«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ДЫУАН - ТАБЫНДАРҒА ТУҒАН (4-се бүлек)
+  - 


Байлар олоҫоноң арҙаҡлы башҡорто Дөмәй Ишкәев 1706 йылда, Ҡаҙан властарына буйһонмайынса, Әстерхан аша Мәскәүгә юллана. Әммә Ҡаҙанда вице-губернатор вазифаһын биләгән Н. Кудрявцев баш бирмәҫ башҡортто Мәскәүҙән тотоп алып ҡайтырға бойора. Дөмәй Ишкәев Ҡаҙанға алып киленә, уны бында язалап үлтерәләр. Башҡорт илендә оҙайлы ихтилал башланып китә, ул 1704 йылдан 1711 йылға тиклем бара. Ихтилал башында күренекле башҡорт батыры Алдар Иҫәкәев тора. Яуыз А.Сергеев башҡорт етәкселәрен алдаштырып, Ҡаҙан ҡалаһына мәжлескә саҡыра, бында уларҙы төрлөсә мәсхәрә итәләр: "…вина и меду поставя и зелья положа, в неволю поил, кто и век свой меду и вина не пивали, азей и муллов и ахунов их поил; а ежели кто не станет пить, тех бив палками и насильно поил, и напившися де лежали без памяти, и лежачих де людей порохом палил, солому огнем зажигал, на руки свечи прилеплял, другим в горсти пороху насыпав огнем палил, а збережась лежалых людей сызнова подняв по неволе поил хотя поморить… всякому пьяному лежачим людям, держав против солнца зеркало свое, рожи и головы жег и, который тронется, еще поил, чтобы поморить…"
Бындай әшәкелек башҡорттарҙа нәфрәт уята, улар рус полктарына ҡаршы уңышлы операциялар уҙғара, П.Хохловтың 1300 кешенән торған Өфө полкын тар-мар итә, С.Аристовтың һәм И.Риддерҙың драгун һәм һалдат полктарын ҡыҫырыҡлай, хатта Ҡаҙан ҡалаһын штурмларға ниәт итә. Алдар тарханға Көсөк хан улы Морат солтан ярҙамға килә, улар Ҡаҙан ханлығын тергеҙеү планын ғәмәлгә ашырырға уйлай. Башҡорт ихтилалы хаҡындағы хәбәрҙәр бик алыҫ илдәргә тиклем барып етә. Ошо хаҡта рус тарихсыһы С.М. Соловьев ошолай яҙа: "В 1707 году уфимский башкирец, назвавшись султаном, ездил в Константинополь и Крым просить помощь делу единоверцев; потом пробрался на Кубань, оттуда к горским народам, чеченцам, мичкисам, аксайцам, и прельстил их, выдавая себя за святого и за султана башкирского. Горцы провозгласили его своим владыкою. Скоро пристали к нему кумыки, аграханские козаки-раскольники, терские кочевые окочены и татары. Собравшись со всеми этими народами, святой султан подошел 12 февраля 1708 года к Терской крепости, сжег слободы и острог".
Ошо осорҙа шведтар менән һуғыш хәрәкәттәре алып барған Петр I 1709 йылда Сенатҡа башҡорттар менән килешеүгә өлгәшеү хаҡында бойороҡ биреп, граф И.Г. Головинды (канцлер Г.И. Головиндың улын) махсус грамота менән башҡорттарға ебәрә: "...чтобы они, башкирцы, были его царскому величеству в подданство по-прежнему, а за то обнадежить его царского величества милостию… Ежели они, башкирцы, притом будут просить, чтоб их в Казани не ведать и в том его государевой милостию их обнадежить".
Батша властарын Башҡорт ерҙәренә һалым түләүҙән ҡасып килеүселәрҙең күбәйеүе лә борсой. Башҡорттар ҡасҡындарҙы властарға тотоп биреүҙән баш тарта. Мәҫәлән, капрал Вепрейскийҙың рапортында ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "Дуванейской волости башкирцы, собрався многолюдством, беглецов отбили…". Ихтилал тағы ла бер нисә йыл дауам итә. Властарға башҡорттарҙың талаптарын үтәүҙән башҡа әмәл ҡалмай. Фельдмаршал Б.П. Шереметев Ф.А. Головинға 1706 йылда уҡ ошолай мөрәжәғәт итә: "Не надобет их слишком злобить, полно нам покуда шведов". Ә Ҡаҙан губернаторы П.М. Апраксин 1709 йылда Петр I яҙған хатында ныҡ зарлана: "О тех башкирцах доношу тебе, государю: народ их проклятый, многочисленный и военный да безглавный, никаких над собою начал, хотя б так, как на Дону, подобно атаманы, и таких не имеют".
Башҡорт халҡы менән батша хөкүмәте араһындағы килешеүгә тик 1728 йылда ғына өлгәшелә. Мәскәүгә, батша һарайына башҡорт делегацияһы килә, уларға император Петр II ошолай аталған исемле Указы тапшырыла: "Об отделении Уфимской провинции от Казанской губернии, о состоянии оной в особенном ведомстве Сената". Өфө воеводаһына башҡорттарҙы ҡыйырһытыу ҡәтғи тыйыла: "башкирцам и прочим иноверцам никакого озлобления и обид и налог отнюдь никому никаких не чинить... и во всем поступать по данным вам от Предков Наших Великих Государей жалованным грамотам". Шулай уҡ башҡорт вәкилдәренә туранан-тура батша хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеү хоҡуғы ла бирелә: "А когда вы пожелаете для челобитья и всяких своих нужд ехать к Москве или в Сенат, тогда для проезду давать ему вам проезжия письма за своею рукою, а воспрещения в том вам не чинить". Башҡорттарға тик бер генә шарт ҡуйыла, ул батшаға тоғролоҡ һаҡлауҙан ғибәрәт: "…того ради надлежит вам, видя Нашу Императорского Величества к себе милость, служить Нам верно, как деды и отцы ваши служили и положенный ясак платили и беглых русских, мордвы, чуваш и черемис и никаких народов людей, подданных Наших, не принимать и не держать". Шулай итеп, башҡорт халҡы Рәсәй составында үҙҙәренә электән бирелгән айырым хоҡуҡтарын яңынан тергеҙеүгә өлгәшә, бер ни тиклем кимәлдә Рәсәй империяһының үҙаллыҡ хоҡуғы булған өлөшө булып ҡала. Әммә Башҡорт илендә тыныс тормош оҙаҡҡа һуҙылмай. Батша чиновнигы И.К. Кирилов Ырымбур ҡәлғәһенә нигеҙ һалыу маҡсатында 1735 йылда Үр (Орь) йылғаһы буйына килә.
Көньяҡ башҡорттары бының менән һис килешергә теләмәй: Ергән ыҙанында юрматы ырыуы башҡорто Килмәк Нөрөшов етәкселегендәге ихтилалсылар Вологда драгун полкына һөжүм итә, батша һалдаттары, юғалтыуҙарға дусар ителеп, ҡасып ҡотола. Был 1735 йылдан 1740 йылға тиклем һуҙылған ихтилалдың башы була. Быға тиклем Һиндостан тарафтарына хәрби поход ойошторорға ниәт иткән империя генералдарына батша барса көстө башҡорттарҙы баҫтырыуға йүнәлтергә бойора. Был хаҡта тарихсы А.И. Добромыслов шундай мәғлүмәт бирә: "…башкиры во главе с Кильмяк-Абызом… пришли к заключению, что с постройкой города и крепости на устье Ори Башкирия постепенно будет окружена с восточной стороны и таким образом навсегда войдет в состав России, и, кроме того, не будет никакой возможности возвратить от киргиз те земли (северные части нынешней Тургайской области), которые они отняли у них…"

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.08.21 | Ҡаралған: 363

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru