«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА САҠТАН БЕЙЕГӘНДЕҢ БАШ ЮҒАРЫ, ҺЫНЫ ТУРА, ЙӨРӘГЕ ЯРҺЫУ
+  - 

Рәсәйҙә Бала саҡтың ун йыллығы үткәрелеүе тураһында иғлан ителгәс, республикабыҙҙа балалар өсөн быға тиклем ойошторола килгән күркәм саралар тағы ла әүҙемләште. Мәҫәлән, йыл да Күгәрсен районының хозур тәбиғәтле Мораҙым тарлауығында уҙғарылған башҡорт бейеүен башҡарыусы балалар араһындағы "Байыҡ" республика телевизион конкурсының гала-концерты быйыл Өфө ҡалаһында үткәрелде. Конкурста бөтәһе ике меңдән ашыу бала ҡатнашҡан, өс йөҙ йәш бейеүсе финалға тиклем үткән.

"Байыҡ" республика телевизион конкурсында ҡатнашыусы балалар йыл да тамашасыларҙы рухлы, профессиональ сығыштары менән ҡыуандыра. Туғыҙ йыл эсендә халыҡ-ара фестиваль кимәленә үҫкән "Байыҡ" башҡорт халыҡ бейеүен һаҡлап ҡалыу, бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү, балаларҙың таланттарын үҫтереү йәһәтенән бик әһәмиәтле сара булыуын йыл да иҫбат итә килә. Баҫҡан ерендә осҡон сәсрәтеп торған малайҙар һәм һығылма билле ҡыҙҙар бейеүҙең һәр хәрәкәтен еренә еткереп башҡарыуын яҡшы беләбеҙ. Бында башҡорт бейеүен башҡарыусы балалар Башҡортостандан ғына түгел, бөтә Рәсәйҙән һәм хатта сит илдәрҙән килеп, үҙ оҫталығын һынай. Быйыл да Мәскәү, Сургут, Пермь ҡалаларынан, Германияның Ингельхайм ҡалаһынан туған халҡының бейеү сәнғәтенә битараф булмаған балалар ҡатнашты конкурста. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ғафури, Күгәрсен, Әбйәлил, Салауат, Мәсетле, Миәкә, Краснокама райондарынан конкурсҡа ғариза биргән маһир бейеүселәр күп булған. Еңеүсе булырға дәғүә итеүсе коллективтар, яңғыҙ башҡарыусылар "Ватан" этнопаркы биләмәһендә урынлаштырылған сәхнә артында шау-гөр килде. Берәүҙәр үҙ сығышын көтә, икенселәр шул арала тағы бер тапҡыр бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлай, яңы дуҫтар табып аралаша, фотоға төшөүселәрҙе күҙәтергә була ине. Бейеү хәрәкәттәрен ҡабатларға әҙерләнеп, эйелеп-бөгөлгән, торған көйөнсә шпагат яһаған ике ҡыҙ шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Баҡтиһәң, Германиянан килгән ун йәшлек Дилә һәм туғыҙ йәшлек Дания Циммермандар "Бөрйән ҡыҙҙары" бейеүен башҡарырға әҙерләнә икән. Ҡыҙҙар матур итеп башҡортса һаулыҡ һораштылар ҙа, күнекмәләрен дауам итеүҙә булдылар.
- Былтыр йәйге ялдарға ҡайтҡанда Сибай музыка мәктәбенә барып, хореограф табып, ҡыҙҙарыма "Бөрйән ҡыҙҙары" бейеүен өйрәткәйнек, - тип һүҙ ҡушты әсәләре Гөлназ Циммерманн. - Шул бейеү менән Кёльн, Мюнхен ҡалаларында үткән конкурстарҙа призлы урындар яуланыҡ һәм "Байыҡ"та ла ҡатнашып ҡарарға булдыҡ. Дилә менән Дания икеһе лә балет түңәрәгенә йөрөй, бейергә бик яраталар. Әле лә бында сығыш яһаған тиҫтерҙәрен күҙәтеп, тағы ла башҡортса бейеүҙәр өйрәнеп ҡайтайыҡ, тип торалар. Уларҙың теләге минең хыялдарыма ауаздаш, башҡорт халҡының мәҙәниәтенә ылыҡтырып, үҙебеҙҙең рухи ҡиммәттәрҙе аңдарына һалып үҫтереү зарурлығын тоям.
"Байыҡ" республика телевизион конкурсында ҡатнашҡан һәр баланың ата-әсәһе тап ошолай фекер йөрөтә. Кемдән барып һораһаң да, сәнғәт аша ул һәм ҡыҙҙарында рух, милли үҙаң тәрбиәләү тураһында һүҙ ҡата. Ә балалар башҡорт бейеүен ябай ғына бер сәбәптән - күңелдәренә ятҡаны өсөн, бейергә теләгәне өсөн өйрәнеүҙәрен йәшермәй. "Байыҡ" конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнашам, тәүҙә ҡыҙыҡ тойола ине, сәхнәлә сығыш яһағандан һуң тулҡынландырҙы әле, - ти Сургут ҡалаһынан ҡатнашыусы Фәнзил Шәйәхмәтов. - Сургутта беҙҙең башҡорт бейеү түңәрәген Риаз Байзигитов һәм Эльвира Мортазина етәкләй, егерменән ашыу бала шөғөлләнәбеҙ. Ғаиләлә бөтәһе лә бейеүсе, шуға мин дә түңәрәккә йөрөй башланым. Киләсәктә һөнәрем бейеүгә бәйле булмаһа ла, әлеге өйрәнгәндәрем кәрәк булыр, тип уйлайым".
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ шул, ә "Байыҡ" республика телевизион конкурсына килгән малай-ҡыҙҙарҙың хәҙерҙән үк бер һөнәре бар, тип иҫәпләргә мөмкин. Сөнки улар башҡарыуындағы бейеүҙәр сәхнә түрендә күреп өйрәнгән профессиональ бейеүселәрҙең сығыштарынан һис тә ҡалышмай. Шулай булыр ҙа, сөнки йәш бейеүселәрҙе юғары оҫталыҡҡа ынтылған, маҡсатлы хореографтар етәкләй. Башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусы балалар араһында "Байыҡ" республика телевизион конкурсында һәр баланың талантын үҫтереүгә күп көс һалған, рухтарын тәрбиәләгән педагогтар ҙа жюри иғтибарынан ситтә ҡалманы. Был юлы "Иң яҡшы хореограф-бейеү һалыусы" номинацияһында Өфө районынан "Дарман" ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин, "Иң яҡшы репетитор" номинацияһында Ишембай ҡалаһынан Артур Мөхәмәтйәнов, "Иң яҡшы ансамбль етәксеһе" номинацияһында Күгәрсендән "Гөрләүек" ансамбле етәксеһе Илгиз Ниғәмәтуллин билдәләнде.
- Дүрт йыл элек Шамонин ауылында "Дарман" ансамбленә балаларҙы туплап алғас та "Байыҡ" конкурсына алты малай менән килгәйнек, финалға үтә алманыҡ. Хәҙер дүрт йыл эшләйбеҙ, "Йыйын" бейеүе менән бәләкәстәр һәм "Яугирҙар" бейеүе менән ҙурҙар төркөмдәрен килтерҙек. Конкурс һөҙөмтәһе ниндәй генә булмаһын, балаларҙы сәмләндереү, дәртләндереү, тиҫтерҙәренә ҡарап өйрәнһендәр өсөн алып киләбеҙ. Беҙгә, ансамбль етәкселәренә, коллегалар араһында тәжрибә уртаҡлашыу, кәңәшләшеү, көслө коллективтарҙың эшен күреү йәһәтенән файҙалы, - тине "Дарман" ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин.
Башҡорт бейеүен башҡарыусы балалар араһында "Байыҡ" республика телевизион конкурсында йылдағыса туғыҙ гран-при хужаһы билдәләнде. Яңғыҙ башҡарыусы өс йәштән туғыҙ йәшкә тиклемгеләр араһында "Саптар" бейеүен башҡарыуы өсөн Ишембай ҡалаһынан Камил Мөхәмәтйәнов, ун йәштән ун биш йәшкә тиклемгеләр араһында "Оҙон сәс" бейеүе менән Баймаҡ районынан Айгөл Кинйәбулатова һәм "Һунарсы" бейеүе менән Учалы районынан Азамат Тажетдинов еңеүсе тип табылды. Тулы булған ансамблдәр араһында Ғафури районынан "Төлкәҫ", Күгәрсен районынан "Гөрләүек", Өфө районынан "Дарман" бейеү ансамблдәре гран-при яуланы. Бәләкәй тулы булмаған ансамблдәр категорияһында Өфө ҡалаһынан "Гүзәл-данс" бейеү студияһының өлкәндәр төркөмө, Әбйәлил районынан "Алтынай" ансамбле һәм ошо уҡ райондың Буранғол ауылынан Айгизә Вәлиева, Гөлнур Вәлиева, Илзиә Килдейәрова, Гөлзиә Килдейәрова гран-приға эйә булды. "Байыҡ" республика телевизион конкурсы еңеүселәре ноутбук, кеҫә телефондары һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды, бер ҡатнашыусы ла ойоштороусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Конкурста "Еңмештәр" бейеүен башҡарған Әбйәлил районы Буранғол ауылы ҡыҙҙары менән әңгәмәләшкәндә, шаяртып: "Кеҫә телефоны алғас, уйын уйнап тик ултыраһығыҙ инде",- тигәс, бер тауыштан: "Юҡ, беҙгә бит бейеү түңәрәгенә йөрөргә кәрәк, беҙгә һәр ваҡыт хәрәкәт кәрәк!" - тип яуаплағайнылар. Шатлыҡтарынан бер урында орсоҡ кеүек әйләнеп торған был балалар ысынлап та өйҙә түҙеп ултыра алмаҫ, сөнки хәҙерҙән үк яуаплылыҡ тоя белә бит улар...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт халҡында ямғыр яуыуы бәрәкәт, уңыш символы булып тора. Шуға ла башҡорт бейеүен башҡарыусы балалар араһында "Байыҡ" республика телевизион конкурсы үткән көндә Өфөлә көслө ямғыр яуыуы һис тә күңелде ҡырманы. Балаларҙың ихлас сығыштарын тәүге тапҡыр ҡарарға йыйылған баш ҡала халҡы ҡулсатырҙар аҫтына йәшеренеп тамаша ҡылды. Ергә төшкән бәрәкәтле ямғыр тамсылары таралған кеүек, туған халҡының рухиәтен күңелдәренә һеңдергән, милли сәнғәтенә ҡарата йөрәгендә һөйөү йөрөткән, тырыш һәм батыр малай-ҡыҙҙар башҡорт халҡы йәшәгән төбәктәр буйлап таралышты. Был балалар һәм уларҙа башҡорт бейеүенә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән педагогтар, иң мөһиме, был сараның төп ойоштороусыһы Рита Өмөтбаева һәм уның хеҙмәттәштәре бөгөн атҡарған эштәре киләсәктә лә юғары баһаланырына, халыҡ өсөн әһәмиәтен юғалтмаҫына иманыбыҙ кимил.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.17 | Ҡаралған: 1201

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru