Кем ул ысын ир-егет? Ир затынан булған кеше Аллаһы Тәғәлә тарафынан билдәләнгән бурысын, мөҙҙәтен аңлап йәшәһен өсөн нимә кәрәк? Ниндәй шарттарҙа сыныға ул ир характеры? Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күләгәһенән сығырға ынтыламы бөгөнгө ирҙәребеҙ? Әллә уларға ошолай йәшәү күпкә уңайлыраҡ, йәтешерәкме? Ошо һорауҙарға Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбенең хеҙмәт, география, йыр, ОБЖ предметтары уҡытыусыһы, ауылда "Ир-егеттәр ҡоро"н ойошторған уҙаман Илгиз Ғәлимнур улы ЙӘНБИРҘИН менән яуап эҙләйбеҙ.
Ирҙәр ҡайҙа булған?
Ауылда йәшәүҙең бер ҡыҙыҡлы яғы бар - унда һәр кешенең кем икәнен, нимә эшләп йөрөүен барыһы ла белеп тора. Мин үҙем ошо ауылда тыуып, ғүмерем буйы ошонда йәшәгән кеше булараҡ, ауылдаштарымды яҡшы беләм. Ҡарап йөрөйөм: беҙҙә генә түгел, башҡа ауылдарҙа ла ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙән бер аҙымға алданыраҡ барған һымаҡ тойола башланы. Етәксе урындарҙа - ҡатын-ҡыҙ, йәмәғәт эштәрендә - ағинәйҙәр, хатта автомобилдә лә гүзәл заттар күберәк йөрөй.
Бәй, элек йәмғиәтте тотоп торған, уның барлыҡ мәшәҡәттәрен, ырыу-ара низағтарҙы хәл итеүҙе үҙ ҡулына алған сәсәндәр, батырҙар, түрәләр ҡайҙа һуң? Бер уйлаһаң, аҫыл ирҙәр ҙә бар, улар һаман дә үҙ хеҙмәтен намыҫлы башҡара. Әммә ирҙәргә элеккесә хөрмәтләп ҡарау бөтөп бара. Элек урамда берәй малай күренһә, оло инәйҙәр ҙә уның юлын ҡыймаған - ситләтеп үткән. Малайҙар үҙҙәренең ир затынан булыуын бала саҡтан уҡ белеп, тойоп үҫкән. Ә хәҙер малайҙар араһында ҡыҙ фиғеллеләр ҙә осрап ҡуя. Ғәҙәттә, әсәләре йә өләсәләре яңғыҙ тәрбиәләгән малайҙар ошондай булып үҫә. Малайҙар ғына түгел әле, оло йәштәге ағайҙар ҙа бөгөн ҡатындарының күләгәһенә йәшеренеп көн күрә. "Ниңә улай мыҫҡыл ителеп йәшәйһең? Ниңә дәрәжәңде юғарыраҡ күтәрмәйһең - аҡса эшләмәйһең?" тиһәң, "Эйе шул, шулай итергә кәрәк инде ул..." тип, ыңғайға һыпыралар ҙа, элеккесә йәшәй бирәләр. Әллә ундайҙарға ошолай йәшәү уңайлыраҡмы икән, тип тә уйлап ҡуяһың.
Ошондай һорауҙар солғанышында йөрөй торғас, бынамын тигән ирҙәр менән берләшеп, ҡор төҙөп, ир-егеттәребеҙҙең эшен күрһәтерлек, дәрәжәһен күтәрерлек саралар ойоштора башларға кәрәк, тигән һығымтаға килдем. Шулай барлыҡҡа килде лә инде беҙҙең 5 кешенән торған "Ирҙәр ҡоро".
Үҙең өлгө булмай тороп...
Был ҡор сағыштырмаса йәш, әммә донъяның әсе-сөсөһөн татып, етерлек тәжрибә туплап өлгөргән ир уҙамандарынан - Камил Әхмәтов, Мөхтәр Монасипов, Рафаэль Хәмитов, Ғирфан Мырҙаҡаев һәм минән ғибәрәт. Ҡорға һайлап алынған егеттәрҙең һәр береһенең бынамын тигән йорто, тимәк, тырыш, булдыҡлы тигән исеме, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртерлек абруйы бар. Биш кешенең өсөһө спиртлы эсемлектәрҙе ауыҙына ла алмай. Йәғни, йәштәргә бар яҡлап өлгө булырҙай ирҙәрҙе генә һайлап алдыҡ. Дөрөҫ, бөтөнләй идеаль кешеләр юҡ ул донъяла. Йәш саҡта эсергә, тәмәке тартырға ярамай, тип өйрәтеүсе кеше булмағас, ул ғәҙәтәр менән дә шаярылды. Әммә бер туйҙа иҫереп, туйҙы күрмәй ҡалғанымдан һуң ғәрләнеп, башҡа эсмәҫкә ҡарар иттем. Бер айҙан һуң үткән тағы бер туйҙа айыҡ көйө ҡатнаштым. Хәҙер 10 йылдан ашыу был эсемлекте ауыҙыма ла алғаным юҡ. Әйткәндәй, хәҙерге йәштәргә ҡарап, һоҡланам: элек туйҙарҙа йәштәр эсеп, һуғышып бөтә ине, хәҙер аҡыллы ғына күңел асалар. Араларында спиртлы эсемлектәрҙе бөтөнләй эсмәүселәр күбәйгәндән-күбәйә бара. Минең улым да эсмәй ҙә, тартмай ҙа, яңыраҡ өйләндерҙек, әле Баймаҡ ҡалаһында эшләп йөрөй. Улыма үҙем яҡшы өлгө күрһәтмәһәм, эсеп йөрөп, уны алама ғәҙәттәрҙән баш тартырға өндәһәм, ул: "Атай, һин тәүҙә үҙеңде бел, аҙаҡ мине өйрәтерһең", - тип әйтмәҫ ине, тимә.
"Ирҙәр ҡоро" барҙа, өмөт бар
Яңы ғына эшләй башлағанға күрә, әллә ни маҡтана алмайбыҙ әлегә. Атҡарып сыҡҡан эштәрҙән - ауылдаштар, мәктәп уҡыусылары, коллегалар менән бергәләшеп, экологик өмәләргә сығыуҙы әйтергә була. Унда һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Мәктәп эргәһендәге оло баҡсабыҙҙа тирә-яҡҡа шом һалып, ҡотһоҙ күренеш булдырып ултырған ҡороған ағастарҙы киҫеп, "Беларусь" тракторына тейәп, биш арба ҡоро ағас сығарып түктек, егеттәр менән бергәләп хужалары күсеп киткән йорттоң ҡоймаларын йүнәттек. Хәҙер ул урындан үткән һайын күңелгә рәхәт. Ял көндәрендә, байрамдарҙа киске, төнгө ваҡытта беҙҙең дружина ауыл урамдары буйлап йөрөй. Ауыл урамдары буйлап бер-ике тапҡыр үтһәң дә файҙа. Мәктәп уҡыусыларына төрлө темаларға лекциялар һөйләү тәжрибәбеҙ ҙә бар. Әле бына сираттағы һөйләшеүебеҙ алама ғәҙәттәрҙе киҫәтеүгә арналды. Аноним тест һөҙөмтәләрен ҡараһаҡ, 11-се синыфта уҡыусыларҙың барыһы ла тиерлек спиртлы эсемлек эсеп ҡараған булып сыҡты. Хеҙмәт, ОБЖ дәрестәрен алып барыуым арҡаһында миңә малайҙар менән эшләүе икеләтә уңайлы. Хәрби әҙерлек дәресе буйынса районда йыл һайын үткәрелә килгән хәрби йыйында 10-сы синыф егеттәре менән ҡатнашып, 5 көн әрме хеҙмәте шарттарында көн итеү шулай уҡ ныҡ ярҙам итә. Ошо лагерҙан ҡайтҡас, егеттәрҙе алыштырып ҡуялар, тиерһең: 11-се синыфҡа улар тыңлаусан булып, бер башҡа "үҫеп" килә. Улар менән төрлө темаларға әңгәмәләр үткәреү ҙә еңелләшә. Яңғыҙ әсәләр, өләсәйҙәр ҡарамағында үҫкән малайҙарға ир тәрбиәһе биреү йүнәлешендә лә эш алып барам. Ләкин ул балалар ҙа, ҡатындарына бирешеп йәшәгән ирҙәр кеүек, беҙҙең әңгәмәләр ваҡытында ипкә килгән һымаҡ булһалар ҙа, өйҙәрендә киренән элекке хәленә ҡайта.
Себерҙән күп аҡса туплап ҡайтҡан ағайым бер көндө: "Бассейн төҙөһәң дә, барыбер был ауылдың киләсәге юҡ", - тип аптыратты. Мин: "Рим ағай, һин ҡырҙа йөрөп, аҡса туплап ҡайттың, Өфөлә йәшәйһең. Шулай ҙа һин нимәгә ауылға ҡайтып, балыҡҡа йөрөйһөң? Әгәр ҙә һин ҡайтҡан саҡта минең ҡоймаларым емерелеп ятһа, һинең күңелеңә нисек булыр ине икән?" - тигәйнем: "Уныһы ла бар, ҡустым", - тине. Беҙ - ауылдың патриоттары. Беҙ ауылда ҡалғанбыҙ икән, ауылда йәшәйәсәкбеҙ. Ауылды бөтөрмәйәсәкбеҙ - киреһенсә, үҫтерәбеҙ, тибеҙ, Алла бирһә. Ошондай маҡсат менән эшләйбеҙ.
Ауыл үҙен күрһәтәсәк әле
Бая әйткәнемсә, ауылда берәү бер нәмә эшләһә, икенсеһе унан күреп, үҙе лә эшләргә тырыша. Ауыл шулай яйлап матурая. Гәрсә, йәшәү ҙә ауырыраҡ беҙҙә - ямғыр йыш яуып ҡыуандырмай, фермерҙар ҙа мандып китә алмай. Ялҡау, тип, берәүҙе лә әйтә алмайым. Һәр кем эшләй. Әммә эшенең һөҙөмтәһен күрә алмайҙар - шуныһы ҡыйын.
Шулай ҙа йомғаҡлап, шуны әйтке килә - ауыл үҙен күрһәтәсәк әле. Кемдер ауылдың киләсәген өмөтһөҙ тип уйлай икән, ныҡ хаталана. Боронғо йолалар тергеҙелә, яңынан-яңы социаль программалар ҡабул ителә - былар ҙа ауылдың киләсәген тәьмин итә. Күрше Ғүмәр ауылында йәштәр, балалар күп булыуы ҡыуандыра. Беҙҙә лә Герой-әсәләр бар. Шуға, ауыл йәшәйәсәк әле, тип, тулы ышаныс менән әйтә алам
Шулай итеп...
Ирҙәр юҡмы ни хәҙер, тигән һорауға яуапты әллә ҡайҙан эҙләргә лә кәрәкмәй: мәҫәлән, Ярат ауылында ысын ир-азаматтар бар һәм улар тотош ауылды күтәрмәләү маҡсаты менән йәшәйҙәр. Ә ысын ир кем ул тигән һорауға яуапты һәр кем үҙе белә. Был хәрәкәт башҡа төбәктәргә лә таралыр, тип уйлайбыҙ.
Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА