«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ ЭШҠЫУАРЫ ШУНЫ АҢЛАЙ: УЛ АҪАБАЛЫҠ МЕНӘН КӨСЛӨ
+  - 



Һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә барған бар кешелеккә ҡағылышлы ваҡиғалар (уларҙың масштабын күҙаллатыу өсөн белгестәр "геополитик характерҙағы ваҡиғалар" тигән һүҙбәйләнеш ҡуллана) айырыуса ер кешеһен иң ауыр һынауҙар алдына ҡуйҙы. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе, эш алымдарын ғына түгел, тотош йәшәү рәүешен үҙгәртергә кәрәк булып сыҡты. 1986 йылдың яҙынан башланған "үҙгәртеп ҡороуҙар"ҙың "осо"на сыҡтыҡ, тип әйтергә кем генә баҙнат итер икән? Шулай ҙа ауыл хужалығы аҡрын-аҡрын булһа ла ыңғай һөҙөмтәләргә ирешкән һымаҡ. Әммә, тәжрибә күрһәтеүенсә, тотороҡло үҫеш эш кешеһенең хөкүмәт тарафынан гарантиялы ҡурсалауҙа булыуы менән бәйле.

Ауырлыҡҡа ҡарамай…

Рәсәйҙә ауыл хужалығы торошон етди өйрәнеүселәр шундай һығымтаға килә: хөкүмәт фермерҙарҙы үҙ яҡлауына алғанда, улар етештергән тауарға аныҡ заказ биреүҙе, хаҡ билдәләүҙе ныҡлы күҙәтеүҙә тотҡанда ғына был тармаҡ уңышлы эшләйәсәк. Ғәмәлдә нисек һуң? Ауылда эш башларға теләгән кеше, ҡырҡмаһа-ҡырҡ документтар тултырып, банктан юғары процент менән кредит ала. Алыуын да алырһың, ә йыл нисек килер? Ҡоролоҡ булып, бер ни үҫмәһә? Ярай, былары лы ыңғай хәл ителде, ти. Хөкүмәт заказы булмағас, тауарың үтмәй ятһа? Йыш ҡына әсе тир түгеп етештергән тауарын алыпһатарҙар юҡ ҡына хаҡҡа алып китә… Өҙөүе ҡыйын булған был "дүңгәләк"тән ("порочный круг") сығыу юлын уйланған ауыл эшҡыуары ла, проблеманы хәл итеүҙе ҡайғыртҡан власть әһеле лә ауыл хужалығы тармағында кооперация ойоштороу менән бәйләй. Уны фермерҙар берләшеүе тип кенә аңларға ярамайҙыр. Шул берләшеү нигеҙендә тауарҙы башынан аҙағына тиклем эшкәртеп, туранан-тура ҡулланыусыға тәҡдим итә алырлыҡ кимәлдә булыу, тип күҙалларға кәрәк. Кооперацияның ере, фермалары, техникаһынан тыш, үҙ элеваторы, һөт-май, ит-консерва, икмәк заводтары, хатта үҙ магазины булһа, хөкүмәт ҡурсалауына таяна алһа, алыпһатарҙар, банктар "талауынан" азат буласаҡ. Ысынында иһә, ер кешеһенең хәле әлегә маҡтанырлыҡ түгел. Проблемалар ҙа ваҡыты-ваҡыты менән йырып сыҡҡыһыҙҙай күренә. Бөгөн дә мин ауыл эшҡыуарҙары зарында алыҫ олатайҙарымдың үҙ түрәләренә бәйле "Яуыз кантондарҙы ҡуя икән Рәсәй ҙә генә тигән батшалыҡ" тигән хәтәр дөйөмләштереүендә, ХХ быуат башында иһә, банктарҙан кредит алып булһа ла, хужалығын нығытып ҡарарға тырышҡандан һуң, "бульно чижела" тип һығымта яһауында - был иңрәүҙәрҙең бер-береһе менән ныҡ ауаздаш булыуына төшөнгәндәймен… Бер үк мәлдә фермерлыҡ менән шөғөлләнгән ауылдашымдың, хужалығында олоғара проблемалар булыуына ҡарамаҫтан, иртәгәгә ышаныслы ҡарауы, милләте хаҡында уйланыуы - ауылдың киләсәгенә бәйле өмөттәремде нығытты. Эйе, өмөттө һүндереү ярамай…
Шәкәре тәмле лә бит… Һай, был сөгөлдөр утауҙары! Сей елкәгә тейә… Тейеү генәме!. Нөгөштә һыу инеп, ҡомда ғына ҡыҙынып ят ине. Йәйҙе зарығып көтөп алаһың, ә ҡасан күреп ҡалаһың? Көҙөн иһә, шул уҡ сөгөлдөр: көрәк менән ҡаҙып ал, ҡырғыслап таҙарт, өйөп ҡуй, машинаға тейәп ебәр. Ваҡытында оҙата алһаң әле.
Йылдар үтер… Өс-дүрт йәштән ҡул араһына инә башлаған ауыл балаһы аҙаҡ: "Булдымы ул баласаҡ?" - тип, уфтанһа, ғәжәпме ни. Юҡ, "Салбар ишаратын тарта-тарта, Ҡасҡым килде бала сағымдан!" - тип, тикмәгә яҙмағандыр Булат ағай Рафиҡов, үҙәгенә үткәнгә яҙғандыр… Мәктәпкә лә бит бишенсе кластан алты саҡрымдағы Боһорманға йәйәүләп йөрөргә тура килде. Ҡышҡы ыжғыр буран булһынмы, яҙғы-көҙгө рашҡымы - иртәнге етенән ҡалмай тораһың да тәпәй туратыңды егәһең… Шулай ҙа был "яфа"ларҙың икенсе яғы ла булмағанмы ни? Тап ошолай быуын нығынған, ҡаршылыҡлы йәшәйештең, өҙлөкһөҙ хеҙмәттең генә тормош нигеҙе, йәшәү сығанағы икәнлеге йән-ҡанға һеңешкән - шулай Кеше булынған… Үтелгән ғүмер юлына ҡайырылып ҡарай ҙа Ғүмәр (мулла ҡушҡан исеме. "Дөкәмиттә" иһә сабый сағында уҡ вафат булып ҡуйған ағаһы Мөхтәр исемен йөрөтә ул) Зиннур улы Иҫәнов, киләсәккә өмөтләнеп, иртәгә мотлаҡ яҡшыраҡ буласаҡ, тигән икеләнеүһеҙ ышаныс менән йәшәлгән, тип ҡуя. Атай-әсәйҙәрҙең быуыны ла тап шундай инаныс булғанға ғына әҙәм балаһының көсө еткеһеҙ ауырлыҡтарҙы ла күтәрә, усағында утын ләүкетеп, балаларын аяҡҡа баҫтырып, тормошто дауам иттергән, милләтте һаҡлай алған…
Тик бөтәһен дә иртәгәгә ҡалдырып ҡына йәшәү дөрөҫмө икән һуң? Бөгөнгөнөң дә ҡыуаныстары булырға тейештер ул. Ауырлыҡтарға күнеп йәшәү - сараһыҙлыҡтан ғына түгелме? Әллә әҙәм балаһының булмышына һуңғы сиккә еткәндә лә өмөтө ҡалырға тейеш, тиелгәнме? Бәлки, тормошто нисек бар - шулай ҡабул итеп, ҡояшлы иртәгәне ҡулыңдан килгәнсә яҡынайтырға тырышыуҙалыр бар мәғәнә, кешесә йәшәү асылы!..
Шундай уйҙарға тарый ҙа мәсьәләнең елеген ҡапшарға ынтыла. Бөгөнгө проблемаларҙың тамырҙарын юллап, сал тарихты тарарға тотона.
Ирекле, үҙаллы йәшәйем тип, күпме яу сапҡан башҡорт! "Аямаған йәнен, түккән ҡанын…" Шуға ла Ғүмәр хәрби хеҙмәттә булһынмы, эш буйынса сит тарафтарҙа йөрөһөнмө - һәр саҡ башын юғары тотоп, үҙ бәҫен белеп һөйләште. Бер үк мәлдә шуныһын да онотманы: "диңгеҙҙәрҙе ҡыҙартырлыҡ" ҡан түгеүҙәр эҙһеҙ үтә буламы? Ниндәй яуҙа ла иң саялар, иң ҡыйыуҙар, иң намыҫлылар күберәк ҡырыла. Быныһы етмәгән, аҙаҡ, күтәрелештәрҙән һуң, ил азатлығы өсөн алдан йөрөгәндәрҙең балаларына тиклем эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән. "Тамырҙары ҡороһон!" тип ажарланған, ҡәһәтләнгән илбаҫар… Ә ҡуйылған маҡсаттарыңа ирешә алмау аҡрын-аҡрын булһа ла төңөлөүҙәргә килтерә…
Әммә нисек кенә булмаһын теге өмөттө һүндерергә һис кенә лә ярамай бөгөн. Юҡ, ярамай! Ә бының өсөн эш кешеһенә ышаныс белдерергә кәрәк. Әҙәм балаһы өмөттәренән төңөлмәһен. Бына миңә ышаныс күрһәтмәһәләр, шундай эштәр атҡарып булыр инеме? Рәхмәт - ышаныс күрһәттеләр. Үҙем дә хәҙер кешегә ышанырға тырышам, уларға таянам. Бындай мөнәсәбәт яуаплылыҡ тойғоһо уята. Әлбиттә, ышанып эш ҡуштың да - оноттоң түгел. Әйтелгәндең, ҡушылғандың үтәлешен тикшермәй булмай. Проблемаларҙың күбеһен әҙәм балаһы үҙе тыуҙыра бит. Тимәк, уларҙы үҙе үк хәл дә итә алырға бурыслы. Дөйөм алғанда, яҡшыра бара тормош шулай ҙа, яҡтыра бара тирә-йүн.

Дилбегә Ғүмәр ҡулында

Зөфәр ағалары ярҙамында Әнүр ҡустыһы фермерлыҡ эшен башлап ебәргәйне. Инде хужалыҡ нығынып бара тигәндә вафат булып ҡуйҙы. Дилбегәне Ғүмәр алды. Ни кәрәкһә - шул юҡ! Кәртә-ҡураны нығытып алырға уйлаштылар, ә сөй һатып алырлыҡ та аҡса ҡалмаған. Әлдә тутыға башлаған кәкере сөйҙәр ятҡан икән - ярап ҡалды. Өмәселәрҙе мәтрүшкә сәйе менән һыйланылар…
Тәүәккәллек, ныҡышмалылыҡ күрһәтте Ғүмәр. Ал-ял белмәне, көндө төнгә ялғаны. Кешене генә ҡушып, ҡарап торманы, башлап үҙе тотондо. Нөгөш ҡасабаһында урта мәктәпте тамамлағандан һуң электромеханик һөнәрен үҙләштергәйне. Аҙағыраҡ трактористлыҡҡа уҡып сыҡты. Нефть быраулаусы булып та йөрөнө, ташсы ла, умартасы ла ине. Бына ҡасан кәрәкте быуын ныҡлығы, иртәгәгә бәйле булған, тора-бара көслөрәк дөрләгән өмөт тигәнең: арыуланасаҡ ул донъя. Турайырбыҙ, иншалла! Аяҡтарҙы ергә кирә баҫып торасаҡбыҙ барыбер! Иң мөһиме - маҡсаттарыбыҙ изге: шундай данлы-шанлы халҡыбыҙҙың иртәгәһе өсөн ҡулдан-хәлдән килгәненсә айҡашыр кәрәк. Байлыҡ бер айлыҡ, ә хәтерле халыҡ, ерле халыҡ - мәңгелек. Ер үҙебеҙҙеке бит әле. Шул ергә тешең-тырнағың менән йәбешеп ятыр кәрәк. Юҡ! Тикмәгә тыумаған ул йыр: "Һис бирмәгән башҡорт Уралын!.." Еребеҙ бар икән, беҙ ҙә буласаҡбыҙ! Тик буш ятмаһын тир, ҡан менән һуғарылған ғәзиз тупраҡ. Һөрөнтө ерҙәрҙе ташлап ҡуйыу - оло гонаһ түгелме ни? Ана, Нөгөш аръяғындағы урыҫ ауылдары бөтөнләй бушап ҡалды тиерлек. Ә бит ул ерҙәр ҙә заманында беҙҙең ауылдыҡы ине. Нөгөш үҙенең йырҙаһын үҙгәртә килеп кенә тегеләргә ҡалғайны. Закон нигеҙендә шул ерҙәрҙе үҙ ҡарамағына алды хужалыҡ. Ҡырҡ туғыҙ йылға килешеү төҙөлдө…
Электән аралашып йәшәгән, һәр кемдең "знакум"ы йә белеше булған Вишнау (халыҡ телендә. Рәсми исеме - Вишневка) ауылы зыяраты бөтөнләй ташландыҡ хәлдә ҡалыуын күреп, уйланды Ғүмәр. Нилектәндер үҙен ғәйепле лә тойған һымаҡ. Кәртәләп ҡуйырға булды. Өмә ойошторҙолар. Эш мәлендә Ғүмәргә кемдер текәлеп-күҙәтеп тик торғандай. Ипле генә тирә-яғына күҙ һала. Эшһеҙ торған бер кем юҡ, һәр береһе ни менәндер мәшғүл. Тағы тотона эшенә, тағы шул уҡ хәл ҡабатлана. Ҡарашты тотоп алыу өсөн "ялт" итеп ҡапыл боролоп ҡараны ла … ныҡ тертләне. Ҡәбер ташы һүрәтенән тере кешенекеләй ҡараш һиҫкәндерҙе уны. Тере сағында ла күргәне бар ине был апайҙы… Быныһы бер хәл. Күңел урынына ултырып бөтөр-бөтмәҫтән өмәлә ҡатнашҡан Илдар Ғафаровтың һөйләгәне шаҡ ҡатырҙы: "Кисә йоҡоға ойоп ҡына барғанымда теге апай килде бит. Оҙон аҡ күлдәктә. "Ҡурҡма!" - ти. - Мин һеҙгә рәхмәт әйтергә генә килдем. Бик игелекле эш эшләнегеҙ…" - тине лә аҡрын ғына иреп юҡҡа сыҡты…"
Аҙаҡ Вишнауҙан сыҡҡан берәү зыярат кәртәләгән өсөн Ғүмәргә аҡса тәҡдим итеп йөрөнө. Әйтерһең, шундай эш аҡса өсөн эшләнә.

Ә шулай ҙа алға бара хужлыҡ

Аҡрынлап нығына бара хужалыҡ. Бөгөн уның ҡарамағында 500-ләп һыйыр малы (шул иҫәптән, 167 һауын һыйыр. Һәр береһенән 18-әр литр һөт һауып, көн дә тонна ярым һөт тапшыралар. Литры 14 һум. Тәү ҡарамаҡҡа, арзан һымаҡ та, әммә Ғүмәр бик ҡәнәғәт. Ергәндекеләр килеп ала - мәшәҡәте юҡ), 400-ләп һарыҡ, 100 баш йылҡы. Ике мең гектар самаһы сәсеүлектәре, 700 гектар көтөүлек-сабынлыҡтары бар. Егермеләп кеше эшкә йәлеп ителгән. Ҡыҙыу осорҙа йәнә эшсе ҡулдар өҫтәлә. Техника ла етерлек. Бына-бына ун дүрт миллионлыҡ грант алырға торалар…
Әммә барыһы ла ал да гөл, туп-тура таҡыр юлға һалынды, тип әйтерлек түгел шул әле. Ауыл хужалығы тармағы тәбиғәт торошона бәйле шул ни әйтһәң дә. Бер билдәле әҙип ауылдыҡылар менән аралашҡанда, уңайын килтереп, өлкән ҡәләмдәше Мөхәммәтша Буранғоловтың әйткәндәрен иҫкә төшөргәйне: "Мы бисатели багоду не делаем, но бортить можем!.." Әңгәмәселәрҙең береһе юғалып ҡалманы: "Ауыл кешеһенә ҡарына-ямғырына ҡарап тормай эшләргә тура килә шул…" Эйе, эшләргә тура килә, тик тәбиғәткә ҡарышырға ярамай. Уның көйһөҙлөгө менән иҫәпләшмәй булмай. Йәнә лә шуныһы: ирмен тигән ир, ҡамғаҡтай, ел ыңғайына тәгәрләмәҫ, ә үҙен ошо ерҙең ныҡлы хужаһы итеп тоясаҡ. Шул осраҡта ғына ер елеген имеп йәшәүҙән бигерәк, уның киләсәген хәстәрләйәсәк, уның ейәндәргә ҡаласағы тураһында уйланасаҡ. Ни ҡаласаҡ, нимә ҡалдырасаҡбыҙ килер быуындарға? Саңы борхоп ятҡан, ҡый үләне лә үҫмәгән, ярғыланып ятҡан ҡатҡыл таҡырмы, әллә ҡобайырҙарҙа данланған, халыҡ тарихының өнһөҙ шаһиты булған тау-урманлы, йәм-йәшел туғай-болонло, игенсенең әсе тире менән һуғарылған иген баҫыуҙары алҡынған ер-әсәме?..
Проблемалар етерлек. Шулай ҙа Ғүмәрҙең иртәгәһе көнгә ышанысы ла, өмөтө лә бик ҙур: нығыныр ул ауыл! Ана, Мәләүездә генә лә, айына ете-һигеҙ меңгә ризалашып, эшләп йөрөгәндәр күпме! Ә беҙҙә уртаса 20 мең алалар. Комбайнерҙар ураҡ мәлендә 40 меңгә лә еткереп ҡуя. Килер заман: ауылға, ергә тартыласаҡтар. Ер үҙе тартасаҡ! Шуның өсөн һаҡлар кәрәк беҙгә ерҙе.
Йыш ҡына ул үҙен, плацдарм яулап, уны нисек тә булһа төп көстәр килгәнсе һаҡларға тейеш яугирҙай һиҙә Ғүмәр. Һаҡлау ғына түгел, уны киңәйтергә тырыша. Аңларға тейеш бит халыҡ: башҡорт үҙ еренең хужаһы булыуы, аҫабалығы менән генә көслө. Зиһенле, зирәк аҡыллы булған, киләсәкте уйлаған ата-бабалар. Тап шуға ла: "… Аямаған йәнен, түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уралын!"- тигән йыр тыуғандыр…

Фәнил КҮЗБӘКОВ.
Мәләүез районы Әбет ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.18 | Ҡаралған: 767

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru