«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАЛАЙ САҠТА ҺӘР КЕМ ШУЛАЙ ШӘПЛӘНӘ
+  - 


Өс малай тау итәгендә һөйләшеп ултырабыҙ. Малай тигәс тә, малай ҙа түгел инде беҙ. Быйыл 10-сы синыфты тамамлайбыҙ. Апаруҡ егет булған саҡ. Тау итәгендәге бәләкәй генә аҡланда һынған-мынған ботаҡтан эскәмйә һымаҡ нәмә әтмәләп алғанбыҙ һәм унда иркенләп ултырып, арҡаларҙы ағас олонона терәп, һөйләшеп ултырырға яратабыҙ беҙ. Тирә-яҡта урман, унда бер-береһен уҙҙырып ҡоштар һайрай. Торғаны бер ожмах инде! Ә ауыл аҫта, әйтерһең, беҙҙең ус төбөндә генә. Ауылдағы тормош беҙҙең күҙ алдында ҡайнай. Кемдеңдер ашығып ҡайҙалыр китеп барғаны, кемдеңдер өтәләнеп ҡайҙандыр ҡайтып килгәне, берәүҙең кем менәндер серләшеп торғаны һәм башҡаһы - ҡыҫҡаһы, бөтәһе беҙгә күренеп тора. Ә бына беҙҙең дә уларға күренеп торғаныбыҙ тураһында башҡа ла инеп сыҡмай. Һөйләй торған һүҙ тап ошоға бәйле лә инде.

Бына бер мәл Илһам дуҫ эре генә кеҫәһенән тәмәке ҡабы килтереп сығарҙы. Беҙ, аптырап, уға төбәлдек. Нимә эшләргә йыйына икән ул тәмәке менән, тартмайҙыр ҙа инде, тип, албырғап ҡалдыҡ. Илһам, эшлекле кешеләй, тәмәке ҡабын алай әйләндерҙе, былай тулғандырҙы. Икеләнгәне, ныҡлы ҡарарға килә алмағыны күренеп тора. Шуғалыр, күрәһең, ул ҡабаланмай ғына тәмәке ҡабындағы яҙыуҙы уҡып сыҡты. Шунан уны яйлап асты. Тәмәкеләргә ҡарап, бер аҙға тынып ҡалды. Шул мәл ул ниндәйҙер ҡарар ҡабул итте, буғай. Иркен тын алып, эре генә тәмәке ҡабына ҡул һырты менән һуғып ебәрҙе. Әйтерһең, дә тәмәкеләр ошо мәлде көтөп кенә торған. Уларҙың бер нисәһе ҡаптан уҡтай атылып сыҡтылар ҙа... Юҡ, осоп китмәнеләр, ә ҡаптан баштарын сығара биреп, ҡатып ҡалдылар. Илһам уның берәүһен ашыҡмай ғына ҡулына алды. Баштарын ослайтып ҡатып ҡалғандарына бер килке ҡарап торҙо. Шунан беҙгә һынамсыл ҡараштарын төбәне. Ауыр һулап, теге тәмәкеләрҙең баштарын кирегә табан этте. Беҙгә ҡарап моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы.
- Үпкәләмәгеҙ, егеттәр, һеҙгә тәҡдим итеп тормайым. Һеҙ әле... (һүҙен таба алмай, бер килке өнһөҙ торҙо һәм әйтеп ҡуйҙы) бешмәгән помидор һымаҡ ҡынаһығыҙ.
Үәт, әй, тапты бит сағыштырыр нәмә. Әммә беҙ артыҡ үпкәләмәнек. Ул бит элек-электән үҙен өҫтөнөрәк ҡуйырға тырышты. Бер мәл урманда бер атты күмәкләп ҡамап тотоп алғайныҡ. Шул мәлдә Илһам, беренсе мин сабып киләм, тип еңмешләнеп атҡа тәүге булып менгәйне. Әммә оҙаҡ та сабып бара алманы, дөрһөлдәп ҡолап ятып ҡалды. Бер мәл ҡышҡыһын, был тауҙан мин беренсе шыуып төшәм, тип тауҙан аҫҡа табан атылғайны. Саңғыһы менән әллә ташҡа, әллә ботаҡҡа эләгеп, көрткә гөрҫ итеп сумғайны. Саҡ ҡотҡарып ҡалдыҡ. Яҙғыһын һыуҙы иртә инеп, ауырып ятҡайны. Һөйләй китһәң, күп инде ундай хәлдәр. Бына әле лә бит иң беренсе булып тәмәке тотоп тора! Шул арала "бешеп-өлгөрөп еткән помидор" ҡулына алған тәмәкеһен тоҡандырып та ебәрҙе. Килештерә инде, беҙгә ҡарап уның аҡһыл-күкһел төтөнөн өрөп тә ебәрҙе. Беҙ ҡулдарҙы алай-былай һелтәй-һелтәй уны ҡыуған булдыҡ. Һәм аптырап уға ҡарап ҡатып ҡалдыҡ. Аптырарлыҡ шул, атаһы яман бит уның. Белеп ҡалһа, эш харап! Үәт әй, ҡурҡмаған кеше бар икән был донъяла. Беҙҙең аптырау йөҙөбөҙгә сыҡҡандыр инде. Беҙҙең бындай хәлдән ҡыуаныс алған Илһам эре генә теш араһынан төкөрөп ҡуйҙы.
- Егеттәр, беҙгә ҡасандыр үҙаллы тормош көтә башлар кәрәк. Килер бер мәл, шул мәл беҙ үҙ һүҙебеҙҙе әйтергә тейешбеҙ. Гел генә атай ауыҙына ҡарап ултырып булмай ҙа инде. Улар бөгөн бар, иртәгә юҡ. Беҙгә бөгөндән башлап тормошҡа өйрәнер кәрәк. Беҙ бит ҡасандыр тормош дилбәгәһен үҙ ҡулыбыҙға алырға тейешбеҙ...
Үәт, әй, бындай аҡылды кем биргәндер инде уға. Ниндәй матур итеп һөйләй. Һыбайлы атынан төшөп, йәйәүле ергә ятып, ятҡан кеше түшәгенән тороп тыңламалы хәбәрҙәр бит! Әммә көтмәгәндә Илһам ҡырҡа үҙгәрә. Оло тормошҡа тәүге аҙымдарын яһай төшкән, аушаңлай-таушаңлай тәпәй атлап китеп барған дуҫыбыҙҙың ҡапылдан ғына йөҙө ағара төшә. Ул тәмәкеһен тиҙ генә ергә ташлап, уны тыпырсына-тыпырсына үксәһе менән иҙгесләй башланы. Үҙе ҡалтыранған ҡулдары менән ауыл яғына ишаралай.
- Атай ҡул болғап саҡырып тора. Мин ҡайтып киләйем әле.
Илһамды әйтәм, баянан бирле ауыл яғынан күҙен ала алмай ине. Шикләнеүе бушҡа булмаған шул. Атаһы уның ҡырын эшен күреп ҡалған бит. Хәҙер Илһамға эләгә инде. Беҙ тау итәгендә дуҫыбыҙҙы йәлләп ултырып ҡалдыҡ. Илһам өтәләнеп ауыл яғына табан сапты. Шәп тә йүгерә икән. Күп тә үтмәне, өйҙәренә барып та етте. Ә бына ҡалған яғындағы хәл үтә тиҙ булды. Илһам ҡапҡаны әллә асып өлгөрҙө, әллә ябып өлгөрҙө, уныһын аңғарып өлгөрмәнек. Атаһы сыбыртҡы менән Илһамдың һырт буйын әллә һыҙырҙы, әллә һыҙырманы, уныһын да күреп өлгөрмәнек. Ҡыҫҡаһы, күҙ асып йомған арала булды был хәл. Бер ҡарағанда, Илһам дуҫыбыҙ ҡапҡаға инеп бара ине. Икенсе ҡарағанда, уҡ һымаҡ атылып сығып та бара. Өсөнсө ҡарағанда, ауыл урамы буйлап сабып бара. Дүртенсе ҡарағанда, тауға үрмәләй ине. Бишенсе ҡарағанда, эскәмйәлә ултыра ине. Ағарған йөҙөнә бер аҙ ҡыҙыллыҡ йүгергәс, бер ни булмағандай, Илһам дуҫыбыҙ һүҙен дауам итә.
- Әле атайым менән ирҙәрсә һөйләшеп алдыҡ (бына шулай йылғыр ул беҙҙең дуҫыбыҙ). Атайым шулай ти: "Һин, улым, ҙур үҫтең. Хәҙер һинең тормошоңа тығыла алмайым. Һиңә ҡасандыр үҙаллы тормош көтә башлар кәрәк. Мин хәҙер ҡартмын. Бөгөн бармын, иртәгә юҡмын". Ул миңә: "Тәмәке тартҡың килә икән, улым, тарт әйҙә", - тип тә әйтте. Атайҙы әйтәм, бигерәк еңел ҡотолдо. Имеш, тартҡың килһә, тарт. Минең һаулыҡ тураһында уйлап та бирмәй. Ә мин ныҡлы ҡарарға килдем - тәмәке тартмаҫҡа! Был минең ныҡлы ҡарарым, һуңғы һүҙем. Һеҙгә лә тартмаҫҡа кәңәш итәм. Исмаһам, һеҙ минең хатаны ҡабатламағыҙ...
Беҙ яйлап ҡайтып киттек. Илһам дуҫыбыҙ, мин ултыра бирәм әле, тип, тороп ҡалды. Беҙ нишләптер уларҙың өйө эргәһенән йүгереп үтеп киттек.
...Малай саҡта, эйе, һәр беребеҙ шулай шәпләнә инде. Һәр кем үҙен шәхес итеп раҫларға ынтыла. Уны эргә-тирәһендәге башҡа малайҙар, иптәштәре хуплай йә иҫкәртә. Ә атайҙарҙың өгөтө һәм... сыбыртҡыһы иһә иң оло һабаҡ биреүсе тәрбиә алымы булараҡ һанлана. Шәхес булырға ынтылған малайҙар, егеттәр, ир-егеттәр һәм уларҙың арт һабағын уҡытып, тура юлға күндерер атайҙар һәр саҡ булһын был донъяла.

Әғләм ШӘРИПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.21 | Ҡаралған: 826

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru