Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Нурғәле улы Арыҫланов 1985 йылда Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылында тыуған. 2002 йылда Сибай гимназия-интернатын тамамлағас, Ҡаҙандағы "Мөхәмәҙиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә һәм 2004 йылда Өфөләге Рәсәй Ислам университетының "Теология" факультетына 3-сө курсҡа ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы бүлегенә уҡырға инә. 3-сө курста уҡығанда факультетта студенттар советын, 2005 йылда "Наркотиктарһыҙ ҡала" тигән ирекмәндәр ойошмаһын етәкләй. 2006 йылда Египеттың Ҡаһир ҡалаһындағы ғәрәп телен өйрәнеүсе "Фаджир" үҙәгендә белем ала. Бөгөн ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультетында ситтән тороп уҡый, һайлаған йүнәлеше буйынса ғилми эш яҙа.
Айнурҙың биографияһына күҙ һалғанда уның туҡтауһыҙ белем алыуға, камиллашыуға ынтылышын күрергә була. Әлбиттә, уның ғилемгә булған был ынтылышы башҡарған ғәмәлдәрендә лә сағылыш таба. Уның менән әңгәмәлә гәзит уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуап табыр, тигән уйҙабыҙ.
Совет осоронда кешеләр араһында иптәшлек, дуҫлыҡ, интернационализм кеүек күркәм мөнәсәбәттәр йәшәне. Бөгөн килеп, дингә ихтыяр бирелеп, кешеләр күпләп ошо юлға баҫҡас, кешеләр араһында беҙ совет осоронда күҙ алдына ла килтерә алмаған дошманлыҡ мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килде. Был йәһәттән күренекле яҙыусы, шағир Мәүлит ағай Ямалетдинов ҡыҙыҡлы фекер әйтте: "Дин лакмус кеүек, унда кешенең асылы нығыраҡ сағылыш таба..." Бик ҡыҙыҡлы фекер: әгәр ҙә кеше асылында изге булһа, уның изгелеге тағы ла нығыраҡ күренә, кире сифаттары ла шуға ярашлы сағылыш таба. Әлбиттә, бында Мәүлит ағай менән бәхәсләшергә лә урын бар, сөнки беҙ тәүбәгә килгән кешеләрҙең дә барлығына шаһитбыҙ. Шул уҡ ваҡытта йөрәгең "Аллаһ!" тип типмәйенсә, йәғни Аллаһтың барлығын, Уның берҙән-бер илаһ икәненә ихлас ышанмайынса, телең менән генә доға башҡарыуың да Уны алдарға тырышыуға тиң икәне бәхәсһеҙ. Шулай түгелме?
- Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.л. янына килеп: "Ышанғым килә, әммә ышана алмайым. Аңым менән ҡабул итәм, тик йөрәгемдә бушлыҡ. Миңә нимә эшләргә?" - тигән кешеләр ҙә булған. Бәйғәмбәребеҙ уларға дини тормош менән йәшәргә, намаҙ уҡырға ҡушҡан. Миңә республикабыҙ ауылдары һәм ҡалалары буйлап бик күп йөрөргә тура килә. Шул саҡта үҙенең ғилеме, әхлағы, тәртибе менән ғәжәйеп сифаттарға эйә кешеләрҙе осратырға тура килә. Улар намаҙ уҡыған һәр бер мосолмандан артығыраҡ, мәҙрәсәлә биш йыл белем алған шәкерттән яҡшыраҡ. Тик ундай кешеләр мәсеткә йөрөмәй, намаҙ уҡымай, дини йола үтәмәй. Улар кешеләр менән яҡшы мөғәмәлә итә, ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәй, асыҡ күңелле, йомарт, йәмғиәт өсөн янып йәшәй. Шундайҙарға ҡарап, аптырауға ҡалам. Ундайҙар һин доға уҡыған ваҡытта илап ултыра, ә һәр мулла Ҡөрьән уҡығанда иламай. Бындай күркәм ғәҙәттәр - Аллаһы Тәғәләнең бүләге, тик ул бүләктең ҡәҙерен белергә кәрәк, йәғни ундай кешеләр намаҙ уҡырға, Аллаһҡа зекер әйтергә, рәхмәтле булырға бурыслы. Әгәр ҙә улар рәхмәтле булмаһа, Аллаһы Тәғәлә был сифаттарҙы уларҙан кире тартып алыуы ла бар бит. Бында мәсьәлә ике яҡлы: һин ышанмайынса намаҙ уҡыһаң да, ышанып намаҙ уҡымаһаң да насар. Шул уҡ ваҡытта намаҙ уҡыу ғына иман күрһәткесе була алмай. Дини булмаған ойошмаларҙа һәр бер мулланан иманлыраҡ, теүәтәй кейеп һаҡал үҫтергән һәр бер мосолмандан шәфҡәтлерәк, әҙәплерәк, ихласыраҡ кешеләр менән осрашҡанда шундай уйҙар башҡа килә. Ундай кешеләр араһында бер кемгә лә күрһәтмәй, тик үҙҙәре генә белеп намаҙ уҡығандары ла бар.
Әлбиттә, мин төн уртаһында тороп Аллаһ менән икеһе генә ҡалып, күҙ йәше менән илай-илай намаҙ уҡыусы имамдар барлығын да беләм. Бер үк ваҡытта дин әһелдәрендә профессиональ сифаттар ҙа бар. Ғүмере буйы операция яһаған хирург нисек итеп бер ниндәй йәлләүһеҙ пациенттарының ағзаларын ҡырҡып алып ташлаһа, дин әһелдәренең дә тойғолары йыуылыуы бар.
Һәр төрлө үҫештең, прогрестың нигеҙендә ҡапма-ҡаршылыҡ ята. Ҡапма-ҡаршылыҡһыҙ тормош кешене ойота, хистәрҙе йоҡлата. Аллаһы Тәғәлә гонаһтары өсөн Әҙәм менән Һауаны ожмахтан ергә ҡыуған саҡта ла арттарынан Иблисте эйәртә. Бында ла оло мәғәнә, фәтүә барҙыр...
- Ҡапма-ҡаршылыҡ, юлында кәртәләр булмағанда кеше тыныслана, уның иманы кәмей башлаған һымаҡ. Әйтәйек, һин мәсеттә намаҙ уҡып ултыраһың, шунан урамға сығаһың да, өйөңә ҡайтаһың, төрлө сараларға, йәмәғәтселек урындарына йөрөйһөң. Бар урында ла һине мосолмандар уратып алған. Барыһы ла тәртипле, иманлы, дөрөҫ итеп йәшәйҙәр - бындай шарттарҙа һинең үҫешең өсөн шарттар юҡҡа сыҡҡандай тойола. Үҙем шаһиты булған бер парадоксаль күренеш: эскелектең ныҡ таралған сағында мин йәштәрҙе был йоғонтонан араларға теләп, уларҙы намаҙ уҡырға, тәүбәгә килергә, дин юлына саҡырҙым. Тап шул мәлдә күптәр эскелектән ҡотолдо, дини тормош менән йәшәй башланы. Бөгөн килеп эскелек элекке һымаҡ уҡ көнүҙәк проблема булыуҙан да туҡтаны, дингә эркелеп килеүселәр ҙә кәмене. Мин бында дингә килер өсөн иң тәүҙә эсергә кәрәк, тип әйтергә лә теләмәйем, бары тик кешенең сифати үҙгәрешендә тәүбәгә килеүҙең мөһим роле барлығы хаҡында ғына әйтергә теләйем.
Хәҙерге ваҡытта дингә килгән йәш кешегә шикләнеп ҡарау һаман дауам итә әле. Ә бына һин был юлға нисек килдең?
- Минең ҡарт ҡартәсәйем Кинйәбикә ун-ун биш йәшендә Мөжәүир хәҙрәттә хеҙмәтсе булып йөрөгән, уның өйөн, йорт-ҡураһын ҡараған, иҙәнен йыуған. Хәҙрәт уға: "Ҡыҙым, йөҙ йәшә, һау-бәхетле бул", - тип теләк теләгән. Ысынлап та, ҡарт ҡартәсәйем йөҙ йәшәне, мин уның янында үҫтем. Ул миңә Мөжәүир хәҙрәт менән бергә намаҙ уҡыуҙары, зекер ҡылыуҙары хаҡында һөйләй торғайны. Атайым менән әсәйем эштән бушаманы, мин тәрбиәне ҡарт ҡартәсә-йемдән алдым.
Үҫә килә бер саҡ үҙемдең юлдан яҙа башлауымды ла тойҙом. Ун өс йәшемдә Сибай интернатында уҡығанда һыра эскән, тәмәке тартҡан тиҫтерҙәремә эйәрә башланым. Шулай итеп, эскелеккә бирелдем. Башҡалар туҡтай, мин туҡтай алмайым. Бер мәл төндә йоҡлай алмай ятҡанда күктән утлы шар килеп төштө лә: "Айнур, тор, тәһәрәтләнеп таҙарын да, намаҙға баҫ. Һин Аллаһы Тәғәләгә яҡынайған һайын, Ул һиңә тағы ла яҡынаясаҡ", - тине. Өн менән төш араһындағы был мөғжизәнән ҡурҡып килеп торҙом. Ҡарт ҡартәсәйем өйрәткәнсә, тәһәрәтләнеп, намаҙ уҡып, Сибай мәсетенә, Әғләметдин хәҙрәт янына киттем. Уға үҙем менән ни булғанын һөйләгәс, хәҙрәт мине уҡыта башланы.
Рамаҙан айы ине, ураҙа тоттом. Минең арттан эйәреп, класташтарым, ҡырҡлап егет һәм ҡыҙ мәсеткә йөрөргә тотондо. Чечняла һуғыш барған 90-сы йылдар ине был. Директор мине мәсеткә йөрөгән өсөн интернат-гимназиянан ҡыуып сығарҙы. Шул саҡ өс кластың егеттәре һәм ҡыҙҙары мине яҡлап митинг яһаны. Һөҙөмтәлә, директор мине уҡыуымда ҡалдырырға мәжбүр булды, тик дөйөм ятаҡта йәшәргә рөхсәт итмәне. Мин Әғләметдин хәҙрәттең рөхсәте менән мәсеттә йәшәй башланым, унда йыйыштырыусы булып эшләнем. Тәүҙә иҙән йыуҙым, аҙаҡ һаҡсы, шунан имамдың ярҙамсыһы булып киттем. Артабан Сибайҙа дин юлындағы йәштәрҙең ойошмаһын ойошторҙом, Ҡаҙандағы Мөхәмәҙиә мәҙрәсәһенә уҡырға киттем. Мәҙрәсәне тамамлағас, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратында йәштәр бүлеген етәкләнем, хәҙерге ваҡытта Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәттең 1-се урынбаҫары вазифаһын башҡарам. Был вазифаны башҡарғанға тиклем Төркиәлә, Египетта белемемде камиллаштырҙым, Башҡорт дәүләт университетын, Рәсәй Ислам университетын тамамланым. Әйткәндәй, Нурмөхәмәт хәҙрәт янында 8 йыл хеҙмәт итәм, унан дини һәм тормош һабаҡтары алам. Нурмөхәмәт хәҙрәт тәрән диңгеҙ кеүек хикмәтле Остаз. Мин уға сикһеҙ рәхмәтлемен!
Дингә килгән йәштәр тиҙ генә ниндәйҙер йоғонтоларға бирелеп, хәрәкәттәргә, секталарға ҡушылып барыусан. Был хәл Рәсәйҙә нисектер контролгә алып булмаҫлыҡ хәүефле күренешкә әүерелде. Был нимәнән килә? Наҙанлыҡтанмы, әллә уның беҙ белмәгән башҡа сәбәптәре бармы? Нисек кенә булмаһын, беҙҙә дин юлына аяҡ баҫыу кире йоғонтоға бирелеү һымаҡ ҡабул ителә башланы.
- Мин үҙем дә дин юлына килгәс, иң тәүҙә шундай хәрәкәттә йөрөгән егеттәр араһына барып юлыҡтым һәм йыл ярым самаһы уларҙың йоғонтоһонда булдым. Мине уларҙың бер кемдән дә ҡурҡмауы ҡыҙыҡһындырҙы, улар барлыҡ етәкселәрҙе лә, органдарҙы ла һүгә, улар тураһын әйтә, асыҡ, ғәҙел кеүек. Бындай секталар барлыҡҡа килеүенең, минеңсә, ике сәбәбе бар. Беренсенән, наҙанлыҡ, ғилем булмауы, икенсе сәбәп психологияға бәйле. Атайым шулай һөйләй торғайны: элек башҡорттар ат һайлағанда уны туғарып ебәреп, уның ниндәй өйөргә барып ҡушылыуын күҙәтер булған. Баҡтиһәң, һау аттар бер өйөрҙә, ауырыуҙары икенсе өйөргә туплана икән. Һау аттарҙың айғыры өйөргә ауырыу атты, ауырыу аттарҙыҡы һау атты ҡабул итмәй икән. "Дуҫтарың кем, һин дә шул", тип әйтә торғайны атайым. Дин юлына килгән кеше лә, ошо аттар һымаҡ, үҙенең өйөрөн табып ала.
Минең менән Сибайҙа мәсеткә йөрөй башлаған егеттәрҙең тиҫтәләбе төрлө секталарға китте. Уларҙың ни өсөн был юлдан китеүенең сәбәбе ғаиләләренә, бала саҡтарына ҡайтып ҡала, ундайҙар шул саҡта уҡ йәмәғәтселек тарафынан ҡабул ителмәйенсә, унан ситтәрәк торалар ине. Дингә килгәс, ул егеттәрҙә ниндәйҙер агрессия барлыҡҡа килде, элек улар өндәшмәҫ, шым ғына инеләр.
Бында баяғы Мәүлит ағай Ямалетдиновтың лакмус хаҡында әйткән һүҙҙәре иҫкә килеп төшә. Һин әйткән егеттәргә лә бит, нисектер, үҙҙәрен бойомға ашырырға, шәхесен раҫларға кәрәк булған. Бының өсөн улар динде файҙалана ғына, ысынында, ошо юл менән улар үҙҙәрен раҫларға, күрһәтергә теләй, шулай түгелме?
- Теп-теүәл унлыҡҡа барып тейә. Элек йәш быуынды, үҫмерҙәрҙе октябряттар, пионер, комсомол ойошмалары тәрбиәләй торғайны. Хәҙер иһә әхлаҡһыҙлыҡҡа юлдар ап-асыҡ. Ғаиләлә төплө тәрбиә нигеҙе һалынмағандар ана шундай секталарға инеп китә. Тағы ла мин бер нәмәгә иғтибар иттем: өйөндә кем атаһы менән конфликтта йәшәгән һәм йәшәй, кем атаһы менән уртаҡ тел тапмай, шулар секталарға китә. Ундайҙар үҫеп еткәс, власты, дәүләтте атаһы итеп күрә. Шуға күрә улар атаһына протест белдерер өсөн һаҡал ебәрә, үсеккән үгеҙ, күркә кеүек ҡылана.
Һинең был дәлилдәрең шундай әйтемде иҫкә төшөрә: "Атайым һаҡал ебәрмәйенсә, мин мыйыҡ үҫтермәйем..." Тимәк, "һаҡалтайҙар" был юлға барып, атаһын ихтирам итмәүен белдерә булып сыға. Бик ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс күренеш...
- Бындай күренештең дин менән һис бер уртаҡлығы юҡ. Ғаилә, йәмәғәтселек тарафынан "ситкә тибелгәндәр" һәр бер ауылда тиерлек бар, улар бер-береһен тиҙ генә табып ала һәм динде файҙаланып, үҙҙәренең йәмғиәтен барлыҡҡа килтерә. Ә инде ғаиләһендә яҡшы тәрбиә алған, аталарын ихтирам иткән, әммә бындай ойошмаларға яңылыш һәм осраҡлы барып эләккән егеттәр ваҡытында аҡылға килеп, уларҙан сығып китте. Мин ундай хәрәкәттәрҙе эстән беләм, бик хәүефле күренеш. Унда ғаиләлә, тормошта үҙ-үҙҙәрен тапмаған, уҡырға, эшләргә, ниндәйҙер маҡсатҡа ынтылмаған егеттәр йөрөй. Улар бер урында ла эшләй алмай, ғаиләләрен, балаларын ҡарамай, бер ерҙә лә эшләмәүҙәрен дини юлда йөрөүе менән аҡларға тырыша. Холоҡтары тотороҡло түгел уларҙың, тиҙ генә ҡыҙып баралар, ярһыуҙар. Улар был донъяны инҡар итә, уны шайтанға тиңләйҙәр. Үҙҙәренең йәмғиәтенә башҡаларҙы йәлеп итер өсөн эшһеҙ йөрөгән егеттәргә аҡса ла бирәләр. Бындай йоғонтоға бирелгән егеттәрҙе аңлай алмай аптырағас, мин Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультетына уҡырға индем. Әле шул темаға диссертация яҙам, темаһы "Рухи ҡиммәттәрҙең формалашыуы" тип атала.
Секталарҙа, төрлө хәрәкәттәрҙә йөрөгән егеттәрҙең 98 процентының юғары белеме юҡ. Ә уларҙағы агрессия ҡайҙан килә? Көсһөҙлөктән, ихтыярһыҙлыҡтан килә. Теләһә ниндәй көсһөҙ кешене алығыҙ, ул - агрессив. Агрессив кеше күпселек осраҡта ҡарт кеше, бабай йә әбей, йә булмаһа, бәләкәй бала, ҡурҡаҡ эт. Яҙыҡ юлда йөрөүсе егеттәрҙең агрессияһы уларҙың был донъянан, уның проблемаларынан ҡурҡыуынан килә.
Рухһыҙлыҡ, бушаҡ ихтыяр булған урында агрессия алға сыға, тигән һүҙ ҙә бар. Мине тағы бер мәсьәлә борсоуға һала: дингә килгән кешеләрҙең милләтте инҡар итеүе. Ундайҙар кемгә кейәүгә сыҡһаң да, кемгә өйләнһәң дә була - мосолман булһа еткән, тип һанай. Дин менән милләтте бутау ҡайҙан килә тип иҫәп-ләйһең? Динле бер башҡорт ағайы: "Мин - мосолман, ҡыҙҙарымды кемгә теләйем, шуларға бирәм: төрөк булһын, әзербайжан йә чечен булһын, миңә барыбер - мосолман булһа еткән", - тигәс, беҙ уға: "Ә ниңә улдарыңа уларҙың ҡыҙҙарын алмайһың?" - тигәс, ауыҙына һыу уртлағандай, шымып ҡалды. Урынлы һорау тыуа: ни өсөн башҡорт ҡыҙҙары башҡа халыҡтарға балалар тыуҙыра ла, ниңә башҡа милләттәрҙең ҡыҙҙары башҡорт балалары тыуҙырмай һуң? Ни өсөн фәҡәт ошо мәсьәләлә дин беҙгә зыян килтерергә тейеш?
- Ни өсөн Ислам динендә милләт булмаҫҡа тейеш һуң? Ҡөрьән милләтте инҡар итмәй. Унда "мин һеҙҙе халыҡтар, ҡәбиләләр итеп яралттым, бер-берегеҙҙән өйрәнһен өсөн, һеҙҙең арала иң тәҡүәлеләре миңә иң яҡындары... " тиелә. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә башҡорттарҙы - башҡорт, урыҫтарҙы - урыҫ, инглиздәрҙе - инглиз, француздарҙы француз итеп яралтҡан. Мөхәммәт бәйғәмбәр Мәккәнән ҡыуылғас, унда ҡалған үҙ халҡын һағынып илай, үҙенең тыуған ере, халҡы өсөн ҡылыс тотоп һуғышып йөрөй. Ғәскәр төҙөгәс, иң тәүҙә Мәккәне, халҡын азат итә. "Ожмах - әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында, атайҙарға хөрмәт", тип әйтте Бәйғәмбәребеҙ. Әсәйең, атайың, туғандарың - улар барыһы бергә һинең ҡәбиләң, халҡың, ошоларҙан һуң нисек дин милләтте инҡар итһен инде? Диндә милләтте инҡар иткән фекер күберәк Сәғүд Ғәрәбстанынан килә. Улар бар мосолмандарҙы ла ғәрәп итеп күргеһе килә. Мин Египетта уҡыным һәм күп осраҡта уларҙың тәкәбберлегенә шаһит булдым. "Мин - Мәккәнән", тип, улар хатта беҙҙең менән һөйләшмәй ҙә торғайны. Улар беҙгә икенсе сорт мосолман итеп ҡарай һәм өҫтән аҫҡа ҡарап ҡына һаулыҡ һораша. Унда уҡыған төрөктәрҙән, татарҙарҙан, Кавказ мосолмандарынан һорағыҙ, улар барыһы ла минең һүҙҙәрҙе ҡеүәтләр.
Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең һуңғы бөйөк бәйғәмбәр икәнен таныһаҡ та, беҙ Аллаһы Тәғәлә тарафынан башҡа халыҡтарға ла бәйғәмбәрҙәр ебәрелгәнен беләбеҙ. Бәлки, Урал батыр ҙа беҙҙең халыҡҡа ебәрелгән бәйғәмбәрҙер. Беҙҙең халыҡ оҙаҡ ваҡыт дингә килмәй тора ла, бер килһә, ныҡлап, йөрәге, һөйәктәре менән килә. Сөнки халҡыбыҙҙа ихласлыҡ көслө. Мин Рәсәй һәм донъя буйлап күп йөрөйөм. Тик беҙҙең ерҙәрҙә генә иң ихлас дингә килеүселәр йәшәй. Башҡа яҡтарҙа, бер ҡараһаң, күмәкләп дингә килеү күҙәтелә, мәсеттәренә һыймайҙар. Урамға сыҡҡан шул уҡ мосолмандар һине алдап китергә мөмкиндәр.
Һәр мосолман үҙенең милләтен һаҡларға, яҡларға бурыслы. Беҙ Аллаһы Тәғәләнән ҡалған аманат. Бәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә кемдер берәү үҙенең атаһын һәм халҡын танымаһа, икенсе кешене үҙенең атаһы тип таныһа, үҙен башҡа халыҡтың вәкиле итеп белһә, уға тамуҡта урын әҙерләнеүе хаҡында әйтелә. Тимәк, кемдәр үҙенең балаһына туған телен өйрәтмәй, үҙ милләтенең рухында тәрбиәләмәй, уларға Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында яуап бирергә тура киләсәк. Мин дә ҡыҙым Ғәйшә менән улым Нурсолтанды шулай тәрбиәләргә бурыслымын.
Беҙҙең халыҡта "Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел", тигән әйтем бар. Шуны нисек аңлайһың?
- Был мәҡәл-әйтем Бәйғәмбәребеҙҙән килә, ул "Һәр кешене яҡшы итеп күр" тип әйтә. Динле кешеләрҙә тәкәбберлек тә барлыҡҡа килеүсән. Улар бер нисә доға ятлай ҙа, үҙҙәрен гонаһһыҙ бәндә итеп тоя, тәмәке тартыусы, эсеүсе кешеләрҙе бер туҡтауһыҙ тәнҡитләй, уларҙы кешегә лә һанамай башлай. Был тәкәбберлектең иң ҡурҡынысы - рухи тәкәбберлек.
Бер яҡтан ҡарағанда, ҡыҙыҡ - "рухи", икенсе яҡтан ҡарағанда, ҡыҙғаныс - "тәкәбберлек..."
- Эйе, логика буйынса бергә ҡулланып булмаҫлыҡ төшөнсәләр, әммә улар дин юлындағы кешелә булыуы бар. Ундайҙар, сусҡа ите ашаусы кешеләр менән бер ваҡытта ла сәй эсмәйем, араҡы эскәндәр, тәмәке тартҡандар менән һөйләшмәйем, ти. Күрәһең, Бәйғәмбәребеҙ "Үҙеңдән башҡаны әүлиә итеп бел" тигән һүҙҙәрҙе әйткән саҡта ошондай рухи тәкәбберлеккә юл ҡуймауҙы маҡсат итеп ҡуйғандыр.
Минең дә был әйтемгә ҡарата үҙ фекерем бар. Унда "Үҙеңдән башҡаны" тип әйтелгәс, "үҙеңдән башҡаларға" яҡшы кеше лә, яуызы ла, ике йөҙлөһө лә, алдаҡсыһы ла, батыры ла, ҡурҡағы ла, хатта дошмандарың да инә. Яҡшыға ҡарап - яҡшы булырға, яуызға ҡарап - яуыз булмаҫҡа, ике йөҙлөгә ҡарап - ике йөҙлө булмаҫҡа, алдаҡсыға ҡарап - алдашмаҫҡа, батырға ҡарап - ҡурҡаҡ, бахыр булмаҫҡа, ҡурҡаҡҡа ҡарап - батыр булырға, дошманға ҡарап - дуҫ булырға өйрәнәһең икән, ысынлап та, һин кемгәләр оҡшарға тырышаһың йә ғибрәт алаһың икән, ул кеше, ысынлап та, һине нимәгәлер өйрәтеүсе, һабаҡ биреүсе әүлиә булып сыға инде. Тағы бер мәсьәлә. Әйтәйек, Рәсәй Федерацияһында христиандар, мосолмандар, католиктар, буддистар, индуистар, протестанттар һ.б. диндәге кешеләр йәшәй. Беҙҙә, бигерәк тә Чечнялағы ваҡиғаларҙан һуң, хиджаб кейеүсе ҡатын-ҡыҙҙы ҡуйынында мина йөрөтөүсе "шәһиҙәгә" тиңләй башланылар. Шул арҡала Рәсәй ҡалаһы урамында хиджаб кейеүсе ҡатын-ҡыҙға ҡарап, башҡа диндәге кешеләрҙең күңелендә агрессия барлыҡҡа килә икән, был гонаһ түгелме?
- Гонаһ, әлбиттә. Ә шулай ҙа беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға ғәрәп стилендәге хиджаб кейеү кәрәкмәйҙер. Беҙҙең ҡартәсәй-өләсәйҙәр баштарына яулыҡ ябынып, өҫтәренә милли кейем кейеп йөрөгән. Һуңғы ваҡытта барлыҡҡа килгән ағинәйҙәр хәрәкәтендә шул күркәм йоланы кире тергеҙергә ынтылыш барлыҡҡа килде. Диндә шулай: башҡа кеше һинең кейгән кейемеңә ҡарап, һиңә оҡшарға ынтылып торорға, һинән өлгө алырға тейеш. Шул саҡта һин үҙеңә оҡшарға тырышҡан кешегә "Хоҙай" тип бер тапҡыр әйтмәйенсә лә, уны дингә килтерә алаһың.
Ғөмүмән, беҙ бәләкәй саҡта мәсеткә йөрөүсе, намаҙ уҡыусы олатайҙар, нисектер, хикмәтле күренә, бик төплө инеләр. Атлап барыуҙары һоҡланғыс ине, өйгә килеп инһәләр, өй эсе яҡтырып китер ине. Хәҙер иһә дингә еңел ҡараш барлыҡҡа килде, дин, үкенескә күрә, модаға әйләнеп бара. Намаҙ уҡыусы, ураҙа тотоусы кешегә күп осраҡта ышанып та булмай. Бәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә, ҡиәмәт көнө яҡынлашҡан саҡта дингә килеүселәрҙең диңгеҙҙәге күперек кеүек күбәйере, әммә уларҙың сифаттары түбән булыры хаҡында әйтелә. Уйлай китһәң, ҡиәмәт көнөнөң билдәләре күп ҡалманы. Хәҙер донъя икегә бүленергә, Сәғүд Ғәрәбстанының сүллектәре йәшеллеккә күмелергә тейеш. Быйылғы йәйҙә, ысынлап та, Сәғүд Ғәрәбстанында ямғырҙар яуҙы, шишмәләр урғылып сыҡты, сүллек уртаһынан йылғалар ағып, оазистар ҙурая башланы. "Сәғүд Ғәрәбстаны йәшеллеккә күмелмәйенсә, ҡиәмәт көнө етмәҫ", тине Бәйғәмбәребеҙ. Йыһан карабынан тороп был ерҙе фотоға төшөргәндәр һәм унда йәшел ерҙәрҙең һиҙелерлек артыуы күҙәтелгән. Ҡыҫҡаһы, ҡиәмәт көнөнөң күп кенә билдәләре һиҙемләнә, уйымса, ҡиәмәт көнө ишек артында тора.
Хәҙерге ваҡытта, совет осоронда ла шулай булды, күптәр ғәрәп телен белмәйенсә, аңламайынса, намаҙҙарҙың кириллица менән бирелгән транскрипцияһын ятлап, намаҙ уҡып йөрөй. Бындай осраҡ өсөн "Уҡыуымдағы кәмселек-хаталарымды ғәфү ит..." тигән һүҙҙәр ҙә уйлап сығарылған. Бер үк ваҡытта транскрипция аша намаҙ уҡыуҙы ла инҡар итеп булмай, сөнки, әгәр ҙә беҙ быны дөрөҫ түгел тип таныһаҡ, илебеҙҙең намаҙ уҡыусы иң күпселек мосолмандарын диндән кире дүндереүебеҙ бар. Ошо мәсьәләгә һинең ҡараш нисек?
- Минеңсә, оло быуындың транскрипциянан уҡыуын аңларға була. Бында уларҙың ғәйебе юҡ. Улар транскрипциянан уҡыһа ла, доғаларҙағы һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңларға тейеш. Сөнки әйткән һүҙеңдең мәғәнәһен аңламайынса тороп, эске дөрөҫ инаныу барлыҡҡа килмәйәсәк. Һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлар өсөн дә юл бар: хәҙерге ваҡытта төрлө телдәргә тәржемә ителгән Ҡөрьән китаптарында сүрәләр өс төрлө рәүештә: ғәрәпсә, туған телдә һәм транскрипцияла бирелә.
Беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ дүрт-биш тел белгән. Баймаҡ районының Ғабдулла Сәиди нигеҙ һалған Муллаҡай мәҙрәсәһендә йыл һайын 200-300 шәкерт уҡып сыҡҡан. Улар ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен, Ҡөрьәнде, 40 мең хәҙисте яттан белгән, уҡып сыҡҡас, бөтөн донъяға таралған, Ислам динен Рәсәйҙә, Кавказда тотоп торған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Евразияла дин тотҡаһы булған. Шуға күрә динде дөрөҫ аңлау беҙҙең халыҡтың күңелендә генетик кимәлдә ята. Ә хәҙерге көндә Башҡортостандың барлыҡ мәҙрәсәләрен тамамлаусыларҙың дөйөм һаны 50-гә лә тулмай.
Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультетында уҡыу һиңә диндәге ниндәй күренештәрҙе аңларға ярҙам итте?
- Ҡайһы бер студенттар дингә килә лә, юғары уҡыу йортонда белем алыуҙан баш тарта, донъяуи ғилемдәрҙе хәрәм тип таный башлай. Әммә физикаһыҙ, биологияһыҙ, психологияһыҙ Ҡөрьәнде аңлап булмай. БДПУ-ла уҡыу миңә Ҡөрьәнде, динде нығыраҡ аңларға ярҙам итте. Үҙемде-үҙем ныҡлап аңлай башланым. Йәмғиәтте, унда кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен аңларға ярҙам итте. Иң мөһиме: төрлө секталарға йөрөгән егеттәрҙе аңларға ла мөмкинлек бирҙе. Миңә факультеттағы уҡытыусылар "Психология кеше күңелен (йәнен) өйрәнеүсе фән" тип өйрәтте. Ә мин шуны ла беләм: күңел - ул рух. Ҡөрьәндә бер кем дә рухты өйрәнә алмай, тип әйтелә. Тимәк, психология нәфсене өйрәтә. Психологик процестарға уйлау, иғтибар, хәтер, телмәр инә, нәфсе лә шуларҙан тора. Тимәк, нәфсеңде тыям, тиһәң, һин иң тәүҙә фекерләүеңде тыйырға тейешһең, фекерләүҙән нәфсе башлана. Икенсенән, һин яланғас ҡыҙға иғтибар итәһең, уны хәтереңә һалып ҡуйып, ҡайҙалыр шул хаҡта һөйләп йөрөйһөң икән - нәфселеһең. Мин хәҙер үҙемдең нәфсемде энәһенән ебенә тиклем өйрәндем. Ә ниңә Аллаһы Тәғәлә миңә ул нәфсене биргән һуң? Рух нимә ул? Ул - көс, аккумулятор, ток. Нәфсе машина эсендә ултырыусы водитель, машина үҙе - беҙҙең тән. Рух юҡҡа сыҡһа, машина һүнә. Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, нәфсе тамуҡта яна.
Нәфсене кире күренеш тип әйтергә лә ярамайҙыр. Сөнки ул булмаһа, кешенең тормошта маҡсаты ла юҡҡа сығыр ине, хатта балалар ҙа тыумаҫ ине. Шулай түгелме?
- Нәфсеңде үҫтереү фарыз. Нәфсеһе көслө кешелә генә көслө рух була. Суфыйҙар ҙа нәфселәрен үҫтерә, тик уларҙың ысулдары саҡ ҡына икенсерәк, йәғни кеше ашамаған, туҡтауһыҙ зекер әйткән саҡта уның нигеҙҙәге ихтыяждары ла кәмей. Бындай осраҡта кешенең нәфсеһе үҫә һәм параллель рәүештә шәхес үҫеше лә килеп сыға. Шәхси үҫеште мин нәфсене үҫтереү тип аңлайым.
Шунан үҫешкән нәфсеңде ҡәнәғәтләндереүгә ҡаршы барлыҡҡа килгән ихтыярың, көсөң рух буламы?
- Шулайыраҡ. Нәфсеһе ныҡ үҫкән кеше генә үҙен-үҙе тота ала. Мин бала саҡта аттар менән дуҫ булдым. Атым тыңлаһа, уға һоло, тәмлекәстәр бирҙем, әгәр ҙә тыңлашмаһа, ҡыш көнө ҡалын көрткә төшөрөп ҡыуып, уны тирләтеп хәлен ала торғайным. Минеңсә, һәр кемдең өйрәткән атылыр ул нәфсеһе. Нәфсебеҙ беҙҙең иң яҡын дуҫыбыҙ ҙа.
Дуҫ, тигәндән, психологтарҙың дошманлыҡ хаҡында әйткән бер һүҙе иҫтә ҡалған. Улар "Дошман юҡ ул, ул һинең үҙ-үҙеңдәге еңә алмаған кире сифатың. Кеше үҙендәге кире сифатын еңә алмай ҙа, уның образын башҡа кешегә күсереп, уны дошман тип атай..." Психологияла бындай күсереүҙе сублимация тип тә атайҙар.
- Бик ҡыҙыҡ. Был модулде секталарға йөрөүсе егеттәргә ҡарата ла ҡулланып булыр ине. Улар ҙа үҙҙәрендәге еңә алмаған сифатын бар донъяға, абруйлы кешеләргә, ата-әсәһенә күсереп, донъяны харам тип атай...
Һуңғы ваҡытта барлыҡҡа килгән традицион дин төшөнсәһе динде төрлөсә ҡабул итеүгә алып килде. Ҡайһылар шәриғәт ҡануны буйынса ғына йәшәүҙе: биш тапҡыр намаҙ уҡыуҙы, ураҙа тотоуҙы, ҡорбан салыуҙы, хаж ҡылыуҙы традицион дин тип атау яғында. Минеңсә, атамаһынан уҡ күренеүенсә, традицион дин - ул беҙҙең атай-олатайҙар тотҡан дин, тигәнде аңлата.
- Бер кемгә лә сер түгел был: беҙҙең атай-олатайҙар суфыйсылыҡ, тәриҡәт юлында торған. Әммә элекке суфыйҙар менән хәҙергеләре ныҡ айырыла. Дөрөҫөн әйткәндә, элекке суфыйҙар бөтөнләй икенсе төрлө булған. Хәҙерге көндә ундай имамдар ҙа юҡ. Әгәр ҙә Зәйнулла ишан Рәсүлев һымаҡ әҙерлекле, динебеҙ, халҡыбыҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылған кеше килеп сыға икән, мин иң беренсе булып уға бәйғәт ҡыласаҡмын. Уның артынан эйәреп барыусы иң беренсе кеше мин, уның уң ҡулы буласаҡмын. Ундай кеше юҡ шул.
Үҙебеҙҙең ерлектәге дини кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе әле булһын көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала килә. Был йәһәттән Сибайҙа асыласаҡ мәҙрәсәгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
- Аллаһ бойорһа, Сибай мәҙрәсәһе бында ҙур роль уйнар тип өмөт бағлайбыҙ. Юғиһә, үҙебеҙҙең ҡала-ауылдарҙа үҙебеҙҙең көс менән төҙөлгән мәсеттәргә имамдарҙы ситтән ҡуйырға мәжбүрбеҙ. Беҙгә мәсеттең ниндәй материалдан эшләнеүе мөһим түгел, ә уның эсендә ултырыусы имамдың ниндәй телдә ниндәй вәғәз һөйләп ултырыуы мөһим. Хәҙерге беҙҙең мәҙрәсәләрҙә уҡыусы шәкерт иң беренсе нәүбәттә традицион динде, башҡорт әҙәбиәтен, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнергә бурыслы. Уларҙың кеше алдында яҡшы сығыш яһаусы оратор булыуы ла фарыз. Мәҙрәсәнән һуң улар донъяуи ғилем биреүсе юғары уҡыу йортона барырға, физика, математика, тарих, философия, психология, биология фәндәре буйынса аспирантурала уҡырға тейештәр. Диниә назараты уларға стипендия түләргә лә тейеш. Хәҙерге заман имамдар алдына ана шундай бурыстар ҡуя. Тик ошо шарттар үтәлгән шартта ғына дин Рәсәй илебеҙҙе, телебеҙҙе, еребеҙҙе, республикабыҙҙы һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итеүсе көскә әүерелә ала.
Тағы бер һорау: дини кеше, әлбиттә, тәүге урында - Аллаһыға һөйөү, тип йәшәй. Ләкин был телһөйәрлекте, илһөйәрлекте кире ҡағыу, тигәнде аңлатмайҙыр...
- Чечняла дөрөҫ дини һәм ғаилә тәрбиәһе алған егеттәр үҙҙәренең республикаһы, милләте хаҡында ғорурланып сығыш яһай. Татарстанда татар егеттәре "Безнең Татарстаныбыз, халҡыбыз, динебез", тип һөйләй. Уларҙың Ҡол Шәриф мәсете, мәҙрәсәләре гөрләп эшләп тора. Башҡортостанға ҡайтып: "Мин башҡорт", - тип әйтеүең була, милләтсегә әйләнәһең дә ҡуяһың. Нишләп улай һуң? Ни өсөн Аллаһы Тәғәлә мине башҡорт итеп яралтып, мин үҙ республикамда үҙемде башҡорт итеп тойоп йәшәүем менән милләтсе булып һаналам? Мин Рәсәй илемде лә яратам, ул нығынһын, көслө дәүләт булһын, тип, көнө-төнө доға ҡылам. Шул уҡ ваҡытта мин үҙемдең респуликамды ла, милләтемде, тамырҙарымды, ҡурай моңон яратам. Шулай булыуым башҡалар тарафынан милләтселек тип һанала икән, милләтсе тип һаналайым атыу. Тыуған илен, ата-әсәһен, халҡын яратҡан кеше милләтсе икән, милләтсе булырға ла ризамын. Был һүҙҙәремде мин бөтөн кешеләр алдында, һәр рангтағы власть алдында әйтә алам. Былар минең Аллаһы Тәғәләгә тәрән инаныуымдан, иманымдан килгән хистәр. Кемдең йөрәгендә ошондай хистәр бар, улар тоғро юлда.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Илем, телем, ерем тип йәшәгән кеше үҙенең нәфсеһен генә ҡайғыртмай. Психологтар фекеренсә, шәхес үҫеше - ул нәфсе үҫеше һәм был үҫештең тәүге баҫҡысында кеше үҙе өсөн ҡайғырта башлай, икенсе баҫҡыста ул ғаиләһен, өсөнсө баҫҡыста туғандарын, дүртенселә ырыуын, халҡын, милләтен, бишенсе баҫҡыста республикаһын, илен ҡайғыртып йәшәй башлай. Нәфсе үҫешенең иң юғары баҫҡысында Бәйғәмбәребеҙ ҙә өммәтен, йәғни барлыҡ мосолмандарҙы ҡайғыртып йәшәү дәрәжәһенә өлгәшкән. Айнур Арыҫланов та ошо юлда.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА