйып ултыра инем. Бөрөлә эшләгәндә күп тәжрибә туплағандай, банк системаһының бар үҙенсәлектәрен төшөнгәндәй тоя инем. Бәхеткә түҙеп ҡара, тиеүҙәре дөрөҫ икән. Тик торғанда, 32 йәш тула тигәндә, Мәскәүгә сығып китеп, яңы тормош башларға булдым, - тип үҙенең тарихын һөйләй Лилиә. Ябай ғына итеп кейенгән, сәсен йыйған, биҙәнмәгән, ихлас йылмайғанда күҙҙәре тирәһендә ҡояш нурҙары шикелле һырҙар һуҙылып китә. Ысынын әйткәндә, ҡаршымда ултырған был ҡыҙҙы абруйлы банк хеҙмәткәре тимәҫһең дә.
- Мәскәү өлкәһенә ҡараған Подольск ҡалаһында бүлмә таптым, - ти Лилиә. - Эш урынымдан алыҫ. Иртәнге 9-ҙа эштә ултырыр өсөн иң тәүге 6-лағы электричкала, унан 40 минут тирәһе метрола килергә тура килә ине. Йәшәгән бүлмәм - буп-буш. Тын менән тултырылған матрас һатып алдым. Интернет ҡиммәт: нетбугымдан көн дә бер үк фильм ҡарап, ҡай саҡ артыҡ арыуҙан ашамайынса ла йоҡларға ята инем. Йәшәү шарттарына ҡул ғына һелтәр инем, күрәһеләрем алда булған икән. Мәскәү халҡы башҡорт халҡы түгел: алдашырға ғына торалар. Банктың кредит бүлексәһендәмен, алдаҡсыларҙың ниндәйе менән эш итергә тура килмәй. Бөрөлә эшләгән сағымда һәр клиентым менән танышып, дуҫлашып бөткәйнем. Бында һине нисек мыҫҡыл итергә белмәй аҙапланалар, - тип әсенә ҡыҙ.
Мәскәүгә китергәме-юҡмы, тип аптырап йөрөгәндә, күрәҙәсегә лә барып килә Лилиә. Ул ҡатындың "ярты йыл түҙһәң, уңырһың" тигәненә ышанып, ҙур ҡалаға сығып китә. Яңы тормош башлауына әле ни бары дүрт ай. "Тағы ике ай теш ҡыҫырға", тип күҙҙәре тирәһендәге ҡояш һыр-нурҙарын уйнатып, йылмая үҙе.
Мине һаман да, хыял өсөн йәш ҡаршылыҡ була аламы, тигән һорау борсой. Лилиә бит аптырап тормаған, нисек кенә булмаһын, өсөнсө тиҫтәһен ваҡлағанда тормошон ҡырҡа үҙгәртергә булған. Ә Мәскәү тураһында хыялланды микән ул берәй ҡасан? Әллә яңғыҙлыҡ үҙәгенә үттеме икән? Ҙур ҡала яулауы бәхет түгел, ул ҡалала үҙеңде, тормош мәғәнәһен, икенсе яртыңды табыу - бына бәхеттер ул. Нисек кенә булмаһын, тормош мәғәнәһе - нәҫел ҡалдырыуҙа, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Ялтыр машинанан төшөп, ялтыр ресторанда ялтыр кейемдәрҙә яңғыҙлыҡтан ҡалтырап ултырыр өсөн килмәгәндер бит Лилиә Мәскәүгә...
Гөлназ ҒӘЛИМУЛЛИНА.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА