Ноябрҙә Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендә палеолит рәсемдәрен реставрациялау буйынса халыҡ-ара экспедиция, йәғни алдынғы Европа реставраторы, ҡая һүрәттәрен һаҡлау өлкәһе белгесе Эдуаль Гийаме етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге һәм "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы белгестәре - реставраторҙар эшләне.
Боронғо кешеләрҙең ҡаяға төшөргән рәсемдәре һәм башҡа һынлы сәнғәт төрҙәре Европа биләмәһенә яҡынса 40 мең йыл элек үтеп ингән боронғо ата-бабаларҙың эҙҙәре, тип иҫәпләнгән. Әммә бөгөн палеонтологтар һәм антропологтар һынлы сәнғәт күпкә иртәрәк, кәмендә 100 мең йыл элек барлыҡҡа килгән, тигән фекерҙә. Рәсәйҙә иң билдәле боронғо һүрәт өлгөләре Шүлгәнташ мәмерйәһендә урынлашҡан. Күҙаллауҙар буйынса, улар мәмерйә диуарҙарына яҡынса 36 мең йыл элек төшөрөлгән. Һүрәттәрҙең күбеһе кальцит аҫтында ҡала, бер өлөшөнә юҡҡа сығыу хәүефе янай. Хәҙер Рәсәй һәм сит ил ғалимдары уларҙы өйрәнә һәм юҡҡа сығыуҙан һаҡлап ҡалыу алымдарын эҙләй.
Яңыраҡ Андорранан реставрациялаусы Эдуаль Гийаме алып барған ошондай эштәр барышында ғалимдар Шүлгәнташ мәмерйәһе диуарында дөйә һүрәтен тапты. Рәсемде ҡаплаған уран-торий ҡатламының анализы уны 15-37 мең йыл элек үрге палеолит заманында төшөрөлгәнен күрһәткән. Дөйә һыны 1970 йылдарҙың аҙағынан билдәле "Аттар һәм билдәләр" полихром панноһында табылған. Ғалимдар һөйләүенсә, картина элементтарының нисек төшөрөлөүе һәм уларҙың урынлашыуы хәҙерге Францияның көньяҡ һәм Испанияның төньяҡ биләмәһендә барлыҡҡа килгән таш быуат сәнғәте йолалары менән таныш рәссамдар тарафынан һынландырылыуы хаҡында бәйән итә. Европаның был өлөшө һуңғы боҙлоҡтар башланған дәүерҙә "цивилизация сығанаҡтары"ның береһе һәм 20-37 мең йыл элек Ер шарында халыҡ ныҡ тығыҙ ултырған район булған. Европалағы ҡая һүрәттәрендә дөйәләр осрамай, уларҙы Шүлгәнташҡа яҡыныраҡ урынлашҡан Монголия һәм Игнатьев мәмерйәләрендә генә күрергә мөмкин. Был художество йолаларының Көньяҡ Урал биләмәһендә үҙаллы үҫешеүе һәм һөҙөмтәлә Францияның художество яңылыҡтары менән тығыҙ бәйләнеп китеүе хаҡында һөйләй.
Ғалимдар мәмерйәләрҙе ер аҫты залдары һәм галереялары диуарҙары йәйгегә ҡарағанда нығыраҡ ҡороғас, декабрҙә өйрәнеүен дауам итәсәк. Ул һүрәттәрҙең бәләкәй генә деталдәрен асыҡларға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ белгестәр реставрациялау эшен башлар өсөн уларҙың торошон ҡайтанан тикшерәсәк.
"Хаос залында "Аттар һәм билдәләр" һүрәттәр композицияһын реставрациялауға һәм консервациялауға 1976 йылда О.Н. Байдер экспедицияһы башлаған рәсемдәрҙе ағып төшкән кальцит ҡатламдарынан таҙартыуҙы тамамлау инә. Эштәрҙе башҡарғанда заманса методика һәм һүрәттәрҙе ҡаплаған ҡатламды алыу техникаһы ҡулланыла. Яңы алым 1970 йылдарҙа реставраторҙар ҡалдырған кальцитты механик боҙоу эҙҙәрен бөтөрөргә, композицияның эстетик торошон ярайһы уҡ яҡшыртырға, шулай уҡ яңы һүрәттәрҙе таҙартып бөтөргә һәм уларҙың ҡушма элементтарын тулыраҡ асырға мөмкинлек бирҙе", - тип һөйләнеләр Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгендә.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|