Республикала үткән 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип нарыҡлау бик урынлы булды, күптән телебеҙгә иғтибар йәлеп итеү өсөн шулай эшләргә кәрәк булғандыр ҙа. Әйтергә кәрәк, ошоға бәйле республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә ойошторолған төрлө белем биреү, мәҙәни саралар ярҙамында башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, даирәһен киңәйтеү йәһәтенән матур ғына эштәр атҡарылды.
Йылды йомғаҡлап, шуны әйтергә була: бөтә төр конкурстарҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Уҡыусылар берәр-икешәрләп кенә түгел, ә класс менән интернет киңлектәрендә уҙған ярыштарҙа, "Бикбай уҡыуҙары" төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында, Аҡмулла уҡыуҙарында, Мостай уҡыуҙарында, ижади конкурстарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны һәм юғары һөҙөмтәләргә лә өлгәште.
14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнө айҡанлы гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығын алдараҡ башлағайныҡ, уның сиктәрендә асыҡ дәрестәр, тел белгестәре менән осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Беҙ Фатима Мостафинаның тыуған төйәге Һамар өлкәһе белем усаҡтары менән бәйләнеш тотабыҙ һәм бик матур ғына хеҙмәттәшлек өлгөләребеҙ бар. Был аҙналыҡ барышында коллегабыҙ Эльвира Хәсәнова Ырғыҙ тулы булмаған мәктәбенең 5-8 класс уҡыусылары менән Zoom ярҙамында асыҡ дәрес үткәрҙе, туған телен өйрәнергә, белергә теләгән сит өлкәлә йәшәгән тиҫтерҙәре менән ихлас аралашты гимназистар.
Ғөмүмән, беҙҙең гимназияла "Башҡорт теле йылы" тип нарыҡламаған хәлдә лә һәр ваҡыт туған телебеҙҙе пропагандалауға, уны үҫтереүгә, йәш быуында уға ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә килде һәм артабан да шулай дауам итер. Сөнки был эште бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғына түгел, тотош коллективыбыҙ алып бара, уны һәр кем үҙенең бурысы тип иҫәпләй. Шуға күрә, бөтә кластан тыш саралар башҡортса үтә, балаларҙы туған телендә аралашырға күнектерәбеҙ, белем усағының социаль селтәрҙәрендәге биттәре лә башҡортса алып барыла һәм ундағы яңылыҡтарҙы уҡыусылар, атай-әсәйҙәр уҡый, тарата. Был да бөгөнгө заман талаптарын иҫәпкә алғанда бик әһәмиәтле эш.
Бына ошоларҙың барыһын да даими рәүештә атҡарылған көндәлек эшмәкәрлегебеҙ тип ҡарағас, Башҡорт теле йылы беҙҙең өсөн әллә ниндәй яңылыҡтар, ҙур үҙгәрештәр индерҙе, тип әйтә алмайбыҙ. Милли мәктәптәр өсөн ғәҙәти йыл һымаҡ үткәндер ул. Әлбиттә, республика буйынса балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, дөйөм йәмғиәттә башҡорт теленә ыңғай иғтибар йәлеп итеү өсөн күп эшләнде. "Интерактив башҡорт теле" кеүек бик ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырылды, мобиль ҡушымталар, әсбаптар донъя күрҙе - былар барыһы ла телде башлап өйрәнгән кешеләр өсөн. Нимәгәлер иғтибар биреп еткерелмәне, тип әйтә алмайым, ә киләсәктә тағы ла ниҙәр эшләргә кәрәк, тигән саҡта мин М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты кеүек уҡыу йорттарында башҡорт телен халыҡ-ара, донъя кимәленә сығарыу, танытыу йәһәтенән күберәк эштәр атҡарайыҡ, тип теләйем. Беҙҙең гимназия уҡыусылары кеүек, туған башҡорт телен яҡшы кимәлдә, хатта камил белгән һәләтле балалар күп республикабыҙҙа һәм бына улар юғары уҡыу йорттарының да ошо юҫыҡта тормошҡа ашырыласаҡ проекттарында ҡатнаша алыр ине, моғайын. Телде тәрәнәйтеп өйрәнә бит улар, шуға халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған ниндәйҙер саралар, фәнни-ғәмәли конференциялар йә башҡа төр ҡыҙыҡлы проекттар уларҙың белемен камиллаштырыуға яңы мөмкинлектәр асһа, финанс ярҙамы күрһәтелһә, бер ҙә яҙыҡ булмаҫ.
Шулай уҡ башҡорт теле кабинеттарына йыһазландырыу йәһәтенән күберәк иғтибар һәм ярҙам булһын ине киләсәктә, тигән теләк тә бар. Бына мин бер нисә яңы мәктәпте барып күреп, хайран ҡалып ҡайттым: уҡытыусылар шул тиклем рәхәт, матур эшләйҙәр, ҡул аҫтында заман талаптарына яуап биргән бөтөн мультимедия ҡорамалдары бар. Беҙгә лә, тиҫтә йылдар дауамында йәмғиәтебеҙгә кәрәкле милли кадрҙар әҙерләшкән белем усаҡтарына, шундай алдынғы уҡытыу алымдарын ҡулланырға барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған синыф бүлмәләре кәрәк. Әлбиттә, уҡытыусылар һалдат шикелле: нимә ҡушһалар, шуны эшләргә, хатта арттырып үтәргә һәр ваҡыт әҙер торабыҙ. Ләкин талаптар артҡан һайын эшебеҙҙе еңеләйтер саралар ҙа күрелһен ине.
Башҡорт теле йылын йомғаҡланыҡ, әммә был өлкәләге эштәр ошо 12 ай менән генә сикләнеп, тамам булып ҡуймаһын. Республикала башҡорт теленә иғтибар кәмемәһен, һәр быуын вәкиле туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булырын хәтерендә тотһон.
Лилиә БИКБАЕВА,
Өфө ҡалаһы Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА