Ил Президенты Владимир Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә ошолай тип белдереүе саҡырыу булып яңғыраны, сөнки тотош Рәсәй буйынса экологик хәл ҡыуанырлыҡ түгел. Был йәһәттән халыҡ һәм "йәшелдәр", төрлө экологик хәрәкәттәр саң ҡаға, әммә йөк урынынан ҡуҙғалырға уйламай ине. Республиканың көнсығыш райондарында алтын һәм руда табыуҙары, мәҫәлән, бер кемгә лә сер түгел, әммә алтын йыуыусыларҙың алтынланған ҡулдары үҙ артынан тәртип һәм таҙалыҡ булдырырға бик теләмәй. Ҙур сәнәғәт предприятиелары экологияға миллиардлаған һумдар һалһа, бәләкәй предприятиелар хәл-торошто аңлап етмәйме, әллә аңларға теләмәйме, һәр хәлдә, Башҡортостан Башлығы был йәһәттән ҡәтғи белдереү яһаны.
Нисек лицензия алырға?
Әгәр "ҡара ҡаҙыусы", йәғни тәбиғәт байлығын урлаусы түгелһең икән, тәү сиратта ошо байлыҡ менән файҙаланыуға лицензия алырға кәрәк. Хатта ябай ғына төҙөлөш материалы булған балсыҡ, ҡом, таш ҡаҙыуға ла рөхсәт кәрәк. Был осраҡта республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына мөрәжәғәт итергә була. Алтын, нефть, хром һәм башҡа "стратегик" ҡаҙылма байлыҡтарҙы ҡаҙыу өсөн БР Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса идаралыҡҡа, йәғни федераль структураға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Лицензия алыу процедураһы ҡатмарлы һәм бик күп нескәлектәргә эйә. Күпселек осраҡта һәр участка торг аша үтә, йәғни барлыҡ теләүселәр ҡатнашҡан лотта кем күберәк аҡса түләй, лицензия шуға бирелә.
Предприятиеның ҡайҙа теркәлеүе мөһимме?
Файҙалы ҡаҙылмалар табыусы компаниялар өҫтәмә һалым, йәғни НДПИ (налог на добычу полезных ископаемых) түләй. Был - федераль һалым һәм тулыһынса федераль бюджетҡа китә, шуға күрә предприятиеның ҡайҙа теркәлеүе мөһим түгел. Әммә икенсе һалымдар ҙа бар. Мәҫәлән, НДФЛ (13 процент) предприятие теркәлгән төбәк бюджетына китә. Ойошманың килеменә һалым (20 процент) федераль (2 процент) һәм төбәк (18 процент) бюджеттарын тулыландыра. Уйлап ҡараһаң, алтын өҫтөндә йәшәгән халыҡҡа бынан бер файҙа ла юҡ, сөнки барлыҡ һалымдар Мәскәүгә йәки икенсе төбәккә китә. Әгәр эшҡыуар социаль яуаплылыҡ тоймай икән, ул бары тик ошо территорияла алтын йәки көмөш таба, ә район бөтөнләй ярҙамһыҙ ҡала.
Милексенең сит илдә булыуы насармы?
Был яҡшы ла, насар ҙа түгел. Ҡайҙа йәшәү - һәр кемдең шәхси хоҡуғы. Әммә дәүләткә уларҙың кем һәм ҡайҙа икәнен белеү мөһим. Директор - ялланған ябай хеҙмәткәр. Ул бөгөн бар, иртәгә юҡ, уның урынына икенсе кеше килеүе мөмкин. Учалы районындағы карьерҙа, мәҫәлән, бер нисә йыл эсендә ете директор алмашына! Ә предприятие ябайҙарҙан түгел, унда ҡатмарлы экологик проблеманы хәл итергә кәрәк. Һәр яңы директор менән һөйләшеүҙәрҙе яңынан башларға кәрәк. Бында проблема нимәлә: ысын хужаның ҡайҙа һәм кем икәнлеген дә белмәүҙә. Дәүләт кем менән һөйләшеүҙәр алып барырға тейеш? Мәҫәлән, Башҡортостанда сәсеүлек ерҙәрендә алтын тапҡан һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын ҡайҙа етте, шунда түккән "Альт-инвест" компанияһы осрағында геосәйәси аспект та бар. Кипр офшоры аша ойоштороусылар араһында Украина сәйәсмәне Леонид Казаченконың да булыуы ихтимал. Ә ул Рәсәйҙең "санкцияға эләгеүселәр" исемлегенә индерелгән. Быға баһаны хоҡуҡ һаҡлаусылар бирергә тейеш.
Экологияны бысратыусы предприятиелар менән көрәшергә яңы структура кәрәкме?
Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу һәм уларҙы эшкәртеү тулыһынса федераль ҡануниәт менән көйләнә һәм федераль структуралар тарафынан контролләнә. Ә ошо предприятиелар тыуҙырған проблемаларҙы урындағы власть хәл итә. Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия - властың яңы органы, министрлыҡ йәки ведомство түгел. Ябай ғына итеп әйткәндә, ул - төрлө структураларҙа эшләгән кешеләрҙе берләштерә һәм улар ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бер өҫтәл артына йыйылып кәңәш ҡорасаҡ. Мәҫәлән, участкала эш башлауға әҙерлек тураһында халыҡты алдан иҫкәртергә кәрәк. Бөгөн иһә конкурс үткән, лицензия алынған, техника урынға килә, ә хакимиәт тә, халыҡ та бер нәмә лә белмәй. Йәки үҙҙәренә бирелгән участканан сығып, уңдырышлы ерҙәрҙе боҙоп, йылдар буйы уларға рекультивация эшләмәгән эшҡыуарҙарҙы нисек аҡылға ултыртырға? Шулай уҡ был комиссияларҙа бизнес та үҙенең мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итергә - ҡағыҙҙарын тәртипкә килтерергә, кәрәкле ҡултамғалар һәм ярҙам алырға, килешеү табырға һ.б. мөмкинлек ала.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Федерация Советы урман менән файҙаланыусыларҙың намыҫһыҙ ҡуртымсылар реестрында булыу ваҡытын билдәләү тураһында закон проектын раҫланы. 2021 йылдың 3 мартында ойошмаларҙы урман участкаһының намыҫһыҙ ҡуртымсыларын һәм үҫентеләр һатып алыусыларҙы ике йыл үткәс йә суд ҡарары буйынса Росреестрҙан сығарыуға йүнәлтелгән законды хупланы. Ғәмәлдәге закон буйынса намыҫһыҙҙар исемлегенә эләккән ҡуртымсылар урман менән файҙаланыу хоҡуғын юғалта. Урман менән намыҫһыҙ файҙаланыусылар реестрында булыу ваҡытын сикләү тураһында закон ҡабул итеү ҡуртымсыларға үҙ хаталарын төҙәткәндән һуң эшмәкәрлектәрен дауам итеү мөмкинлеге бирәсәк. Шулай итеп, урмандарҙы хужалыҡ итеү маҡсатында файҙаланыу өлкәһендә сикһеҙ ваҡытҡа хоҡуҡтарҙы сикләүсе шарт юҡҡа сығарылды. Закон шулай уҡ ағасты электрон сауҙа аша һатыуҙы талап иткән норма менән тулыландырылды. Был урман ресурстарын файҙаланыуҙа асыҡлыҡ булдырасаҡ, ти закон сығарыусылар.
Белешмә өсөн. Рослесхоз тарафынан алып барылған әлеге Росреестрға 2021 йылдың 1 мартына ҡарата 708 урман менән файҙаланыусы, шул иҫәптән 604 юридик шәхес һәм 104 шәхси эшҡыуар хаҡында мәғлүмәт индерелгән. Урман менән файҙаланыусыларҙың күпселек өлөшө, йәғни 68 проценты, билдәләнгән тәртиптә ҡуртым түләүен индермәгән өсөн Реестрға эләккән.
"Башинформ"
мәғлүмәт агентлығы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА