«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫ ТАРИХЫНАН
+  - 


Ырымбур крайының боронғо халҡын, нигеҙҙә, башҡорттар тәшкил итә. Урыҫ колонизацияһы башланыуы XVIII быуаттың беренсе яртыһына ҡарай. Шуға тиклем Волга аръяғында тотош рус биләмәләре сиге булып Оло Иҙелдең (Волга) һул ҡушылдығы - Сиремшән (Сәрмәсән) тора.

Көнсығышта Урыҫ дәүләте сәйәсәтенең кинәт әүҙемләшеүе XVIII быуаттың 30-сы йылдары менән билдәләнә. Рәсәйҙең иҡтисади үҫешенә ҙур этәргес биргән Петр реформалары, шулай уҡ Ҡаҙағстанға, Урта Азияға һәм артабан көнсығышҡа урыҫ йоғонтоһоноң үтеп инеүенә иҫәпләнгән оҙайлы тышҡы сәйәси проекттар Башҡортостандың Рәсәй составында нығыныуын, уның ил эсендәге өлкәһе булыуын, бай тәбиғи ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы талап итә. 1734 йылда Сенаттың обер-секретары И.К. Кирилов етәкселегендәге Ырымбур экспедицияһы ойошторолоуы тап ошо маҡсаттарҙы үҙ эсенә ала ла инде.
Кириловтың хөкүмәткә тәҡдим иткән проекты дәүләттең көньяҡ-көнсығыш сигендә өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙең сағылышы булып тора. Унда Ҡаҙағстан һәм Урта Азия менән тотороҡло сауҙа-иҡтисади бәйләнештәре булдырыу, уларҙы сауҙа баҙары һәм урыҫ сәнәғәте өсөн сеймал сығанағына әйләндереү, шулай уҡ был төбәктең яйлап Рәсәйгә ҡушылыуына өлгәшеү тураһында һүҙ бара.
Проектта Башҡортостанға ҙур иғтибар бүленә. Кирилов бында башҡорттарҙың ихтилалдарына юл ҡуймау өсөн хөкүмәттең позицияларын нығытыу кәрәклеген һәм тәбиғи байлыҡтарҙы интенсив файҙаланыу, тау эшен һәм ер эшкәртеүҙе киң йәйелдереү кәрәклеген раҫлай. Был бурыстарҙы үтәү өсөн тотош саралар системаһы тәҡдим ителә: Ур йылғаһы ярында ҡала һәм башҡа ҡәлғәләр төҙөү, ихтилалдарға юл ҡуймау өсөн башҡорттарҙы һуғыштарҙа һәм походтарҙа ҡатнаштырыу, шулай уҡ уларҙың ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар, татарҙар һәм башҡа халыҡтар менән мөнәсәбәтендә көсөргәнеште һаҡлау; мосолмандарҙы христианлаштырыу сәйәсәтен көсәйтеү; крайҙы үҙәк райондарҙың ер эшкәртеүсе һәм сауҙа-сәнәғәт халҡы менән күпләп колонизациялау.
Ырымбур экспедицияһын ойоштороу башҡорт ерҙәренең һиҙелерлек өлөшөн ҡәлғәләр, ҡалалар, заводтар төҙөү һәм килгән халыҡҡа биреү өсөн тартып алырға, шулай уҡ хәрби һәм хеҙмәт бурысын арттырыуға, властарҙың крайҙың ерле халҡын ҡаты контролдә тотоу һәм уларҙы ошоғаса һаҡланып килгән эске идара элементтарынан яҙҙырыуға килтерергә тейеш була. 1734 йылдың 1 майында батшабикә Анна Иоанновнаның резолюцияһы менән хөкүмәт И.К. Кириловтың тәҡдимдәрен раҫлай. Резолюцияла "проектты" тиҙ арала тормошҡа ашырыу, ә "барлыҡ билдәләнгән эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн обер-секретарь Кирилов һәм уның менән мырҙа Алексей Тевкелевты кисекмәҫтән ебәреү һәм тулы инструкция һәм указдар биреү" зарурлығы яҙыла.
Кирилов етәкселегендәге экспедиция Петербургтан 1734 йылдың 15 июнендә сыға һәм Мәскәү, Ҡаҙан аша Өфөгә йүнәлеп, 10 ноябрҙә килеп етә. Ырымбур экспедицияһы составында 130 офицер, 3500 һалдат, төҙөүселәр, сауҙагәрҙәр, тау эше буйынса белгестәр, файҙалы ҡаҙылмаларҙы разведкалаусы, крайҙы географик һәм этнографик тикшереүсе, карта төҙөүсе төрлө һөнәр буйынса ғалимдар була.
1735 йылда Кириловтың Ырымбур операцияһы Ур йылғаһы буйында Ырымбур ҡәлғәһенең беренсе нигеҙен һала. Быға яуап итеп батша Рәсәйенең Башҡортостанды ҡәлғәләр менән уратып алырға ынтылыу сәйәсәтен яҡшы аңлаған башҡорттар ихтилалға күтәрелә. Был тотош крайҙы ялмап алған Килмәк абыҙ ихтилалы була. Башҡорттарҙың ҡораллы ҡаршылығына осрап, Кирилов Ырымбур экспедицияһының барлыҡ бурысын үтәй алмай. Ҡәлғәләр төҙөүҙән тыш, уның эшмәкәрлеге Башҡортостан менән эске идаралыҡҡа һәм XVIII быуаттың 30-сы йылдарындағы башҡорт ихтилалдарына ҡаршы көрәш менән сикләнә. Кирилов 1742 йылда вафат булғандан һуң Ырымбур экспедицияһы башлығы итеп И.И. Неплюев тәғәйенләнә. Ул барлыҡҡа килгән хәүефте аңлап, Ырымбур ҡәлғәһен 182 километр ситкә, Яйыҡ йылғаһы буйына, хәҙер Красногорка станцияһы торған урынға күсертә. Элекке ҡәлғә Орск ҡалаһы булараҡ һаҡланып ҡала. Яңы урында үҙлегеп китә алмайынса, 1742 йылда Ырымбур Яйыҡ менән Һаҡмар йылғаһы ҡушылған ергә, ҡаялы тау башында ҡабат нигеҙләнә. Хәҙер көньяҡтан башҡорттарҙың һөжүменә Яйыҡ йылғаһы, төньяҡтан - соҡор һәм ур менән һаҡланып, яулап булмаҫтай ҡәлғәгә әүерелә. Был ныҡлы нығытмалар 1773 йылдың октябренән 1774 йылдың мартына тиклем Бүгәс ғәскәренең ярты йыллыҡ ҡамауына бирешмәй тора.
Ҡала-ҡәлғә булараҡ, Ырымбур тиҙҙән крайҙың административ үҙәге, хәрби ҡәлғәләрҙең стратегик узелы, Урта Азия илдәре менән сауҙа һәм дипломатик мөнәсәбәттәр үҙәге, Ҡаҙағстан менән Урта Азияны яулағанда төп база булып тора. 1744 йылда Ырымбур губернаһы ойошторолоуға бәйле, Ырымбур губерна ҡалаһына әйләнә, уның составына Өфө провинцияһы ла инә. Беренсе губернатор И. И. Неплюев (1744-1761) була. Уның идара итеү осоронда Ырымбурҙы, башҡа ҡәлғәләр һәм редуттар төҙөү, уларҙы халыҡ менән тултырыу эше алып барыла. XVIII быуаттың 30-50-се йылдарында 53 ҡәлғә, Яйыҡ йылғаһы буйлап Ырымбур сик буйы нығытма һыҙатындағы башҡорт ерҙәре төпкөлөндә 40-ҡа яҡын редут һәм форпост төҙөлә, Ырымбур казак ғәскәре ойошторола, крайҙы колонизациялау Рәсәйҙең үҙәк райондарынан килтерелгән крәҫтиәндәр һәм башҡа күсенеүселәр иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Хөкүмәт ҡаҙна, дворяндар, чиновниктар, офицерҙар, һалдаттар һәм башҡалар иҫәбенә башҡорт ерҙәрен күпләп тартып ала башлай. Һөҙөмтәлә XVIII быуат уртаһына башҡорттар үҙҙәренең көтөүлектәренең яртыһын тиерлек юғалта, ерҙәрен һәм азатлыҡтарын кире ҡайтарырға тырышып, даими ихтилалға күтәрелә. Батша Рәсәйенең колонизация сәйәсәтенең аванпосы булараҡ, край баш күтәргән башҡорттарҙың ҡан ҡойошло көрәш аренаһына әүерелә. Ҡәлғә төҙөүгә 1000 башҡортто һәм казакты көсләп килтерәләр һәм был да бәхәстәр тыуҙыра. Башҡорт ихтилалдарының сәбәбе - батша хөкүмәтенең Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын боҙоуы, башҡорт ерҙәрен тартып алыуы, һалымдарҙың һәм яһаҡтың артыуы, көсләп христианлаштырыу һәм батша чиновниктарының башбаштаҡлығы, башҡорттарҙың урындағы үҙаидара хоҡуҡтарын ҡыҫыу.
1735-1740 йылдарҙағы ихтилалға этәргес булып 1734-1744 йылдарҙа Өфөнән Ырымбур экспедицияһына Ур йылғаһы тамағында ҡала төҙөү өсөн отряд ебәрелеүе тора. Ихтилал өс этапҡа бүленә: 1735-1736, 1737-1738, 1739-1740. Уның инициаторҙары һәм төп көсө - феодалдар, муллалар һәм батырҙар етәкселегендә тупланыусы аҫаба башҡорттар. Урыҫ крәҫтиәндәре, мишәрҙәр, татарҙар, сыуаштар, мариҙар власть яғында була.
Башҡортостандағы ихтилалды баҫтырырға генерал-лейтенант А.И. Румянцев ебәрелә, ул баш күтәреүселәр менән һөйләшеүҙәр алып бара. Ырымбур экспедицияһы начальнигы И.К. Кирилов һәм уның ярҙамсыһы А.И. Тевкелев бары тик хәрби көс кенә ҡуллана. Тевкелев Балыҡсы улысының Һөйәнтүҙ ауылы халҡын юҡ итә, ауылдағы 1000 кеше, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар үлтерелә, тереләй яндырыла. Был вәхшилеккә яуап итеп башҡорттар рус ауылдарына һөжүм итә башлай. Хөкүмәт указы буйынса (1736 йыл, 16 февраль) ихтилалдарҙа ҡатнашыусылар юҡ ителергә, улар яҡлылар һөргөнгә ебәрелергә тейеш була. 1736 йылдың көҙөндә ихтилал баҫтырыла. Тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, баш күтәреүселәр 15 меңдән ашыу кешене юғалта.
1737 йылда ихтилал тергеҙелә һәм 1738 йылдың көҙөнә тиклем дауам итә. Уны баҫтырыу менән Ырымбур комиссияһы начальнигы В.Н. Татищев, генерал-майор Л.Я. Соймонов етәкселек итә. Ихтилалды баҫтырыуға 18 мең һалдат, драгун, казак ебәрелә.
Башҡорттар ҙур матди зыян күрә. 1739-1740 йылдарҙа ғына 725 ауыл яндырыла, тиҫтәләрсә баш мал ҡыуып алып кителә (Америка тарихсыһы Алтон С. Доннелли мәғлүмәттәре буйынса, 12283 ат, 6076 эре мал. "Завоевание Башкирии Россией в 1552-1740", Уфа, 1995, с.218). 1735-1740 йылдарҙағы ихтилал барышында башҡорттар 40-60 мең кешеһен юғалта (үлтереләләр, язаланалар, һөргөнгә оҙатылалар).
Ырымбур губернаторы вазифаһында бигерәк тә Неплюев үҙен йәнһеҙ хаким һәм ҡанэскес палач итеп күрһәтә. Ул башҡорт ихтилалдарын ҡанға батырып баҫтыра. 150 башҡорт старшинаһын алдап саҡырып алып, Яйыҡ йылғаһы ярында тереләй күмдерә. Был ҡот осҡос факттар башҡорт халҡына ҡарата ысын геноцидты, уның генофондын ҡырыуҙы раҫлай.
Ихтилалдарҙы ҡанға батырып баҫтырыуға ҡарамаҫтан, көтөүлектәренән, ерҙәренән яҙған башҡорттар, ерҙәрен һәм азатлығын кире ҡайтарырға тырышып, көрәште дауам итә. Батша властары башҡорттарҙы ергә аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеү һәм уларҙы крепостнойҙарға әйләндереп, христианлаштырыу планынан баш тартырға мәжбүр була.
Шул уҡ ваҡытта батша хөкүмәте башҡорт ерҙәрен колонизациялауҙы дауам итә. Ырымбур крайы Рәсәй империяһының башҡа өлкәләре кеүек үк, дөйөм системаға индерелә, ер биләүселек һәм агросәнәғәт колонизацияһы өсөн асыҡ була. Ырымбурҙы төҙөгәндән һуң башҡорт ерҙәрендә тиҫтәләрсә металлургия заводы ҡалҡып сыға. 1740-1760 йылдарҙа ғына Ырымбур губернаһында 34 тимер етештереү һәм баҡыр иретеү заводы барлыҡҡа килә.
Әүжән-Петровский Үрге тимер етештереү заводы. П.И. Шувалов һәм К. Матвеев тарафынан 1753 йылда Берг-коллегия указы буйынса Әүжән йылғаһы буйында төҙөлә. Төҙөлөш өсөн ерҙәр Тамъян һәм Түңгәүер улысы башҡорттарынан 30 йылға оброкка алына. Ҙур территорияны ҡуртымға алған өсөн Шувалов йыл һайын 20 һум түләргә тейеш була. Заводтың бер домнаһы, 6 сүкеше һәм йәмшәйтеү фабрикаһы була. Уның ҡарамағында 50 йортта эшселәр йәшәй. 1760 йылда Е.Н. Демидовҡа һатыла (хәҙер Белорет районы территорияһы).
Әүжән-Петровский Түбәнге тимер етештереү заводы Үргеһенә ярҙамсы итеп 1756 йылда төҙөлә. Алты йәмшәйтеү сүкеше була, 1760 йылда шулай уҡ Е.Н. Демидов һатып ала. Ике завод ҡарамағында 307 крепостной оҫта һәм эшсе була. Уларға шулай уҡ 3708 дәүләт крәҫтиәне беркетелә (хәҙерге Белорет районы территорияһы).
Архангел (Шаран) баҡыр иретеү заводы. 1754 йылда Ырымбур губерна канцелярияһы менән контракт буйынса Г.С. Красильников төҙөй. Завод өсөн ерҙәр Ҡыр-Йылан улысы башҡорттарынан оброкка алына. Заводтың 4 иретеү мейесе һәм 2 горны була (хәҙер Шаран районы территорияһында).
Архангел баҡыр иретеү заводын 1753-1754 йылдарҙа Ырымбур губерна канцелярияһының Берг-коллегия раҫлаған указы буйынса Аҫҡын йылғаһында И. Б. Твердышев менән И.С. Мясников төҙөй. Завод өсөн ер Төрөш улысы башҡорттарынан һатып алына. Дүрт иретеү мейесе була, завод ҡарамағындағы 130 йортта крепостной крәҫтиәндәр йәшәй (хәҙер Архангел районы территорияһы).
Белорет тимер етештереү заводын 1759 йылда И.Б. Твердышев менән И.С. Мясников Ҡатай улысы ерҙәрендә Тирлән йылғаһында төҙөй башлай, әммә тамамлай алмай. 1762 йылда завод Ағиҙел йылғаһы буйындағы яңы урынға күсерелә һәм Ҡатай улысы башҡорттарынан һатып алынған ерҙә төҙөлә. Бер домна мейесе һәм 6 (һуңыраҡ 14) йәмшәйтеү сүкеше була. П. Красильниковҡа һатыла (хәҙер Белорет ҡалаһы).
Благовещен баҡыр иретеү заводы Берг-коллегия указы буйынса 1755 йылда Өшкәле йылғаһы буйында М.С. Мясников тарафынан төҙөлә. Завод өсөн ер Күл Иле (Күл)-Мең улысы башҡорттарынан һәм кенәз В. Ураҡовтан һатып алына. 4 иретеү мейесе (1768 йылда - 8) һәм ике горны була. Тәүҙә завод өсөн 108 кеше һатып алына, 1758 йылда - тағы ла 100. 1761 йылда һатып алынған крәҫтиәндәр һаны 795 кешегә етә (хәҙер Благовещен ҡалаһы биләмәһе).
Богоявленский баҡыр иретеү заводы Берг-коллегия указы буйынса 1751 йылда И.Б. Твердышев һәм И.С. Мясников тарафынан Көгөш (Тоҙлойылға, Усолка) йылғаһы буйында төҙөлә һәм 1752 йылда ҡулланыла башлай. Завод өсөн ерҙәр башҡорттарҙан һәм Табын казактарынан йылына 25 һум түләү шарты менән 50 йылға ҡуртымға алына. Заводҡа 200 крәҫтиән ихатаһы һатып алына (хәҙер Ғафури районы).
Верхотор баҡыр иретеү заводы 1759 йылда Тор йылғаһы буйында И.Б. Твердышев һәм И.С. Мясников тарафынан төҙөлә. Завод өсөн ер Тамъян һәм Юрматы улыстары башҡорттарынан һатып алына. Өс иретеү мейесе, 3 горн, 3 йәмшәйтеү сүкеше була (хәҙер Ишембай районы территорияһы).
Вознесенск баҡыр иретеү заводы Берг-коллегия указына ярашлы 1755 йылда Ырғыҙлы йылғаһы буйында К.Е. Сиверс тарафынан төҙөлә. 1756 йылда файҙаланыла башлай. Завод өсөн ер Бөрйән улысы башҡорттарынан һатып алына. Унда 450 рудасы йәшәй башлай. Заводтың 7 иретеү мейесе, 3 горны, 1 йәмшәйтеү сүкеше була. Заводҡа Ҡаҙан өйәҙенең Нуғай һәм Зюри (Сыуаш) даруғаларынан 1000 дәүләт крәҫтиәне беркетелә (завод ҡарамағында эшселәрҙең 150 ихатаһы иҫәпләнә). 1765 йылда ҡаҙнаға алына. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында емерелә (Хәҙерге Бөрйән районы территорияһы).
Воскресенск баҡыр иретеү заводы 1737 йылда Ырымбур экспедицияһы начальнигы И.К. Кирилов тарафынан Табын эргәһендә ҡаҙна заводы булараҡ төҙөлә. 30-сы йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары ваҡытында емерелә. 1743 йылда заводсылар И.Б. Твердышев менән И.С. Мясников уны ҡабаттан, әммә Тамъян һәм Бошман-Ҡыпсаҡ улыстары башҡорттары ерендә, Тор йылғаһында ҡабаттан тергеҙә. Ете иретеү мейесе була. Завод ҡарамағына 320 ихата һатып алына һәм теркәлгән крәҫтиән инә (Хәҙер Мәләүез районы территорияһы).
Златоуст (Косотур) тимер етештереү һәм баҡыр иретеү заводы Мосоловтар тарафынан Ырымбур губерна канцелярияһының 1751 йылдағы контракты һәм Берг-коллегияның 1760 йылдағы указына ярашлы Әй йылғаһы буйында төҙөлә. Завод өсөн ер Себер даруғаһы Әйле улысы башҡорттарынан һатып алына. Бер домнаһы, 6 йәмшәйтеү сүкеше, 6 баҡыр иретеү мейесе була. Завод ҡарамағына 300 һатып алынған һәм 60 теркәлгән крәҫтиән инә. 1769 йылда завод Л.И. Лугинға һатыла (Хәҙер Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы).
Ирлән баҡыр иретеү заводы Берг-коллегия указына ярашлы 1761 йылда Ирлән йылғаһы буйында П.И. Рычков тарафынан төҙөлә. Завод өсөн ер яһаҡлы яңы керәшендәрҙән һатып алына. Уның ҡарамағында 53 һатып алынған крепостной крәҫтиән була. 1773-1775 йылдарҙағы Кәрҫтиәндәр һуғышы барышында емерелә.
Иштерәк баҡыр иретеү заводын 1751 йылда С.Е. Иноземцев һалдыра. Ер 1750 йылда Ирәкте улысы башҡорттарынан 1750 йылда оброкка алына. 50 йыл ҡуртым өсөн Иноземцев башҡорттарға ни бары 120 һум аҡса түләй. Заводтың ике иретеү мейесе була. Тайыш заводы өсөн ярҙамсы булып тора, уны ҡабаттан ҡойоу өсөн ҡара баҡыр менән тәьмин итә (Хәҙер Татарстандың Мөслим районы).
Ҡағы тимер етештереү заводы (сүкешле) 1769 йылда Е. Н. Демидов тарафынан Берг-коллегия указына ярашлы Ҡағы йылғаһы буйында төҙөлә. Әүжән-Петровск заводынан килтерелгән суйынды ҡайтанан ҡойоу өсөн ҡулланыла. Завод өсөн ер Тамъян һәм Түңгәүер улысы башҡорттарынан оброкка алына. Сүкешкә эйә була (Хәҙер Белорет районы террирторияһы).
Кананикольск тимер иретеү заводы заводсы Мосоловтар тарафынан Ырымбур губерна канцелярияһы менән контракт нигеҙендә Ҡана йылғаһы буйында төҙөлә. Завод өсөн ер тәүҙә оброкка алынһа, һуңынан Бөрйән улысы башҡорттарынан һатып алына. 4 иретеү мейесенә, 2 горнға эйә була. 1761 йылда 4 иретеү мейесе ҡоролмаһы төҙөлә башлай. Завод ҡарамағында 314 оҫта һәм эшсе иҫәпләнә. Хәҙерге ваҡытта завод урынында Кананикольское ауылы урынлашҡан (Йылайыр районы). Кәҫле тимер иретеү заводы. Ҡоролма П.М. Репнин һәм Я.Р. Коробков тарафынан Кәҫле һәм Ҡыҙылташ күлдәрендә Себер даруғаһы Исәт провинцияһының Балаҡатай, Мәкәтин (Бәкәтин) улыстары башҡорттары ерҙәрендә төҙөлә башлай. Заводсылар һәм Н.Н. Демидов араһында рудниктар арҡаһында килеп тыуған суд эше һөҙөмтәһендә төҙөлөп бөтмәгән бина Демидовҡа һатыла. 1 домнаһы, 11 йәмшәйтеү сүкеше була. 1756 йылда заводҡа Краснослобода өйәҙе крәҫтиәндәре теркәлә (Хәҙер завод урынында Силәбе өлкәһенең Кәҫле ҡалаһы урынлашҡан).
Иван-Ҡатау тимер етештереү һәм баҡыр иретеү заводын И.С. Мясников менән И.Б. Твердышев Берг-коллегия указы буйынса 1755 йылда Ҡатай (Ҡатау) йылғаһы буйында тимер етештереү заводы булараҡ төҙөй. 1762 йылда уға баҡыр иретеү мейестәре эшләнә. Завод Трухмен улысы башҡорттары ерҙәрендә урынлашҡан, унда 370 ихата һатып алынған крәҫтиән иҫәпләнә (Хәҙер Силәбе өлкәһенең Иван-Ҡатау ҡалаһы).

Ғизетдин ИРҒӘЛИН,
тарих фәндәре кандидаты.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.21 | Ҡаралған: 404

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru