Бөгөнгө ҡунағыбыҙ Гүзәл Хамматова - яҙыусы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың ҡыҙы. "Ижади хеҙмәт титаны" тип йөрөтә замандаштары Яныбай ағайҙы. Сөнки бөтөн донъяла уның кеүек ике тиҫтә роман яҙған яҙыусы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ҡыҙы Гүзәл Хамматова телсе, тәржемәсе, хаҡлы ялға сыҡҡансы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында немец теленән уҡытҡан. Әңгәмә - уның менән.
Бәләкәй саҡта бар донъя башҡараҡ булып тойола, Һеҙҙең бала сағығыҙҙағы Өфө ниндәй ине?
- Ул саҡта Өфө шул тиклем йәмле, ҡотло ине кеүек. Бәләкәй генә матур ҡала ине ул. Октябрь проспекты төҙөлмәгәйне. Әсәйемдең атай-әсәһе Өфөлә йәшәгән, олатайым "Ғәлиә" мәҙрәсәһендә уҡыған, Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. 1920 йылдарҙа Өфөнөң егеүле транспортын етәкләгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы заданиеһы буйынса ғаиләһе менән Чита ҡалаһына күсеп китәләр һәм әсәйем шунда тыуған. Атаһы үлгәс, ике бала менән ҡалған нәнәйем кире Өфөгә ҡайтырға мәжбүр була. 1944 йылда туғандарына эйәреп, Ялтаға йүнәлә. Һуғыштан һуң фатирҙарын Октябрь революцияһы урамындағы бәләкәй генә йортҡа алыштырып, Өфөгә ҡайталар. Атайым 1946 йылға тиклем һуғышта була, унан ВЛКСМ-дың Белорет район комитетында эшләй, 1947 йылда 1-се секретарь итеп һайлана. 1949 йылда Өфөгә күсеп килә. Әсәйем менән танышалар, һуңғараҡ мин донъяға килгәнмен.
Ул мәлдә машиналар бик әҙ ине. Әсәйемдең әсәһе Глумилинола йәшәне, ул ауыл һымаҡ ине. Трамвай менән барабыҙ ҙа, әллә күпме йәйәү атлай инек. 1953 йылда асылған "Родина" кинотеатрын яратам. Ял көндәрендә уның алды тулы халыҡ була. Берәй шәп фильм күрһәтелһә иһә, кассаларға яҡын барырлыҡ түгел. Был кинотеатрға нигеҙ һалыусы, уның беренсе директоры булып эшләүсе Миәсс башҡорто Ғабдрахман Хәкимулла улы Фәттәхетдинов минең нәнәйемдең һеңлеһенең ире ине.
Тыуған йортом тип ниндәй йортто иҫәпләйһегеҙ?
- Миңә 4-5 йәш булғансы, беҙ Октябрь революцияһы урамындағы йортта йәшәнек. Ул хәҙер юҡ. Өфөләге тәүге коттедждар шул урында төҙөлдө. Әле Октябрь революцияһы һәм Цюрупа урамдары мөйөшөндә Цюрупаға һәйкәл торған ерҙә балалар баҡсаһы ине. Шуныһы ҡыҙыҡ, әсәйем дә ошо уҡ балалар баҡсаһына йөрөгән. Аҙаҡтан атайыма Чернышевский-Цюрупа урамдары киҫелешендәге өс ҡатлы йорттан фатир бирҙеләр. Әбйәлилгә киткәнсе шунда йәшәнек.
Өфөлә бер нисә тапҡыр фатир алыштырҙыҡ. Әбйәлилдән ҡайтҡас, Октябрь проспектында йәшәнек, ул ҡалалағы беренсе хрущевкаларҙың береһе ине. Уның ҡаршыһында аэродром була торғайны. 18/1-енсе йортта беҙ 8 йыл йәшәнек, мин 100-сө мәктәпте тамамлар йылды Цюрупа-Достоевский киҫелешендәге йортҡа күстек. Шул йорттан кейәүгә оҙатылдым, ҡыҙым тыуҙы. Әле лә торған фатирыбыҙ Цюрупа урамында. Ә атай йорто тип 39-сы гиназия эргәһендәге йортто иҫәпләйем, унда атайыма таҡтаташ ҡуйылған.
Ғаиләгеҙҙә туған телгә мөнәсәбәт ниндәй ине?
- Мин тыуғанда атайым партия өлкә комитетында вазифалы эштә була, әсәйем пединститутта филология факультетында уҡыған. Атай менән әсәйҙең ваҡыты етмәү сәбәплеме, әллә ул заманда русса һөйләшеү өҫтөнлөклө һаналыу арҡаһындамы, минең телем урыҫса асылған. Ә өйҙә атай менән әсәй үҙ-ара туған телдәрендә аралаша ине. 1960 йылда атайымды Әбйәлилгә, район башҡарма комитеты рәйесе итеп күсерҙеләр, тигәйнем инде. Ул алдараҡ китте, уҡыу йылы тамамланғас, әсәйем менән мин атайым артынан ҡуҙғалдыҡ. Миңә ете йәш ине. Шунда мин беренсе тапҡыр башҡорт телле мөхиткә эләктем, сөнки был районда хатта урыҫтар ҙа башҡортса һөйләшә ине.
Атайым үҙенең автобиографик әҫәрендә лә яҙа бит, партияның өлкә комитетында эшләүсе башҡорттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ була. Башҡортса, татарса яҙылған хаттарҙы, ялыуҙарҙы уҡытыу, тәржемә иттереү өсөн гел атайыма мөрәжәғәт итәләр. Атайым башҡорт телен уҡытыуҙың, башҡорт телендә һөйләшеүҙең кәрәклеген аңлай, хатта "Совет Башҡортостаны" гәзитендә ошо мәсьәләгә ҡағылышлы мәҡәләһе өсөн тәнҡит утына ла тотола. "Бына мин халҡым өсөн яҙам, ни эшләп мине балаларым уҡымаҫҡа тейеш!" тип әйтәсәк аҙаҡтан атайым яҙыусы булып киткәс. Ул халҡына, теленә гел тоғро булды.
Атайым беҙҙең ҡыҙыбыҙ Алһыуҙы балалар баҡсаһына барғанға тиклем үҙе ҡараны. Кабинетында ҙур ғына диван тора ине, бала шунда уйнап ултыра, үҙе яҙыша. Ваҡыты етһә, ашата, урамға алып сыға. Бына шул мәлдәрҙә уның менән рәхәтләнеп башҡортса аралаша. Бына шуға ла ҡыҙымдың теле башҡортса асылды. Ул мәлдә "Сәңгелдәк" тапшырыуы ла, "Аҡбуҙат" журналы ла, "Тамыр" студияһы ла юҡ. Былар барыһы ла суверенитет яулағандан һуң барлыҡҡа килде. Алһыуға "Башҡортостан пионеры" гәзитен ("Йәншишмә") генә алдыра инек. Ҡыҙым миҫалында баланың күңеленә телгә һөйөү, рух өйҙә, ғаиләлә һалына икәнен аңланыҡ. Атайыма телефондан шылтыратҡан кешеләр Алһыуҙың башҡортса матур итеп һөйләшеүенә хайран ҡала ине. Ҡыҙыма башҡортса өйрәтәм, тип, үҙем дә һөйләшергә өйрәндем. Атайымдың әҫәрҙәрен урыҫсаға тәржемә итәм.
Атай булараҡ, Яныбай ағай ниндәй инде?
- Бик ихлас кеше ине ул. Талапсан ине. Беҙгә ҡарата ғына түгел, беренсе нәүбәттә - үҙенә. Шарттар ҡуя ине үҙенә, уларҙы үтәй ине. Иртәнсәк тора, әсәйемде эшкә оҙата, шунан саф һауала йөрөп әйләнә. Шунда уҡ әҫәре өҫтөндә уйлана башлай, ҡайтып, өҫтәл артына ултырып дауам итә. Ғаиләһен бик яратты. Үҙе әсәһенән 4 йәшендә генә ҡалған, 8 йәштән йорт эштәрен башҡарған. Шуға күрәлер ҙә, бер ваҡытта был ҡатын-ҡыҙ эше, был ир-ат эше, тип торманы, әсәйемә ныҡ ярҙам итә ине.
Баҡсаһы ниндәй ине уның! 50 йыл элек Әлкә эргәһендә яҙыусылар ҡасабаһы барлыҡҡа килгәс, атайым унда ниндәй генә ағас ултыртманы. Урман кешеһе булараҡ, гел урманын һағынып йәшәгән кеүек ине миңә. Эрбет (кедр) сәтләүеге сәсеп, уның берәүһе үҫеп китте. Емештәре 45-50 йылдан һуң булыр, тигәйне. Хәҙер шул ағас емеш бирә. Баҡсала ижад итте күп романдарын. Аҙ ғына тәнәфес эшләп алғанында баҡса эше менән була ине. Тәбиғәт кешеһе ине. Тыуған ауылын да һағынды. Бесән сапҡан ерҙәремде күрһәтермен, ти ине. Әле беҙ Исмаҡайға бер көнгә булһа ла ҡайтып әйләнәбеҙ. Унда атайымдар йәшәгән йорттоң урынына һалынған йортҡа таҡтаташ ҡуйылған, музейы бар. Белорет ҡалаһында уның исемен йөрөткән Башҡорт гимназияһы бар.
Ҡыҙығыҙ Алһыуҙың хәҙер үҙенең ике ҡыҙы бар икәнен беләбеҙ. Бүләсәләре лә ҡартаталарының романдарын туған телендә уҡый алһын өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?
- 2000 йылда атайым арабыҙҙан китте, бер йылдан ҡыҙым кейәүгә сыҡты. Кейәүебеҙ Ейәнсуранан. Ҡыҙҙары тыуғас, ҡыҙым олатаһы тәжрибәһенән сығып, уны башҡортса өйрәтә башланы. Әйшәгә 4 ай ғына, ә ул уға башҡортса шиғырҙар уҡый ине. Шул бәләкәй баланың башҡорт теленең моңона шатланыуын күрһәгеҙ икән! Гел башҡортса китаптар уҡыныҡ уларға. Ғөмүмән, "Китап" нәшриәтендә балалар әҙәбиәтенә иғтибар ҙур хәҙер, матур китаптар сығаралар, уларҙы һәр ваҡыт һатып алабыҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ менән башҡортса һөйләшәбеҙ, сөнки рухлы булыуҙың нигеҙе - ул туған тел. Улар икеһе лә, әсәләре кеүек үк, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында белем ала.
Шулай итеп...
Ысынлап та, ауылдамы, әллә ҡалала йәшәһенме, башҡорттар өсөн ғаилә иң ҡиммәтле төшөнсә һанала. Шуға ла тап ғаиләлә тәрбиәләнә әхлаҡи ҡиммәттәр ҙә, туған телгә, республикаңа һөйөү ҙә. Үҙенең исеме төрлө юғары даирәләге исемдәр менән баһаланмаһа ла, ижады уҡыусыһы тарафынан юғары баһаланған бөйөк яҙыусыбыҙ Яныбай Хамматовтың ғаиләһе лә ошоға асыҡ миҫал. Һәм милли әҙәбиәт өлкәһенә улар бөгөн дә үҙ өлөшөн индереүен дауам итә.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА