САЛАУАТТЫҢ ИСЕМЕН...
онотоуға юл ҡуймайыҡ
"Башҡортостан Республикаһында Салауат Юлаев көндәрен үткәреү тураһында"ғы Президент ҡарары менән ойошторолған "Салауат йыйыны" фольклор байрамының һуңғы йылдарҙа Салауат районы һабантуйы кимәлендә генә үтеүенә ҡарашығыҙ нисек?
Таңсулпан ҒАРИПОВА, яҙыусы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты: Тамашасы булараҡ ҡына түгел, ваҡытында "Салауат йыйыны"ның сценарийын яҙған, уны әҙерләүҙә ҡатнашҡан кеше булараҡ, был йыйындың башҡорт халҡы өсөн әһәмиәтен яҡшы төшөнәм. Шул йылда Саҡмағош районында үткән был йыйынға 17 мең тамашасы килгәйне, уларҙың һәр береһе театрлаштырылған тамашаны күҙенә йәш алып ҡараны. Саҡмағош - Ҡәнзәфәр Усаевтың исеменә бәйле яҡ, йыйындан һуң ул төбәк бөтөнләй яңырыш, күтәрелеш кисерҙе, халыҡтың рухы күтәрелеп, үҙенең тарихына яңыса ҡараш, яңыса баһа бирҙе. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, Салауаттың исемен халыҡтың күңелендә, ил хәтерендә яңыртып тороу кәрәк икән, тип уйлап ҡайтҡайным был йыйындан. Әлбиттә, ҡайһы бер уйланылып етмәгән ерҙәре лә булғандыр. Ҙурҙан ҡубып райондар килә, тирмәләр ҡора, хатта уларҙы ҡарап сығыу өсөн ваҡыт етмәй ине. Йыйынды бер аҙнаға һуҙып үткәреп, уларға үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн шарттар тыуҙырырға ла кәрәк булғандыр. Борондан башҡорттоң йыйылып, һөйләшер урыны булған. "Салауат йыйыны"ла кәңәшләшеү, маҡсаттар билдәләү урынына әүерелеп, унан халыҡтың күңеле байығып ҡайтырға тейеш. Бәлки, йыл һайын түгел, мәҫәлән, өс йылға бер, тик иң яҡшы кимәлдә үткәреү был байрамдың бәҫен тағы арттырыр ине.
Салауат Юлаев беҙҙең өсөн азатлыҡ символына әйләнгән шәхес, үткәнебеҙҙең, еребеҙ, илебеҙ өсөн алып барған көрәштәребеҙҙең кәүҙәләнеше ул. Бөгөн аңлайбыҙ, ата-бабаларыбыҙ бушҡа ҡан ҡоймаған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә башҡорт бейҙәре территория бөтөнлөгөн, халыҡты ҡырылыуҙан һаҡлап алып ҡалған. Был иң аҡыллы ҡарар булғанлығын инҡар итә алмайбыҙ, шул рәүешле бейҙәребеҙ Рәсәй дәүләтендә федерализмға нигеҙ һалған. Октябрь революцияһынан һуң беренселәрҙән булып автономиялы республика төҙөй алыуыбыҙ шулай уҡ аҡыллы шәхестәребеҙҙең исеме менән бәйле. Хәҙер күптәр шул федерализм булмау арҡаһында зыян күрә, Украинаны ғына миҫал итеп алығыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, Салауат та федерализм, Башҡортостандың үҙ аллы йәшәүе өсөн көрәшкән. Азатлыҡ өсөн, тиңдәр араһында тиң булып йәшәү өсөн Салауат ҡан ҡойған, башҡалар ҡоралын һалғанда ла, үҙ принциптарына тоғро ҡалып, аҙаҡҡаса торған һәм ҡартайғансы ситтә, илен һағынып көн күрергә мәжбүр булған. Ул башҡорт өсөн изге һын, изге шәхес, шуға ла уның исеменә, эшмәкәрлегенә бәйле булған "Салауат йыйыны"н район кимәлендә генә хәтергә алыуға юл ҡуйырға ярамай. "Һыу аға ла, таш ҡала", ти халыҡ, заманалар төрлө булыр, тик улар һыу кеүек, ағыр ҙа китер, ә халыҡ ҡалыр. Шуға, аңлы булайыҡ, шәхестәребеҙҙең исемен онотоуға юл ҡуймайыҡсы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА