Мин йәш түгел инде. Байтаҡ хәл-ваҡиғалар күрҙем, кисерҙем. Дәүеренә ярашлы аң-белемһеҙ ҡалғы ла килмәне. Һәм бөгөнгө кимәл менән сағыштырғанда, беҙҙең быуын ярайһы ғына наҙан булған тигән фекерҙәмен. Мостай ағай әйтмешләй: "Элек шағирмын тип йөрөп яҙған шиғырҙарымды хәҙер уҡыуы ла оят. Ундай йөкмәткеле шиғырҙы бөгөн 5-се класс уҡыусыһы яҙа ала"-, тигәндәй, элекке мәғлүмәт кимәле уғата түбән булған икән шул. Төп сығанаҡ китап ине, "Любите книгу - источник знаний", тигән саҡырыу күп стенаны биҙәне бит ул саҡта...
Бәләкәй генә ауылда 4 класты тамамлап, район үҙәге Юлдыбайға 5-се класҡа уҡырға барҙым. Класс етәксебеҙ Маһира апай мәктәп китапханаһынан китаптар алып уҡырға ҡушты. Тәүге тапҡыр китапханаға инеп, бәләкәй генә, йоҡа ғына "Мыяубикә" исемле китапты алыуым, китапханасы Менәүәрә апайҙың көлөмһөрәп ҡуйыуы хәтеремдә. Минең, һуғыш осоронда уҡый алмайынса, мәктәпкә һуңлап ҡына барған, танау аҫтында йомшаҡ йөндәр күренә башлаған үҫмерҙең ошо кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән китапты алыуым ысынлап та ҡыҙыҡ тойолғандыр инде. Ул осорҙа дәреслектәргә индерелгән әҫәрҙәрҙең авторҙары, уларҙың ижад емештәре лә үтә ярлы булған. Уны мин әле лә һаҡланған уҡыусы көндәлектәремә күҙ һалғанда тоям. Башҡорт ижадсыларынан М.Ғафури, С.Ҡудаш, Р.Ниғмәти, Ә.Вәли, Ғ.Туҡай биографияларын һәм әҫәрҙәрен уҡығанбыҙ. Ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә күберәк урыҫ әҙиптәрен өйрәнә торғайныҡ. Ысынында, ул осорҙа бит беҙгә туҡтауһыҙ "погибает, башкир, погибает", тип, башҡорт халҡы артта ҡалған, наҙан халыҡ, тик урыҫ ҡына һеҙҙең күҙҙәрҙе асты, тел бирҙе, тип тылҡынылар. Шуға ла күберәген урыҫ телендәге китаптар, йә тәржемә менән баҫылған әҫәрҙәр булды ҡулда.
Шулай ҙа беҙ белемгә ынтылдыҡ. Бер ваҡиға һүҙемде нығыта. 7-се кластабыҙ. Урыҫ теленән дәрестәрҙе Айһылыу апай Рәхмәтуллина алып бара. Апайыбыҙ әҫәрҙе уҡый ҙа, хискә бирелеп, күҙ йәше ағыҙа. Апай әҫәр геройын йәлләп илаһа, беҙ апайҙы йәлләп илағаныбыҙ әле лә күҙ алдында.
Китап - ул хис-тойғоға ғына ҡағылмай, ул һине тәрбиәләй. Фадеевтың "Молодая гвардия", Б.Полевойҙың "Повесть о настоящем человеке", П.Вершигорҙың "Люди чистой совести", Н.Островскийҙың "Как закалялась сталь" һәм башҡа ошондай китаптар тәрбиә бирмәнеме ни! Уҡыған китаптан алған донъяуи фәһем, аҡыллы һүҙ мәңгелек юлдашыма әйләнде лә, бөгөн дә минең менән бергә кеүек. Чацкийҙың "И дым отечества нам сладок и приятен", Гоголдең "Мошенник на мошеннике сидит и мошенником погоняет", тигән һүҙҙәре әле лә тере. Бруно Ясенскийҙың "Человек меняет кожу" әҫәрендәге "... бойся равнодушных, они не убивают и не предают, только с молчаливого согласия их на земле существует предательство и убийство" тигәне лә бөгөнгө булмышыбыҙ түгелме? М.Шолоховтың "Тихий Дон"ы донъя күргәс, китапты сират тороп, ярышып уҡыныҡ. Бөгөн ул әҫәрҙе Дон казактарының фажиғәһе тип тә баһалайҙар. Үткән быуаттың 60-сы йылдары башында "Әҙәби Башҡортостан"да баҫылған "Мораҙым" повесын халыҡ шул тиклем бирелеп уҡыны. Беҙ журналды алдыра инек. Ул ауылдаштарҙың оҙон сираты аша үтеп туҙҙы. Шуныһы: Мораҙым төрмәгә эләгеп тәрбиә ала, фронтҡа китә, унда үҙен батыр һуғышсы ғына түгел, бәлки, оҫта ойоштороусы итеп тә күрһәтә. Әҫәрҙең дауамы булһын, автор Мораҙымдың һуғыштан ҡайтҡас, хужалыҡты бынамын тигән итеп ойоштороусы, район, республика кимәлендәге етәксегә әүерелеүен һүрәтләһен, тип республика гәзитенә лә яҙҙым. Әммә ул тормошҡа ашманы. Әҫәр авторы тураһында низағтар ҡупты...
Алда яҙыуымса, мәктәп уҡыусыһы булараҡ, беҙ үҙ яҙыусыларыбыҙ булмаған тип инанып, ул осорҙа булған яҙыусыларыбыҙ ижадын ҡат-ҡат өйрәнеп, урыҫтарҙың "Слово о полку Игореве" хикәйәтен иң боронғо әҫәр тип ғәжәпләнер булдыҡ. Үҙебеҙ тураһында белмәнек. Белгертмәнеләр. Хрущев власҡа килеп, золом ҡорбандарын аҡлауға юл асылғас, башҡорттоң да күренекле яҙыусылары, фәһемле әҫәр тыуҙырыусылары булған бит, тип шаҡ ҡаттыҡ. Шулай уҡ "... Мин 23 халыҡ дошманын фаш иттем", тигән документтарҙы уҡып, ул шәхестәрҙе юҡ итеүселәр ҙә булғанын белдек.
Асыштарҙың икенсе тулҡыны - М.Горбачевтың үҙгәртеп ҡороу осоро. Беҙ боронғо булмышыбыҙҙы астыҡ. Башҡорт үтә лә наҙан, булдыҡһыҙ, "дикий" (Ленин һүҙе) булмаған. Урыҫ яҙма ҡомартҡыларынан да күпкә алда Ҡол Ғәлиебеҙ күп яҙма мираҫ ҡалдырған. Ул милли ғорурлыҡ. Тик ул шәхесте ваҡытында ҙурлай алманыҡ, татар туғандар өлгөрлөк күрһәтте - уға һәйкәл ҡуйҙы. Беҙ ғорурлыҡтан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ, буғай.
...Һуңлап ҡына юғары белем алмаҡ булдым. Бер осор БДУ-ның филология факультетында уҡығандарҙы шаяртып: "Башҡорт теленең нимәһен өйрәнәһең, "һөйкәтәһең" дә, "теркәтәһең" инде", - тигәнем хәтерҙә. Ә телебеҙ үтә лә бай, һутлы, тәрән мәғәнәле булған. Хатам - заманында мәктәптә алған белемем ярлы булыуҙа. Шул замандаштарым тел, әҙәбиәт өлкәһендә бынамын тигән асыштар яһаны, яҙыусылар булып китте - ғорурлыҡ!
Китап - беҙҙең булмыш, рухыбыҙҙы һаҡлаусы, дәлилдәр сығанағы. Мәҫәлән, Сталинды бөгөн төрлө яҡлап тетәбеҙ. Ә уның эш, йәшәү, эшмәкәрлеген Г. Жуковтың "Воспоминания и размышления", Вл. Успенскийҙың "Тайный советник вождя" китаптарында дөрөҫ баһалау бар барыбер. Һүҙ ыңғайында яҙмаҡсымын. Элек әҙәбиәт өлкәһендә өс дәрәжәле премия булдырылды. Береһе Сталин исемендәге ине. Премия Сталиндың гонорары тупланмаһынан булдырылған булған икән. Тағы. Сталин үлгәс, уның шәхси мөлкәтен иҫәпкә алалар: юлбашсының ебәк түгел, ә һалдаттар кейә торған эске кейемдә йөрөгәнен белгәс, барыһы ла шаҡ ҡата. Бөгөн был тирәлә уйланаһылар бар...
"Киске Өфө" оҙаҡ ҡына ваҡыт Й.Бәшировтың "Бөйөк Башҡортостан" исемле хеҙмәтен баҫты. Гәзит биттәрен йыя килдем. Аҙаҡ ишетеүемсә, ул әҫәр китап булып та донъя күргән икән. Бик шәп хеҙмәт. Уның буйынса айырым һөйләшеү булыр, моғайын. Уның сығанаҡтар менән нығытылыуы - хазина! Эйе, китап тик нәфис әҫәрҙән генә тормай. Ниндәй генә йүнәлештә донъя күрмәй улар. Әйтәһе түгел. Әммә "боронғолары" алтынға бәрәбәр.
Мин ғүмерем буйы китап яраттым. Китап ҡулың аҫтында булһа, һине һәр саҡ һаҡлай, яҡлай. Уйланғанда, бәхәсләшкәндә уны ҡулға ала һәм үҙ хәҡиҡәтеңде иҫбатлай алаһың. ТВ-ла "Живая природа"ны ҡараһам, Яныш Картыштың "Думают ли животные" китабына үреләм. Берәр кешенең фиғелен асыҡларға тип, К.Равинскийҙың "Как читать человека", "Звезды и судьбы" китаптарын асам. Ауылдаштар көн, йыл торошо тураһында һорашһалар, "Воемена года: православный народный календарь", йә "Календарь Российского земледельца"ға үреләм. Тәбиғәт биргән дарыуҙарҙы ҡулланыу кәрәкһә, "Лекарственные растения в научной и народной медицине" (Саратов, 1968), "Дикорастущие лекарственные растения Башкирии" (Уфа, 1973), Рим Ахмәдовтың "Одолень трава" китаптарына мөрәжәғәт итәм. Унан тыш мин, ауыл кешеһе булараҡ, мал тотам, баҡса үҫтерәм, бал ҡорттары үрсетәм. Ул тармаҡҡа арналған "Учебник пчеловода"нан күп белешмәләр алам. Ситтәр кәңәшенән тыш булмай. Кәңәштәр - китапта. И.Ф.Заянчковскийҙың "На службе у человека", йә "Твоя родословная, Акбузат" китаптары ҡыҙыҡ та, фәһемле лә. Мәгәр С. Алмазовтың "Прощай и здравствуй, кони" китабы яңынан баҫылһа, йылҡысылыҡ менән ихлас шөғөлләнә башлаған башҡорт өсөн матур ҡулланма булыр ине.
Күпме белешмәләр, һүҙлектәр сығарыла хәҙер. Бөтәһе булмаһа ла, күптәре, шул иҫәптән дини китаптар ҙа кәштәлә. Һирәкләп уларға күҙ һалам. Сүриә вә Сәғүдийәлә баҫылған "Ҡөрән" айырым һаҡлана. "Арабско-русский словарь"ҙан һүҙҙәр мәғәнәһен асам. Уның 765-се битендә минең исем мәғәнәһен дә табырбыҙ ("йылмаям" тигәнде аңлата). М. Кәрим, Н. Нәжми көндәлектәре һине нисек уйландырмаҫ! Ә Р.Йәнғужин, Ә.Әсфәндийәров, Б.Байышев, Ә.Вәлиди, М.Ҡолшәрипов һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре беҙҙең асылыбыҙҙы таныта.
Күп, мәғәнәһеҙ яҙа тип баһаламағыҙ. Китап көн үткәргес түгел, ә фәһем алғыс. М.Ҡаһарманова "Киске Өфө"лә китап уҡыуға ҡағылып, кемдә ниндәй фекер, тип, гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иткәйне. Әммә уға эйәреп яҙыусылар булманы ниңәлер. Бәлки, мине аңлаусы, эйәреүсе һәм яҡлаусы табылыр.
Беҙҙең ғүмер генә ҡыҫҡа, ә китап ғүмере - мәңгелек, алтынға торошло. "Атайым, яҡшы ғилми китап тапһа, уны тоҡомло юртаҡ хаҡына булһа ла һатып алған", - тип яҙып ҡалдырған Ғабдулла хәҙрәт тураһында улы. А. Пушкин дуҫтары рәтенә ҡуйып, үлер алдынан шкафтағы китаптарына: "Прощайте, мои друзья!", - тигән. Эйе, китап дуҫ та. Дуҫтан айырылыу - хыянат.
Йәмних ҠАШҠАРОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА