Көслө ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙең халыҡ өсөн ят күренеш түгел. Был күренеш хатта беҙҙең мифологияла ла урын алған. Мәҫәлән, "Алпамыша менән Барсынһылыу"ҙа көслө ҡыҙҙы яҡын-тирәлә көрәштә еңә алған егет булмай. Алпамыша менән дә улар ете көн, ете төн алыша. Был мәлдә уҡыусы күҙе алдына әзмәүерҙәй һылыу килеп баҫалыр ҙа ул, әммә әкиәттә Барсын йылға ҡамышы ише нескә буйлы, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, ай йөҙлө, ынйы тешле итеп һүрәтләнә. Тимәк, көслөлөк бәһлеүәнлек тигәнде аңлатмай.
Ә ҡайҙан килә һуң ғәҙәти кешегә ундай Алпамыша көсө? Был һорауға яуапты бер бөгөн генә түгел, борон-борондан эҙләгәндәр. Суфыйҙар, кеше йәне үтә сафланғансы таҙарһа, ул шундай мөғжизәле көскә эйә булырға мөмкин, тип иҫбатлаған. Көнсығыш халыҡтарында ла эске көстөң асылыуы күп кирәмәттәр тыуҙыра ала, тигән төшөнсә йәшәй. Тимәк, кеше тормошонда күп нәмәне уның эске көсө хәл итә. Ҡарар күҙгә сибек кенә булғандар ҙа ҡайһы мәл шаҡтай ауырлыҡтарҙы күтәрә, йырып сыға ала. Тауҙай көслө күренгән әҙәмдәр иһә һынып, бөгөлөп төшөүе ихтимал. Ҡайһы саҡ йәшәйештең ниндәйҙер бер мәлендә уянып киткән был көс хужаһынан әллә ниндәй батырлыҡтар, матурлыҡтар, мөғжизәләр тыуҙырта. Психологтар әйтеүенсә, ул көс беҙҙең барыбыҙҙа ла бар, тик күптәр уны уята һәм ҡуллана ғына белмәй. Бының өсөн, бәлки, ер тетрәүе мәлендә тын йылға аҫтынан бәреп сыҡҡан көслө ағым кеүек, кешене тетрәндереп, уның ысынбарлығын уятып ебәргәндәй берәй этәргес кәрәктер. Ә, бәлки, был тәбиғәттең кеше аша күрһәткән бер мөғжизәһе генәлер. Бөрйән мөғжизәһе кеүек.
Донъялағы иң көслө ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәй, тигән хәбәргә ысынлап аптыраным. Нисек инде? Америкала ла, Мәскәүҙә лә, хатта Өфөлә лә түгел, ә урман ҡуйынындағы бер ауылда. Чемпион булып даны таралғанына ла инде арыуыҡ, ә ул һаман шул төбәгендә.
Үрҙә әйтелгән шикелле үҙем дә апайҙы бик эре һөйәкле итеп күҙаллап торһам, ҡапҡаны ғәҙәти генә урта буйлы ҡатын килеп асты. Эскә үттек, мин һаман да баһадирҙы кү-рергә өмөтләнәм. Ә унда, баҡтиһәң, башҡа кеше юҡ.
- Һеҙме, атыу, иң көслө ҡатын? - тип һорайым ахырҙа.
Хужабикә көлөп ебәрә:
- Миндер шул...
Ул бөгөн көнө буйы мине көткән икән. Ике яҡлы йыйнаҡ өйө йылы, яңы ғына баҫылған мейесе рәхәтлек бөркөп ултыра. Аш һалған, сәйен сыжлатты. Ауыл ябайлығы менән тиҙ генә танышып, һөйләшеп киттек. Шулай итеп, был кис мине табында донъяның иң көслө ҡатыны хеҙмәтләндерҙе: һыйланы, ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар һөйләне, хатта төнөн урамға алып сығып, ҡышҡы ауыл матурлығын да күрһәтте.
Бала сағында ла, бығаса йәшәгән ғүмерендә лә Сәмәрә Әхәт ҡыҙы Хәлитова артыҡ көсө менән дә, үҙе әйтмешләй, башҡа яҡтары менән дә башҡаларҙан бер ниһе менән дә айырылмаған. Кейәүгә сыҡҡан, балалар үҫтергән, ауыл мәктәбендә өс тиҫтә йыллап физкультуранан уҡытҡан. Ирен иртә юғалтып, бөтөн йәшәйеш ауырлыҡтарын нескә иңдәренә алғандамы, әллә ата-әсәһенән йәшләй генә тороп ҡалып, бәләкәй туғандарын тәрбиәләп үҫтерергә тура килгәндәме - ҡасан унда эске көс асылалыр, билдәһеҙ. "Беҙҙә ауылда һәр ҡатын-ҡыҙ шулай эшләй инде ул", тип, бер ҡатлы ғына итеп аҡланһа ла, арҡалы кешенең арҡалы булыуын аҙ ғына донъя күргән һәр кеше аңлайҙыр. Ә ата-әсәһеҙ бала саҡ, үҙеңдән бәләкәй биш туғаныңа яуаплылыҡ, ирһеҙ ауыл йәшәйеше, шулай уҡ биш баланы күтәреп аяҡҡа баҫтырыу һәр ҡатын-ҡыҙҙың хәленән килә торған эш түгел. Тыуған яғының тәбиғәте кеүек, бер аҙ ҡырыҫыраҡ, хатта йомоғораҡ холҡо эсендәге кисерештәрен сайпылтып күрһәтеп бармай. Күп нәмәне эскә йомоп үткәрә белгәнлеге күҙ ҡарашынан, үҙен тотошонан һиҙелеп тора. Ә бит шулай ҙа иң көслө кеше лә тимерҙән яһалмаған. Уның да ҡара тырышлығы, сәме, сабырлығы һәм баҫалҡылығы аръяғында, бәлки, күптәрҙекенән нескәрәк тә, олораҡ та күңеле бар. Һәм ул күңелдең дә тулыр, өҙөлөр, ҡурҡыр көндәре булалыр. Ана шул мәлдәрҙе эстән һыҙып үткәреү, урттағы ҡанды эскә йота белеү, үҙ-үҙеңә ебергә, бирешергә юл ҡуймау кешенең рухын сыныҡтыралыр, күрәһең. Ысынлап та, тәжрибә күрһәтеүенсә, билдәле спортсыларҙы спорт бер үҙе генә түгел, ә тормош ҡаршылыҡтары, ауырлыҡтар, хатта өмөтһөҙлөк сигенә еткергән хәл-ваҡиғалар тәрбиәләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Сәмәрә Әхәт ҡыҙы ҡыштарын район үҙәге Иҫке Собханғол физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә тренер булып йөрөһә, йәйҙәрен Шүлгәнташ мәмерйәһенә ял итергә килеүселәрҙе ҡоймаҡ һәм сәй менән һыйлай. Шул ысулдар менән ул һаман да балаларына ярҙамсы, терәк булырға тырыша. Ә инде гер күтәреүгә килгәндә, был шөғөл бөтөнләй осраҡлы килеп сыға. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеген етәкләгән ҡустыһы бер һуғылып киткәнендә ҡайҙандыр хасил булып, әллә ҡасандан ошонда ултырған герҙе аңғарып: "Кем бының менән шөғөлләнә?" тип һорап ҡуя. "Мин", тип шаярта апаһы. Ғайса Әхәт улы элеп тә ала: "Егермене күтәрә алһаң, миңә хәбәр ит - ярышҡа алып барам", - ти. Ҡустыһы ҡайтып киткәс, ысынлап гер күтәрергә тотоноп китә Сәмәрә Әхәт ҡыҙы. 16 килолыҡ герҙе бер ауырлыҡһыҙ егерме тапҡыр күтәреп, тағы бер-ике көн шөғөлләнгәндән һуң, иллегә тултырып ҡуя. Ҡустыһына хәбәр итһә, тегенеһе "Ә йөҙҙө?" тип, тағы ла юғарыраҡ планка ҡуя. Тора-бара йөҙҙө лә күтәрә ныҡыш ҡатын. Унан Ғайса Әхәт улы уны ай-вайына ҡуймай, республика, унан халыҡ-ара ярышҡа алып сыға. Унда ул ойоштороусыларҙы шаҡ ҡатырып, 16 килолыҡ герҙе 10 минут эсендә 121 тапҡыр күтәреп күрһәтә. Судьялар урта буйлы ғына, артыҡ ҡалын булмаған ҡатындан бындайҙы көтмәгән була, әлбиттә. Ошо хәлдән һуң башлана инде барыһы ла. Керчь ҡалаһында ветеран-спортсылар араһында Европа чемпионаты үткәрелә. Бөрйән спортсыһы унда 50-54 йәшлектәр араһында шулай уҡ алдынғылыҡты бирмәй. Бер-бер артлы биш тапҡыр Донъя чемпионы исеменә лайыҡ була. Донъя рекордын ҡуя. Минскиҙағы планета беренселегендә иң яҡшыһы булыуға өлгәшә һәм әлегә тиклем үҙ категорияһында донъяның иң көслө ҡатын-ҡыҙы тигән исемде тотоп килә.
Һәм бына шундай спортсы, районда, республикала, хатта илдә бер булған шәхес, милләтебеҙҙең мәртәбәһен, данын күтәрер кеше төпкөл ауылда ябай ғына көн итеп ята. Уның был уңыштарын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Был белмәүселәр иҫәбенә район һәм республика спорт өлкәһе етәкселеге лә инәлер, тип уйлайым, сөнки Сәмәрә Әхәт ҡыҙына, аҡса булмау сәбәпле, күп бәйгеләргә бара алмай ҡалырға тура килә. Шулай уҡ был хеҙмәте өсөн бер ниндәй килем дә алмай. Бөгөнгө көндә биш тапҡыр Донъя чемпионы булған спортсының ил данын рәхмәткә яҡлап йөрөүен күҙ алдына килтерегеҙ әле! Ҡыш айҙарында район үҙәгендә эшләгәндә лә ҡуртымға фатир алып, түләп йә-шәй, ер һорап мөрәжәғәт иткән үтенесен дә кире ҡаҡҡандар. Уйлап ҡараһаң, бындай шарттарҙа нисек итеп көслө булмаҫҡа мөмкин? Ә шулай ҙа күңеле көр, рухы күтәренке Сәмәрә апайҙың, киләһе чемпионатҡа әҙерләнә - ҡолас ташлап утын яра.
Миләүшә ХӘБИЛОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА