«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛ ТЫЛСЫМЫН ТАМАШАСЫЛАРҒА ТАПШЫРЫУСЫ БУЛДЫ УЛ
+  - 


Яҙыусы Ғәли Ибраһимов Салауат Юлаевтың замандашы һәм арҡаҙашы Кинйә Арыҫланов хаҡында "Кинйә" романын ижад иткәс, Башҡортостан телевидениеһында был роман буйынса телефильм төшөрөү - оло мәҙәни ваҡиға, ижади ҡаһарманлыҡ була. Тәрән тарихи белемле, сая рухлы әҙиптең әҫәре буйынса "Кинйә" телесериалын әҙерләүҙә төп роль уйнаған кеше - ул сценарий авторы Фуат Ғибаҙулла улы Биишев (1928-2008). Уның тураһындағы хәтирәләрҙе барлайыҡ әле.

Шулай итеп, башҡорт телендәге тәүге төҫлө дүрт сериялы "Кинйә" телефильмы - ул башҡорт халҡының азатлыҡ көрәшен сағылдырған, тарихи аманатҡа тоғролоҡ билдәһе булған йәнә бер әһәмиәтле сара. Сценарий авторы - Фуат Биишев. Режиссеры - Әмир Абдразаҡов. Ҡуйыусы режиссеры Рафаэль Биккинин. 1986 йылда бөтә Башҡортостан халҡы яңы киноәҫәрҙе телевизор аша тын да алмай ҡарай, Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышын йәки Салауат яуы тип тарихҡа ингән оло ваҡиғаларҙы һәм халыҡ батырҙарын күҙ алдынан үткәрә.
Үткер фекерле, оҫта телле журналист Фуат Биишевтың илһамлы һәм егәрле режиссер Әмир Абдразаҡов менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүе - бөтә Башҡортостан телевидениеһы студияһы өсөн отошло тандем, бәхетле осраҡ булды, тиергә мөмкин. Уларҙың телевидение фондында һаҡланған төп мираҫы - башҡортса тәүге нәфис телефильмдар. Иң тәүге ижади емеш - 1978 йылда Яныбай Хамматовтың "Бөртөкләп йыйыла алтын" романы буйынса беренсе күп сериялы телеспектакль аҡлы-ҡаралы видеотаҫмаға яҙыла. Сценарий авторы - Фуат Биишев. Режиссеры - Әмир Абдразаҡов. Ҡуйыусы операторы Рафаэль Биккинин. Әҫәр Башҡортостандағы алтын йыуыусы старателдәрҙең ауыр тормошо, революция һәм граждандар һуғышы шауҡымынан ил өҫтөнә ишелгән һынауҙар хаҡында. Ватансыл рухлы шәхестәр - сценарий авторы менән режиссерҙың башҡорт тарихын һәм милли характерын телеэкранда сағылдырыу хыялы тормошҡа аша. Был сериал хаҡында оператор Рафаэль Биккинин бына нимә ти: "Алтын" ("Бөртөкләп йыйыла алтын" фильмының эш өсөн шартлы исеме) - ғәжәп ҙур хеҙмәт һалынған ижади бейеклек. Фуат Ғибатович телеэкран өсөн бик тә оҫта яҙа белә. Биишев - ул һүҙ маһиры. Ҡуйыу, уйнау, төшөрөү эше ифрат күп һәм ҡатмарлы булды, ләкин тамашасы ҡәнәғәт ҡалды, һөйөнөп ҡараны. Һуңынан "Кинйә" тыуҙы. Уныһы инде - үҙе бер эпоха, үҙе бер оло тарих…"
Был яуаплы ижади көндәр хаҡында режиссер Әмир ағай Абдразаҡов үҙе бик асылып һөйләр ине: "Кинйә" фильмы өҫтөндә эшләп булыр микән, тигән һорау ныҡ борсоно. Бер тин аҡса юҡ, ней кейем, ней аттар - һәммәһен дә үҙебеҙ таптыҡ, үҙебеҙ юлланыҡ. Актерҙар һайлау ҙа ҡатмарлы булды. Тарихи шәхесте һынландырыу - уғата яуаплы, уны үҙе шәхес булған заттар ғына күтәрә ала. Романдан киносценарий эшләү - үҙе бер оло даръя, уны кисеп сығыуы - ай-һай… Бары тик талантлы оҫталар ғына атҡарырлыҡ эш. Биишев йөрәге, Биишев ҡарашы менән айҡап сығылды ул тарих. Төп фекер - Фуат ағайҙыҡы. Уның менән эшләүе еңел. Ул үҙ өҫтөнә бөтә ауырлыҡты алды - киносәхнәләр, диалогтар ҙур оҫталыҡ менән яҙылды. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан телевидениеһында Яңы йыл "Огонёк"тарының сценарийҙарын яҙыуҙа ла Фуат ағай ҡотҡара торғайны. Әлдә беҙҙең яҙмыш юлдары бергә тура килде. Бик күп нәмәгә өйрәтте мине Фуат ағай. Телгә, эш тәртибенә, әҙәпкә өйрәтте. Башҡа кеше, башҡа рух булһа, белмәйем, мин телевидениела нимәлер эшләй алмаҫ инем. Уға бик рәхмәтлемен…"
Ысынлап та, бер-береһенә таянып ижад итеүсе башҡорт зыялыларының тоғро дуҫлығы ил өсөн, республика мәҙәниәте өсөн бик файҙалы булды. Фуат Биишев әҙерләгән әҙәби тапшырыуҙарҙың тексы телевидение дикторҙары өсөн дә һабаҡ, башҡортса дөрөҫ һөйләргә өйрәнеү дәрестәре ине. Туған тел тылсымын белгән журналистың яҙғандарын Марат Рафиҡов, Ғәлимнур Бикбулатов, Рәсимә Кәримова, Наилә Ғәләүетдиноваларҙың аһәңле тауышы зәңгәр экран аша халыҡҡа еткереп торҙо. Башҡорт теленең моңон, һүҙ байлығын, телмәр ағышын белеп һөйләргә өйрәтте ул. Был осорҙа башҡортса тапшырыуҙар ҡолаҡҡа ятышлы, күңелде үҫтереүсе, фекерҙе тәрәнәйтеүсе, уй-хисте байытыусы әҙәби телдә яңғырай торғайны. Фуат Ғибаҙулла улы Биишев үҙе бик тә баҫалҡы холоҡло кеше ине. Ләкин һүҙ туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт милли рухы һәм тарихы хаҡында барһа, унан да сая, үткер һәм ҡыйыу кеше булманы. Үҙе тураһында һөйләргә бөтөнләй яратмаһа ла, бер саҡ үҙ ижадына шулай тип байҡау яһағайны: "Талапсан булырға, халыҡ телен файҙаланырға, ҡоро гәзит теленән ҡасырға тырыштым. Элек тапшырыуҙар, ғөмүмән, етдирәк ине. Заман шуны талап итте. Тапшырыуҙар кешене әҙәпкә өндәй, юлдан яҙҙырмай торған, әҙәп яғынан зыян итерлек булмай торғайны. Был традицияға беҙҙең телевидение тоғро ҡалырға тырышты. Контроль дә көслө булды. Контроль кәрәк ул. Бөгөнгөләй шылтыр-мылтыр тапшырыуҙарға юл ҡуйылмай ине. Хәҙер ҙә контроль бар, тик кем аҡса түләй, шул контроль яһай. Аҡса тоғо заказ бирә..."
Өлкә комитет контроле, партия цензураһы ни тиклем генә ҡаты булмаһын, Фуат Биишев әҙерләгән телеочерктар һәм телефильмдар ил-ауыл, хужалыҡтар тормошон, әҙәби-мәҙәни ваҡиғаларҙы дөрөҫ һәм тулы сағылдырыусы ғына түгел, ваҡытында күреп баһалаусы ла ине. Башҡорт телендә әҙәби-драматик тапшырыуҙар гөрләп торған үҙе бер дәүер булды ул саҡ. Фуат Биишевтың геройҙары - ауыл кешеләре һәм яҙыусылар, шағирҙар, йәғни туған телдә тулы һәм матур һөйләүселәр. Һәр йорттағы зәңгәр экрандан халыҡсан, ябай һәм ихлас тел яңғырап тороуы Башҡортостан телевидениеһының әҙәби-драматик тапшырыуҙарына бәйле ине. Ул ойошторған "Туған төйәк", "Яҙыусы трибунаһы", "Шиғриәт минуттары"нда әҙиптәрҙең ялҡынлы һүҙе, уй-фекере халыҡҡа даими барып етә торҙо.
Шулай ҙа ул үҙенең иң мөҡәддәс уй-ниәттәрен тормошҡа ашырырға ашыҡты. Коммунистар партияһы һис кенә лә хупламаған төп эштәре, төп темалары бар ине уның. Был хаҡта ул берҙән-бер интервьюһында коллегалары алдында әйтеп һалды: "Башҡортостан дәүләтен төҙөүселәр тураһында яңы махсус очерктар циклы кәрәк. Зәки Вәлиди генә түгел, уға тиклем дә, унан һуң да Башҡортостан дәүләте өсөн ғүмерен арнаған шәхестәребеҙ хаҡында халыҡ белергә тейеш - Харис Йомағолов, Сәғит Мирас, Шәриф Манатов, Әхмәҙулла Бейешевтар тураһында ентекле тарихи телефильмдар төшөрөргә ваҡыт..." Уның был фекерҙәре 2000 йылдарҙа уҡ яңғыраны.
Әҙәби-драматик тапшырыуҙар редакцияһының баш мөхәррире Фуат Биишевтың мөхәррирлек талапсанлығы хаҡында тотош легендалар йөрөй. Ул үҙенең ҡул аҫтындағы йәш журналистарҙың яҙмаларын ҡыҙыл ҡәләм тотоп тикшерә, һыҙа, төҙәтә, өйрәтә торғайны. Күренекле башҡорт тележурналистары Альда Вәлиева, Әлфиә Батталова, Хәлисә Мөхәмәҙиева, шулай уҡ мин дә уны үҙебеҙҙең остазыбыҙ тип һанайбыҙ. 2003 йылда, етмеш биш йәше тулған көндәрҙә, беҙ ветеран-журналист Фуат ағайҙы Башҡортостан телевидениеһының Ҙур студияһына саҡырғайныҡ. Ошо студияла ул яҙған сценарийҙар буйынса тиҫтәләрсә телеспектаклдәр уйналған, йөҙҙәрсә яҙыусылар, шағирҙар һәм төрлө хеҙмәт эйәләре сығыш яһаған. Баҡһаң, Фуат ағай үҙе студияла беренсе мәртәбә интервью бирә, тәүге тапҡыр камера алдында һөйләй икән. Һәр ваҡыт кадр артында ҡалған автор, мөхәррир һәм журналисты коллегалары, уҡыусылары, операторҙар ололап ҡаршы алды. Телевидение режиссерҙары Рафаэль Арыҫланов уны "тележанрҙар оҫтаһы" тип нарыҡлай. Альда Вәлиева өсөн "Фуат ағай - оло йөрәкле ир-егетлек үрнәге". Хәлисә Мөхәмәҙиева өсөн "Фуат Биишев мәктәбе - ул Оҫталыҡ өлгөһө", ә Әлфиә Батталова билдәләүенсә, "Фуат ағай һабаҡтары - милли кадрҙар әҙерләү усағы" булып тора. Шәхсән минең өсөн "Фуат Биишев - ул телеэкрандың башҡорт теле уҡытыусыһы". Журналист - ул, ғөмүмән алғанда, индивидуалист, үҙ стиль-ҡалыптары, үҙ ысулдары менән башҡаларҙан айырылып торорға ынтыла. Теге йәки был журналистың уҡыусылары, шәкерттәре булыуы, уның эш принциптарын, идеяларын, юлын дауам итеүселәре хаҡында әллә ни ишетелгәне юҡ. Әммә тележурналистика ветераны Фуат Биишев - үҙе артынан уҡыусыларын өйрәтеп ҡалдырған, һәләтле һәм иманлы йәштәрҙең талапсан уҡытыусыһы булыу яуаплылығын йөкмәгән шәхес.
Фуат Биишев үҙенең һикһән йәшенә саҡлы һис өҙлөкһөҙ ижад итте, шиғырҙар яҙҙы, иҫтәлектәрен барланы. Үҙенең ижад юлына бик тә талапсан булды һәм ҡоро ғына баһа бирер ине. Ысынлап та, "Кинйә" телефильмы геройҙарын, халыҡ батыры Кинйә Арыҫланов, Салауат Юлаев рухын экранға күсергән Фуат Биишевтың йәнә бер фәһемле эшмәкәрлеге - тәржемә эше, йәғни башҡорт теленең бөтә нескәлектәрен белеп эш итеү, уның төрлө өлкәлә терминдарын булдырыуҙа үҙ өлөшөн индереү, тәжрибәһе менән уртаҡлашыу оҫталығы ла булды. Шул уҡ ваҡытта уға әҙәби эш тә бик танһыҡ ине. Тележурналистың тынғыһыҙ, осо-башы күренмәгән мәшәҡәтле дәүере артта ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡас, ул үҙенең атаһының, Зәйнәб Биишева трилогияһы геройы Иштуғандың, ә ысынында уҡытыусы-мәғрифәтсе Ғибаҙулла Биишевтың көндәлегенән хасил булған "Ғүмер ярсыҡтары" хәтирәләрен барлап, "Ағиҙел" журналында баҫтырҙы. "Үткән йылдар, уҙған юлдар" тигән исем менән үҙенең дә донъяуи иҫтәлектәре баҫылып сыҡты. Был яҙмаларҙа Фуат Биишев - яҙыусы, романдар авторы булырҙай әҙип икәнен күрһәтте. Мин бер саҡ унан: "Ниңә яҙыусы булманығыҙ?" - тип һораным. "Мин яҙыусы булманым, журналистикаға киттем. Заманында бер төркөм йәш ғалимдар Сәйфи Ҡудашҡа халыҡ шағиры исемен биреүгә ҡаршы сыҡты. Мин дә был хатҡа ҡул ҡуйҙым. Шунан башланды… Бөтәбеҙҙе лә тиерлек берәм-берәм сүпләнеләр. Мин башымды эйеп, ғәфү һорап, ҡаршыларына барманым. Шуға ла ғүмер буйы баш осомда күҫәк - обком күҫәге торҙо. Эстафета буйынса тиерһең, һәр яңы килгән түрә миңә шикләнеү менән ҡараны. Минең эшемде лә, үҙемде лә күрмәҫкә, инҡар итергә тырыштылар. Шулай итеп, обком менән "дуҫ" йәшәнем…"
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ниндәй өлөш индерһә, Фуат Биишевтың журналистик эшмәкәрлеге лә быуын-быуын йәштәрҙе һәм замандаштарҙы туған тел хазинаһына, туған халыҡ тарихына, сәнғәтенә, матур кешеләренә, яҡты киләсәгенә әйҙәп тороусы ижад булды. Туған халҡың һәм илең өсөн көндәлек төплө хеҙмәткә өйрәтеүсе, әйҙәүсе ижад. Зәңгәр экран аша Фуат Биишевтың уй-хыялдары, кешегә әйтер һүҙе халҡына барып етеп торҙо, Аллаһыға шөкөр. Замананың был бөйөк мөмкинлеген намыҫ менән башҡарыусы әҙип ул - атаҡлы журналист Фуат ағай Биишев. Бейешевтарҙың аҫыл затының ҡотон арттырыусы, аманатлы антына тоғро ҡалыусы остаз һәм ил ағаһы.
Әйткәндәй, "Кинйә" телесериалының дауамын эшләргә шул хәтлем ашҡынды Әмир ағай Абдразаҡов. Ҡайҙа, кемде, нисек һәм нисәлә төшөрөү хаҡында эш картаһын беҙҙең "Хазина" ижад берекмәһе бүлмәһендә әллә нисә мәртәбә йәйеп һалып, күрһәтеп, хыялдары менән уртаҡлашып ултырыр ине. Уға таяныс: ҡулында Фуат ағай Биишев әллә ҡасан яҙып биргән әҙер киносценарий. Бына тигән әҫәр авторының, арҙаҡлы Ғәли Ибраһимовтың рухына таянып, заман талабы тип ялбарып, ул телефильм өсөн аҡса юлланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ярҙам итерҙәй бер кем дә хөкүмәттә лә, илдә лә табылманы. Халыҡ тарихы буйынса телесериал бүтәнсә төшөрөлмәне. Утыҙ биш йыл үтте. Башҡорт тарихи кино һәм телесериалдары үҙ сәғәтен көтә.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.21 | Ҡаралған: 403

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru