«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘМЫШТЫҢ ҺӘР ТӘҠДИМЕНӘ "ЭЙЕ" ТИП ЯУАП БИР!
+  - 

Шәһит Хамматов Тормош көн һайын һәр кемгә тиҫтәләгән мөмкинлектәр бирә. Тик кемдер уға, "Эйе", тип әйтергә ҡыйыулыҡ таба, кемдер был мөмкинлектәргә иғтибар ҙа итмәй, тапалған юлы менән бара бирә. Бөгөнгө геройыбыҙ - М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов тап ана шул ҡыйыуҙар һәм үҙ яҙмышын үҙе яҙыусылар рәтенән. Йәш, әммә танылыу яулап өлгөргән актер менән әңгәмәбеҙ уның ижады, театрға алып килгән юлы, милли сәнғәт хаҡында булыр.

"Баян нимә ул?"

Бәләкәй саҡта йырларға һәм һуғышырға ярата торғайным. Уҡырға төшкәс, мәктәптә иң шаян малай булғанмындыр, моғайын. Беренсе класты тамамлағас, әсәйем мине Сибайға, Өфө сәнғәт академияһы эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбенең филиалына уҡырға бирергә булды. Унда йырларға өйрәтәләр, тине. Мин: "Ә һуғышырға өйрәтәләрме һуң?" тигән һорауыма ыңғай яуап алғас, бик теләп, талпынып барҙым. "Нимә тип кенә һораһалар ҙа, икеләнмә лә, оялма ла, "Эйе", тип яуап бир", - тине әсәй. Индем, йырлап күрһәттем. Комиссия рәйесе Наил Ғәйетбай минең йырлауымды оҡшатты ла, баянда уйнай беләһеңме, тип һораны. "Эйе", - тием. "Һәйбәт уйнайһыңмы?" - ти. "Эйе", - тип яуаплайым тағы ла ышаныслыраҡ итеп. Сыҡтым да, әсәйемдән: "Әсәй, баян нимә була ул?" - тип һораным. Ошо минең һорауым ауылыбыҙҙа лаҡап булып таралды ла инде. Был ваҡиғаға 20 йыл үткән, ҡайтҡан һайын ауылдаш ағайҙар: "Шунан, ҡустым, баяндың нимә икәнен белдеңме инде?" - тип шаярталар.
Тормоштоң һәр тәҡдименә "Эйе!" тип яуап бирергә кәрәклегенә бәләкәй саҡтан уҡ төшөндөм шулай. Кешенең эшләй белмәгән бер нәмәһе лә юҡ, бары тик ҡыйыулыҡты йыйып, тотонорға ғына кәрәк. Баяндан тыш, пианино, ҡурай, ҡумыҙ, хатта кларнетта уйнай беләм хәҙер. Сөнки Сибай музыка мәктәбендә өс класс уҡығандан һуң, уҡыуҙы Өфөлә дауам иттем, һуңынан Өфө сәнғәт училищеһында тынлы музыка ҡоралдары бүлегендә уҡыным. Театрға ылығып китеүем училищела уҡып йөрөгәндә булды. Илшат Йомағоловтың "Нәркәс" спектакленең премьераһына барып, беренсе тапҡыр илап ҡайттым. Ниндәйҙер таҙарыныу, үҫеш кисергән кеүек булдым. Училищены тамамлаған йылда Тансулпан Бабичева курс йыя ине, актер булырға хәл иттем. Имтихандар тапшырған мәлдә аҡсабыҙ бөтөп, дуҫтар менән Салауат Юлаев һәйкәле янында шешә йыйып тапшырып, аҡса эшләгән, йоҡларға урын булмайынса, бисмиллабыҙҙы уҡый-уҡый, төҙөлөп ятҡан сиркәү бинаһында йоҡлап сыҡҡан ваҡыттар ҙа булды. Бына шунан башланып китте лә инде күңелле, ығы-зығылы актер тормошо.

Һәр ваҡиғанан фәһем ал

Интернатта, училищела, һуңынан академияла уҡыған йылдарым мине белемдән тыш, тағы бер ҙур байлыҡтың эйәһе итте - унда мин күп таныштар, ысын дуҫтар таптым. Тормоштоң асылына иртәрәк төшөндөм, ихтыяр көсөм нығынды, яҡшыны - ямандан, дуҫты дошмандан айырырға һәм һәр осраҡтан, һәр ваҡиғанан һабаҡ, фәһем алырға өйрәндем. Матур йәшәү өсөн иң кәрәкле сифат - зарланмау икәнен аңланым. Әгәр ҙә мине ҡурсалап, хаталарҙан, ниндәйҙер эштәрҙән бер туҡтауһыҙ аралап торһалар, үҙ фекерем дә булмаҫ, ғөмүмән, бөгөн мин бөтөнләй икенсе кеше булыр инем. Тыуған йорттан иртә сығарып ебәреүе әсәйемә еңел булмағандыр. Балаһын һәр аҙымда хәүеф, һынауҙар һағалап торғанын да белгәндер. Бер тапҡыр шулай икенсе класта уҡып йөрөгәндә автобус менән Хәлилгә килдем, унда Гөлнара апайым мине ҡаршы алып, Урал ауылына барырға тейешбеҙ. Ҡыш, күҙ асҡыһыҙ буран, ҡараңғы, апайым, уның әхирәте, мин - өсәүләп 16 саҡрым тирәһе араны йәйәү атланыҡ. Алға йүгереп китәм дә, апайҙар килеп еткәнсе, хәл йыйып ултырам. Әсәй билмән бешереп, банкаға һалып ебәргәйне, шул туңған билмәндәрҙе ашағаным хәтерҙә. Әммә был ваҡиға ла бер ҡыҙыҡ ҡына булып хәтерҙә ҡалған. Шулай үҙ аллы булырға, бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫҡа ла өйрәнелде.

Һәләтле ижадсылар ҡайҙа?

Театрҙа эшләй башлауыма әле биш йыл ғына, шуға ниндәйҙер ҡыҙыҡлы ролдәр әле алдалыр, тип уйлайым. Ғөмүмән, ниндәй генә роль башҡарһаң да, иң тәүҙә, битараф булырға ярамай. Шул уҡ Чиполлиноны уйнау өсөн сәхнәгә йөҙөнсө тапҡыр сыҡһаң да, ялҡмаҫҡа, эшеңде яратып башҡарырға кәрәк. Актерҙар араһында режиссер ҡушҡанды ғына үтәп, эшкә ваҡыт уҙғарыу өсөн генә йөрөгәндәре лә булалыр. Тик былай ағым ыңғайына ағып барыусылар, шулай уҡ дан-шөһрәт артынан артыҡ сабыусылар араһында ла түгелмен. Кеше гел хәрәкәттә булырға тейеш, тик атты тотоп килгән дилбегә һымаҡ, үҙеңдәге хистәрҙе, теләктәрҙе теҙгендә тота белергә кәрәк. Ярышта еңәм, тип, янып үлгән аттар ҙа була. Эшең, ҡылыҡтарың күңелеңә тыныслыҡ, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтерһә, дөрөҫ тиҙлектә бараһың.
Актер өсөн сәхнә менән тормошто бутамау мөһим. Тик шулай ҙа сәхнәлә артыҡ уйнарға ла кәрәкмәй, ундағы тормош ғәҙәти тормоштан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Кемдер, роль өҫтөндә эшләйем, тип, үтә шаштырып ебәрә. Образ бит ул кәбән ҡойған кеүек, бесәнде ташлап бөткәс, кәбәнде матурлап, тырма менән тарап сығаһың. Станиславский ҙа, еңел, ябай итеп эшләгеҙ, тип әйткән бит. М. Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәре буйынса ҡуйылған "Донъяның ярҙары икәү" спектаклендә Кендек ролен биргәс, Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева, эҙлән, тигәйне. Автор һүрәтләүенән тыш, был малай ҡайҙа нимә күрә, ниндәй һыу эсә, ниндәй уйын уйнай - ошоларҙың барыһын да күңелемдән үткәреп, яратып эшләгәйнем. Мине тап ошо роль актер булараҡ үҫтерҙе, донъяға бөтөнләй икенсе төрлө ҡарай бушланым. "Ташлама утты, Прометей!"ҙа Гермес ролен сәхнәгә сығарыу шулай уҡ ҙур мәктәп булды. Үкенескә күрә, был спектаклдәр әле сәхнәлә бармай, ә бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда бик фәһемле әҫәрҙәр ине.
Әйткәндәй, бөгөнгө тамашасы сәнғәтте яҡшы аңлай. Элек әйтер һүҙ, фекер булһа, хәҙер мәғлүмәт, технологиялар заманы. Театр өлкәһендә барған бөтөн эксперименттар тамашасыны аптыратыу өсөн тәғәйенләнә, миңә ҡалһа. Әммә театрҙың традицион нигеҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалып ҡала ҡайһы саҡта. Тамашасыны ышандырырҙай, актерҙарҙың күҙҙәрендә осҡондар уята алырҙай лидерҙар юҡ. Дәүләт күпме кешене уҡытып сығара, тик ҡайҙа ул йәш режиссерҙар, һәләтле актерҙар? Уларҙың үҙ һөнәре буйынса түгел, башҡа ерҙә эшләп йөрөүенән милли сәнғәт күтәрелеш кисерә алмаясаҡ, шуныһы бигерәк йәл.

Йәштәр оҡшай миңә

Театрҙағы төп эшемдән тыш, йәштәр араһында үткән төрлө сараларҙа ҡатнашырға тырышам. Бөгөнгө йәштәр оҡшай миңә, улар донъяға бөтөнләй икенсе, ыңғай ҡараш менән йәшәй. Мин башҡорт, тип ҡысҡырып йөрөп кенә түгел, белеме, аҡылы, тырышлығы менән сәнғәт, фән, спорт өлкәһен алға этәрәсәк йәштәребеҙ үҫеп килә. 15 йылдан беҙҙең йәмғиәт икенсе тормош, икенсе уйҙар менән йәшәренә өмөтөм ҙур.
Милли эстраданың кимәленә килгәндә иһә, бөгөн ул ҡатлам-ҡатлам ятҡан ҡоймаҡ һымаҡ. Театрҙарҙың, филармонияның, телевидениеның, радионың, "Башҡорт йыры" бәйгеһенең, сит республика йырсылары ҡуйған концерттарҙың һәм, әлбиттә, "Бәйләнештә" социаль сайтының үҙенең артистары һәм тыңлаусылары бар. Улар төрлөһө төрлө яҡта йөрөй, ниндәйҙер берләштереүсе, контролдә тотоусы махсус ойошма юҡ. Шуға күрә үҫеш тә, юғары кимәл дә юҡ. Бына мин өс меңгә аранжировка эшләтеп, сығып йырлайым, тиһәм, берәү ҙә тыймаясаҡ. Бөгөн йырсыларҙан кем тулы зал йыя ала икән? Рөстәм Ғиззәтуллин, Сәғиҙулла Байегет кеүек артистарҙан тыш, бик һирәктәр быға өлгәшә аласаҡ. Ҡатын-ҡыҙ башҡарыусылар араһында ундайҙар бөтөнләй юҡ кеүек. Ҡайһы берҙә йәш башҡарыусылар "Бәйләнештә" сайты өсөн генә ижад итә кеүек тойолоп китә. Клип төшөрөп, интернетҡа ҡуя ла, лайктар йыйып, ҡәнәғәтлек кисерә. Сәхнәгә ҙур маҡсаттар менән аяҡ баҫырға кәрәк. "Мин халҡыма үҙ һүҙемде әйткем килә" менән "Минең йырлағым килә" тигән теләк араһында айырма ҙур.

Йөрәктә дәрт булһа...

Шулай ҙа бөгөн мине ауылда йәшәгән халҡыбыҙҙың яҙмышы күберәк борсой. Донъя тотҡаһы булған ағайҙарҙы ниндәйҙер битарафлыҡ баҫты. Иртән тороп, сәй эсә лә, урманға эшкә китә, унан ҡайтып ашағас, йоҡларға ята. Араларында насар ғәҙәттәр менән дуҫ булғандары байтаҡ. Йорт-ҡураһын төҙөк тотоп, матур итеп йәшәргә ынтылыштың булмауы ла аптырата мине.
Бер йәй шулай, ауыл күркәмләнһен, тип, егеттәр менән тау башына ҡарағай бүрәнәләрҙән ауылыбыҙҙың исемен яҙып ҡуйырға булдыҡ. Буранғол ауылының рәсми атамаһы ни өсөндөр Боранғол булып йөрөй. Ауыл хакимиәтендә шуға Боранғол тип яҙырға ҡуштылар. Эшләй башлағайныҡ, халыҡ фекере икегә бүленде - бер яҡта - "у", икенсе яҡта "о" яҡлылар. Шулай ҙа эшләнек, буяп та ҡуйҙыҡ. Йәй буйына халыҡ ауылдың атамаһы тураһында ғына һөйләште, бәхәстәр тынманы. Бер көн төш күрәм, кемдер "о" хәрефен боҙорға маташа. Торҙом да, ҡараһам, ысынлап та берәү тау битендә йөрөп ята. Барһам, ауылдашым, актер Рәмзил Сәлмәнов. "Өйҙә лә, бесәндә лә бер генә тема, шул тиклем ялҡыттылар", - ти, баҡтиһәң, ул өс төн буйы "о"-ны нисек итеп "у"-ға әйләндерергә мөмкин икәнлеген уйлап ятҡан. "О"-ны "у"-ға әйләндерә башлағайныҡ, "о" яҡлылар тауға менә башланы. Ә хәҙер был урын ауылдың матур бер еренә әүерелде.
Йәшәгән ерең ҡотло булырға тейеш, ошоно тормошҡа ашырырға дәртең етһә, һин башҡа нәмәгә - ауылыңдың, халҡыңдың киләсәгенә лә битараф булмаясаҡһың. Илдә ниндәй генә ваҡиғалар булмаһын, зарланмаҫҡа, изгелекле булырға, аптырамаҫҡа өйрәнергә кәрәк. "Эшләргә кәрәк!" ти торғайны экс-президентыбыҙ. Бөгөнгө замандың тарихи әһәмиәте шунда - халыҡ үҙенең тормошо үҙенең ҡулында икәнен аңланы. Ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырһың, ҡырмыҫҡалар йүгерешә башлай бит әле, шуның кеүек, яйлап хәрәкәтләнә башланыҡ, тимәк, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр ваҡыты алда әле.

Шулай итеп...
Нисек кенә булмаһын, кешенең киләсәктә ниндәй шәхес булып үҫәсәген билдәләгән нигеҙ, Шәһит үҙе әйтмешләй арҡа бағанаһы, бала саҡта формалаша шул. Был кешенең бөтөн холоҡ-ҡылыҡтарына ла: уҡыуына ла, үҙгәрә һәм камиллаша алыуына ла, дуҫтар һәм, әлбиттә, һөнәр һайлай белеүенә лә йоғонто яһай. Тап шундайҙар ғына яҙмыштың бер тәҡдимен дә кире ҡаҡмайынса, һәр ваҡиғанан ыңғай тәжрибә алып йәшәй белә. Ир-егеттең ике юлдашы бар: береһе - батырлыҡ, береһе - тәүәккәллек, ти халҡыбыҙ ҙа. Тәүәккәл булайыҡ, шул саҡта киләсәгебеҙ яҡты буласаҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.09.14 | Ҡаралған: 1755

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru