Заман эстрадаһында үҙенең аныҡ ҡына йүнәлеше булғандар һирәк заманда йәшәйбеҙ. Әммә бөгөнгө ҡунағыбыҙ үҙ юлы, үҙ йүнәлеше генә түгел, ошо һуҡмаҡта йырсы булараҡ үҙ-үҙенә ҡуйған аныҡ талаптарына тоғролоғо менән айырылып тора. Уҡыусылар иғтибарына Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының "Карауан" эстрада төркөмө артисы, Халыҡ-ара, Бөтөн Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Һеҙҙең концерттарығыҙға төрлө йәштәге тамашасы йөрөй. Улар араһында йәштәр ҙә, ололар ҙа бар. Уларҙы бер концертҡа нисек йыяһығыҙ тигән һорауға яуап, моғайын, күптәргә ҡыҙыҡтыр...
- Һәр йырсының үҙенең йүнәлеше булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Мин концерттарҙа, мәҫәлән, халыҡ йырҙарына, шулай уҡ эстрада йырҙарын баян, ҡурайға ҡушылып йырлауға өҫтөнлөк бирәм. Профессиональ композитор йырҙары йырсыны ижади йәһәттән үҫтерә икәне лә билдәле. Тимәк, был тамашасының - йәшме ул, өлкәнме - башҡорт йырына, башҡорт эстрадаһына ҡарашы минекенә ауаздаш.
Бала саҡтан халыҡ йырҙарын, моңло йырҙар ишетеп үҫтем. Йыр, тәү сиратта, кешенең күңелен имләргә тейеш, тип иҫәпләйем. Йыр - ул доға, тип тә әйтәләр. Бында, бәлки, ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк тә барҙыр. Йырҙың темаһына, мәғәнәһенә иғтибар итәм. Икенсе яҡтан, доға әйткәндәге кеүек сәхнәлә лә ихласлыҡ кәрәк. Башҡарыуыңда ихласлыҡ юҡ икән, тамашасы быны яҡшы тоя. Залдан ағылған хис-тойғолар иһә артистың күңелен үҫтерә. Әйткәндәй, минең ижадымды яратҡан тамашасымды быйыл да ҙур концертҡа йыйырға ниәтем бар. Ул 1 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк. 2007 йылда бергәләп йәш "Карауан" төркөмөндә эшләй башлаған дуҫтарым - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, музыкант, йырсы Мәхмүт Нәҙершин, йырсы Заһир Иҫәнсурин, шулай уҡ баянсы Айрат Вәлиев, филармонияның ҡурайсылары ла уны биҙәр, тип уйлайым. Яңы дуэттар ҙа көтөлә.
Халыҡ йырын оҫта башҡарыусыларҙың береһе булараҡ, оҙон йырҙарыбыҙҙы заманса аранжировка менән йырлауға нисек ҡарайһығыҙ?
- Һәр фекерҙең йәшәүгә хаҡы бар, тиҙәр бит. Артист үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып, уны заманса итеп башҡара икән, башҡорт йыр сәнғәтендә бындай йырҙарҙың да булырға хоҡуғы бар. Етмәһә, бөгөн яңынан-яңы музыка инструменттары, тимәк, мөмкинлектәр ҙә күбәйә. Үҙем дә "Ильяс"ты заманса эшкәртеүҙә йырлайым, унда ҡыл ҡумыҙ ҙа ҡулланыла. Тамашасы бик ыңғай тойоғолар менән ҡабул итә.
Ғөмүмән, халыҡ йырын репертуарға индергәндә, бик һаҡ булыға кәрәк. Ә аранжировка яһалған йырҙарға килгәндә, минеңсә, был мәсьәләлә ҡайһы бер нәмәләрҙе үҙең өсөн ҡағиҙә итеп аңыңа һалырға кәрәк. Беренсенән һәм иң мөһиме - йырҙың көйө боҙолмаһын. Башҡорт халыҡ йыры үҙенең юғарылығын - моңон, бөгөлдәрен, аһәңен һаҡларға тейеш. Ҡайһы берҙә аранжировкаланғандан һуң көйҙөң үҙгәреүен ишетеп, аптырап китәһең. Йәғни, заманса аранжировкаға һалыу йырҙы еңелерәк башҡарырға мөмкинлек бирә тип аңларға кәрәкмәй. Көй заманса мөмкинлектәрҙе ҡулланыу һөҙөмтәһендә яҡшыраҡ, байыраҡ яңғыраш алырға ғына тейеш. Икенсенән, бында эшкәртелгән йырҙарға тотонғансы, йырсы халыҡ йырын борон нисек башҡарғандар, шулай уҡ тәбиғи итеп йырлай белергә тейеш.
Күп йырҙарығыҙ, ғөмүмән, ижадығыҙ кешелек өсөн иң мөҡәддәс тойғоларҙы данлауға нигеҙләнгән. Донъяның асылында һөйөү - гүзәл затҡа ғына түгел, Тыуған ереңә, илеңә, ата-әсәйеңә, халҡыңа - ята тигән инаныу менән йәшәйһегеҙме?
- Донъяны матурлыҡтан бигерәк, һөйөү биҙәй. Һөйөү бар башланғыстарҙың башланғысы бит. Беҙҙең халҡыбыҙ рухы менән азат, күңеле менән шағир булған. Ул донъяға ла һөйөү менән баҡҡан. Халыҡ йырҙарын ихласлыҡ менән күңел һалып тыңлағыҙ әле - уларҙа ошоно раҫлаған күпме матур үрнәк бар! Яратҡан кешеһенә тойғоларын белдереү өсөн ниндәй нескә сағыштырыуҙар ҡулланғандар.
Тормошобоҙҙа изгелек, яҡшылыҡ, күңел йылылығы күберәк булһа, йәшәүе лә еңелерәк бит. Сәхнәгә сығып йыр йырлауы еңел түгел ул, һин унда ни өсөн сыҡҡаныңды аңларға тейешһең. Эйе, бөгөн концерттарҙа тамашасы уның сценарийына ла, биҙәлешенә лә ныҡ иғтибар итә. Тик һин сәхнәне күпме генә биҙәмә, ул барыбер һине нимә тураһында йырлап тороуыңа ҡарап баһалай. Ул тамашанан асылына ҡайтып, рухи күтәрелеш кисереп сығырға теләй. Шуға ла минең йырҙарым быға ниндәйҙер өлөш индерһә, йырсы һәм кеше булараҡ, бик бәхетле буласаҡмын.
Ләйсән НАФИҠОВА
әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА