Улдарымдың матур итеп башҡортса һөйләшкәнен ишетһәләр, "Балаларың Баймаҡта уҡыймы?" тип һорайҙар. Әйтерһең дә, Баймаҡта ғына башҡортса һөйләшәләр. Теләк булғанда, Өфөлә лә баланы башҡортса һөйләштереп була ул! Теләк кенә кәрәк. Ә теләк булһын өсөн, моғайын да, милли рух, халҡыңа һөйөү мотлаҡтыр.
Эйе, мин башҡортса һөйләшәм һәм балаларымдан да шуны талап итәм. Халҡыма, туған телемә булған һөйөүемде улдарым йөрәгенә лә һала алыуым менән ғорурланам. Өлкәне Өфө мәктәптәренең береһендә уҡый, бәләкәсе Өфөләге балалар баҡсаһының рус төркөмөнә йөрөй. Икеһе лә өйҙә башҡортса һөйләшә! Сөнки мин, әсәләре, уларға русса өндәшергә рөхсәт итмәйем. Бер мәл Рамаҙан улым яңылыш ҡына "мама" ти ысҡындырғайны, минең яуап ҡыҫҡа булды: "Ана, урамға сыҡ та мамаңды эҙләп тап. Өйҙә мама юҡ!"
Бына шулай, талап иткәндә, үҙең дә гел башҡортса аралашҡанда, балаларҙы туған телгә ныҡлап йәлеп итергә мөмкин. Һылтау эҙләү кәрәкмәй һис. Әлбиттә, мин саф башҡортса ғына һөйләшәм тип маҡтана алмайым. Рус теленән ингән һүҙҙәр "зараза" һымаҡ йәбешкән бит инде: "может", "пожалуйста", "привет" һәм башҡалар. Шуларҙы ҡыҫтырһам, улдарым хәҙер мине лә тәнҡитләй: "Ана, әсәй, үҙең дә русса әйттең, хәҙер мөйөшкә баҫаһың инде", - тип көлдөрөп алалар. Шулай... Мин - уларҙан, улар минән талап итә. Улдарыма әйтеп ҡуйғанмын: "Мәктәптә русса һөйләшәһегеҙме, инглизсәме, ҡытайсамы - быныһы һеҙҙең эш, ә өйҙә тик башҡортса!" Ошондай ҡәтғи талап булғанда һәр бер башҡорт ғаиләһендә үҙ телен яҡшы белгән бала үҫәсәк. Зинһар, ситтән һылтау эҙләмәгеҙ! Ваҡыт юҡ, русса йәнһүрәт ҡарай, балалар баҡсаһында рус төркөмөнә йөрөй, рус класында уҡый, интернет боҙҙо - быларҙың барыһы ла һылтау ғына. Һеҙ үҙегеҙ талап итмәйһегеҙ, һеҙ үҙегеҙ балағыҙ менән шөғөлләнмәйһегеҙ, тимәк. Бары үҙегеҙ ғәйепле!
Билдәле шәхестәрҙең, яҙыусы-шағирҙарҙың, башҡорт журналистарының, актер-актрисаларҙың балалары русса һөйләшеүен, башҡортса белмәүен ишетеп шаҡ ҡатам. Хатта башҡорт теле уҡытыусыларының балалары башҡортса һөйләшмәй икәнде лә ишеткәнем бар. Быныһы бер нисек тә башҡа һыймай. Мин, ябай һатыусы тип әйтәйемме, үҙ баламды әсә телендә һөйләштерә алам, ә башҡорт теле уҡытыусыһы үҙ балаһын өйрәтә алмаймы? Оят түгелме? Үҙ балаң һөйләшмәгәс, һинең ошо һөнәреңдән ни файҙа? Һеҙ иң рухлы кеше булырға тейеш түгелме ни?
Башҡорт теле башҡортҡа кәрәк. Һәр башҡорт ғаиләһендәге баланың теле "әсәй", "атай" тип асылырға тейеш. Кемгә кәрәк ул, тимәгеҙ. Беҙгә, үҙебеҙгә кәрәк! Хатта бер ғалим яҙҙы: баҡтиһәң, суицидҡа барған кешеләрҙең күбеһе үҙ телен белмәй булып сыҡҡан. Артабан нисек дәлилләгәнен иҫләп етмәйем. Әммә милли аң, әсә теле кешенең эске күңелен, аңын, фекерләүен үҫтерә икәненә иманым камил.
Тағы бер миҫал килтерәм, уны ла миңә кемдер һөйләгәйне. Һуғыш мәлендә бер егет мәрйә кәләш алып ҡайта. Балаларына башҡортса исем бирелә бирелеүен, тик улары суҡындырыла. Исем-шәриф кенә башҡортса ҡала. Тәүҙә ир был хәлгә иғтибар итмәй, йәш саҡ бит. Көнө эштә үтә. Олоғайғас, башҡортса йырҙар тыңлап, мәжлестәрҙә башҡортса йырлашып, һөйләшеп ултырғыһы килә башлай. Әммә эргә-тирәһендә барыһы ла урыҫ та маңҡорт икән... Балалары башҡортса белмәй, ейән-ейәнсәрҙәре иһә сей урыҫ, исемдәре лә Катя ла Иван...Һуңлап ҡына милли аң төшөнсәһен иҫенә төшөргән ветеран берәүгә үкенеп һөйләгән: "Үлһәм, мине, бәлки, туғандарым мосолманса килеп ерләшер ҙә ул, аят уҡытып, доға ҡылдырып торған кеше булмаҫ инде..."
Нимә әйтергә теләйем. Телгә ихтирам бөткән ерҙә, тарихҡа ла, мәҙәниәткә лә, ғөрөф-ғәҙәттәргә лә, йолаларға ла хөрмәт бөтә. Һөҙөмтәлә, һин ни башҡорт түгел, ни урыҫ түгел, ни инглиз түгел...Кем һин? Бөгөндән ошо һорауҙы үҙегеҙгә бирегеҙ әле.
Эльвира СОЛТАНҒОЛОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА