Эйе, күренекле этнограф Сергей Руденко шулай тигән: "Төрки халыҡтарҙың кейемдәре араһында иң бай, иң йөкмәткеле һәм иң төрлөһө - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме". Әйтерең бармы, был - бик юғары баһа, ифрат абруйлы фекер. Башҡорт милли кейемен тергеҙеүгә кемдәр тотона һуң бөгөн? Кемдәр уны яҡшылап ентекләп өйрәнә һәм пропагандалай, кемдәр дөрөҫ эшләнешен аңлата һәм һирәк кенә ҡалған төп нөсхә экспонаттарҙы һаҡлай? Был эшкә башкөллө сумған рәссам һәм дизайнерҙар, модельерҙар һәм этнографтар, тарихсылар һәм музей хеҙмәткәрҙәре бармы? Шул уҡ ваҡытта был изге ҡомартҡыларға алабарман тотоноусылар алдында ниндәй кәртә ҡуйыла? Башҡортостан Милли музейының реставрация бүлеге хеҙмәткәре Сәлимә УСМАНОВА һәм "Мәргән уҡсы" ойошмаһы етәксеһе Юлай ҒӘЛИУЛЛИН менән ошолар тураһында фекер алыштыҡ.
Ғалим-этнограф М.А.Круковский 1900 йылдарҙа уҡ ошондай оран ташлай: "...Башҡорттарҙың ошоғаса һаҡлап алып ҡалған берҙән-бер нәмәһе - үҙҙәренең биҙәктәре. Шулай итеп, арыу-талыу белмәгән егәрле башҡорт ҡатыны - үҙ халҡының сәнғәтен һәм гүзәллеген һаҡлаусы ул". Бөгөн беҙ башҡорт биҙәктәрен, милли кейемебеҙҙе шулай яҡшы беләбеҙме, таныйбыҙмы?
Сәлимә Усманова: Кейем йәки биҙәүес ижад итеү - борон-борондан килгән айырым оҫталарҙың, төбәктә берәү-икәү булған тегенсенең һәм зәргәрҙең һөнәри мираҫы. Онотолған һәм юғалған үрнәктәрҙе табыу ҙа, яңыртып эшләү ҙә шулай уҡ бик һирәктәрҙең генә ҡулынан килә. Минеңсә, милли кейемде бөгөн бары тик дәүләт яҡлауы һәм дәүләт ярҙамы менән генә тергеҙеп була. Был эштең һәр аҙымын фәнни яҡтан нигеҙләү мөһим шарт. Минең дә аспирантурала һайлаған темам: "Милли кейемдең башҡорт ырыуына хас һыҙаттары". Этнография буйынса үҙебеҙҙә, Башҡортостанда, кисекмәҫтән ғилми уҡыу йорто асыу зарур. Унда уҡырға теләгән йәштәр етерлек, бик аҡыллы һәм төпсөр уйлағандары ла бар.
Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт пединститутының художество-графика факультеты деканы рәссам Тәлғәт Хәсән улы Мәсәлимов этнография кафедраһы асыу тураһында күптән, 1990 йылдарҙан бирле хыяллана. Тейешле белемле уҡытыусылар - этнографтар булһа, бөгөндән асыр инек, уҡырға теләүселәр шул тиклем күп, республикаға ла кәрәк ул кадрҙар, ти. Ҡыҙғаныс, әлегә был эш тотҡарлана. Китаптар, башҡорт милли кейеме буйынса әсбаптар ҙа яҙылыр ине. Лекцияла белгәнеңде, уҡығаныңды һөйләйһең, студенттарың яҙып бара. Дәреслек шулай яҙылыр ине. Етмәһә, нисә йылдан бирле Ленин урамы мөйөшөндәге "Кейеҙ үҙәге"н ябырға итәләр, Мәсәлимов шуға бик көйөнә. Унан башҡа бер кем яҡламай бөтә республикаға берҙән-бер үҙәкте. "Не до ваших сарматов", тип әйтеп һалған, ти, бер "хужа". Бындай мөнәсәбәт менән нисек йәшәмәк-эшләмәк кәрәк?
Юлай Ғәлиуллин: Этнография буйынса дөрөҫ белем алырға теләүселәр бөгөн һәр ҡайҙа етерлек. Күптән түгел Башҡорт дәүләт аграр университетынан шылтыраталар. Физкультура кафедраһында студенттарға өйрәтер өсөн милли уйындарҙы белешәләр. Мәҫәлән, "суҡмар ташлау" уйыны булғанмы ул, тиҙәр. Минеңсә, "суҡмар ташлау" тигән уйын булмағандыр. Суҡмар - яу һәм һунар ҡоралы, уны ташламайҙар, йәғни бәреп китмәйҙәр. Суҡмар менән "бүре һуғыу" бар. "Һөңгө ташлау" бар - ул "һөңгө ырғытыу" ярышы була ала. "Арҡан буйлау" йәки "ҡороҡ ташлау" - былар ҙа милли оһоллоҡ бәйгеһенә бер ярыш төрө. "Таш таштайым" тигән диалект һүҙбәйләнеш бар - ул бит "таш ырғытыу", "таш бәреү".
Сәлимә Усманова: Башҡорт батырҙарының "таш күтәреү" һәм "ташты баш аша ырғытыу" буйынса ла көс һынашыуы хатта әкиәттәрҙә тасуирлап һөйләнә. Беҙҙең халыҡ ижадында бик күп мәғлүмәт һаҡланып ҡалған, сүпләп-аңлап, уртаға сығараһы ғына ҡала.
Юлай Ғәлиуллин: Милли кейемдәрҙе өйрәнгәндә иһә, мин алдан уҡ һәр кемгә әйтеп ҡуям: "Мин башҡорт телендә һөйләшәм, ә баймаҡса түгел." Быны бына нисек аңлатам: бер үк кейем төрлө ерҙә төрлөсә аталып йөрөтөлә, эш-ҡорал атамалары ла айырыла. Шуға иғтибар итеү кәрәк. Функциональ ҡулланылышы, тегелеше, формаһы һәм башҡалары ана шул төрлө атама-исемдәрендә сағыла. Миҫал өсөн, ирҙәр баш кейеменең генә унлап атамалы төрө бар беҙҙә: кәпәс, тупый, ҡолаҡсын, ҡамсат, көләпәрә, бүрек, ҡалпаҡ, түбәтәй, таҡыя...
Сәлимә Усманова: Боронғо кейемдәрҙе абайлап ҡараһаң, шул тиклем тормошсан, уңайлы һәм кәрәкле монаяттар улар. Әйтәйек, һыбайлылар нисек кейенә? Ат еле, тигән тәбиғи шартты улар нисек иҫәпкә алмаһын? Ат еленә ҡаршы тегелгән уларҙың бөтә кейеме - шуға яйлашҡан, шундай ябай, ныҡлы һәм функциональ. Ғөмүмән, беҙҙә - башлыса тәбиғәттә йәшәгән башҡортта - бер кейем дә матурлыҡ өсөн генә тәғәйенләнмәгән. Музейҙарҙа берәй кейем күрһәм, тиҙ генә кейеп ҡарайым. Һәр береһе хәрәкәтләнергә бик уңайлы, ҡыҫмай, быумай, тотҡарламай. Туҡымаһы, тегелеше - барыһын да ныҡ уйлап, алдан күреп эшләгәндәр, шунан милләттең кейемгә талабы һәм зауҡы аңлашыла ла ҡуя. Ҡалпаҡтарҙы ла тәүҙә кейеп ҡарарға кәрәк. Көләпәрә (плащ-палатка) беҙҙең һәр һунарсыла, яугирҙа булған.
Күптән түгел Учалы музейында булдыҡ. Бик фәһемле бер нәмә һөйләнеләр: "Француз яулыҡ менән флүр яулыҡтың айырмаһын белмәй инек, таптыҡ",- тиҙәр. Ысынлап та, күптәр белмәй уны, ә учалылар шуны иҫбат итте. Рәссам һәм дизайнер Азат Ғарипов бер ваҡыт: "Ҡайҙа-кемдә боронғо яулыҡ бар, барыһын да йыйып килтерегеҙ", тип бөтә районға иғлан итә. Һәр яулыҡты айырым ҡарап сығалар. Шулай итеп, Учалыла ике йөҙ йыл элекке флүр яулыҡ табыла. Шулай уҡ селтәр, яға, түшелдерек, һаҡалдарҙы ла йыйып тикшергәндәр. Уларҙы дөйөм бер исем - "яға" тип йөрөтәләр ул төбәктә, бөгөн улар яғына хас традицион эшләнешле өс төрлө вариантта яға барлығы асыҡланған. Баш кейемдәре юҡ Учалыла, халыҡта һаҡланмаған (яланбаш йөрөмәгәндәр ҙә инде!). Ә республика Милли музейенда "Учалы ҡашмауы" бар.
Беҙ Башҡортостандың төп Милли музейындағы "Башҡорт этнографияһы" бүлегенең бик шөкәтһеҙ һәм ярлы булыуы хаҡында беләбеҙ, ишетәбеҙ, хәлдәр үҙгәрәме?
Сәлимә Усманова: Эйе, бүлектә күҙгә элерлек йүнле башҡорт милли кейеме өлгөләре юҡ. Улар алама, иҫке. Фондта бар ул йүнле экспонаттар, материалдар, әммә уларҙы эшкәртеү, тергеҙеү һаман һуҙыла. Улар, әлбиттә, ҡиммәтле алтын-көмөш биҙәүестәр менән биҙәлгән, уларға һәр кемде яҡын килтермәйҙәр. Бөрйәндәрҙең ҡашмауын, Ейәнсураның үҫәргән еләндәрен, Арғаяш муйынсаһын - бөтәһен бер манекенға кейҙергәндәр ҙә, шуның менән вәссәләм. Күргәҙмәне яңыртып та булмай, "все ветхо", тип ҡабул итмәйҙәр, сөнки бөтә нәмә алама, саҡ эләгеп тора. Ә реставрация өсөн материалдар, иркен урын кәрәк.
Минең реставрация эше буйынса махсус белемем бар. Мәскәүҙә Рәсәй этнография музейында музей реставраторы һөнәренә уҡыным, диплом алдым, практика үттем. Бында бөтә музей эшмәкәрлеге буйынса уҡырға мөмкин. Реставрация бүлегенә уҡырға инер өсөн художество мәктәбендә йә училищела белем алғаның хаҡында танытма, диплом кәрәк. Йәштәребеҙ уҡыһын ине, тим. Бергәләп эшләр инек. Юғиһә, беҙҙә бер генә музейҙа ла милли башҡорт кейемен тергеҙерлек рухлы һәм махсус белемле башҡорт белгестәре юҡ.
Башҡорт милли кейемен өйрәнеүҙе ниндәй төбәктәргә бүлеп ойоштораһығыҙ? Светлана Шитова дүрт төп төбәккә бүлә, Айгөл Камалиева ете төрлө төбәк кейемен айырып күрһәтә...
Сәлимә Усманова: Әлегә кейемдәрҙе һәм ырыуҙарҙы улар күпләп йәшәгән райондарға бүлеп ҡарайбыҙ. Ҡыҙыҡ, әммә бер үк кейем шул тиклем тиҙ төрләнә - саҡ ҡына ситкәрәк китһәң дә айырыла. Әбйәлил менән Белорет райондары сигендә йәшәгән ҡатай ырыуы кейемдәре бөтөнләй башҡаса (ҡатай ырыуы үҙе лә әллә нисә ҡәүем-тармаҡлы бит). Бөрйәндәр Баймаҡта һәм Бөрйәндең үҙендә, Күгәрсендә, Миәкәлә, Туҡ һәм Ырғыҙ буйында йәшәй, ә кейемдәре ғәләмәт төрлө. Силәбе менән Учалы районы сиктәрендә тамъян, табын кейемдәре шулай уҡ төрләнә. Ейәнсура менән Ырымбур яғы кейемдәре лә бер үк түгел, көньяҡ төбәккә ҡараһалар ҙа, ныҡ ҡына айырымлыҡтары, үҙенсәлектәре бар.
Юлай Ғәлиуллин: Бында бер шәп асҡыс, уңайлы юл бар. Башҡорт һөйләштәре! Диалект бик мөһим. Диалектты асыҡ белмәйенсә, беҙ кейемдәрҙе лә айыра алмабыҙ. Мин һәр ваҡыт тап ошо ерлектә, шул ауылда, шул арала кейем нисек аталыуына ныҡ иғтибар итәм, бөтә тәғәйен ҡулланылышы, тегелеше, эшләнеше, биҙәлеше уның исемендә күренә. Мәҫәлән, бер бүректең тегелешен генә лә әйтеп биреүсе әллә нисә терминлыҡ һүҙҙәр бар: "...бауы, түбәһе, маңғайы, ҡолағы, соңҡаһы, ялпағы, сикәһе, ҡамаһы һ.б." Этнографтар менән дизайнерҙар, телселәр бергә эшләргә тейеш. Башҡортостан Этнология музейында быға тиклем кейем буйынса телде яҡшы белгән бер башҡорт белгесе булманы. Әле лә юҡ. Нестеров исемендәге музейҙа "ҡашмау - татар кейеме" тип һөйләп торалар, ғәжәп инде...
Сәлимә Усманова: Бер дөйөм фәнни-ғәмәли үҙәк кәрәк. Был мәғәнәһеҙ тарҡаулыҡ тамам беҙҙе бөлдөрә. Мәҫәлән, бөтә тирә-яҡтан ғалимдарҙы саҡыралар, конференция, консилиумдар үтә, әммә беҙгә әйтеүсе юҡ, беҙ бит урындағы практиктар, ғәмәли эшләүселәр, милли кейемде тергеҙеүселәр. Яңыраҡ "Торатау" Конгресс-холына ҡырғыҙҙар саҡырылды - "Игры кочевников" темаһы буйынса. Башҡортостандағы кейем тергеҙеүсе рәссам-дизайнерҙарҙан бер кемде лә саҡырманылар. Ә беҙ үҙебеҙ белеп ҡалдыҡ та барҙыҡ, тыңлап булһа ла ултырырға тырыштыҡ. Ҡырғыҙҙар: "Беҙҙә практик яҡтан көслө уйынсылар бар, уйын төрҙәрен һәм ысулдарын яҡшы беләбеҙ, күрһәтеп бирә алабыҙ, ә Башҡортостан - милли уйындарҙы һәм кейемдәрҙе фәнни яҡтан өйрәнеү өсөн бынамын тигән урын, ғалимдар менән уйынсылар, кейем тегеүселәр һеҙҙә йыйылырға тейеш", - тиҙәр. Улар беҙҙең менән эшләргә теләй. Әммә...
Тимәк, һеҙҙә бөгөндән ошо ырыу кейеме ошолай тип аныҡ ҡына күрһәтерлек комплекттар юҡ?
Сәлимә Усманова: Әлегә тик теоретик эҙләнеүҙәр генә бара. Был эштәрҙе еренә еткерер өсөн команда кәрәк. План-программа буйынса эшләгән махсус Этно-Медиатөркөм булдырмайынса, бындай яуаплы эште яңғыҙ атҡарыу мөмкин дә түгел.
Юлай Ғәлиуллин: Ул Этно-Медиатөркөмдә бөтә белгестәр булырға тейеш. Фән эшмәкәре кейемде фәнни яҡтан белһен һәм иҫбат итһен, фотограф һәр төрлө документаль һәм заман һүрәттәренән дөйөм картина булдырһын, шулай уҡ тегеү цехы, технологтары һәм кейем дизайнеры мотлаҡ кәрәк... Беҙгә һәр бер айырым кейем һәм деталь буйынса белгес булыуы ла бик мөһим: ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр кейеме, аяҡ кейемен тегеүсе (обувник), шулай уҡ уҡ-һаҙаҡ яһаусы оҫталар ҙа ҡушылһын. Грант ярҙамы кәрәк дәүләттән. Эш хаҡы ла кәрәк.
Сәлимә УСМАНОВА: Милли кейемде тектереп алыу өсөн Өфөлә тегенсе табып булмай. Тегенселәргә барам, ошо милли кейемде ошо чертеж йә фото буйынса тегергә кәрәк, тиһәң, бер кем дә ризалашмай. Барыһына ла тиҙерәк һәм күберәк еңел аҡса кәрәк. Юҡ-бар тегеп булһа ла ултыра, тик башҡорт кейемен тегергә теләүсе юҡ.
Милли кейемдәр буйынса төрлө конкурстар, күргәҙмәләр, республика фестивалдәре ойошторола. Һеҙ уларҙа ҡатнашаһығыҙмы?
Юлай Ғәлиуллин: Мин бындай шау-шыулы сараларға бик талапсан ҡарар инем. Бутафория кеүек еңел-елпе кейем ишараттары өсөн бындай конкурстар үткәрергә һәм ҡиммәтле приздарҙы әрәм итергә кәрәкмәҫ ине. Бына әле "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары райондарҙа милли кейемдәрҙе ырыу үҙенсәлектәренә тап килтереү, дөрөҫләү маҡсатында "Хаталар өҫтөндә эш" тигән акция ойошторҙо. Улар һәр береһе үҙе белгәнсә эшләй, бик үк дәррәү тотоноп та китә алмайҙар, әлбиттә. Сөнки был эште дәррәү башҡарыу өсөн белгес-әйҙәүселәр кәрәк. Улар юҡ тиерлек. Ярай ҙа Учалы ағинәйҙәренең рәссам-дизайнеры Азат Ғарипов бар, улар бар эште бергә атҡара. Шуға уларҙың милли кейемдәр буйынса ла, биҙәүестәр буйынса ла күрһәтерлек комплекттары бар. Бына хәҙер сарыҡ, ҡата кеүек аяҡ кейемдәрен тергеҙеүгә тотонғандар. Тимәк, милли кейемде тергеҙеү белгестәр эше генә тип ҡарарға ярамай, ул шул уҡ ағинәйҙәрҙең дә, беҙҙең уҡсыларҙың да эше. Ләкин милли кейемде тергеҙеү аҡса эшләү маҡсаты менән еңел-елпе бутафория, киң ҡулланыу тауары яһаған кешеләр эше түгел. Шундайҙар ишәйеп китте.
Сәлимә Усманова: Быйыл 6 март көндө Милли музейҙа халыҡ-ара кимәлдә тиеп тороп түңәрәк ҡор ойошторҙоҡ. Мин Өфөләге Александр Кирдякин, Роза Юлдашбаева, Саимә Хәсәнова кеүек рәссамдарҙы, дизайнерҙарҙы саҡырҙым. Милли кейемде тергеҙеү менән шөғөлләнгән төркөмдәр ҙә ҡатнашты. Улар һәр береһе үҙенсә донъя көтә, аҡса табырға, йәшәргә тырыша. Ысынында иһә, улар күптән инде һәммәһе бергә, бер үҙәк, бер ойошма булырға тейеш бит. Мин үҙемде борсоған теманы күтәреп: "Һәр бер күргәҙмәлә ҡатнашырлыҡ төплө белемле, талапсан контролер-белгестәрҙән торған комиссия төҙөү кәрәк беҙгә. Кем ошондай комиссия составында булырға теләй?" - тигән һорау ҡуйҙым. Бер кем дә өндәшмәне. Ҡаршы сығыш яһаусылар булды.
Юлай Ғәлиуллин: Ысынында, милли кейемде тергеҙеүсе ағинәйҙәр ҙә, беҙҙең уҡсылар ҙа үҙҙәренә белем етмәгәнен аңлай. Дәреслек кеүек әсбаптар, каталогтар таптыралар. Мәҫәлән, "Бурда" журналы кеүек, һәр милли кейемдең тегелешен, үлсәмле өлгөләрен баҫып сығарырға кәрәк. Унда кейемдең тарихы, районы, кем кейгән, ҡайҙа һаҡлана, ниндәй тауарҙан тегелә, ниндәй биҙәк һалына, нисә тәңкә ҡуйыла- барыһын да билдәләргә кәрәк. Ошо эшкә кем тотонор икән, тип көтәбеҙ һаман. Ҡыҫҡаһы, тәүсығанаҡты беләйек, таныйыҡ, ата-балалар ҡомартҡыһына, нигеҙҙәргә, тамырҙарға таянайыҡ. Булған милли белемде барлайыҡ. Унда эштәр бихисап! Беҙ эшләмәй кем эшләһен, беҙҙең быуын үҙ эҙен һәм хеҙмәтен һалырға тейеш.
Минеңсә, милли кейемдәрҙе тергеҙеү өсөн маңҡортлоҡ һәм наҙанлыҡ, ялҡаулыҡ һәм ғәмһеҙлек шырлыҡтарын ҡыйып үтә торған ғәскәрҙең алғы һыҙығына баҫыуға ваҡыт етте. Тик әлегә был ғәмәлде атҡарыу өсөн рух ныҡлығы, тәрбиә етмәй, күрәһең...
Сәлимә Усманова: Әлбиттә, бындай ҡомартҡыларыбыҙҙы баһалау, күтәрмәләү өсөн дә рух уяныуы кәрәк. Беҙ бит хатта Хоҙай бүләкләгән ер-һыуыбыҙҙың, тыуған төйәктең дә ҡәҙерен белмәйбеҙ. Шулай булмаһа, әллә күпме ир-егеттәребеҙҙең эш артынан Себерҙәргә сығып олағыуын нисек аңларға? Ғаиләләрегеҙҙә балаларығыҙ атай тәрбиәһе күрмәй, тыуыр балаларығыҙ тыумай бит, тип нисек аңлатырға? Бынау эскелек тигән афәт тә иң тәүҙә миллилекте юҡҡа сығара. Ә инде яһалма керпек, ҡабартылған ирен эшләтеп, төрлө салондарҙан матурлыҡ эҙләүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы бөтөнләй аңламайым: матурлыҡ бит һинең үҙ асылыңда асылыуҙа, тыйнаҡлыҡта, шул уҡ милли биҙәүестәрҙә лә...
Юлай Ғәлиуллин: Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙең "Мәргән уҡсы"ла, белеүемсә, шул уҡ ағинәйҙәр араһында ла ошо милли рухиәт тәрбиәһе буйынса бик ҡеүәтле, әүҙем эш алып барыла. Беҙҙең "Мәргән уҡсы"ға, мәҫәлән, анһат ҡына ағза булып килеп инеп булмай. Рухһыҙҙар, халҡыбыҙ тарихын, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли кейем өлгөләрен тейешенсә белмәгәндәр беҙҙә ағза булып тора алмай. Беҙҙең ошондай тәрбиәүи сараларыбыҙ маҡсатлы, рухлы, битараф булмаған кешеләр сафын арттырыр, тип өмөт итәбеҙ.
Сәлимә Усманова: Бер уйлаһаң, барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Һәр кемдә бар рух, тик ул ныҡ баҫылған, уны ҡуҙғатырға, уятырға ғына кәрәк. Мин ике йыл инде Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Милли музей исеменән милли кейемде өйрәнеү һәм өйрәтеү буйынса семинарҙар ойоштороп, төбәктәрҙә йөрөйөм. Үҙем менән этнограф, тегенсе, дизайнер, технолог алып барам. Былтыр Ейәнсура, Асҡын, Мәсетлелә, шунан Өфөлә семинарҙар үтте, тиҙҙән Дыуанда йыябыҙ, тағы Магнитогорскиға бармаҡсыбыҙ. Семинарҙа ҡатнашыуҙың - инеү һәм өйрәнеүҙең хаҡы билдәле: бер кешенән өс йөҙ һум алына. Өйрәнмәгә 25-30 кеше йыйылыуы шарт. Йәнә бер шарт: һәр төбәктә, һәр ауылда ерлектәге кейем-һалымдың тулы күргәҙмәһе ҡуйылырға тейеш. Был күргәҙмә беҙҙең төп "сиҙәм". Өс көнлөк семинарҙа шул төбәктең өҫ-баш мөлкәте, шул ырыуҙың кейеме өйрәнелә, технологияһы тергеҙелә, шунан яңы заман ҡулы-мәне менән ырыу кейеме тегелә! Оҙаҡламай Күгәрсен, Ейәнсура, Күмертау, Йылайыр, Хәйбулла яғына сығабыҙ, уларҙа милли кейемдәрҙә оҡшашлыҡ күп. Айырмалары ла бик ҡыҙыҡлы.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Дөрөҫ әйтә Сәлимә менән Юлай. Йөҙ йыл әүәл арҙаҡлы этнографтарҙы ғәжәпкә һалған бай һәм төрлө кейемдәребеҙҙең төп нөсхәләре музейҙарҙа бик наҡыҫ һәм ярлы күрһәтелеүе, уларға бағышланған китаптар, каталогтар һ.б. әсбаптарҙың тағы ла аҙ булыуы арҡаһында күптәр документаль фотоларҙа, журнал һәм китаптарҙа яҙа-йоҙа күргәненә таянып, "милли кейем" булдыра. Ысынлап та, был хәл күптәрҙе түбән сифатлы һәм ялған нәмәләр - "милли" ҡушаматлы биҙәүестәр һәм кейем төрҙәре эшләүгә этәрҙе. Бер оҫта әйтмешләй: "Милли кейемде тергеҙеүҙе етди ғилми эш итеп ҡарау булманы баштан уҡ, ә еңел уйын итеп ҡарау ғына булды. Биҙәүестәрҙе бик күп итеп эшләнек тә эшләнек. Традицион сама менән зауыҡты оноттоҡ. Хәҙер әллә күпме "тәтәйебеҙ" бар. Биҙәүес түгел - уйынсыҡ, кейем түгел - ҡылансыҡ! Уйнап туйҙылар хәҙер. Ни сувенир түгел, ни ҡый түгел..." Был әсенеүле һүҙҙәр сараһыҙҙан әйтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа дөрөҫлөк бар шул. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Сәрүәр СУРИНА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА