«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРМАҒЫҢА АҢ КИЛҺӘ ҺӨНӘРЕҢӘ ДАН КИЛЕР
+  - 

Ҡорама ҡорау - халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был йола кәсепкә, сәнғәт әҫәре өлгөһөнә әүерелеп киткән. Энә, еп һәм тауар киҫәктәренән үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра белә ҡайһылар.

Хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусы Рәшиҙә Ғиззәтуллинаны, тыуған төйәге Бөрйәнгә әйләнеп ҡайтҡас, ниндәй шөғөлгә тотонорға, тигән һорау борсомай. Ул бар ваҡытын һәм тырышлығын күптәнге хыялын бойомға ашырыуға бағышлай - ҡорамаға тотона. Иҫке Собханғол мәҙәниәт йортонда "Кәрәҙ" клубы ойоштора һәм был клубҡа ла етәксенең үҙе кеүек үк ваҡыттарын бушҡа сарыф итергә өйрәнмәгән ҡатын-ҡыҙ йыйыла.
- Эш, ғаилә, бала-саға араһында орсоҡ кеүек өйөрөлөп йәшәп өйрәнгән ҡатындар, ғәҙәттә, балалары өйҙән осоп китеп, үҙҙәре пенсияға сыҡһа, төшөнкөлөккә бирелеүсән. Берәүгә лә кәрәкмәгән итеп тоя башлайҙар үҙҙәрен, йәмғиәттән айырылалар, юҡ-бар ауырыуҙарға бирешә башлайҙар. Был тәңгәлдә минең беренсе маҡсатым - ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡулына боронғо шөғөлөбөҙҙө ҡайтарыу булһа, икенсе ынтылышым - уларҙа нимәгәлер ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, сәмдәрен, һәләттәрен уятыу, - тип асыҡлай Рәшиҙә Хәй ҡыҙы клуб эшмәкәрлеге нигеҙен.
Ысынлап та, сит илдәрҙә хаҡлы ялға сыҡҡандар, хужабикәләр мотлаҡ ниндәйҙер шөғөл менән мауыға бит. Улар спортҡа ылыға, походтарға йөрөй, кеме йырлай, кеме бейей, кеме китап яҙа башлай. Йәғни, тормошта үҙен бөтөнләй икенсе юҫыҡта һынап ҡарай.
Ҡорама ҡорау сепрәк-сапраҡты, һәр ҡырҡындыны файҙаға ебәреү, тәләфләмәү күҙлегенән тыш, дауалау сифаттарына ла эйә икән. Психологтар фекеренсә, ҡорама ҡорағанда кешенең кәйефе күтәрелә, был эш төрлө борсоулы уйҙарҙан ҡотолдора, күҙ, бармаҡ, баш мейеһе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонтоһо ҙур. Был фараз менән "Кәрәҙ" клубы оҫталары ла килешә. Ҡатын-ҡыҙҙың күңел торошо төрлөсә булырға мөмкин. Уның һәр ваҡыт ҡояшлы тороуы ла икеле. Шулай кәйефһеҙ генә эшкә тотоноп китһәң дә, кәрәкмәгән, бер эшкә яраҡһыҙ булған әйберҙәреңде йыйып, йыуып, ҡоршай-ҡоршай торғас, эстә бер камил, бөтөн торош барлыҡҡа килә икән. Ҡулдарыңдың юҡтан ғына шундай матурлыҡ, ижади хеҙмәт тыуҙыра алыуын тойоу күңелде үҫтерә. Был хәл кеше организмы менән бәйле. Бармаҡ остары туранан-тура мейегә сигнал ебәрә һәм ҡорама ҡорағанда мейе эшмәкәрлеге әүҙемләшә, хәтер яҡшыра. Сағыу-сағыу матур туҡымалар менән эшләү күҙҙе дауалай икән. "Кәрәҙ"ҙең әүҙем ҡорамасыларының береһе Зәкиә Суфиянова ғүмере буйы балалар уҡытҡан һәм уның был һөнәр эйәһе булыуы әлеге эш емештәрен аңлатыуында ла ап-асыҡ күренеп тора. Дәрес үткәргәндәй яуаплы ҡарай ул әлеге хеҙмәтенә: - Әсәй-өләсәйҙәрҙең ҡорамаһына һоҡланып үҫкән кешемен, әммә үҙем бер ваҡытта ла бындайҙы эшләй, башҡара аламдыр, тип уйламағайным. Түңәрәккә килгәс тә минең тәүге эштәремдең береһе бәләкәй генә сепрәк киҫәктәрен ялғап, ҡорама ҡорау булды. Кескәй генәнән башлайһың һәм дауам итеп, ҡайһы яҡҡа теләйһең, шул яҡҡа китәһең. Унан йөйҙәрен йәшереп ҡуйыу өсөн заманса таҫмалар үткәрәһең. Шулай уҡ хәҙер күптәрҙә джинсы салбарҙар, костюмдар тулып ята. Бына ул әйберҙәрҙе лә әрәм итмәү юлдарын уйлап таптыҡ. Джинсаларҙан мәңге туҙмай торған сумкалар, ултырғыс япмалары һәм башҡа биҙәктәр сыҡты.
Түңәрәктә шөғөлләнә башлағас, иғтибар итә төштөм: ҡораманы Рәшиҙә Хәй ҡыҙы өйрәткән технология буйынса түшәктең аҫтын һәм өҫтөн үтә итеп теккәс, ул бик сифатлы килеп сыға, күпме тотонһаң да йәл түгел - туҙмай. Ябай материалдарҙан яһайбыҙ, тигәс, кизе-мамыҡ туҡыманан тыш, шәкәр тоҡтары ла эшкә егелде.
Ҡораманан түшәк эшләнә, тип кенә беләбеҙ беҙ. Ә ысынында унан йәнең теләгәндең барыһын да ҡорап була икән. "Кәрәҙ" клубы оҫталары ваҡ сепрәк киҫәктәренән күлдәктән башлап уйынсыҡ туптарға тиклем ҡоршай ала. Улар ҡулы башҡарған зауыҡлы әйберҙәр теләһә ниндәй заманға ла торошло.
Клубтың тағы ла бер ағзаһы Гүзәл Абдуллина ҡораманан яһалған уйынсыҡ туптарҙы, бәләкәй генә янсыҡ сумкаларҙы, кәнфит һауыттарын, сәңгелдәк тәтәйҙәрен, рюкзактарҙы, муйынсаларҙы күрһәтеп хайран итте. Фантазияның сиге юҡ икән был шөғөлдә.
"Кәрәҙ"ҙәрҙең тағы ла бер үҙенсәлеге - иҫке әйберҙәргә яңы төҫ, яңы ғүмер биреүҙә. Мәҫәлән, Тәнзилә Сәйетбатталова исемле апай һандыҡ төбөндә ятҡан кизе шәлдән иҫ киткес костюм-юбка сығарған. Шәлде дүрт ҡат итеп теккән дә, өс ҡат тегем буйын ҡырҡып сыҡҡан. Аңлатыуы ябай ғына булһа ла, әллә ниндәй ҡатмарлы стилистарҙың хеҙмәте ята кеүек үҙендә. Был алым менән түңәрәктең бар ағзалары ла күкрәксәләр тегеп кейеп өлгөргән дә инде. Береһенән береһе сағыуыраҡ булып ултыралар.
Рәшиҙә Ғиззәтуллинаның да яңылыҡтары бар был өлкәлә. "Ҡорама стилендә төрлө осраҡтарға, байрамдамы, көндәлек кейә торғанмы, кейемдәрҙе тегеп була тигәнде иҫбатлау өсөн мин ошо намаҙ күлдәген тегеп кейҙем, - тип күлдәген кейеп тә күрһәтә ул. - Уның еңдәренә, түшенә, арттан да, ошо ҡораманы биҙәү өлгөһө итеп ҡулландым". Бынан тыш, һабантуй күлдәге лә бар оҫтаның. Киләсәктә был кейемдәргә тыуған төйәктәренең ерле биҙәктәрен, орнаменттарын һалып яһамаҡсылар. Ә инде пландарға килгәндә, алдағы көндәрҙә "Кәрәҙ"ҙәр шөғөлдәрен тағы ла киңәйтә, ҙурайта төшөп, ҡыҙҙарға бирнәлек, йорт биҙәктәре булыр ҡаралты-түшәктәр, бүләктәр ҡорап сауҙа асмаҡсы. Ысынлап та, семәрле һандыҡ өҫтөндә ошондай бирнәлек һалып ҡуйыу үҙе үк милли колорит күренеше, дан, мәртәбә бит инде.
Әлегә кәрәҙҙәр клуб эштәре менән төбәк, республика күргәҙмәләрендә ҡатнаша, райондарының эшлекле, бөтмөр ҡатын-ҡыҙҙарының данын яҡлай. Бал ҡорттары кәрәҙ ҡойған кеүек ҡорап, ҡоршап, йөрәк йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп, зауыҡ һәм матурлыҡ тыуҙыра, сәнғәт кимәлендә ижад итә улар.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.16 | Ҡаралған: 1321

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru