«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАТЕМАТИКАҒА ҺӨЙӨҮ ҘӘ ЙЫРҒА ҺӨЙӨҮ ҘӘ – КҮҢЕЛДӘ
+  - 



Яңы йыл алды көндәрендә бөтөн Башҡортостан халҡы Рәсәйҙең Беренсе каналында барған "Голос. Перезагрузка" конкурсының финалына сыҡҡан һылыуыбыҙ Рушана ВӘЛИЕВА өсөн көйҙө. Барлыҡ социаль селтәрҙәргә талантлы яҡташыбыҙҙы күтәрмәләгән СМС-хәбәр ебәреү тураһында саҡырыуҙар таратылды, хатта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та "Бәйләнештә" селтәрендәгеләрҙе Рушана өсөн тауыш бирергә саҡырҙы. Ошо берҙәмлек Рушанаға конкурстың иң шәп өс йырсыһы исемлегенә инергә ярҙам итте. Нәзәҡәтле, шишмәләй сылтырауыҡлы тауышҡа эйә яҡташыбыҙ менән тыуған төйәгенә ҡыҫҡа ғына ҡышҡы ялға ҡайтҡан мәлендә әңгәмә ҡороп өлгөрҙөк.

Был проектта ҡатнашыусыларға бик ҙур талаптар ҡуйыла, уларға яуап биреү өсөн нисек әҙерләндең?

- "Голос" проектына өсөнсө тапҡыр килеүем, иң башта балалар араһындағы тәүге ярышта көсөмдө һынап ҡарағайным. Унда минең тауышҡа остаздар әйләнмәне, икенсе юлы ла үтмәнем. Былтыр өлкәндәр араһындағы конкурстың һайлап алыу туры башланыуын күреп, Мәскәүҙәмен бит, ни өсөн тағы берҙе үҙемде һынап ҡарамаҫҡа, тип уйланым да, заявка ебәрҙем. Алдағы йылдарҙа уңышҡа өлгәшә алмауым күңелемә ятмаған йырҙарҙы башҡарыуыма бәйле булғандыр, тип уйлайым. Шуға күрә был юлы күптән яратып башҡарған украин телендәге "Вәғәҙә бир миңә" тигән йырҙы ижадташым Евгений менән йырланыҡ. "Голос" проектында уңышлы сығыш яһау өсөн, ысынлап та, үҙ-үҙеңә тоғро булырға кәрәк икән. Рәсәйҙә моңло тауышлы, талантлы йырсылар бик күп һәм ундай оҫталарҙан ҡалышмай сығыш яһауы еңелдән түгел. Остаздар иртәнән кискә тиклем меңәрләгән конкурсантты тыңлап, ялҡып та китәлер, шуға күрә, ниндәйҙер үҙенсәлекле, таң ҡалдырырлыҡ сығыш әҙерләргә кәрәк ине. Был йәһәттән, Евгений менән сығышыбыҙ бик отошло килеп сыҡты, ханг тигән музыкаль инструмент остаздарҙың күңел ҡылдарын сиртте...

Конкурс барышында башҡарған йырҙарҙың ҡайһыныһы үҙеңә нығыраҡ оҡшаны?

- Яуабым, бәлки, сәйер ҙә тойолор, әммә миңә Ольга Бузованың "Мало половин" тигән йыры буйынса эшләү оҡшаны. Әйтергә кәрәк, быға тиклем йырсының ижады менән ҡыҙыҡһынмай ҙа инем, остазым тәҡдим иткәс, Евгений менән бергәләп йырҙы үҙгәртеп, яңыса оранжировка яҙыу ҙур тәжрибә мәктәбе булды. Остазым Сергей Шнуровҡа төрлө жанрҙағы йырҙар тәҡдим итеүе өсөн бик рәхмәтлемен, сөнки был тәжрибә һәм оҫталыҡты арттырырға, мөмкинлектәремде һынарға булышлыҡ итте. Күңелемә ятҡан лирик йырҙар менән сикләнеп ҡалмаҫҡа кәрәк, тигән ышаныс уятты был тәжрибә.

Әйткәндәй, остазың тураһында ла һөйләп кит әле. Беҙ белгән йырсы Сергей Шнуров һәм остаз Сергей Шнуров бер-береһенән айырыламы?

- Йырсы булараҡ сәхнәлә үҙ-үҙен тотошо, образы - бер төрлө, ә тормошта ул бөтөнләй икенсе кеше. Сергей Шнуров йырлағанда әҙәпһеҙ һүҙҙәр ҡатыштырып та ебәрә, әммә беҙгә - өйрәнсектәренә, тик яҡшы мөғәмәлә генә күрһәтте. Ул кешелекле, асыҡ күңелле һәм һәр кемде аңларға, фекеренә ҡолаҡ һалырға әҙер кеше. Уның тынғыһыҙ рухы, сәхнәгә сыҡҡанда башҡаларҙың нимә әйтеүенән ҡурҡмайынса, үҙ юлын дауам итерлек көсө мине һоҡландырҙы. Шул һыҙат миңә етмәгән кеүек тоям, шуға остазымдың иң төп девизы булған "Ҡурҡма!" тигән һүҙҙәрен бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Һәр ваҡыт, һәр ерҙә, ниндәй генә ситуацияла булғанда ла үҙ юлыңдан тайпылмаҫҡа, үҙлегеңде юғалтмаҫҡа кәрәк, тип өйрәтте ул. Шуға күрә, тағы бер тапҡыр остазды яңынан һайлау мөмкинлеге бирелһә лә, ҡарарымды үҙгәртмәҫ инем: Сергей Шнуров иң шәп уҡытыусы! Әгәр ҙә жюрила элекке состав булһа, Дима Билан командаһында булырға теләр инем.

Миллион тамашасылар алдында сығыш яһауыңды белеүе албырғаталыр, ҡурҡыуыңды нисек еңдең?

- Бындай ҙур сәхнәлә сығыш яһауы ауыр, унда бер нисә минут эсендә бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп итә белергә кәрәк. Әммә оҡшаған йыр булһа, уны башҡарғанда онотолоп китәһең, миллионлаған тамашасыларҙы ла тоймайһың, ни бары күңелеңдәге моңдо башҡаларға ла еткереү теләге менән янаһың. Ҡыҫҡаһы, остазымдың: "Һин "Беренсе" каналдың бер минуты нисаҡлы торғанын беләһеңме? Бында күпме аҡсаны елгә осороуыңды күҙ алдыңа килтер", - тип әйтеүе лә етте тулҡынланыуымды еңер өсөн.

Был проект ҡалдырған хәтирәләр?

- Иң яҡтыһы, әлбиттә, Сергей Шнуровтың һәр кешегә лә һөйләп булмай торған шаяртыуҙары хәтерҙә ҡалды. Ижадыма битараф булмаған тамашасыларҙың, яҡташтарымдың оло ярҙамы, проект сиктәрендә танышҡан асыҡ күңелле ижадташтарым менән аралашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәтлемен.

Киләсәккә ниндәй маҡсаттар менән йәшәйһең?

- Үҙемдең йырҙарҙан торған музыкаль йыйынтыҡ сығарырға, тигән ниәт бар. Юғары уҡыу йортонда уҡыуымды уңышлы тамамларға һәм музыка донъяһында үҙ юлымды табып, күберәк ижад итергә, шәхес булараҡ үҫешергә теләйем.

Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарында һине хатта осетин ҡыҙы ла тип таныштырҙылар. Һинең тамырҙарың ысынында ҡайҙан?

- Осетин ҡыҙы тигәндәре дөрөҫ түгел, әлбиттә, мин һәр ерҙә ғорурлыҡ менән "Мин Башҡортостандан, башҡорт ҡыҙымын!" тип әйтәм. Нәҫел тамырҙарым Ауырғазы районының Мостафа һәм Төрөмбәт ауылдарына барып тоташа. Бала саҡтан атай-әсәйем милли мәҙәниәтебеҙгә, сәнғәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙе, башҡорт телен дә яҡшы белеүем, бөтә уңыштарым уларҙың ҡаҙанышы. Ағайым "Урал" башҡорт халыҡ йырын минең өсөн йырлай торғайны, гитарала уйнарға ла ул өйрәтте. Атайым да төрлө музыка ҡоралдарында яҡшы уйнай, үҙем скрипка буйынса музыкаль мәктәп тамамланым. Йырлағанымды тәүге тапҡыр видеоға төшөрөүселәр ҙә яҡындарым, улар мине һәр ваҡыт хуплап, ҡанаттарымды үҫтереп кенә тора. Әммә буласаҡ һөнәрең музыка өлкәһе менән бөтөнләй бәйле түгел, "Юғары иҡтисад мәктәбе" милли-тикшеренеү университетында белем алаһың... - Теүәл фәндәр буйынса Берҙәм дәүләт имтихандары өсөн юғары балдар йыйҙым да, атай-әсәйем менән кәңәшләшеп, яҡшы башланған эште дауам итергә булдым. Миңә программалау, математика фәне оҡшай, төндәр буйы ашамай-эсмәй уҡырға әҙермен, ә музыка - күңелдә. "Голос. Перезагрузка" проекты ваҡытымды дөрөҫ бүлергә, дисциплинаға өйрәтте, сөнки уның финалы сессия мәленә тура килде. Миңә әле үҫәһе лә үҫәһе, ике өлкәлә лә уңыш ҡаҙаныу өсөн тырышып эшләргә кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Билдәле һәм уңышлы йырсы булыу өсөн талант ҡына етәме?" - тигән һорауға әңгәмә барышында Рушана: "Билдәлелек, уңыш, абруй ҡаҙаныу өсөн бер урында тапанып тормаҫҡа, үҙ юлыңды эҙләп табырға кәрәк. Был проект мәлендә минең юлым бер төрлө һәм бик үк идеаль булмауына төшөндөм, әле мин эҙләнәм", - тигәйне. Оло тормошҡа әле генә аяҡ баҫып торған ун туғыҙ йәшлек талантлы яҡташыбыҙҙың ижад ҡомары һүнмәһен, киләсәктә үҙе эҙләгән юлды табырға яҙһын, тип теләйбеҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.19 | Ҡаралған: 687

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru